Йәмәғәт, һуңғы осор һеҙгә ҡасан деликатес менән һыйланырға тура килде, хәтерләйһегеҙме? Юғиһә, магазин кәштәләрендә гел генә бер төрлө сифатһыҙ ризыҡ күбәйеп китте түгелме? Эйе шул, әллә ниҙә бер деликатес менән дә ләззәтләнеп алғы килә ул, был донъяла мәңге йәшәмәйбеҙ бит.
"Деликатес" нимә ул, тиһегеҙме? Шуны әйтәм, бигерәк һирәк эләгә беҙгә бындай ҡиммәтле һәм дә байҙар ғына ашай торған нәзәкәтле ризыҡ, шуға ла уны тәме-атамаһы менән бергә онотоп китеүебеҙ ҙә ғәжәп түгел . Әлеге лә баяғы, кеҫә яғы ла таҡыр, үҙегеҙ белмәгән ни эш бар. Мин әйтәм, был деликатес тигәндәрен, моғайын, итальяндар йә француздар уйлап сығарғандыр. Һәр хәлдә, "delicatesse" француз теленән алынған "тәмле-татлы"ны аңлатыусы һүҙ, өҫтәүенә, һирәк етештерелә торған ҡиммәт, телеңде йоторлоҡ тәмле, гел ашағы килеп кенә торған һайландыҡ, нәзәкәтле ризыҡ икән ул. Ниндәй ризыҡтан эшләнеүенә ҡарап, ит, балыҡ һәм диңгеҙ продукттары, сыр, бәшмәк, кондитер һәм башҡа төр деликатестар була икән.
Беҙ бөгөн һүҙҙе үҙебеҙҙә эшләп сығарылған - Башҡортостан ит деликатесы тирәләй алып бармаҡсыбыҙ. Һәм бында шуныһы иғтибарға лайыҡ: ундай "шәп" ризыҡ әллә ҡайҙа Францияла ла, Италияла ла түгел, ә прәме эргәлә генә, Стәрлетамаҡ районы "Рощинский" акционерҙар йәмғиәтендә етештерелә икән дә ул, шуны белә инегеҙме? Тимәк, Рощинский деликатесы! Нисегерәк яңғырай! Тик бына... ни бит әле, ниндәй сеймалдан етештерелгәнен генә аңламайыраҡ ҡалдым: 3 кг иттән ... 46 кг деликатес етештерелгән һәм уға "Камадор ҡабымлығы" тигән атама сәпәлгән. Бына һиңә "тәмле" ризыҡ! Иттән башҡа бөтәһе лә бар унда. Әҙерәк кенә башты эшләтеп алырға кәрәк булыр: 3 кило иттән уға ҡарағанда 15 тапҡырға күберәк, йәғни 46 кило әҙер продукция килеп сыҡҡан. Тимәк, әҙҙән генә лә - күп һәм, дөрөҫөрәге, юҡтан бар булған ризыҡ тигәнде аңлата түгелме был ашанты?
Бының ише юҡтан бар килтереп сығарыусы предприятиелар беҙҙә берәү генә түгел икән, гонаһ шомлоғо! Өфө районының Жуков ауылындағы Яуаплылығы сикләнгән (үәт, статусты дөрөҫ биргәндәр!) Уралагро ойошмаһы шулай уҡ "Дары Урала" ҡымыҙы"ның нимәнән килеп сығыуын хатта үҙҙәре лә аңлата алмай, ти. Ысынлап та, ҡулланыусылар алдында енәйәткә тиң яуапһыҙлыҡ бит был!
Шундай уҡ "тәртиптә" аҙыҡ-түлек етештереү технологияһын тупаҫ боҙоусы "Өфө ит-консерва комбинаты" яуапһыҙлыҡ буйынса өсөнсө урында килә икән. Улар "Майлы сусҡа ите эмульсияһы" тигән продукциялары хаҡындағы электрон документта был ризыҡтың, әгәр шулай әйтергә яраһа, нимәнән эшләнгәне тураһында бер ниндәй ҙә белешмә бирмәүҙе хуп күргән, сөнки сеймал составы, күрәһең, хужалыҡ эсендә ҡаты сер булараҡ һаҡлана. Юҡҡа ғына йәшереп маташалар, хәҙер ҡулланыусы мәғлүмәти яҡтан бик яҡшы хәбәрҙар: улар колбаса һәм башҡа, шулай әйтергә яраһа, "деликатестар"ҙың нимәнән, нисек эшләп сығарылыуын, сеймал төрҙәре күләмен процентына тиклем иҫәпләп, етештереү конвейырының башынан алып аҙағына тиклем һөйләп бирә ала.
Бына, мәҫәлән, халыҡта иң сифатлы иҫәпләнгән "Доктор" колбасаһын ғына алайыҡ. Ул нимәнән хасил? Май - 12 процент, аҡһым - 10, тоташтырыусы туҡыма (кимерсәк бәйләүестәре, коллаген) - 5, йомортҡа меланжы - 3, фосфаттар, нитриттар, глютамат һәм башҡа өҫтәмәләр - 3, киптерелгән һөт - 2, шәкәр - 1 һәм, ниһайәт, һыу 63 процент тәшкил итә! Колбаса, сарделька һәм сосискаларҙа таҙа аҡһым түгел, ә икенсел аҡһым, йәғни үҫемлек аҡһымы, киҫентеләр, тире, тарамыш кеүек өлөшсәләр һәр төрлө юлдар һәм тәмләткестәр менән эшкәртелеп ҡулланыла. Ә бына теләһә ниндәй колбасалағы ит миҡдары - беҙҙең өсөн йомаҡ булып ҡала килә. Уны күрһәтеүҙе ГОСТ талап та итмәй, һәм был, тәбиғи, һәр төрлө мутлыҡтарға, технологияны тупаҫ боҙоуҙарға юл аса һәм шул арҡала сифатһыҙ ғына түгел, бәлки ҡулланыусы һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүефле "ризыҡ" ты һатыуға сығарырға сәбәп була.
Әйткәндәй, баяғы яуапһыҙлыҡ лидерҙары - Рощинский, Уралагро ойошмалары, Өфө ит-консерва комбинаты етәкселеге ғәфү иткеһеҙ мутлыҡтары өсөн илдәге дөйөм яуапһыҙлыҡ шарттарында еңелсә ҡурҡыу менән генә ҡотолоп ҡала, йәғни, иҫкәртеләләр, йәнәһе. Баштан һыйпауҙың бер ниндәй ҙә тәрбиәүи һөҙөмтәгә килтермәүен, киреһенсә, артабан тағы ла ҙурыраҡ енәйәттәргә юл асыу ихтималлығын яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә, РФ Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин әйтмешләй, ундайҙарға аҡсалата яза биреп, ҙур штраф түләтеү тәртип булдырыуҙың иң тиҙ һәм йоғонтоло юлы булыр ине.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА