Интернет сәхифәләрендә "17-18 сентябрҙә Екатеринбургта пауэрлифтинг буйынса "Алтын Юлбарыҫ-16" донъя чемпионатында ҡатнашҡан Гөлнара Вахитова бицепсҡа штанга күтәреүҙә беренсе урын алып, рекорд ҡуйып, спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәгән" тигән яҙманы уҡығас, ул ҡыҙ менән гәзиткә әңгәмә эшләү маҡсаты барлыҡҡа килде. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе булып эшләгән Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы ВАХИТОВА булып сыҡты ул. Гөлнара Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда тыуған. Атаһының тамырҙары Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Биктимер ауылынан. Ҡыҙ урта мәктәпте әле үҙе эшләгән интернатта алтын миҙалға тамамлаған, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алған, математик.
Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы һөнәре буйынса математик, үҙе тарих менән ҡыҙыҡһынып, шәжәрәләр төҙөп, китаптар яҙа, бер үк ваҡытта ауыр атлетика менән шөғөлләнеп, донъя, Рәсәй күләмендә еңеүҙәр яулай. Шәжәрәләр төҙөү буйынса авторлыҡ программаһы ла бар. Уны Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының ғилми советында ҡарап раҫлағандар. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, уҡыусыларҙы шәжәрә төҙөргә өйрәтә.
Урынлы һорау тыуа: бер үк кешелә йүнәлеше төрлө юҫыҡта булған шөғөлдәр нисек һыйышып йәшәй һуң? Бының сәбәбен милли рух тип атарға булалыр. Хәйер, быларҙың барыһы ла Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы менән әңгәмәлә.
Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы, төп һөнәрегеҙ буйынса математик булһағыҙ ҙа, тарих менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ, спортҡа ылығыуығыҙ нисек барлыҡҡа килде?
- Атайым менән әсәйем - уҡытыусылар. Атайым ике вуз - Ырымбурҙа ауыл хужалығы институтын, шунда уҡ пединститут тамамлаған. Күп йылдар уҡытыусы булып эшләне. Әсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытты. Әсәйемдең атаһы менән әсәһе дини кешеләр булған. Мулла ҡартатайым Ейәнсура районы 2-се Назар ауылында балалар мөғәллиме, өләсәйем ҡыҙҙар мөғәллимәһе булып эшләгән. Әсәйемдең ҡартатаһы инде Бөрйән-Ҡыпсаҡ улысы старшинаһы булған. Күрәһең, миңә уларҙың йоғонтоһо булғандыр. Атайым тыуған ауылы Биктимер тураһында 2004 йылда китап сығарҙы. Китабы сыҡҡан йылда уҡ баҡыйлыҡҡа күсте. Үлер алдынан: "Ҡыҙым, Өфө архивына барып, ауылыбыҙ тураһындағы документтарҙы алып, китабыма индереп булманы, өлгөрмәнем", - тип әйтте. Мин уның һүҙҙәрен үҙемә васыят итеп алдым. Уға тиклем үҙебеҙҙең нәҫелдең шәжәрәһен эшләп өлгөргәйнем. Архивҡа барып инеп киттем дә, инде бына егерме йыл унан сыға алмай йөрөйөм. Архивҡа эшкә барған һымаҡ барам, материалдар күп, эҙләнеүҙәр ваҡыт талап итә.
Артабан интернаттағы тарих уҡытыусым Дамир Күскилдиндең тәҡдиме буйынса 2005 йылда тарихи документтар нигеҙендә китап яҙа башлап, 2015 йылда уны тамамланым. Ул саҡтағы тулҡынланыуым ғүмергә онотолмаҫлыҡ, сөнки шул саҡта мин үҙ ҡулыма 1863 йылда ҡартатайым Йәғәфәр Байгилдин үҙ тамғаһын ҡуйған ҡағыҙҙы алдым. Кеше шул тойғо аша үтергә тейеш. Әлбиттә, шәжәрәне заказ буйынса ла түләп төҙөтөп алырға була, әммә үҙең тотоноуға етмәй. Уны китап итеп баҫтырыуымдың икенсе сәбәбе: ауылыбыҙ татарлашып бөтөп бара. Һуғыштан алда беҙгә бер нисә татар ғаиләһе күсеп ултыра, уҡытыусылар ҙа татар милләтенән булып, китаптар Ҡаҙандан алдырылып, балалар "Баш ҡалабыҙ Ҡаҙан" тип уҡып үҫте. Архив материалдарында ауылдаштарыбыҙ барыһы ла "башҡорт" тип яҙылған. Ауылдаштарым атайым эшләгән мәктәптә таҡтаташ астылар, шунда баҫманың исем туйын үткәреп, ауылдаштарыма китабымды тараттым.
Беҙҙең Биктимер ауылы янында, Һаҡмар йылғаһы буйлап, тағы ла бер нисә башҡорт ауылы бар: Ҡабан, Ҡолсом, Райман (ул ауыл хәҙер юҡ), Ҡарағужа ауылдары. Был ауылдар элек Ырымбур губернаһына ҡараған. Совет власы урынлаштырылғас, был 5 башҡорт ауылын тегендә-бында тартҡылап йөрөткәндәр. Бер Башҡортостанға, бер Ырымбур өлкәһенә ингән улар. Ахырҙа, беҙҙе Ырымбур өлкәһендә ҡалдырғандар. Күршелә генә Ейәнсураның Айыу, Иҫәнғол ауылдары. Иҫәнғол менән Һарыҡташ араһы 50 саҡрым.
Билдәле скульптор Салауат Щербаковтың тамырҙары беҙҙең күрше Ҡолсом ауылынан. Гәзиттә уның хаҡында мәҡәлә баҫылғас ҡына 2020 йылда сыҡҡан китабыма Щербаковтың да шәжәрәһен индереүемде белдем. Китаптың икенсе редакцияһын сығарғанда уның тураһында күләмлерәк мәҡәлә яҙырға уйлайым. Салауат ағайға был китабымды бүләк иттем, уның менән осраштыҡ.
Үҙ тарихығыҙҙы өйрәнгәндә тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы табыштарға юлыҡтығыҙ?
- 2014 йылда Америкала эшләп килгән ДНК лабораторияһына бер туған ҡустымдың материалын тапшырҙым. ДНК генеалогияһы буйынса тамырҙарымды табып бирҙеләр. Америка лабораторияһында үткән быуаттың 70-се йылдарынан бирле ошо эш менән шөғөлләнәләр. Уларҙа донъяның төрлө урындарынан ДНК анализдары тупланған. Ир-ат материалы кәрәк булған өсөн ҡустыма мөрәжәғәт иттем. Ҡустымдың материалы уларға инеп ултырғас, иң тәүҙә материалды махсус программа буйынса уҡыйҙар, артабан компьютер туғаныма яҡын булғандарҙы Ер шары буйынса эҙләй. Нимә килеп сыҡты, тиһегеҙ? 1 мең йыл элек минең 30 туған абзыйҙарым, мыртыйҙарым, һылыуҙарым, апайҙарым ошо көндә Ҡытай территорияһында йәшәйҙәр. Күсенеү тарихтары ла билдәле: Ҡытайҙағы һуғыштар һөҙөмтәһендә минең ата-бабалар Ҡырымға күсеп ултырған. 20 туған яҡындарым ошо көндә Ҡырымда йәшәй. 14-се быуатта ғына улар Көньяҡ Уралға күскән. Иң боронғо олатайым Кунь Ян Эске Монголия (Ҡытай) ерендә көн күргән. Уның улы Сымынаҡ Лоҡман Хәким 1045 йылда йәшәгән, үлгән йылы билдәһеҙ. Унан һуң Дәште Ҡыпсаҡ хан килә, шунан Сураман, артабан Акоба, Бошман... шунан ете быуын ҡартатайҙарым китә. Яҡын ҡартатайҙарым Һарыҡташ яғына хәҙерге Бөрйән яғынан күскән. Урман араһының күпләп мал тотор өсөн уңайһыҙ булыуы күсеү сәбәбе булғандыр инде.
Дәште Ҡыпсаҡ империяһы ҡыйралғандан һуң ҡыпсаҡтарҙың ҙур өлөшө Уралға килеп һыйына. Һеҙҙең тамырҙар ошо тарихҡа тура килә, шулай бит?
- Тап шулай. Документтарҙы үҙгәртеп, тарихты киренән яҙып була, әммә ҡанды үҙгәртеп булмай. Бында бер генә иҫкәрмә булыуы бар: әгәр ҙә һуғыштар һөҙөмтәһендә етем ҡалып, ҡарауға алынған бала булғанда ғына яңылышлыҡ килеп сығыуы бар, сөнки беҙ ундай хәлдәрҙе бер нисек тә белә алмайбыҙ.
Тимашев тигән урыҫ байы менән башҡорттар араһындағы ярты быуатлыҡ ер өсөн тартҡылаш тураһында ла яҙып үттем китабымда. Шулай уҡ көнкүреш кимәлендәге ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла урап үтә алманым. Мәҫәлән, 130 йыл элек теркәлгән документта яҙылыуынса, беҙҙең ауылда йәшәгән бер байҙың дүрт ҡатыны булып, үҙе үлеп киткәс, ҡатындары мөлкәтен бүлешкән. Иң йәш ҡатынына тик бер ярыҡ сынаяҡ ҡына эләккән һ.б.
Мәктәптәребеҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙы камиллаштырыу йәһәтенән нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?
- Балаларыбыҙ балалар баҡсаһына барып ҡайта ла, урыҫса һөйләшә башлай, мәктәптәрҙә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә генә балалар башҡортса һөйләшә лә, үҙ-ара аралашыу дөйөм аралашыу телендә бара. Нимә эшләргә була һуң бында? Ҡанда ғына булған башҡортлоҡ, ата-әсәйеңдең генә башҡорт булыуы һинең башҡортлоғоңдо аңлатмай әле. Мин үҙем уҡыған һәм хәҙер эшләп йөрөгән Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһына ҡыҙым беренсегә барған йылды эксперимент рәүешендә ҡала балаларын йыйҙылар. Ҡыҙым шул арҡала башҡорт мөхитенә барып эләгеп, башҡортса һөйләшергә өйрәнде.
Үҙем Иҫәнғол ауылында балалар баҡсаһына йөрөнөм. Баҡсанан урыҫса һөйләшеп ҡайтам, өйҙә атайым менән әсәйем башҡортса һөйләшһә лә үҙемде урыҫ ҡыҙы тип әйтәм икән. Беренсе класҡа барырға ваҡыт етте. Башҡорт мәктәбе беҙҙең өй янында, урыҫ мәктәбе район үҙәгенең ситендә урынлашҡан. Балалар баҡсаһының теле урыҫса булғас, мин ике саҡрымда ятҡан урыҫ мәктәбенә барҙым. Беренсе класты тамамлағас атайымды Күгәрсен тигән ауылға парторг итеп ебәрҙеләр. Унда дүрт йыл татарса уҡыным. Бында инде үҙемде татар тимен икән. Бала өсөн мөхиттең йоғонтоһо иҫ киткес көслө була һәм уның психикаһы быны күтәрә алмай. Минең бәхеткә, атайымды Үрге Муйнаҡ мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Тик шул саҡта ғына үҙемдең тыуған мөхитемә барып эләктем. 1983 йылда инде һигеҙенсе класҡа Өфөләге 1-се республика интернат-мәктәпкә уҡырға барҙым. Интернат-мәктәпте тамамлағас, артабан Башҡорт дәүләт университетының математика факультетында уҡыным.
Шунан һуң уйламағанда-көтмәгәндә һеҙ спорт менән шөғөлләнә башлағанһығыҙ. Спорттың да ниндәйе бит әле: хатта ирҙәргә лә ауыр булып тойолғаны...
- Мин мәктәптә уҡығанда саңғы ярыштарында ҡатнаша торғайным. Студент саҡта саңғыға, биатлонға йөрөнөм. 5-се курста диплом яҡлаған мәлдә ҡыҙым тыуҙы. Шунан бер йылдан һуң мәктәпкә эшкә инеп киттем, шуның менән спорт менән дә арам өҙөлдө.
Бер заман 89 килограмлыҡ булып киткән икәнмен. Ҡатын-ҡыҙҙа гормональ үҙгәрештәр ҙә башлана бер мәл. Ул илле йәштән һуң бала таба алмай, уның ғаилә, эш мәшәҡәттәренән тыш, артабанғы роле нимәлә булыуы мөмкин? Әсәйемде ҡарар өсөн уҡытыусылыҡтан тәрбиә эшенә күскәйнем, уны ауылдан алып килеп, ун йыл ҡараным. Ул ике йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте.
Шул саҡта телевизорҙан "Ҡатын-ҡыҙ 50 йәштән һуң ҡулланыуҙа булған материал" тигән күңелгә ятмаған һүҙ ишеттем. Йәнәһе, бала таба алмағас, уның ғаилә, йәмғиәт, тәбиғәт өсөн кәрәге лә юҡ һымаҡ. Быны аңлауҙан ҡатын-ҡыҙ шундуҡ бирешә башлай. Был уйҙар мине лә ялмап алды, шул тиклем ҡыйын булды. "Мин әле ҡарт түгелмен, күп нәмә ҡулымдан килә әле", тигәнде иҫбатлағым килде шул ваҡыт. Быны мин кешегә түгел, үҙемә иҫбатлағым килде. Ғөмүмән алғанда, 50 йәш әле хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бешкән еләк мәле. Элегерәк ҡырҡ йәшлек апайҙарҙы әбей итеп күрә инем. Хәҙерге ҡырҡ йәшлек ҡатындар, әгәр ҙә үҙҙәрен формала тотһалар, ҡыҙҙарға биргеһеҙҙәр. Йәш ҡыҙҙарҙың тәжрибәһе самалы, улар йәшлектәре менән алдыра. Ә беҙҙең йәштәгеләр мөмкинлектәрҙе мөғжизәгә әйләндерә ала.
Эште мин фитнес клубтан башланым, унда тәүҙә тән ауырлығын 22 килограмға кәметтем. Был бик ауыр ғәмәл. Хатта бөтөнләй ҙә мөмкин булмаған эш тип әйтергә була. Шул ваҡытта телевизорҙан бер тапшырыу күрҙем, унда Курск өлкәһенән 54 йәштәге бер ханым Рәсәй каналына интервью бирә. Ул: "50 йәшемдә улым спортзалға алып килде, 4 йыл эсендә пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры булдым", - тип һөйләй. "Мин унан ҡайһы ерем менән кәм?" тигән сәм уянды миндә шул мәл. Ул саҡта фигуралы шыуыу, еңел атлетика өсөн ярамай инем инде, былар өсөн ҡаҡса булырға кәрәк. Быларға минең кәүҙә конституциям мөмкинлек бирмәй. Марафонсы ла була алмайым, ғөмүмән, йүгерергә яратмайым. Тренерыма барҙым да: "Константин Александрович, миңә штанга менән шөғөлләнергә кәрәк", - тинем.
Шунан ныҡлап шөғөлләнә башлап, өс йыл эсендә өлкәндәр өсөн 1-се разрядты, артабан дүрт төр буйынса спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәнем. Былтыр 22 октябрҙә спорт мастеры булдым. Минең йәштәге ҡатынға спорт мастеры булыр өсөн 37,5 килограмды көсәнмәйенсә генә, арҡа менән ярҙам итмәйенсә, ҡул ярҙамында ғына күтәрергә кәрәк. Күҙ алдына килтерегеҙ әле - 37,5 килорамм ауырлыҡ ул һыу менән тултырылған 12 өс литрлыҡ банка! Өс рекордыма "Рәсәй рекорды" тигән сертификат бирҙеләр. Екатеринбургта йыл һайын Халыҡ-ара ярыштар үтә. Унда ла ҡатнашып еңеп сыҡтым. Үкенескә күрә, штанга күтәреү ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел булмаған спорт. Былтыр февралдә травма алып, был спортты ташларға тура килде. Тренерыма һауыҡҡас кире килермен, тинем. Әле ял итәм.
Был спорт менән шөғөлләнеү һеҙгә үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙ итеп тойорға ҡамасауламаймы? Нимә генә тимә, ҡатын-ҡыҙ нескә зат булып яратылған.
- Ирҙәр барыбер көслөрәк. Бына минең ирем ғүмерҙә лә штанганы күргәне лә, тотҡаны ла юҡ, әммә ул минән көслөрәк. Мин бит өйҙә бөтөнләй икенсе, спорт бит минең өйҙән тыш шөғөлөм. Ирем менән ҡыҙым минең был спортҡа килеүемә ҡаршы булдылар. Штанга янына тренерһыҙ барырға бөтөнләй ярамай. Саҡ ҡына техника ҡағиҙәһен үтәмәһәң, травма көтөп кенә тора. Штанга ул еңел атлетикалағы һымаҡ тота килеп йүгереп сығып китеү түгел. Ошо спорт тураһында гимназияла бер уҡыусыға һөйләгәйнем, ул ылығып китте. Егет аграр университетҡа уҡырға инеп, үҙе һымаҡ егеттәрҙе туплап, тренажерҙарҙа шөғөлләнеп, ҡышҡы ярыштарға әҙерләнә.
Һеҙҙең өсөн тормошта кем булыуығыҙ иң мөһиме: ҡатын булыумы, әсәй булыумы, математика уҡытыусыһымы, тәрбиәсеме, спортсымы, тарих өйрәнеүсеме?
- Уларҙы айырып булмайҙыр ул. Улар бер-береһен тулыландырып килә. Тик спорт менән генә шөғөлләнеп булмай, башты эшләтергә кәрәк. Башты эшләтеп, китап яҙып ҡына ултырып булмай, хәрәкәт, йәғни спорт кәрәк. Хәҙер тиҙлек заманы, бөтә нәмәне лә тиҙ эшләргә, өлгөрөргә кәрәк. Кемгә генә әйтмә, һәр ваҡыт шундай яуап ишетәбеҙ: "Минең ваҡытым юҡ!" Эйе, балалар бәләкәй саҡта, ысынлап та, ваҡыт булмай. Әммә балалары үҫеп еткәс, әсә кешенең әҙерәк ҡулы бушағас, ҡатын-ҡыҙ булараҡ үҙенә ваҡытын бүлә ала. Икенсенән, ғаилә ағзаларына үҙеңдең вәкәләттәреңде еткерә белеү ҙә мөһим. Ниңә ҡатын-ҡыҙ өйҙә барлыҡ эште һәр ваҡыт үҙе башҡарырға тейеш? Ҡыҙҙар үҫһә, ярҙам итһендәр, улдарға ла эш табыла, ғөмүмән, балаларҙы өйҙә эшкә ылыҡтырыу, өйрәтеү мөһим.
Башҡорт ырыуҙары араһында ҡыпсаҡтар яугирлығы менән айырылып тора. Һеҙҙең тарих менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙа, спорт менән шөғөлләнеүегеҙҙә ошо ырыу вәкиле булыуығыҙ роль уйнаймы?
- Әлбиттә. Башта әйткәнемсә, ҡан факторы һәр ваҡыт кешенән айырылғыһыҙ.
Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙары башҡа ырыу ҡатын-ҡыҙҙарынан ниндәйҙер сифаты менән айырыламы?
- Әйтә алмайым, быны билдәләр өсөн махсус күҙәтеүҙәр алып барырға кәрәк булыр ине. Үткер ҡатын-ҡыҙҙар һәр ырыуҙа ла барҙыр ул. Тарихи документтар өйрәнгәндә мин бер нәмәгә иғтибар иттем: никах ваҡытында кәләш яғынан вәкил булып ир-аттар ултырған. Хәҙер генә ул никах ваҡытында кәләштең шаһиҙәһе булып әхирәте йә башҡа нескә зат вәкиле ҡатнаша. Бынан шундай һығымта яһарға булалыр: халҡыбыҙ ир-ат менән көслө булған. Тик бер осраҡта ғына никахҡа ҡатын-ҡыҙҙы ир урынына саҡырғандар, әгәр ҙә ул ҡатын-ҡыҙ абруйы менән башҡорт йәмғиәтендә статусҡа эйә булһа. Шәжәрәнең дә ирҙәр яҡлап төҙөлөүе юҡтан килмәгән, тимәк. Шулай ҙа ғалимдар фекеренсә, балалар тышҡы яҡтан 80 процент әсәһенә оҡшай.
Һуңғы ваҡытта шул күҙгә ташлана: ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙең күп кенә позицияларын яулай бара. Башҡорт ауылдарында ағинәйҙәрҙең әүҙемләшеүе шуның бер күренеше. Улар ауылдарға төҫ бирә, төрлө ижтимағи эштәрҙең башында ла улар тора, уларҙың өҫтөндәге милли кейем менән бергә милли рух тергеҙелә. Ғөмүмән, ғаиләлә, йәмғиәттә нескә заттың ирҙәр урынын яулай барыуының сәбәптәрен нимәлә тип уйлайһығыҙ?
- Беренсенән, тыуған ваҡытта ир заттарының һаны күберәк була. Бала табыу йорттарында шундай һандар килтерелә. Шунан һуң ул һандар кәмей башлай. Әрмегә баралар, юл-транспорт һәләкәтенә күп осрайҙар, ғөмүмән, ирҙәрҙең һаны 30-35 йәшкә барып еткәндән һуң кәмеүгә китә. Ирҙәр һаны кәмей, ә ҡатын-ҡыҙға ғаилә ҡорорға кәрәк. Әммә кейәүгә сығырға ирҙәр етмәй. Шуға күрә лә ҡайһы бер ир заттары ике ғаилә араһында йөрөй. Ундай миҫалдарҙы мин бик күп беләм. Математик булараҡ, мин был хәлдең үҙемсә логик сынйырын төҙөйөм. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, күп осраҡта ирҙәр эшләй торған эштәрҙе үҙебеҙ башҡарып, уларҙы анһатҡа һалындырып өйрәтәбеҙ. Был осраҡта үҙебеҙ - ҡатын-ҡыҙҙар ғәйепле. Ирҙәрҙең ҡулынан күп кенә вазифаларын тартып алдыҡ. Хәҙер инде улар беҙгә һалынып өйрәнгәс, элекке хәленә ҡапыл ғына кире ҡайтарыуы ла ҡыйын.
Икенсенән, ҡатын-ҡыҙ бөтә мәсьәләләргә лә тиерлек үтә ныҡ үтеп инә. Ә ирҙәр иһә ҡатын-ҡыҙҙар кеүек мәсьәләләрҙең нескәлектәренә үтеп инмәй. Ирҙәр был осраҡта ҡатын-ҡыҙҙан күпкә артта ҡала. Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҡатын-ҡыҙҙар бик аҙ, унда ир аҡылы кәрәк. Швецияла уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙар һаны 5 проценттан артып китһә, тревога иғлан итәләр. Унда уҡытыусы ир кеше булырға тейеш тип баралар. Ә беҙҙең мәктәптәрҙә тәрбиә ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Бала мәктәптән ҡайтҡас та ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе дауам итә. Балаға бит ир кеше тәрбиәһен күрергә, унан ир сифаттары алырға кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙ руль артына ултырһа, уның ире икенсе, өсөнсө планға күсә. Көслө ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ошо хәлде нисек аңлатыр инегеҙ?
- Ҡатын-ҡыҙҙың иренән башҡа шәхси мөхите, территорияһы булырға тейеш. Уның донъяһы ире менән генә сикләнмәй. Ул ҡайҙалыр үҙен икенсе төрлө итеп тойғоһо ла килә. Бер төрлө генә булыу ҡатын-ҡыҙға күңелһеҙ. Кемдер руль артына ултыра, кемдер минең һымаҡ спорт менән шөғөлләнә, кемдер фитнесҡа бара. Мин ҡайҙалар барып штанга күтәрһәм дә, өйҙә мебель күсереп йөрөмәйем, бының өсөн минең ирем бар. Шәхси мөхит миңә яңы эмоциялар өсөн кәрәк.
Бынан бер нисә йыл элек бер аҡһаҡал Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ президент булғас ҡына илебеҙ сәскә атасаҡ тигәйне. Был фекергә нисек ҡарайһығыҙ?
- Юҡ, президент булыр өсөн ир-ат аҡылы кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ юғары урында ултырһа, бөтәһен дә белергә теләп, үҙен ҡырылмаһа ҡырҡ өлөшкә бүлеп бөтөрәсәк. Әсә булараҡ ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай. Ил менән етәкселек итер өсөн глобаль фекерләргә, масштаблы уйлай белергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙға ул етмәй, тәбиғәт тарафынан был һәләт уға бирелмәгән.
Үҙ-үҙегеҙгә ҡаршы килмәйһегеҙме: һеҙ көслө ҡатын-ҡыҙ, шул уҡ ваҡытта наҙланыуға ла мохтажһығыҙмы?
- Юҡ, олоғайһаң да, барыбер наҙланғы килә. Әсәйем мине 40 йәшендә тапҡан. Әсәйем 90 йәшендә мине, 50 йәшлек ҡыҙын, арҡаһынан һыйпаһа ла, рәхәт була ине. Беҙ барыбер ҙә бала булып ҡалабыҙ. Сөнки гел генә көслө булып йөрөп булмай.
Һуңғы ваҡытта йәштәр ғаилә ҡорорға ашығып бармай. Сәбәптәре нимәлә тип уйлайһығыҙ?
- Кеше башҡа кеше өсөн яуаплы булғыһы килмәй, кеше яҙмышын үҙ ҡулына алырға баҙнат итмәй. Элек 23 йәштә клубҡа сыҡҡан ҡыҙ ултырған ҡыҙ һанала ине, хәҙер ултырған ҡыҙҙарҙың да йәше артты. Көнбайыш стереотиптар беҙгә үтеп инде: тәүҙә һөнәр алыу, фатирлы, машиналы булыу, карьера эшләү, шунан һуң ғына ғаилә ҡороу. Ошо ҡалыптар беҙҙә тамыр йәйҙе. Һуңғы ваҡытта шундай күренеш йыш осрай, мәҫәлән, кафе-ресторандарҙа 35-50 йәштәгеләр парлап-парлап түгел, ә ирҙәр айырым, ҡатындар айырым аралаша.
Тормошоғоҙҙа кемде остазым тип атай алаһығыҙ?
- Ысын мәғәнәһендәге остазым - ул минең атайым. Ысын ир-ат тә атайым. Атайым 71 йәшендә вафат булды. Ауылыбыҙ тураһындағы китабын ҡулына тотоп йән бирҙе. Ҡулыма кемдәргә китапты бүләк итергә икәнлекте белдереп исемлек тотторҙо. Әсәйем 92 йәшкә етте. Әммә мин атай ҡыҙы.
Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемлеген табып китап сығарыу идеяһы нисек тыуҙы?
- Атайымдың атаһы Вахитов Ибраһим Мәжит улы Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан алда ул Мәстүрә исемле йәш ҡыҙҙы, минең ҡәрсәйҙе, кәләш итеп алып, ошо һуғышҡа сығып киткән. Аҙағына тиклем унда ҡатнашып, контузия алып ҡайтҡан. Ҡәрсәйем 4 йыл буйына иптәшенең өйөндә ирен көтөп йәшәгән. Ҡартатайым гусар полкында хеҙмәт иткән, Ржев янында уларҙың полктары торған саҡта Рәсәй батшаһы Николай Икенсе полкҡа килгән. Һалдаттарҙы теҙеп ҡуйғандар. Николай Икенсе каретаһы улар янынан туҡтамайса үтеп киткән. Батшаның ярандары һалдаттарға "Герцеговина Флор" сигареттарын ташлап үткән. Был хәлде ул атайыма һөйләп ҡалдырған. Мин ҡартатайым хаҡында архивта документтар эҙләй башланым. Тик таба алманым. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡартатайыма 54 йәш булған. Уны һуғышҡа алмайҙар. Шулай ҙа ул трудармияға китә, Магнитогорск ҡалаһында ҡорос ҡойоу заводы эшселәре йәшәгән барактарҙы йылытыусы булып эшләй. Ашау яғы бик наҡыҫ була, картуф ҡабыҡтарын бешереп ашап тамаҡ ялғайҙар. Һуғыштан һуң ҡаҡ һөйәккә ҡалған ҡартатайым трудармиянан Магнитогорск ҡалаһынан Биктимергә тиклем йәйәү ҡайтҡан. Ҡайтҡас, йәшелсә-емеш баҡсаһына ҡарауылсы итеп ҡуйғандар, шунда ғына ныҡлап аяҡҡа баҫа алған.
Китаптарға нисә кешенең исемен индерә алдығыҙ?
- Ике китапта йәмғеһе 38 мең кеше. Ырымбур, Өфө губерналарынан Беренсе донъя һуғышында 500 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы билдәле. Башҡорттар ҙа ул исемлектәрҙә ҙур урынды биләй. Урыҫ булмағандарҙы документтарҙа "мосолман" тип кенә теркәгәндәр.
Шул уҡ ваҡытта 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ҡатнашыусыларҙың милләте яҙылған, ә быныһында юҡ. Ниңә икән?
- Мин был исемдәрҙе Беренсе донъя һуғышынан һуң Петроградта төҙөлгән исемлектән алдым. Унда ла кем һуғышта һәләк булған, кем ятып ҡалған, кем хәбәрһеҙ юғалған, тик шулар ғына индерелгән. Ә интернетта табылған мәғлүмәттәр госпиталдарҙә һәм лазареттарҙа тултырылған карточкалар ғына. Был һуғышта Рәсәй армияһы еңелә, шуның өсөн дә документтар тулыһынса төҙөлмәгәндер тип уйлайым.
"Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә" тигән мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?
- Спорт менән шөғөлләнгәс, мин был мәҡәл-әйтемде әҙерәк үҙгәрттем: беләккә лә ҡара, йөрәккә лә ҡара. Беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки беләк ул мускул ғына түгел, ул - һаулыҡ. Әгәр ҙә һинең һаулығың юҡ икән, йөрәгең бер кемгә лә кәрәк түгел.
Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА