«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШҠЫУАР ЯҘМАЛАРЫ, ЙӘКИ НИМӘНӘН ҠУРҠЫРҒА ЯРАМАЙ?
+  - 


Рубриканың сираттағы ҡунаҡтары - ысын мәғәнәһендә заман башҡорттары. Уларға ҡарап башҡорт булғы килә. Уларға ҡарап, милләтең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Сая рухлы булыуҙары менән бергә, донъяға йәштәрсә прагматик ҡарашлы улар, үҙҙәренең кем һәм ни өсөн йәшәгәнлектәрен яҡшы аңлайҙар. Иманлы, намыҫлылар. Йәшәү рәүештәре - айыҡ, маҡсаттары - аныҡ. Бер юлы бер нисә һөнәр үҙләштерә, бер нисә йүнәлештә эшләй алалар. Уңыш ғәли йәнәптәре улар менән Һеҙ тип һөйләшәлер ҙә, ниндәйҙер дәғүәләр белдерергә лә тартыналыр кеүек. Рухлы, заманса фекерләй белеүсе эшҡыуарҙар, алдынғы ҡарашлы милләттәштәребеҙ - Ислам ТӨХВӘТУЛЛИН Һәм Илнур НИҒМӘТУЛЛИН менән әңгәмә - эшҡыуарлыҡ һәм уның нигеҙҙәре хаҡында.

Ислам, тәүге һорауым - һиңә. Бөтә Башҡортостандың күҙ алдында үҫтең. Ниндәй йүнәлеш менән китһә лә - фәнме, етәкселекме, сәйәсәтме - Ислам ҙур үрҙәр яулар, тип, беҙ һинән күп нәмә өмөт итә инек. Ә һин, 22 йәшеңдә өлгәшкән ярайһы ҙур карьераңды, Мәскәүҙе, Өфөнө ташлап, Ишембайға ҡайттып киттең дә, эшҡыуарлыҡҡа тотондоң...

Ислам:
Тормошта, ҡыҙғанысҡа күрә, бөтә нәмә лә логикаға бойһонмай. Кадет корпусына уҡырға ла мин хәрби кеше булырға теләп барғайным. Әҙме-күпме уҡығас та аңланым: хәрбиҙәрҙең азатлығы юҡ. Унда бөтә нәмә хәрби Устав буйынса: кейемең дә, атлауың да, һөйләшеүең дә, аралашыуың да. Иң мөһиме - унда фекер азатлығы юҡ, хәрби структуралағы һәр кем иерархия буйынса кемгәлер буйһона. Өләсәйемдең әкиәттәрен тыңлап формалашҡан рухымдың ғүмер буйы кемгәлер буйһоноп йәшәгеһе килмәне һәм мин бала саҡ хыялымдан баш тарттым. Кадет корпусында уҡығаныма үкенмәйем. Унда мин үҙемә ышанырға өйрәндем - егет кеше өсөн ул иң мөһим сифаттарҙың береһе. Уҡырға ҡайҙа барырға, ниндәй һөнәр һайларға белмәй, Берҙәм дәүләт имтихандарын ете фәндән тапшырҙым, унда физика ла, тарих та, рус әҙәбиәте менән башҡорт теле лә бар ине. Байтаҡ уйланғандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын һайланым. Унда уҡыуым да, магистратуралар ҙа күп нәмә бирҙе - киң йәмәғәтселек, кешеләр менән эшләргә өйрәндем. Был сифатым - әлеге эшемдең нигеҙе. Ишембайға ҡайтыуым нимәнелер ташлап ҡайтып китеү йә осраҡлылыҡ түгел - уйланылған аҙым. Бөгөнгө замандың мөмкинлектәре ҙур: Ишембайҙа йәшәйһеңме һин, берәй утрауҙамы - бизнесыңды бөтә Рәсәй буйлап йәйелдерә алаһың. Ҡабул итәһегеҙме-юҡмы, уныһы һеҙҙең эш, беҙ, йәштәр, шулайыраҡбыҙ: кәрәк икән, 180 градусҡа икеләнеүһеҙ борола алабыҙ. Тормош йәштәрҙән шуны талап та итә хатта. Үрҙә әйткәнемсә, логикаға бойһонмаған нәмәләр күп тормошта.
Илнур: Эйе, бөтә нәмә лә логикаға бойһонһа, мәктәптә уҡыған йылдарҙағы отличниктарҙың барыһы ла ҙур кешеләр булып бөтөрҙәр, ғалимдарҙың, уҡытыусыларҙың, врачтарҙың эш хаҡтары ҙур булыр ине, күп эшләгән кеше күп аҡса алыр ине...

Ишембайға ҡайтыуыңды экономик йәһәттән дә үҙалылыҡҡа ынтылыу, тип аңларға кәрәкме?

Ислам:
Йәш егеттең ниңә иҡтисади үҙаллылыҡҡа ынтылыуы аңлашылалыр: кеҫәңдәге аҡсаңдан тыш, "һаҡлыҡ финанс меңдәрең" булыуы һинең күп проблемаларыңды хәл итә. Мин бит студент йылдарында аҡсаны вайндар төшөрөп тә эшләп ҡараным. Ул да - иҡтисади үҙ аллылыҡҡа ынтылыуҙың бер алымы ине. Эшҡыуар булып китеүем ситтән ҡарағанда ғына яңылыҡ кеүек күренәлер, минең өсөн ул яңылыҡ түгел - эҙләнеүҙәремдең, үҙ-үҙемде табырға тырышыуымдың һөҙөмтәһе.

Үҙеңде эшҡыуарлыҡта таптың инде, тимәк?

Ислам:
Эйе. Бында мин азат: күңелем нимә теләй, күпме теләй, шуны эшләй алам. Ғаиләм мохтажлыҡ кисермәй, туғандарыма ярҙам итәм, үҙем теләгән проекттарҙың бағыусыһы булыу мөмкинлегем бар. Бала саҡтағы хыялым да бизнесмен булыу ине, әммә "нәҫелдә булмағанды", "бизнесмендарҙың барыһы ла урлаша" тигәнерәк һүҙҙәр менән был теләгемдән һүрелдергәйнеләр.

Илнур, ә һинең эшҡыуарлыҡҡа китеүең менән Ишембай биатлоны тағы ла бер чемпионын юғалтманымы?

Илнур:
Эйе, спортта миңә ниндәйҙер өмөт бағларлыҡ мөмкинлектәрем, әҙерлегем бар ине. Һәр хәлдә, үҙемде профессиональ спортта күрә инем. Маҡсаттарым да, һөҙөмтәләрем дә бар ине. Әммә спорттағы Илнур - күберәк атайымдың өмөтө. Тәүге тренерым да атайым булды. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ ике ҡала араһында өҙгөләндем, хатта армияла хеҙмәт иткәндә лә ярыштарҙа ҡатнаштырыу өсөн бер частан икенсе часҡа йөрөттөләр. Бер генә базаға беркетелеп, ярыштарға бер ҡала өсөн генә йөрөрлөк спонсорым булманы. Ә профессиональ спорт, һиңә аҡса килтерә башлағанға тиклем, әҙерлек осоронда ҙур сығымдар талап итә. Үҙемде тулыһынса спортҡа бағышларға, бәлки, ана шул финанс яғынан үҙ аллы булмауым, шул арҡала өҙгөләнеүҙәрем ҡамасаулағандыр. Тәжрибәм дә етмәгәндер. Эшҡыуарлыҡҡа китһәм дә, спорттан айырылманым. Спорт - иң ышаныслы партнерым, спорт залы - ял итеп, энергия алып ҡайта торған утрауым. Эшҡыуарлыҡта ла тәүге аҙымымды тап спортсылар өсөн фитнес-клуб асып башланым.

Ә күңелегеҙгә ниндәй юл яҡыныраҡ: яратҡан эшегеҙ һәм шуның өсөн көндәлек теләктәрегеҙҙе ҡәнәғәтләндерерлек эш хаҡымы, әллә күп аҡсалы, әммә күңелегеҙгә ятмаған эшме?

Ислам:
Яратҡан эш - ярты бәхет, тиҙәр. Яратҡан эш - йән рәхәте, тигәне лә бар мәҡәлдең. Психологтар ҙа: "Яратҡан һөнәреңде һайлаһаң, эшкә байрамға йөрөгән һымаҡ йөрөйәсәкһең", - тип кәңәш бирә. Әммә тормошта эштәрен яратмағандар күберәктер, моғайын. Йәнең теләгән эшең һиңә матур итеп ғаиләңде ҡарарлыҡ, балаларыңа лайыҡлы киләсәк төҙөрлөк табыш килтермәй икән, "был эш миңә оҡшай" тип, йән аҫрар өсөн генә ул эштә ҡалып булмай бөгөн. Һәр кем матур йәшәргә, өй төҙөргә, фатир алырға, ғаиләһе менән диңгеҙгәме, сит илгәме барып ял итеп ҡайтырға хыяллана һәм, шул хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн, аҡсалыраҡ эш эҙләй. Рәссамдарҙы ғына алайыҡ әле. Уларҙың күңеленә ятҡан эш - һүрәт төшөрөү, ләкин рәссамдарҙың күпселеге ошо эш менән үҙ тамаҡтарын да туйҙыра алмай. Үҙ оҫтаханаһын асыу, шәхси күргәҙмәһен ойоштороу өсөн генә лә уға күпме аҡса кәрәк! Уларға ла йәш ваҡыттарында күп аҡсалы эштә эшләп, бол тупларға тырышыу отошло, сөнки аҡсаңды яратҡан эшеңә инвестициялап була.
Илнур: Кеше яратҡан эше ме нән шөғөлләнергә тейеш, тип уйлайым мин шулай ҙа. Йә осраҡлы ғына һайлаған һөнәрен дә яратырға тырышырға тейеш. Мин, мәҫәлән, спорт менән бәйле сығымдарҙы ҡаплар өсөн генә өйҙән - өйгә, офистан офисҡа компьютерҙар йүнәтеп йөрөнөм, сайттар төҙөнөм. Төҙөлөштә лә эшләнем. Эшләй-эшләй төҙөлөш эше миңә шул тиклем оҡшап китте, тора-бара эшемдән өҫтәмә килем алыу, ҙур төҙөлөш компанияһы тураһында хыяллана башланым. Хыялымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге үҙенән-үҙе килеп тыуҙы: ҙур ғына төҙөлөш компанияһы етәксеһе иғлан буйынса сайт эшләтеү һорауы менән мөрәжәғәт итте. Мин эшләнем, ул эшемде оҡшатты һәм үҙенә эшкә саҡырҙы. Техник-программист булып башлағайным, компания етәксеһенең ярҙамсыһы булып киттем. Бөгөнгө бизнесым төҙөлөш менән бәйләнгән, ул эштең бөтә нескәлектәрен белеү, төҙөлөшкә булған бөтә талаптарҙы өйрәнеү миңә ныҡ ярҙам итә - эшем хәҙер миңә эшләй, табыш килтерә. Кеше үҙен эҙләргә һәм үҙен яратҡан эшендә табырға тейеш. Яратмағаны ғына түгел, хатта яратҡан эшең дә арыта. Яратҡанының ауырлыҡтарын еңеүе еңелерәк, сөнки беләһең: ямғырҙан һуң барыбер ҡояш сыға.

Бизнесмен булып киткәндән һуң үҙгәрҙегеҙме? Үҙгәрһәгеҙ, ниндәй яҡҡа?

Илнур:
Үҙгәрҙек, әлбиттә. Яҡшы яҡҡа үҙгәрҙек. Үҙебеҙ ҙә, йәшәү рәүешебеҙ ҙә үҙгәрҙе. Һәм ул шулай булырға тейеш тә. Эш режимына, аралашҡан мөхитенә ярашлы һәр кем үҙгәрә: һин спортта икән, йәшәү рәүешең - бер төрлө, уҡытыусы йә артист икәнһең, бөтөнләй башҡа режимда йәшәйһең. Бында мин эшләгән эш шарттарына ярашлы үҙгәреүҙе генә күҙ уңында тотмайым, кеше маҡсаттарына ярашлы үҙгәрергә тейеш.
Ислам: Эшҡыуарҙың иң тәүҙә фекерләү кимәле үҙгәрә, сөнки һин бында үҙеңә үҙең хужа. Ваҡытың тар, әммә һин күп ҡыҫымдарҙан азатһың. Ә азатлыҡ һәр кемде үҙгәртә. Арҡа һабағың ныҡ булһа, үҙгәреш тик ыңғай яҡҡа буласаҡ. Донъяны аңлап белеүең, ҡуйған маҡсаттарың дөрөҫ түгел икән, түбән тәгәрәүең дә ихтимал. Был йәһәттән беҙҙең иманыбыҙ ныҡ, шуға күрә йәшәү рәүешебеҙ, йәшәү кимәлебеҙ, аралашыу даирәбеҙ үҙгәргән осраҡта ла ҡиблаларыбыҙ үҙгәрешһеҙ ҡалды, тип әйтә алам.

Ә мәктәп йылдарында ниндәй инегеҙ, кем булырға хыяллана инегеҙ? Хыялдарығыҙ тормошҡа аштымы?

Илнур:
Бәләкәй генә сағымда, бөтә малайҙар кеүек үк, летчик булырға хыялланғайным, ҙурая төшкәс, ул уйыма әллә ни әһәмиәт бирмәнем. Мин йәшәгән мөхит менән уртаҡлығы булмаған уй тиҙ башымдан сыҡҡандыр. Бизнесмен булыу теләген тормош үҙе уятты, шуға ул теләк үҫеп, хыялға әйләнгәндер. Атайым автомеханик ине, гаражда мең төрлө асҡыс, гайкалар, шайбалар. Бергә уйнап үҫкән малайҙарҙың велосипедтары боҙолдомо, йүнәтергә тип беҙгә киләләр. Тора-бара мин велосипед йүнәтергә оҫтарып киттем һәм күрһәткән хеҙмәтем өсөн аҡса ала башланым. Үҫкәс, үҙемдең эшем буласаҡ, тигән уй шул саҡта нығынды. Бизнесмен булғым килде - булдым, утрауҙа йәшәп ҡарағым килде - йәшәнем, океан күргем килде - барып күрҙем.
Ислам: Бәләкәйҙән тарих, сәйәсәт, ғилем, дин, ниңә тап башҡорт булыуым менән ҡыҙыҡһынып үҫтем һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙарым өләсәйем менән бәйле. Һөнәре менән ул башланғыс класс уҡытыусыһы ла булғас, минең ҡыҙыҡһыныуҙарымды, ниндәйҙер түңәрәктәргә йөрөмәһәм дә, күрә, аса, үҫтерә белде. 3-сө класта "Урал батыр" эпосын ятлай башланым. Кадет корпусында артабанғы тормошомда ҙур роль уйнаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙы етәкселегендә башҡорт донъяһына инеп киттем: "Урал батыр" эпосын тулыһынса ятлап, республика йәш сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яуланым, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаштым. Әүҙемлегем оло класс уҡыусыларына оҡшамағандыр инде, күрәһең, улар мине "осрашыу"ҙарға саҡыра башланылар. Ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек күрһәм, ололарҙы (армия теле менән әйткәндә, "дед"тарҙы) икәүҙән-икәү һөйләшеүҙәргә үҙем дә саҡыра торғайным. Ундай ерҙәрҙә, билдәле, көсөңдө йоҙроҡ менән иҫбат итәһең, шуға мин дә ҡул һуғышы секцияһына йөрөнөм. Бер аҙҙан тренер мине ярыштарға ала башланы. Тәүге ярышта уҡ үҙемдән өлкәнерәк, тәжрибәле спортсыларҙы еңеп ҡайттым һәм шунда бер нәмәне аңланым: еңеү өсөн көслө булыу ғына етмәй, мотивация һәм үҙ-үҙеңә ышаныс кәрәк. Артабанғы бөтә уңыштарым ошоно аңлауҙан килгәндер, тип уйлайым хәҙер.

Кеше үҙ ғүмерендә, исмаһам, бер тапҡыр нимә эшләп ҡарарға тейеш?

Ислам:
Оҡшаған һөнәренә табан бер аҙым эшләп ҡарарға тейеш. Ул эш һиңә ысынлап та оҡшай икән, артабан үҫергә, камиллашырға. Оҡшамай икән, үҙеңде икенсе өлкәлә һынап ҡарарға мөмкинлектәр күп, тик үҙеңә ҡул һелтәп ҡуйырға ғына ярамай. "Үҙ бизнесымды асырға теләгәйнем, йәш саҡта тотонорға ҡурҡтым бит", тип үкенеп ултырғансы, 1, 10, 99 тапҡыр тотоноп ҡарап, үҙен эҙләп ҡарарға тейеш кеше.
Илнур: Эйе, оҡшаған һөнәреңдә үҙеңде мотлаҡ һынап ҡарарға кәрәк. Ресторан хужаһы булғың килә, әммә бөгөн ресторан асырлыҡ мөмкинлегең юҡ икән - официант булып урынлаш та, ресторанда эшләп ҡара, ул эштең бөтә нескәлектәрен күр, өйрән. Берәү ҙә һинең ҡулыңа ресторан асҡысын килтереп тоттормаясаҡ, ул бер айҙа, бер йылда ғына юлға һалына торған бизнес та түгел. Үҙеңде һынап ҡара, кәртәләрҙән ҡурҡма, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.

Финанс көрсөгөндә ҡалғанығыҙ бармы? Ул хәлдән нисек сыҡтығыҙ? Аҡса эшләргә тотонғансы, буласаҡ бизнесмен, ашарлыҡ та аҡсаһы булмай, бер килке асығып йөрөргә тейешме?

Илнур:
Йәш саҡта, ул ваҡытта миңә 21 генә йәш ине әле, Төмән ҡалаһына барып эшләп ҡайтҡан ҙур ғына сумма аҡсамды, муттарға ышанып, юғалттым. Юғалтыу ғына аҙ әле, байтаҡ бурысҡа баттым. Етмәһә, Салауаттағы бизнесымды ла офисы менән бергә һатып ебәргәйнем - аҡса килер ер юҡ. Шул ваҡытта һынмағаныма әле үҙем аптырайым. "Аҡса ҡағыҙ ғына бит ул, иң мөһиме - үҙем, атай-әсәйем, туғандарым иҫән, һаулығым бар", - тип үҙемде йыуатып, шул хәлдән ҡотолоу планын төҙөнөм һәм Сахалинға сығып киттем. Унда башынан алып аҙағына тиклем төҙөлөш эшен өйрәндем. Бер аҙ аҡса туплап ҡайтып, Вологда ҡалаһына тағы ла аҡсалыраҡ эшкә юлландым. Вологдаға барып, миңә тәғәйен бурысты эш урынында өйрәнәм дә, Өфөгә ҡайтып эшләйем. Эшемде интернет аша Вологдаға оҙатҡас, бында үҙемдең эшемде асыу мәшәҡәттәре менән йөрөп алам. Миңә яңы объект бирһәләр, тағы Вологдаға барып киләм. Шулайтып йөрөп, бурысымды түләп бөтөүгә, команда йыйып, үҙемдең эшемде асып ебәрҙем.
Ислам: Аҡса еткерә алмай йөрөгән саҡтар булды инде. 10-сы класты тамамлаған йәйҙе әсәйем мине Себергә аҡса эшләргә ебәрҙе. Унда мин Урта Азиянан килгән егеттәр менән бер бригадала эшләп, бер йәй эсендә тормош әсеһен байтаҡ татып өлгөрҙөм. Кире ҡайтҡанда, минең үҙемә, үҙемдең мөмкинлектәремә ҡарашым үҙгәргәйне. Үҙ-үҙемә, йә уҡып кеше булаһың, йә ғүмер буйы ҡара эштә бил бөгәһең, тип әйтерлек булғайным. Миңә көслө мотивация биргән тағы бер хәлде иҫләйем. 1-2 курстарҙа уҡыған саҡта мәсеткә ифтарҙар үткәргән бай мосолмандарға өҫтәл әҙерләшергә йөрөнөм. Улар беҙгә мул итеп күстәнәсен һәм 500 һум аҡса бирә ине. Шул ваҡытта мин үҙемә: "Берәй заман мин ошо хәлдән сығасаҡмын һәм ошондай ифтарҙарҙы үҙем үткәрәсәкмен", - тинем. Аллаға шөкөр, ул ниәтем дә бойомға ашты.
Илнур: Эйе, көрсөктә күптәрҙең ҡалғаны бар һәм ул көрсөк, көрсөктән сығыу өсөн үҙе үк һәйбәт мотивация. Ҡайһы саҡта, юғарыраҡ үрләү өсөн, иң аҫҡа төшөп, көслөрәк этенергә кәрәк, тиҙәр бит. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар. Байҙарҙың ғүмер буйы комфорт зонаһында йәшәгән балалары эшҡыуар булып киткән осраҡтары бик һирәк. Улар уҙа барһа алыпһатар булалар. Көрсөктән сығыу өсөн атайыңдың малы булыу ғына аҙ - тырышлыҡ кәрәк.

Үҙегеҙгә ҡуйған иң ауыр маҡсат? Ул маҡсатҡа ирешер өсөн ниндәй юл үтергә, нимәләр эшләргә тура килде?

Илнур:
Атайым ике йәшемдә саңғыға баҫтырҙы, дүрт йәшемдә 5 километрға марафон йүгерҙем. Физик йәһәттән иң ауыры, моғайын, ошо марафон булғандыр. Уға тиклемге күнекмәләрҙе иҫләмәйем, марофонда стартҡа барып етеүе ауыр булды. Ләкин ул минең тәүге еңеүем булараҡ хәтерҙә ҡалған. 8-се класта уҡығанда спорт мастерлығына кандидат инем. 7-8 кластарҙа уҡығанда ҡыҙыҡ күреп, кәрәк күреп тә ҡул һуғышы секцияһына йөрөп алдым, әммә биатлон буйынса тренерым мине ҙур спортҡа әҙерләргә теләне һәм бер йүнәлештән икенсеһенә йүгереп йөрөп, ҙур һөҙөмтәләргә ирешеп булмауын аңлатты, һәм мин саңғы спортында ҡалдым. Атайымдың мине профессиональ саңғысы итеп күреү теләге көслө булғандыр инде, һәр көн иртән, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мәктәпкә барғанға тиклем йүгереп килеүем уның төп талабы ине. Саңғыларҙа йүгереү оҡшай, ә бына йәйге күнекмәләр оҡшамай. Шулай ҙа, йәйге күнекмәләрһеҙ уңышҡа өлгәшеп булмағанлығын аңлағанға, йәй ҙә йүгерҙем. Мине атайым шундай тормошҡа күнектерҙе һәм мин спортсмендарға тейеш булған көндәлек талаптарҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, ҙур теләк менән башҡарҙым. Ошоноң өсөн атайыма рәхмәтлемен. Берәй эш боҙһам, ул: "Саңғыларыңды һатам да ебәрәм!" - тип ҡурҡыта торғайны. Саңғыларһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, йә көндөҙ ниндәйҙер сәбәп менән күнекмәләргә сыҡмаған булһам, төндә булһа ла йүгереп килә инем. Атайым миндә характер тәрбиәләгән. Хәҙер миңә Айҙа өй төҙөү ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫын беләм, тырышлыҡ булғанда, уны ла эшләп була. Бары тик ваҡыт ҡына кәрәк.
Ислам: Канада яҙыусыһы Джон Кэхоның "Подсознание может все" китабында ошондай миҫал бар: әгәр ҙә һин ҡыҙыл машина тураһында уйлайһың икән, юлыңа ҡыҙыл машиналар йышыраҡ осраясаҡ. Маҡсатыңа ирешеү өсөн психологтар ҙа ошондайыраҡ алымдар ҡулланырға тәҡдим итә. Һәм улар, ысынлап та, ниндәйҙер көскә эйә. Эшкә бер ҡасан да "минең ҡулымдан килмәҫ инде ул" тигәнерәк негатив уйҙар, негатив энергия менән тотонорға ярамай - "минең ҡулымдан килә", "мин уны эшләй алам", "биш йылдан минең үҙемдең эшем, офисым, командам буласаҡ" һ.б. ыңғай энергияға көйләргә кәрәк. 5-се курсты тамамларға йөрөгәндә, минән бер көн: "Эшкә ҡайҙа бараһың?" - тип һоранылар. Мин ҡайҙа барыуым тураһында уйламағанмын да, ә үҙем: "Хөкүмәткә",- тип яуап бирҙем. Бөтәһе лә көлөп ебәрҙе, ә мин үҙемдең эш урынымды күҙ алдына килтереп, уйнап күрһәттем: мин унда - кәмендә бер бүлек етәксеһе. Ысынлап та, оҙаҡламай мине Республика Йәштәр Хөкүмәте рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар. Әкиәт һымаҡ тойолһа ла, был хәл булды һәм ул эш миңә ҙур тәжрибә бирҙе.

Уңышлы булыу өсөн кешегә ниндәй сифаттар кәрәк? Һеҙҙә ул сифаттар бармы? Үҙегеҙгә ҡамасаулаған ниндәй ғәҙәттәрҙән арыныр инегеҙ? Үҙеңдең хаталарыңда өйрәнеү мотлаҡмы, әллә башҡаларҙыҡындамы? Хаталар өҫтөндә эш эшләйһегеҙме?

Ислам:
Уңышлы булыр өсөн, иң тәүге сиратта тырыш булырға кәрәк. Ижад кешеһе нисек кенә талантлы булмаһын, тырышмайынса, уңышҡа өлгәшә алмай, ул хатта талант булараҡ юғалып ҡала. Һәр өлкәлә лә шулай ул. Һәр уңыштың нигеҙендә - тырышлыҡ һәм тырышлыҡ ята. Бизнеста уңышлы булыу өсөн креатив фекерләй белеү ҙә кәрәк - кеше уйларға ла ҡыймаған әйбер тураһында хыялланырға тейеш эшҡыуар һәм шул уйын тормошҡа ашырырға тотонор өсөн унан тәүәккәллек талап ителә. Ошо сифаттар миндә бар, әммә мин, бөтә башҡорттар һымаҡ уҡ, кешеләргә тиҙ ышанып барам. Бер ҡатлы уҡ булмаһам да, ихласмын, һәр башҡортҡа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙермен. Ярҙамға мохтаждарҙың күбеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмер буйы кем дәндер ярҙам көтөп ултырырға ризалар. Бындай осраҡта мине Илнур тиҙ генә ергә төшөрә һәм ундай партнерҙар, клиенттар менән мөнәсәбәттәрҙе тиҙ генә рәсмиләштереп ҡуйыу кәрәклеген иҫкәртеп тора. Хаталарыбыҙҙы күрәбеҙ икән, һинең хатаңмы ул, партнерыңдыҡымы - уныһы мөһим түгел - ултырып һөйләшәбеҙ, анализлайбыҙ, хаталар өҫтөндә эш эшләйбеҙ. Хаталар беҙҙе артабан хаталанмай эшләргә өйрәтә бит.
Илнур: Эйе, кешеләргә артыҡ ныҡ ышанып, минең бер ауыҙым беште бит инде, шуға өрөп ҡабырға өйрәндем. Үҙ хатаңда алған һабаҡ нығыраҡ әсеттерә бит, шуға онотолмай, һәр саҡ шул хатаны ҡабатламаҫҡа иҫкәртеп тора. Минең тағы үҙемә ҡамасаулаған бер яғым бар - ул ваҡытты дөрөҫ бүлмәү. Ҡайһы саҡта ул мине генә түгел, дөйөм эште тотҡарлай, шуға көнөмдө һәр ваҡыт планлаштырырға тырышам. Уңышлы булыу өсөн тағы ла позитив фекерләй белергә кәрәк, тип уйлайым. Бизнес спорт һымаҡ уҡ ярыш ул. Ярышта үҙеңде позитивҡа көйләмәһәң, тырышлыҡ менән генә булмай. Бизнесмендар бер аҙ хыялыйҙар, сөнки бизнестың нигеҙендә хыял ята, ә хыяллана белеү үҙе үк һәр нәмәгә позитив ҡараш менән бәйле. Бизнесмендар күңелдәре менән бала һымаҡ булырға тейеш: бала берәй нәмәне үрелеп алырға теләй - буйы етмәй, әммә ул осоп төшөүҙән дә ҡурҡмай - һаман үрелә, ынтыла, барыбер теләгән нәмәһен алып ҡуя. Эләгеп йығыла икән, тороп баҫа ла, илай-илай булһа ла алға атлауын дауам итә. Бара торғас, ауыртыуын да онотоп, көлөп ебәрә. Бизнеста ла шулай: йығыл, осоп төш, яңынан тороп баҫ, илай-көлә атлап кит... Тағы ла... тәртип кәрәк эшҡыуарҙарға. Тәртип, әлбиттә, һәр кемгә, һәр ерҙә кәрәк, бөтә башланғыстың нигеҙендә тәртип ятырға тейеш.

Тормош девизығыҙ ниндәй?

Илнур:
Башлаған эшеңде аҙағына тиклем еткер.
Ислам: Тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Һеҙҙең өсөн нисек килеп сыға - шулай, әммә тиҙ һәм ваҡытында эшләү мөһимме, әллә яйлап, әммә еренә еткереп, киренән эшләмәҫлек яҡшы итепме?

Ислам:
Тиҙ, ваҡытында һәм киренән эшләмәҫлек итеп. Ваҡыт шул тиклем тығыҙ һәм ул шул тиклем тиҙ үтә, нимәнелер киренән эшләп ултырырға ваҡыт юҡ. Шуның өсөн тәү эшләүҙән үк ҡабаттан эшләмәҫлек итеп эшләргә кәрәк. Илнур: Конкуренция ҙур, ундай шарттарҙа нисек килеп сыға - шулай эшләргә ярамай. Яйланыңмы, һине конкуренттарың ҡыуып етә. Килеп сыҡмай икән, ялың, йоҡоң иҫәбенә эшләп, ваҡытында еренә еткереп ҡуйырға кәрәк.

Эшегеҙҙә йә шәхси тормошоғоҙҙа кем менәндер мөнәсәбәттәрегеҙ боҙолоп китһә, араларығыҙҙы нисек көйләйһегеҙ?

Илнур:
Беҙ команда булып ойошҡан мәлдә үк һөйләшеп-килешеп ҡуйҙыҡ: әгәр ҙә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа икән, уны урынында хәл итәбеҙ. Ниндәйҙер һорау тыуһа, уны өйөңә алып ҡайтып китергә йә булмаһа айҙар буйы йөкмәп йөрөргә ярамай - тураһын әйт, тураһын һора, һәр ваҡыт һөйләшеп аңлашырға була.
Ислам: Һөйләшеп килешеп булмаған нәмә юҡ бит ул - теләк кенә кәрәк. Килеп тыуған ябай ғына аңлашылмаусанлыҡты конфликтҡа тиклем үҫтерергә теләгәндәр генә һәүетемсә һөйләшеп аңлаша алмай. Ҡайһы саҡта арып китәһең, эштән арыйһың, бер-береңдән арыйһың, ундай саҡта һөйләшеүҙе кисектереп, команда менән берәй ергә ял итергә барып киләбеҙ. Торатау башына менеп төшһәң дә бөтә негатив энергия юҡҡа сыға. Атта сабып йөрөп киләбеҙ, ҡыш - саңғыла, йәйле-көҙлө велосипедтарҙа йөрөйбөҙ - әүҙем ял итеүҙең формалары күп. Команда йә ғаилә менән ял иткәндә мөнәсәбәттәр үҙенән - үҙе көйләнә.
Илнур: Ошондай мөнәсәбәттәребеҙ - беҙҙең өсөн яҙылмаған ҡанун. Эш оҡшамаһа, нимә оҡшамай - әйт, бергәләп хәл итербеҙ, тип эшкә яңы алынған хеҙмәткәрҙәргә тәүге көндө үк иҫкәртеп ҡуябыҙ. Кешеләргә кешесә мөнәсәбәт оҡшай барыбер. Ә шәхси мөнәсәбәттәрҙә - ғәйеплеһең икән, ғәфү үтенергә, юҡ-бар өсөн тауыш сығармаҫҡа, әллә нидәй көс еткеһеҙ дәғүәләр белдермәҫкә. Ғүмер бер генә тапҡыр бирелә икәнлеген аңлар йәшкә еткәнбеҙ бит инде. Тормошто тик позитив тулҡынға көйләргә тырышырға кәрәк, шул ваҡытта ғына ул тулы, яҡты була. Мин тормошта бөтә нәмәне лә спорт менән сағыштырып өйрәнгәнмен. Спортта матур һөҙөмтәгә өлгәшер өсөн көндәлек күнекмәләр кәрәк. Күнекмәләргә ҡул һелтәп ҡарағанһың икән, уңыштарың да юҡ. Көндәлек тормошта ла шулай: матур йәшәргә теләйбеҙ икән, матур мөнәсәбәттәр булдырыр өсөн көн һайын ниндәй ҙә булһа матур эштәр эшләргә кәрәк.

Быға тиклем ҡабул иткән ниндәй ҡарарҙарығыҙҙы үҙегеҙ өсөн иң мөһиме тип иҫәпләйһегеҙ?

Ислам:
Иң мөһим ҡарарыбыҙ, моғайын, дингә килеүебеҙҙер. Ҡөрьән ул - йәшәү кодексы. Уны үтәргә беҙҙе берәү ҙә көсләп ант иттермәне, ошо тәғлимәткә аңлы рәүештә үҙебеҙ килгәнбеҙ, уны бер ниндәй икеләнеүһеҙ үтәйбеҙ, шуға беҙгә йәшәүе лә еңелерәк. Дин үҙе үк беҙҙе иманһыҙ, әҙәпһеҙ булыуҙан, насар ғәмәлдәрҙән һаҡлай.
Илнур: Ислам менән тулыһынса килешәм. Беҙҙәге күп ыңғай сифаттарыбыҙ - дин тәғлимәттәрен, намаҙлы кешегә фарыз булған ғәмәлдәрҙең барыһын да теүәл үтәүебеҙҙән: тапҡан малыбыҙ хәләл, тулыһынса айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барабыҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ, динебеҙ тыйғандарҙан тыйылабыҙ.

Аңлауымса, был өлкәлә лә һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙур. Дингә нисек килдегеҙ?

Илнур:
Байғужала беҙҙең өй мәсет эргәһендә генә ине. Мәсеткә килгән бабайҙар шунда уйнап йөрөгән бала-сағаны яратып, матур-матур теләктәр әйтеп китәләр. Беҙгә ҡыҙыҡ. Эскә саҡырһалар, беҙ ҙә инәбеҙ, уларҙы тыңлап ултырабыҙ. Икенсеме, өсөнсөмө класта уҡығанда, бер көн үлтереп ҡолағым ауырта башланы, өйҙә бер үҙем генә. Ул ваҡытта атай-әсәйгә шылтыратырға телефон да юҡ. Нимә эшләргә лә белмәй, мин бабайҙар һымаҡ сәждәгә киттем дә, Алла бабайҙан илай-илай ҡолағымдың ауыртыуын бөтөрөүен һораным. Күпмелер үткәндән һуң, ауыртыу бөттө лә ҡуйҙы. Шунан һуң әллә күпме ҡурҡып йөрөнөм: нимә эшләһәм дә Алла бабай мине күреп торалыр һымаҡ тойолдо. Уның барлығына ышаныс шулайтып инде күңелгә. Яйлап, бабайҙар менән мәсеткә йөрөй башланым, доғалар ятлап алдым, һигеҙенсе класта намаҙға баҫтым. Дин менән бәйле тағы бер нисә осраҡлылыҡ булды тормошомда. Салауатта уҡығанда ла, армияла ла мәсет йәшәгән урыным эргәһендә генә ине. Бер ҡыйынлыҡһыҙ намаҙ уҡырға мәсеткә йөрөнөм. Осраҡлыҡтар осраҡлы булмағанын йылдар үткәс аңлап беләм.
Ислам: Ә мин дингә "Урал батыр" эпосы аша килдем. Икенсе класта, эпосты тулыһынса уҡып сыҡҡас, Урал батырҙың үлеме тураһында оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Әкиәттәрҙә батырҙар үлмәй бит, ә ниңә Урал батыр үлә, тип уйлайым инде үҙемсә. Шул турала өләсәйемдән һорағас, ул миңә йән, теге донъя, был донъя, тамуҡ, ожмах тураһында һөйләне. Яйлап доғалар ятлай башланым, намаҙға шулай уҡ һигеҙенсе класта баҫтым.

Берәйһенә кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәнегеҙ бармы? Иң яҡшы кәңәште кем бирҙе? Ул кәңәште тоттоғоҙмо?

Ислам:
Иң тәүге кәңәшсем, әлбиттә, әсәйем. Йәшәй-йәшәй уны төрлө һорауҙар менән борсомаҫҡа, уның йән тыныслығын һаҡларға тырышам. Кадет корпусында уҡыған йылдарымда һәр мәсьәлә буйынса кәңәшсем - уҡытыусым Фаягөл Тимербай ҡыҙы булды. Уҡырға ҡайҙа барыу буйынса ла кәңәште унан һораным. Ул миңә бөркөттәр балаларын нисек осорға өйрәтеүҙәре тураһында кинәйәле хикәйә һөйләне лә: "Хәҙер һин ояһынан һауаға ырғытылға бөркөт. Осоп төшөп имгәнгең килмәһә, осорға үҙең өйрән - ҡанаттарың бар. Һәр кем үҙенең тормошо өсөн үҙе яуаплы", - тине. Уҡытыусымдан алған мәңге онотолмаҫлыҡ һабаҡ булды ул. Мәскәүгә уҡырға барырғамы-юҡмы тип уйланып йөрөгәндә иң кәрәк кәңәште Зәки Арыҫлан улы Әлибаев бирҙе. "Баш ҡала университеты диплом ғына бирмәй, ул - Мәскәү мәктәбе", - тигәйне. Мәскәү мәктәбе - ул бөтөнләй яңы мөмкинлектәр, үҙеңә лә, тормошҡа ла яңыса ҡараш. Ошо мәктәпһеҙ мин әлеге Ислам була алмаҫ инем. Илнур: Иң яҡшы кәңәште атайымдың дуҫтары бирҙе, тип иҫәпләйем. Эшҡыуарҙар ине улар. Йыл һайын күмәкләп Еҙем буйлап һалда йөҙөргә сығалар. Атайым мине лә үҙе менән ала ине. Уларҙың үҙ-ара дуҫлығын, бер-береһенә терәк, таяныс булғандарын күреп үҫтем. Шуға микән, ғүмер буйы шундай йылы, ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе ҡәҙерләп, үҙемдең тирә-яғымда шундай мөхит булдырырға ынтылып йәшәйем. "Һинең өсөн һинең менән бергә ҡайғырған дуҫыңа ышанма, һин өй һалғанда, һинең өсөн һинең үҙеңдән дә артыҡ шатланған дуҫыңа ышан", - тип өйрәттеләр улар мине. Элегерәк уларҙың әйткәндәрен аңлап та етмәгәнмен, шуға минең өсөн минең менән бергә ҡайғырған дуҫтарға таянып янған саҡтарым да булды, хәҙер дуҫтарымды ошо принциптан сығып баһалайым.

Бөгөн йәштәр араһында һәр төрлө вебинарҙар, тренингтар модала. Һеҙ улар аша үттегеҙме? Юғары белем мотлаҡмы?

Ислам:
Вебинарҙарға, тренингтарға Өфөлә лә, Мәскәүҙә уҡығанда ла күп йөрөнөм. Уларҙың файҙаһы күп. Ул - аралашыу, үҙеңде яңы идеялар менән байытыу мөмкинлеге, фекер уртаҡлашыу майҙаны. Аҡыллы, белемле, кешеләр менән эшләү тәжрибәһе булған спикерҙарҙан ғына күп нәмәгә өйрәнеп була. Эшлекле, мәғлүмәтле форумдарҙан һин бер башҡа үҫеп ҡайтаһың хатта. Эйе, бөгөн юғары белемһеҙ ҙә аҡса эшләп була, әммә мин юғары белем кәрәк тип иҫәпләйем. Юғары белем - ул диплом ғына түгел, ул һине хеҙмәт баҙарына алып сыға торған ресурс, ул квалификация, үҙеңдең эске мөмкинлектәреңде үҫтереү, камиллаштырыу юлы. Уның бер кемгә лә ҡамасаулағаны юҡ әле.
Илнур: Юғары белемгә килгәндә, белем, әлбиттә, кәрәк, нисек кенә уңышлы булһаң да, белемһеҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Диплом менән генә сикләнеп ҡалырға ярамай, даими уҡырға кәрәк. Минең өҫтәл китаптарым - киң билдәле Брайан Трейси, Роберт Кийосаки, Стив Джобс кеүек үҙҙәренең эшҡыуарлыҡ тәжрибәләре булған яҙыусыларҙың китаптары. Уларҙың һәр береһе донъяның иллегә яҡын теленә тәржемә ителгән. Уларҙы ҡабат-ҡабат уҡыйым, эшемдә уларҙың кәңәштәрен ҡулланам. Бизнесҡа яңы аяҡ баҫыусы йәштәргә вебинар-тренингтарҙы беҙ хәҙер үҙебеҙ ҙә үткәрәбеҙ. Был йәһәттән Исламдың аудитория менән эшләү тәжрибәһе ҙур. Үҙебеҙҙең психологыбыҙ бар. Партнерҙарыбыҙғамы, клиенттарыбыҙғамы психологик ярҙам кәрәк икән, ул йәһәт кенә һәр нәмәне үҙ урындарына ҡуя һала. Вебинарҙар аша үткәреп, әллә нисә егеткә аяҡҡа баҫырға, үҙ эштәрен асырға ярҙам иттек.
Ислам: Тренингтар үткәргәндә шундай ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеү яһаным. Тәүҙәрәк беҙ уларҙы бушҡа үткәрергә тырыштыҡ. Инеү бушлай, тип иғлан бирҙекме - аудитория йыя алмайбыҙ, хаҡын яҙҙыңмы - халыҡ килә. Халыҡ буш нәмәне ҡапҡан тип уйлай микән, әллә бушлай йыйғас, файҙаһы ла булмаҫ, тип ҡурҡамы? Ә беҙ Себерҙә эшләп ҡайтып, аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән егеттәргә ихлас ярҙам итергә теләгәйнек. Эшеңде белеп ойошторғанда Себер аҡсаһын бында ла табып була.

Ун биш-егерме йылдан үҙегеҙҙе нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?

Илнур:
Бизнес өсөн 15-20 йыл бик күп ваҡыт ул. Хыялдар ҡорорға, эйе, була һәм хыялланырға кәрәк тә, әммә бер эшҡыуар ҙа 15-20 йылдан үҙ бизнесын ни кимәлдә күҙ алдына килтереүе тураһында һөйләп бармай. Сөнки ул арауыҡта ябай эшҡыуарҙан корпорация етәксеһе кимәленә тиклем үҫергә лә йә, йүнәлешеңде алмаштырып, бөтөнләй икенсе эш менән шөғөлләнә башлауың да мөмкин. Ислам: Ун йылға ҡуйған маҡсатыңды бер йылда тормошҡа ашырып, күтәрелеп китеүең дә һәм хатта бөтөнләй аҡсаһыҙ тороп ҡалыуың да ихтимал. Планһыҙ бизнес төҙөп булмай, шул уҡ ваҡытта унда пландарҙы емерә торған ҡаршылыҡтар, көтөлмәгәнлектәр ҙә күп. Бизнестың аныҡ планлаштырылған яҡын киләсәге - 3-5 йыл, 15-20 йыллыҡ арауыҡ - ул хыял. Хыялдарҙан идеялар ярала, идеялар менән алдан уртаҡлашмауың хәйерлерәк.

Китап яҙһағыҙ, уның исеме нисек буласаҡ?

Ислам:
Мин иң тәүҙә мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән китап яҙыр инем. Бәлки, уны яҙыр инем, тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер. Мәктәптә, университеттарҙа өйрәнгән предметтарҙың эстәлегенең ҙур өлөшө тормош өсөн яраҡһыҙ, шуға күрә мәктәп программаһын иләк аша үткәреп, бөтә предметтарҙың да тормошта һәр кем ҡуллана торған белем-ҡанундарын ғына ҡалдырып, бер китап туплар инем.
Илнур: Китап тураһында уйлағаным бар, исеме хаҡында уйлап ҡарағаным булманы. Яҙһам, ул, бәлки, "Эшҡыуар яҙмалары: нимәнән ҡурҡырға ярамай?" тип аталыр ине. Бизнесҡа килергә ниәтләнгән кешеләргә тап шундай китап кәрәк. Ошо китапты уҡып, йәштәр бизнес асыуҙан ҡурҡмаҫҡа, оҙон аҡса эҙләп, Себергә сығып китмәҫкә, ә тыуған ерҙәрендә аҡса эшләргә өйрәнергә тейештәр.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ә мин мәҡәләмде Илнурҙың уйында йөрөгән китаптың исеме менән атарға булдым. Әйҙә, яҙылһын әле башҡорт эшҡыуарҙарының яҙмалары - өҫтәл китабына әйләнерлек яҙмалар булһын ул, хыял ғына булып ҡалмаһын. Береһе - башлаған эшен мотлаҡ еренә еткерер, икенсеһе - ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр егет. Ҡулығыҙҙан килер ҙә инде, егеттәр?

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru