Яңы йортҡа, фатирға күскәндә һәр кем яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫа: яҡшыраҡ йәшәр өсөн пландар ҡора, яңы белем алырға, тормошон үҙгәртергә хыяллана.
Минең күршем дә элекке тормошонан ваз кисеп күскән булған беҙҙең йортҡа. Фатирының ишеген асып торғанда тап иттем уны. Ҡара сәсле, ҡара ҡашлы булғанға уны башҡорт тиеп уйланым һәм башҡортса иҫәнләштем. Ул тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ла урыҫса яуап бирҙе. Ошо йылмайыуы күңелемдә йәйғор төҫтәре уятты ла инде. Мин дә икенсе тормош башлар өсөн был ҡалаға яңыраҡ ҡына күсеп килгән кешемен. Бер кемде лә белмәйем тиерлек.
Тик иртән иртүк эшкә сығып китеү, һуң ҡайтыу сәбәпле, күршемде оҙаҡ ҡына ваҡыт осрата алмай йөрөнөм. Ял көндәрендә күберәк атай-әсәй янына ҡайтырға, икенсе ҡалала йәшәгән бәләкәй улым янына барырға тырышам.
Шулай бер көн эштән ҡайтып, ашарға ултырырға ғына йөрөһәм, ишек туҡылдатҡан һымаҡ булдылар. Минең бында йәшәгәнде бер кем дә белмәй, яңылыш ишетелгәндер, тинем дә, тәрилкәмде алып, телевизор янына барып ҡына ултырғайным, туҡылдатыу тағы ҡабатланды. Барып асһам, теге ҡара ҡашлы күршем тора. "Ғәфү итегеҙ, минең ҡыҙыма башҡорт теленән өйгә эш эшләргә ярҙам итеп ебәрмәҫһегеҙме икән?" - тине ул.
Шулай танышып киттем күршем һәм уның ҡыҙы менән. Аҙнаһына бер тапҡыр йә улар миңә, йә мин уларға инеп, башҡорт теленән дәрес эшләнек. Һөйләмдәр төҙөнөк, тәржемә иттек, диктант яҙҙыҡ. Өсөнсөлә уҡыған ҡыҙыҡай өйгә эш менән генә мөрхәтһенмәне: һүрәттәргә ҡарап, инша яҙырға яратты. Ул яҙа, мин тикшерәм, хатта билдә лә ҡуям. Ә бер көндө ул минән башҡортса һөйләшергә өйрәтеүемде үтенде. Ярты йыл тирәһе дәреслектәрен ҡарап, ундағы күнегеүҙәр, тәржемәләр менән баланы башҡортсаға өйрәтеп булмауын аңлағайным инде. Башҡорт теле дәресенең маҡсаты ошо бәләкәс ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү түгелме икән ни, тип аптырай башлағайным. Дәрес әҙерләгәндә гел генә эргәлә ултырған әсәһе лә ҡыҙының тәҡдименә ҡушылды:
- Әйҙә, тик башҡортса ғына һөйләшәйек! - тине.
Тәүҙә вата-емерә, һуңынан апаруҡ төҙөк кенә итеп, көлөшә-шаяра башҡортса һөйләшә башланылар.
Тап ошо башҡорт теле аша беҙҙең арала бер-беребеҙгә йылылыҡ, хөрмәт уянды һәм ике йылдан беҙ бер ғаилә булып йәшәй башланыҡ. Өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштек. Тиҙҙән әҙәби китаптарҙы ла уҡый башланы ҡыҙ. Олимпиадаларҙа еңеүсе булды, тәүге никахтан тыуған улымдың иң яҡын кешеһенә әйләнде. Улар хәҙер икеһе лә ҙур үҫте инде. Башҡортса һөйләшәләр, мәркәздә уҡып йөрөйҙәр. Ҡайтҡан саҡтарында туған телдең ҡулланыу даирәһен нисек үҫтерергә икән тип фекер алышҡандарын ишеткәнем бар.
Мин башҡорт теле уҡытыусыһы түгел, әммә балалар бәләкәйҙән үк башҡортса телмәрҙе ишетеп үҫергә тейешлеген беләм. Бының өсөн мультимедия йүнәлешен үҫтерергә кәрәк. Юғиһә, теле туған телдә асылһа ла, кескәйҙәр йәнһүрәт ҡарап, уны онота. Баланың аң-фекерҙе үҫтереүсе уйындарҙы тап үҙ телендә алыуы яҡшыраҡ. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса ютуб-каналдар булдырыу мөһим. Шул сағында уларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуыр һәм "Әйҙәгеҙ, башҡортса ғына һөйләшәйек!" - тип әйтеүселәр күберәк булыр!
Өлфәт СӘМИҒУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА