«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАҢДЫҢ ФАЙҘАҺЫН КҮР!
+  - 


Халыҡтың юҡ тигәндә лә тинләп-һумлап бер аҙ туплай барған йыйынтығы була. Кемдер уны балаһының киләсәге, уҡыуы өсөн һала бара, кемдер кредитҡа бәйләнмәйенсә генә машина алырға теләй, ә кемдер, айырыуса өлкән йәштәгеләр, һуңғы юл сығымдарын яҡындары өҫтөнә ауҙармаҫҡа теләп, пенсияһынан өҙөп-йолҡоп йыя тора. Һәм улар бөтәһе лә әҙме-күпме аҡсаларын инфляциянан һаҡлау өсөн отошлораҡ һаҡлыҡ варианттары эҙләй.

Әйткәндәй, 2024 йылда был йәһәттән бер ни тиклем килем алырға мөмкинлек бар, ти финанс буйынса эксперттар. Ошо хаҡта "Московский комсомолец" гәзите (№6, 2024) хәбәрсеһе һорауҙарына финанс белгестәре А.Разуваев, А.Кокорева, А.Калманович яуаптар бирә.

Иң тәүҙә һаҡлыҡтағы аҡсаны инвестициялау юлдарынан башлайыҡ. Иң ябайы - банктар тәҡдименән файҙаланып, аҡсаны депозитҡа һалыу. Тик бына уның төрҙәре бик күп, шулай ҙа күберәк килем алыу өсөн уның ниндәйен һайлау отошлораҡ?

Разуваев:
Әлеге ваҡытта банктағы һаҡлыҡ иң ябай һәм шул уҡ ваҡытта аҡсаны инвестициялауҙың ярайһы ғына килемле төрө. Дөрөҫ, бындай хәл мәңгелек күренеш түгел, әлбиттә: инфляция кимәле түбәнәйә, шул уҡ ваҡытта банктағы һаҡлыҡты юғары процент менән тәьмин итеүсе ставка ла түбәнәйә. Тик шулай ҙа, минең уйымса, яҡындағы ярты йылда әллә ни үҙгәрештәр булмаясаҡ. Бынан сығып, иң яҡшыһы аҡсаны оҙайлы ваҡытҡа билдәле бер ставкала һаҡларға кәрәктер, тигән фекерҙәмен. Рәсәйҙә 40 триллиондан ашыу һум аҡса һаҡлыҡта ята. Үҙәк Банктың бурысы - ошо аҡсаларҙың инфляциянан осһоҙланыуына юл ҡуймау.

Ә ниндәй һаҡлыҡ төрөн һайларға һуң - һумдарҙымы, әллә валютанымы?

Калманович:
Әлеге ваҡытта һумдарҙағы һаҡлыҡ өҫтөнлөк менән файҙаланыла. Был валюталы һаҡлыҡтың геосәйәси хәүефлеге менән аңлатыла. Ә инде һумдарҙағы менән валюталағы һаҡлыҡтарҙы сағыштырып ҡарағанда, проценттарҙың хәҙер бөтөн ерҙә лә юғары булыуы күренә. Әгәр ҙә тормошоғоҙҙағы ниәттәргә ярашлы һеҙгә валюта файҙаланыу кәрәк икән, ундай һаҡлыҡ асыуҙа мәғәнә бар. Ә инде килем йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу булғанда, һаҡлыҡ аҡсаларҙы һумдарҙа тотоу хәйерлерәк, сөнки был билдәле бер өҫтөнлөктәргә эйә: һаҡлыҡтарҙы страховкалау һәм аҡсаларҙы килем биреүсе проценттарға ҡарап бер нисә банкҡа һалырға була. Тик мин шулай ҙа һумдарҙағы һаҡлыҡ яҡлымын. Әгәр ҙә долларҙарҙа һаҡлыҡ тотоуҙың бөтөн нескәлектәрен белеп бөтөрә алмаған хәлдә, уны һумдарҙа һалығыҙ.
Разуваев: Мин, мәҫәлән, валюта менән булышмаҫ инем, сөнки Мәскәү биржаһына ҡаршы санкция була ҡалһа, евро һәм доллар менән ниҙәр буласағы билдәһеҙ. Бик тә валюта кәрәк икән, юань, дирхам, һис булмаһа, әзербайжан манатын һайларға мөмкин.

Инвестициялауҙың мөмкин булған тағы бер варианты - акциялар һәм облигациялар. Һаҡлыҡ йәһәтенән граждандарға уларҙы тәҡдим итергә буламы һәм был осраҡта ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың килеме ниндәй буласаҡ?

Кокорева:
Тәүҙә Рәсәй ҡағыҙҙары - акция һәм облигацияға инвестициялауҙы ҡарайыҡ. Бөгөн граждандар өсөн ике вариант бар. Берәй компанияла брокер иҫәбе асырға була. Брокер компанияһы аша индивидуаль инвестиция иҫәбе (ИИС) асырға ла мөмкин. ИИС тураһында һүҙ бара икән, бында һалым айырмаһы алыу мөмкинлеге булыуын иҫтә тотоу кәрәк. Был юл, әлбиттә, туранан-тура ниндәйҙер компанияла брокер иҫәбе асыуға ҡарағанда отошлораҡ. Күптән түгел Президент В.Путин ИИС-ты банк һаҡлығы кеүек үк суммаға страховкалау механизмын эшләргә ҡушты. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән эш итергә теләгән тәжрибәһеҙ инвестор өсөн ИИС хәүефһеҙерәк тә, ҡыҙыҡлыраҡ та буласаҡ, тип уйлайым. Әйткәндәй, Рәсәйҙең ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары бөгөн үҙенә йәлеп итерлек кимәлдә. Тәү сиратта дивиденд ҡағыҙҙарына иғтибар итеү кәрәктер. Дивидендтарҙың йәшәйәсәге былтыр уҡ билдәле булды һәм был хаҡта иң эре дәүләт банкы, унан ҡала башҡа компаниялар ҙа иғлан итте. Быйыл беҙ, мәҫәлән, үҙ иҫәбен ярайһы ҙур ғына финанс запасы менән тулыландырған металлургтарҙан яҡшы ғына дивидендтар көтәбеҙ. Рәсәй дәүләт банктары ла ярайһы тотороҡло хәлдә һәм улар тарафынан лицензияны ҡайтарыу кеүек көтөлмәгән хәүеф-хәтәр булмаҫ, тигән ышаныс бар. Нефть секторы компанияларының мөмкинлектәре бөтәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм, шулай ҙа улар металлургтарҙан бер аҙ ҡалыша. Ә кешеләр хәҙер аҡсаларын күпләп тотона башланы. Операция отчеттарынан күренеүенсә, уртаса чек та, һатып алыусылар ҙа арта бара. Тимәк, алдынғы компанияларҙың акциялары үҙенә күрә һаҡлағыс актив сифатына эйә буласаҡ.

Инвестицияларҙың тағы бер ысулы - ҡиммәтле металдар, шулар араһында иң таралғаны, әлбиттә - алтын. Ул тәңкәләр рәүешендә лә, ҡалыпҡа ҡойолмалары ла (слитки), металл иҫәбендә лә була. Һеҙҙеңсә, быйыл алтын ярҙамында килем алырға мөмкин буласаҡмы?

Разуваев:
Алтын баҙарын 10 процент кимәлендә үҫеш көтә. Ә инде, әгәр ҙә берәй берәй хәрби конфликт йә булмаһа яңы пандемия, ә бәлки, еврозонаның тарҡалыуы йәки Европала банк көрсөгө башланып китә ҡалһа, ҡиммәтле металға шундуҡ ихтыяж юғары күтәреләсәк. Ғөмүмән, теләһә ниндәй киҫкен һынылыш, ҡыйралыш мәлендә алтындың хаҡы ла ҡырҡа күтәрелә. Оҙайлы инвестиция өсөн алтын һәйбәт варианттарҙың береһе ул.

Ошо ваҡытҡа тиклем рәсәйҙәрҙең күбеһе күсемһеҙ милекте аҡсаларын һаҡлауҙа ышаныслы ысул булараҡ күрә. Торлаҡ инвестицияһы быйыл да элеккесә үк көнүҙәк булып ҡалырмы?

Калманович:
Күсемһеҙ милек, йәғни "бетонға" аҡса һалыу һәр ваҡытта ла көнүҙәк, тик мәсьәлә шунда: ул ни дәрәжәлә отошло һуң? Әлеге көндөң юғары банк ставкалары күсемһеҙ милек баҙарына ныҡ ҡына "аяҡ сала". Был бигерәк тә икенсел баҙарға ауырлыҡ килтерә, сөнки ҡиммәтле кредиттар уның юлын быуа. Ләкин шуныһы ла бар: бындай ставкалар ағымдағы кимәлдә оҙаҡ дауам итмәйәсәк. Үҙәк Банкта белдереүҙәренсә, бындай хәл ярты йә бер йылға һуҙылыр, артабан ставкалар түбәнәйә башлаясаҡ. Шул саҡта кредиттар ҙа осһоҙлана төшөр һәм был күсемһеҙ милек баҙарының үҫешенә юл асыр.

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.24 | Ҡаралған: 141

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru