«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә

Әл Ҡашғари: "Ir - был һүҙ "оят" тигәнде аңлата. Әйтәләр: "Эр ир болди" - ир оялды".
Хәҙерге башҡорт телендә әлеге фонетик әйтелештәге оят мәғәнәһен белдәргән "ир" һүҙе юҡ. Әммә ошо һүҙҙең бер ни тиклем фонетик һәм семантик яҡтан үҙгәреш кисергән варианты - "әр" һүҙе әлегә тиклем ҡулланыла. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә "әр" һүҙенең мәғәнәһе ошолай аңлатыла: "Асыуланып, әрләп әйкән һүҙ". Шулай уҡ ошо һүҙҙең икенсе бер мәғәнәһен белдергән "ғәр" һүҙенә лә һылтанма бар. Ә быныһы - ғәрәп һүҙе, намыҫ хисе тип билдәләнә. Ғәрлек иһә намыҫланыу, хурланыу тойғоһо, намыҫ, оят, хурлыҡ төшөнсәләре аша аңлатыла. Тимәк, ғәрле кеше - намыҫсан, хурлана, ояла белгән зат. Оялып, тартынып тормағандарға ҡарата "әрһеҙ", тип әйтәләр. Шулай булғас, бынан мең йыл әүәл боронғо төрки ҡәрҙәштәребеҙ ҡулланған "ир" һүҙе менән башҡорттың "әр"е тап-таман килә.
Әл Ҡашғари: "Үз" - май. "Үзлүк мүн" - майлы һурпа".
Тәү ҡараштан, хәҙерге башҡорт телендә ошо уҡ мәғәнәләге оҡшаш һүҙ юҡ кеүек. Шулай ҙа башҡорт теленең бер үҙенсәлеген иҫәпкә алырға була ошо осраҡта. Телебеҙҙә ғәрәп һәм башҡа бер төрки телдәрендәге һүҙҙәрҙәге һуҙынҡы өн алдынан (һүҙ башында һәм уртаһында) "ғ" йә иһә "һ" өндәрен ҡушып әйтеү киң ҡулланыла: Кааба - Ҡәғбә, Али - Ғәли, Саади - Сәғәҙи, Үмәр - Ғүмәр, әүәҫ - һәүәҫ, әйбәт - һәйбәт һ.б. Тимәк, боронғо төрки телендәге "үз" һүҙенең башҡортса варианты - "һөҙ" булғандыр, тип фараз итергә була: телебеҙҙәге "һөҙлөк" һүҙе ит һурпаһының майлы өҫкө өлөшөн аңлата.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 382

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru