«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШ ҠАЛАЛА НИҘӘР БАР?
+  - 

Әлбиттә, яҡшы, ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙән башлағы килә. Өфө һәүетемсә йәшәй, юбилейын ҡаршыларға әҙерләнә кеүек. РФ Президенты В.В.Путин яңыраҡ ҡына Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстан вәкилдәрен 2024 йылда Өфөлә үткәреләсәк Рәсәй - Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенә арналған ХХ төбәк-ара форумға саҡырҙы. Ил Президенты шулай уҡ киләһе йыл Өфөлә тағы бер оло сара - "Рәсәй - спорт державаһы" йыйыны үткәреләсәге хаҡында ла хәбәр итте.

Ә бит баш ҡалабыҙҙа быйыл ғына ла әллә күпме халыҡ-ара кимәлдәге саралар булып үтте: "Китап байрамы" йәрминкәһе, "Әйҙә, уйнарға!" Бөтөн Рәсәй фестивале, Х Рәсәй - Беларус форумы, II Халыҡ-ара "Башҡорт аты" йыйыны һәм башҡалар. Тимәк, баш ҡалабыҙ киң ҡоласлы халыҡ-ара саралар майҙаны булып танылыу яуланы; тимәк, Башҡортостанға мөһим ойоштороу эштәрен ышанып тапшырырға мөмкин, тигән баһа был. Заманға ярашлы яңыра, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлә: Спорт көрәше үҙәге, Бокс үҙәге, Студенттар кампусы, торлаҡ йорттар, күперҙәр, юлдар һәм башҡалар...
Әйткәндәй, һуңғы ваҡыт баш ҡала яңылыҡтары блогына күҙ йүгерткәндә, әлеге мөһим төҙөлөштәр хаҡындағы хәбәрҙәр менән бер рәттән, ниндәйҙер аттракциондар тураһында мәғлүмәттәр күҙҙе сыбарлай башланы. Күптәнге, 5 августағы бер хәбәр иғтибарҙы йәлеп итте: Екатеринбург инвесторы А.Зорин Өфөлә 150 миллионға "Күҙәтеү башняһы" төҙөргә ниәтләй, тип хәбәр иткән баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Күрәһең, был ниәт барып сыҡмаған, ахыры, сөнки әле, 12 ноябрҙә, РБК сайтында ниндәйҙер Мәскәү фирмаһының Өфөлә "Күҙәтеү ҡуласаһы" менән карусель ҡуйырға ниәтләүе хаҡында һүҙ бара. Баш әйләнде был "тәгәрмәс"тәргә ултырмаҫ борон... Ысын булһа, быныһы Өфөләге өсөнсө ҡуласа-тәгәрмәс булмаҡсы, һәм ул яңыраҡ төҙөкләндерелгән Ағиҙел ярында урын аласаҡ, тиҙәр.
Ә уларҙың элеккеләре - М.Ғафури ял һәм мәҙәниәт паркы менән Менделеев урамындағылары ни хәлдәләр икән һуң? Бер заман уларҙың "Ирәмәл" сауҙа үҙәге янындағыһын хужаһы 67 миллионға һатмаҡсы булып, аттракцион туҡтатылып та торғайны, булһа кәрәк. Ярай, ҡала бюджетына һуҡһа, һуғалыр ҙа, тик ял итергә һәм баш ҡалабыҙға бейектән күҙ һалырға яратыусыларға берүк имен-аман күңел асырға яҙһын, юғиһә, ҡайҙалыр бындай хәүефле ҡуласаларҙың ауып, йә әйләнеүҙән шып туҡтап, фажиғәгә килтергән осраҡтары ла булманы түгел бит.
Күңел асыу, ял, спорт - былар, һис һүҙһеҙ, кәрәк ҡала тормошонда, тик бөгөн бөтәһенән дә бигерәк ҡалабыҙға элеккеләй гөрләп торған завод-фабрикалар ҙа кәрәк, сөнки беҙ бит хәҙер сит ил тауарҙарын уларҙан һатып алмай, үҙебеҙ етештерергә һүҙ ҡуйыштыҡ түгелме, йәмәғәт? Әллә беҙ һаман да шул Ҡытай тауарына ымһынабыҙмы? Ҡала халҡына эш урындары ла кәрәк бит! Юғиһә, КП Өфө сайты хәбәр итеүенсә, "аналитиктар Өфөнөң Октябрь районы эшһеҙҙәр һаны буйынса иң тәүге урында килә," тип иҫәпләй. Сентябрь мәғлүмәттәре буйынса, унда 905 кеше, ә Калинин районында 591 һәм өсөнсө урындағы Киров районында 565 эшһеҙ кеше көн күрә. Ә эшһеҙлек нимәгә илтә икәне барыбыҙға ла яҡшы мәғлүм. Тәбиғи, эскелек. Эше булмаһа ла, "ашы" бар, тимәк, бәғзе берәүҙәрҙең. Шулайҙыр шул, халыҡ бит кредитҡа йәшәп күнекте бер талай. Рәсәйҙәге банктар алдында бурыслыларҙың 42,5 миллионы бер үк ваҡытта өс һәм унан күберәк кредит алған. Уны нисек түләйҙәрҙер, түләйме-юҡмылыр - әммә уларҙың хәле баяғылай, ҡуласа-тәгәрмәс эсендәге кейек хәлендәлер. Ҡараһаң, урам тулы машина. Эксперттар иҫәпләүенсә, автомобиль һатып алыусыларҙың 90 проценты әлеге лә баяғы кредит менән бәйле. Машиналарҙың күплеге бер ҙә яҡшыға килтермәй: уны йөрөтә белгәне лә, белмәгәне лә рулгә ултыра. Ярай ҙа айыҡ аҡыл менән ултырһа... Әйткәндәй, Өфө Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала БР буйынса ЮХХДИ-ның Юл-патруль хеҙмәте Өфө ҡалаһы урамдарында киң ҡоласлы рейд-операция үткәргән. Һөҙөмтәлә 697 транспорт сараһы тикшерелә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 97 осрағы асыҡлана, эскән килеш рулгә ултырған 12 водитель тотола. Шундай әҙәмдәр арҡаһында ла инде ноябрҙең тәүге ун көнөндә Өфө урамдарында 6 кеше (шуларҙың икәүһе балалар) машина менән бәрҙереп кителә һәм һәләк була. 11 ноябрҙә, мәҫәлән, йәйәүле үтә торған законлы урында (зебра һыҙыҡлы) шәп тиҙлектә килгән машина 49 йәшлек ҡатынды шундай көс менән бәрҙертә, хатта ки меҫкен ҡатынҡайҙың кәүҙәһе бер-ике метрҙай бейеклеккә осоп, ергә килеп төшә... Руль артындағы ирҙең махсус билдә янында ла тиҙлеген кәметмәүенә шаһит булған кешеләр бындай ҡот осҡос хәлдән шаҡ ҡата...
Баш ҡала проблемалары күп һәм төрлө, әлбиттә, айырыуса водителдәр һәм йәйәүлеләр тарафынан юл-хәрәкәт ҡағиҙәләрен күрәләтә боҙоуҙар, эске тәртип хәлдәре, урамдар һәм йорт алдарының бысраҡлығы, ҙур-ҙур күләүектәр, ир-аттың ғына түгел, уларға эйәреүсе үҫмерҙәрҙең шаҡшы итеп һүгенеүҙәре бер ҙә генә баш ҡала йөҙөн йәмләмәй. Таҙалыҡ, тигәндән, һуңғы ваҡыт айырыуса бысраҡлыҡ, сүп-сарға күмелеп бара ҡайһы бер ситтәрәк ятҡан биләмәләр, мәҫәлән, Сипайлово биҫтәһе. Бәләкәй эш хаҡы сәбәпле, Өфө ҡалаһында торлаҡ-коммуналь эшселәре, урам һепереүселәрҙең мәңге күпләп етешмәүе бер кемгә лә сер түгел. Баш ҡала байрамына әҙерлек сараларында ошо мәсьәләләргә лә күҙ һалынһа икән...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 231

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru