Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә балалар тыуыу кәмеүе арҡаһында властарҙың аборттарҙы тыйыу уҡ булмаһа ла, нисектер кәметеү йәһәтенән төрлө инициатива менән сығыш яһауын йыш күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, үткән йыл аҙағында Түбәнге Новгород депутаттары шәхси клиникаларға аборт яһауҙы тыйыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын тәҡдим итте. Рәсәй Президенты менән тура бәйләнештә лә был турала һорау булды. "Мәсьәлә бик сетерекле, - тине В. Путин. - Шулай ҙа дәүләт демографик хәлдең яҡшырыуы яғында. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары ла күҙәтелергә тейеш".
Иҡтисад фәндәре кандидаты, "Ғаилә" республика ресурс үҙәгенең бүлек етәксеһе, РФ Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты белгесе Яна Скрябина был ситуация буйынса фекерҙәре менән уртаҡлаша.
- Илебеҙ 1920 йылда донъяла беренселәрҙән булып аборттарға рөхсәт биргән, 1936 йылда тыйған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң партияның Үҙәк Комитетына ҡатын-ҡыҙҙарҙан мөрәжәғәттәр күп була. "Беҙ бер юлы иҡтисадты тергеҙеүҙә лә ҡатнашып, шул уҡ ваҡытта түбән эш хаҡы менән балалар ҙа үҫтерә алмайбыҙ", - тиелә уларҙа. Тик абортты рәхсәт итеүсе ҡарар 1955 йылда ғына сыға. 1964 йылда илдә иһә йылына 5,6 млн аборт теркәлә. 1987 йылда тағы ла "социаль аборт" тигән төшөнсә инә. Был осорҙа легаль булмаған аборттар һаны күбәйә, был категорияға инмәүселәр ошондай юл һайларға мәжбүр була. Һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында үлем осраҡтары ла арта. 90-сы йылдарҙа илдәге хәлдәргә бәйле тағы ла тыуым кәмей. 1995 йылдан аборттар дәүләт тарафынан түләнмәй башлай, тағы ла шәхси клиникалар тәҡдим иткән насар сифатлы процедуралар һөҙөмтәһендә үлем осрағы күбәйә. Шуға ла 1997 йылда түләүле аборттарҙы тыйып, уларҙы тағы ла түләүһеҙ медицинаға ҡайтаралар. 2002 йылда Дәүләт Думаһына тыумаған баланың ғүмерен һаҡлаусы законға үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекты йәмғиәттә ҙур тауыш тыуҙыра. Социаль күрһәткестәр буйынса аборттарҙы тыйыу хаҡында тағы ла тәҡдимдәр яңғырай. Тыуымға ҡарағанда аборттарҙың һаны ике тапҡырға күберәк булыуы һөҙөмтәһендә тағы ла шәхси клиникаларҙа аборт яһауҙы тыйыу хаҡында һүҙ ҡуҙғата дәүләт. Әммә был һорау хәл ителмәйенсә ҡала.
Бындай ҡанун булған илдәргә ҡараһаҡ, башта, ысынлап та, тыуым арта. Әммә күп тә тормай, тағы ла түбәнәйә. Бер юлы криминаль аборттар һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары йышыраҡ теркәлә. Бөгөн дә телевизор экрандарынан билдәле шәхестәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы балаһын һаҡлап ҡалырға өндәй. Белгестәр билдәләүенсә, бындай өгөт законлы ире, бер-ике балаһы булған ҡатындарға йүнәлтелгән. Сөнки абортҡа килеүселәрҙең 15 проценты ғына ниндәйҙер һөйләшеүҙәргә һәм балаһын һаҡлап ҡалыуға әҙер. Ҡалған 85 процент иһә был ҡарарға ныҡлап килгән була.
Башҡортостанға килгәндә, аборттар һаны буйынса Өфө лидер иҫәпләнә. Сөнки ул миллион халыҡ йәшәгән ҡала, унда йәштәр ҙә күп. Шулай ҙа һуңғы 20 йыл эсендә аборттар мәсьәләһендә үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, 2000 йылда 1 мең ҡатын-ҡыҙға 62 аборт тура килһә, 2022 йылда - 11. Тик был ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер, сөнки шәхси клиникаларҙа аборттарға башҡа код ҡуялар һәм уларҙы бер кем дә белмәй тиерлек. Үҫмерҙәр араһында аборт яһатыусылар буйынса Башҡортостан дүрт "лидер" төбәк араһында, ошо уҡ үҫмерҙең ҡабаттан абортҡа барыуы йәһәтенән республика беренсе урында. 2015 йылда миңә сенатор Елена Мизулина тәҡдим иткән закон проектына эксперт һығымтаһы яҙырға тура килгәйне. Ул унда эмбрионды кеше ғүмеренә тигеҙләргә тәҡдим итә. Ул саҡта аборт кеше үлтереүгә тиң була һәм бының өсөн язаһы ла буласаҡ. Контрацептив ҡулланыу ҙа кеше үлтереү була. Һаулыҡ һаҡлау системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, аборт яһатыусыларҙың йәше 18-25. Был, иң тәүҙә, йәштәр араһында аңлатыу эштәре булмауы тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта, медицина хеҙмәттәре тәҡдим итеүсе клиникаларҙы әүҙем рекламалайҙар. Ҡыҙ балаға аборт яһамаҫҡа, тимәк, сәләмәтлеген һаҡларға мөмкинлек биреүсе саралар - контрацепция тураһында һөйләшеүҙәр юҡ. Ғөмүмән, илебеҙ был йәһәттән артта ҡалған.
Тыуым менән бәйле проблемаларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә һалып ҡуйҙыҡ. Ә бының менән ғаилә шөғөлләнергә тейеш. Баланы тыйыуҙан, уны ҡурҡытыуҙан бындай хәлгә ҡалмаҫ тип бер кем дә әйтә алмай бит. Балалы ғаиләне пропагандалау ҙа кәрәк. Секс һәм репродукция мәсьәләһендә лә аңлатыу эштәре алып барыу мөһим.
Нимә эшләргә һуң? Аборттарҙы профилактикалау буйынса мәғлүмәти саралар үткәрергә. Ғаиләле балалы ҡатындар менән түгел, ә йәштәр, үҫмерҙәр менән һөйләшергә. Аборттарҙы тыйырға түгел, ә теләмәйенсә балаға уҙыуҙы булдырмау тураһында уйланырға. Эксперттар билдәләүенсә, бөгөн алдынғы илдәр демографик күсеүҙең аҙаҡҡы этабында тора, унда тыуым да, үлем дә кәмей - һөҙөмтәлә халыҡ ҡартая һәм уларҙың һаны ҡыҫҡара. Был глобаль процесҡа ниндәйҙер урындағы ғына саралар менән тәьҫир итеп булмай.
Шундай һығымта яһай ғалимә.
Элина ӘХМӘТОВА.
"Башинформ"дан.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА