Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәй, ошо көндәрҙә сенатор һынлы сенатор тап шундайыраҡ трюк эшләп, бөтөн ғәмде аптырашҡа ҡалдырҙы. Кем ул, тиһегеҙме? Шул халыҡҡа аҡыл өйрәтеүсе юғары рангылағы чиновник инде - Силәбе өлкәһенән Федерация Советы сенаторы Маргарита Павлова. Был мәғлүмәтте ҡайһы берәүҙәр, бәлки, ишетмәгәндер ҙә. Аныҡлабыраҡ таныштырайыҡ: "Рәсәй ҡыҙҙарына юғары белем алырға кәрәкмәй, бала тапһындар!" - тигән "ҡанатлы" фраза авторы лабаһа ул, танынығыҙмы инде? Был "ҡанатлы" йөмләнең дауамы ла бар әле: "Юғары белемле йәштәрҙең артыуын туҡтатырға кәрәк, был барыбер уларҙы бер нәмәгә лә килтермәйәсәк".
Дөрөҫ, Рәсәй йәмғиәтендә юғары белемдең баһаһы төштө, тиҙәр. Ә бит бөгөн, киреһенсә, илебеҙҙең иҡтисади-социаль үҫешен тәьмин итеү өсөн белемле, уңышлы йәштәр кәрәк; мәктәп уҡыусыларын, йәш быуынды илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү бурысы ла төп мәсьәлә итеп ҡуйыла түгелме һуң? Аңлашыла, сенатор демография проблемаһын күҙҙә тота, ҡыҙҙар уҡып, белем алғансы, карьера эшләгәнсе, бала табыу өсөн уңайлы йәше үтеп тә китә, тип борсола. Ләкин Рәсәй өсөн генә түгел, ә тотош донъялағы был проблеманы хәл итеү юлдарының береһен йәш ҡыҙҙарҙы ирекһеҙләү һәм хоҡуҡтарын боҙоуҙа күреү бөгөн, ХХI быуатта, ниндәйерәк шаңдау алырға тейеш һуң? Әлбиттә, депутат бөгөнгө көндә ғаилә ҡиммәттәре, әсә һәм бала мәсьәләһе өсөн ысын күңеленән борсола, шуға ла илдә тыуымды арттырыу сараларының хатта башҡа ла килмәгән юлдарын тәҡдим итә. Ләкин демография мәсьәләһен ҡоро демагогия йә булмаһа ауыҙлыҡһыҙ эмоция менән генә хәл итеп булмауын депутат үҙе лә яҡшы аңлайҙыр, моғайын. Шул уҡ ваҡытта ул йәш ғаиләләргә пособиелар менән ярҙам программаһын да кире ҡаға, был йәштәрҙе бала табыуға дәртләндерә алмаясаҡ, ти ул. "Күптәр хәҙер, йәш ғаиләләргә күберәк пособие түләргә, фатир, машина менән тәьмин итергә кәрәк, шул саҡ балалар ҙа күберәк донъяға киләсәк, тип тыҡый, ләкин был алдаҡ юл һәм бының шулай икәнлеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тәжрибәһенән дә асыҡ күренә: унда ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам күрһәтелмәй, әммә... тыуым коэффициенты уларҙа ла һис артмай. Беҙгә яуапты рухи-әхлаҡи өлкәнән эҙләргә кәрәк", - ти сенатор Павлова.
Бер яҡтан, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә юҡ түгел, ләкин баяғы "ҡанатлы йөмлә"һе менән ул изге ниәтте өҙә һуға. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ксения Горячева ғәжәпләнеү белдергәнсә, ысынлап та, Маргарита Павлова үҙе юғары белем алған, яуаплы эштәрҙә эшләп, карьера баҫҡыстарынан күтәрелгән, шул уҡ ваҡытта ире менән өс бала үҫтерәләр. Тимәк, уның бала табыу эшмәкәрлегенә юғары белем һис тә ҡамасауламаған! Ә нишләп әле юғары белем башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға бала табыуға аяҡ салырға тейеш? Павлова ханымдың уҡымаған, наҙан ҡыҙҙарҙан бала таптырыу тәҡдимен ҡараңғы Урта быуатҡа ҡайтыу тип атаусылар ҙа бар. Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Елена Ямпольскаяның ғәҙел һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уҡырға һәм эшләргә хоҡуғы өсөн быуаттар буйы көрәш барған һәм ул еңеү менән тамамланған. Тимәк, тарихты кирегә бороп булмай, ти ул.
Тағы бер депутат, Мария Бутина, юғары белем алыу, карьераға өлгәшеү һәм ғаилә мәсьәләләрен уңышлы бергә алып барыуҙа шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты. "Белем алыу йәки һөнәргә эйә булыу ғаилә ҡороуға ҡамасаулаймы? Юҡ! Мин уҡытыусы һөнәрен һайланым, директор урынбаҫары булып эшләнем, ә әсәйем - энергетика өлкәһендә юғары класлы хеҙмәткәр, һәм беҙгә бәхетле ғаилә ҡорорға был һис тә аяҡ салманы, киреһенсә, беҙ бәхетле әсәләр", - ти ул.
Ғөмүмән, Павлованың шау-шоу ҡуптарған был тәҡдименә ҡаршы етди дәлилдәр менән сығыш яһаусылар бик күп. Мәҫәлән, фекер алышыусыларҙың береһе: "Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, юғары белем алып, аҡсалыраҡ ерҙә эшләмәһәк, ғаиләләребеҙҙе кем аҫрар?"- тигән һорау бирә. Ир-егеттәрҙең бөгөн ғаиләләге роленә ҡарата "таш ырғытыу"ҙар күпселегендә ғәҙел, тип танырға мәжбүр уҡыусылар. Эшһеҙлек, эскелек һәм ғаилә дилбегәһен тулыһынса ҡатын-ҡыҙға тапшырып ҡуйыуҙа ла шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙы ғәйепләүҙәр күп. Былары туранан-тура демографияға ҡағылмаһа ла, илдә тыуым кәмеүенә килтереүсе объектив факторҙарҙы иҫәпкә алмай ҙа булмайҙыр. Мәҫәлән, йәштәребеҙ юғары уҡыу йорттарын тамамлап, белем алып, һөнәргә эйә булып сыҡһалар ҙа бөгөн күптәре уҡыған һөнәре буйынса эш таба алмай, күптәре сауҙа, менеджмент, хеҙмәтләндереү өлкәһендә йәш ғүмерен уҙғара. Бәләкәй эш хаҡына ул торлаҡ та һатып ала алмай, ғаилә ҡороу шуға ла уйҙарында ла юҡ әлегә. Ә һуң самай ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй торған мәлдәрендә егеттәребеҙҙең бөгөн ҡайҙалығы үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм.
Демография мәсьәләһе, тыуымды арттырыу, Рәсәйҙәге күп балалы ғаиләләргә аҡсалата ярҙам РФ Президенты Владимир Путиндың даими иғтибар үҙәгендә. Ил етәкселеге был мәсьәләне барыбер ҙә төбәктәрҙә халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыуҙа, социаль программаларҙы бойомға ашырыуҙа күрә. 2030 йылға илдә халыҡ һанын арттырыуҙың тотороҡло үҫеше тәьмин ителергә тейеш, тигәйне Владимир Путин 2020 йылда уҡ әле халыҡҡа ярҙам саралары буйынса Дәүләт советы ултырышында. Үкенескә, Росстаттың бөгөнгө иҫәпләүҙәренән сығып, 2030 йылға яңы төбәктәрҙе иҫәпкә алмайынса, Рәсәйҙә халыҡ һаны 3 миллионға кәмеүе ихтимал, тип фаразлай. Сәбәптәре - тыуым кимәленең кәмеүе, өлкән йәштәгеләр һаны артыуы. Нисә генә ҡабатлаһаң да, халыҡтың тимәк, тыуымдың да кәмеүе илдең иҡтисади үҫеш кимәленә бәйле.
Әйткәндәй, быйылғы тыуым кимәле 1999 йылдан алып иң түбәне буласаҡ. Ғаиләләрҙә тыуымды арттырыу өсөн икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн дәүләт сығымдарын байтаҡҡа арттырыу ғына, ихтимал, һөҙөмтә бирер, ти Иҡтисади сәйәсәт институтының ғилми хеҙмәткәре Игорь Ефремов. Әлбиттә, Маргарита Павлованың, йәштәрҙең мәлендә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, илдә тыуымды арттырыуға өлөш индереүҙәре уларҙың рухи-әхлаҡи кимәленә бәйле, тигәне менән килешергә лә булыр ине кеүек, ләкин бөгөн, ғалимдар раҫлауынса, йәш быуын рухи йәһәттән һуңыраҡ өлгөрә. Мәҫәлән, бөгөнгө 20 йәшлек ҡыҙ һәм егеттәрҙең шәхес булараҡ үҫеш күрһәткесе үҫмерлек йәшенә тура килә. Ә һеҙ, Маргарита, үҙҙәре лә әле балалыҡтан сығып бөтмәгән ҡыҙҙар-егеттәрҙе бала табып тәрбиәләргә өндәйһегеҙ...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА