Дөрөҫлөк яҡлы булыу - көнүҙәк бөгөн. Был сәнғәттә лә сағылыш таба хәҙер. Ошо көндәрҙә М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт төбәк драма театрының баш ҡалабыҙ халҡына тәҡдим иткән спектакле тап шундайҙарҙан булды. "Z осоро" ("Время Z") спектаклен М. Ғафури исемендәге БАДТ-тың Бәләкәй залында ҡуйҙылар.
Был спектакль Рәсәй яҙыусылар союзының Ырымбур төбәк бүлексәһе рәйесе, шағир Виталий Молчанов әҫәренә нигеҙләнеп ижад ителгән. Әҫәрҙең үҙәгендә - бына инде нисәмә йылдар аяҙ күк йөҙөн күрмәгән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Украина халҡы. Шағир үҙ күҙҙәре менән күргән, үҙ ҡолаҡтары менән ишеткән дөрөҫлөктө һөйләй. "Бер кеше башҡа телдә һөйләшкәне, башҡа милләттән булғаны өсөн икенсеһенең уны рәнйетергә, ҡыйырһытырға хаҡы бармы?" - тигән һорау, бына һигеҙ тиҫтә йылға яҡын арауыҡ үткәс, яңынан кешелек алдына килеп баҫа. Ә ни өсөн был һорау әленән-әле кире ҡалҡып, кешелекте ҡот осҡос ҡорбандарға этәрә тора һуң? Был турала ла шағир фекер төйөнөн һүтә, "Бер ҡасан да ҡабатланмаһын" тигән ваҡиғаларҙың беҙҙең заманда ла ысынбарлыҡ булыуын күрһәтә. "Был проектыбыҙ Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамын алды, шуға уны илебеҙҙең төрлө ҡалалары буйлап күрәһәтәсәкбеҙ. Ырымбур тамашасыһына 21 июндә тәҡдим иткәйнек, яңыраҡ Һамарҙа булды, бына әле Өфөлә, артабан Силәбе, Екатеринбург, Магнитогорск ҡалаларына юлланабыҙ. Береһен дә битараф ҡалдырмаҫ ауыр хәл-ваҡиғаларға арналған был шағир йөрәгендә тыуған әҫәр. Спектаклдә 20-гә яҡын артист ҡатнаша, һөйләүсе ролендә Максим Меденюк. Бындай сәхнә әҫәрҙәре ҡуйылырға һәм күрһәтелергә тейеш, сөнки бөгөн илебеҙҙең, тимәк, беҙҙең яҙмыштар шундағы яу ҡырында хәл ителә", - ти М. Горький исемендәге Ырымбур дәүләт төбәк драма театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Рифҡәт Исрафилов.
Шағирҙың "Донецк" поэмаһынан өҙөктәр, махсус хәрби операцияға һәм Украинала барған ваҡиғаларға арналған шиғри шәлкемдәре яңғыраны сәхнәлә. Уларға моң-һағышлы йырҙар, актерҙарҙың бейеүҙәре, хәрәкәттәре үрелеп барҙы. Яу ҡырына юлланған ирҙәрен ебәрмәҫкә ынтылған ҡатындар, батыр ул-ҡыҙҙарының ҡара хаттарын алған әсәләрҙең һыҡтауы, бер ғәйепһеҙ балаларҙың ғүмере өҙөлөүенә шаһиттарҙың әсе күҙ йәштәре, туғанына ҡаршы ҡорал күтәрергә мәжбүрҙәрҙең трагедияһы - барыһы ла сағылыш тапты. "Спектакль донъяға ҡарашымды ҡырҡа үҙгәртмәһә лә, һәр кем үҙ иленең патриоты булырға, Ватаны ҡайҙа булыуын онотмаҫҡа тейеш, тигән хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө. Бындай сәхнә әҫәрҙәре мотлаҡ ҡуйылырға тейеш һәм унда илебеҙҙең киләсәге булған йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә кәрәк. Һәр кем үҙенсә һығымта яһар, кемгәлер файҙаһы тейер", - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжының 1-се курс студенты Әмир Ғималетдинов.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Урыҫ халҡының "Моя хата с краю" тигәне һәр кемдең булмышына һеңеп, күрше-күләнде күрмәҫкә, урамдағын ишетмәҫкә, бейек ҡоймалар артына йәшеренеп йәшәргә күнеккән замандың аҫтын-өҫкә әйләндерер ваҡиғаларға шаһитбыҙ бөгөн. Уларҙың яҡшымы, дөрөҫмө, әллә юҡмы икәнен бынан бер нисә тиҫтә йыл үткәс, баһаларҙар. Шулай ҙа Ер йөҙөндәге тыныслыҡ, ғәмһеҙ бала саҡ хаҡына битарафлыҡтан арынған, "Z осоро"н кисергән быуын беҙ.
Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА