Сарғалап илаған ейәнсәренең сәрелдәк тауышын шундуҡ танып алған Сәғиҙә әбей, орсоғон ситкә ҡуя һалды ла, өтә баҫып ҡаршы сыҡты.
- Ни булды, балаҡайым? Нимәһенә шул ҡәҙәре яр һалаһың?
- Анауы, Сибай ышпанаһы миңә, етем башмаҡ тине-е! Мин етем түгел дә баһа-аң!
- Һәй шул суҡынған малай булды инде! Уның һүҙҙәренә иғтибар итеп торма һуң.
- Тәүҙә итмәгән инем, аҙаҡ тағы ҡабатланы-ы!
- Ярай, тыныслан. Һүҙ ни, әйтелә лә бөтә. Ишетмә лә ҡуй. Шулай итһәң, бер-икене ҡабатлар ҙа бөтөр.
- Етем башмаҡ булырға минең бит һинем бар, ибет, өләсәй? - Илауынан туҡтаған Мәҙинә, танауын мырш тартып, күҙ йәштәрен һөрттө.
- Эйе шул. Шулай тип әйтергә нисек телдәре бара тиһең... - Ҡапыл йөрәге һыҙлап киткән Сәғиҙә ейәнсәренең ыңғайына һыпырҙы. - Сабый менән сабый булмаһалар...
- Уның үҙенең дә атайы юҡ бит әле, өҫтәүенә, әсәһе эскесе, ти...
- Ҡуй, улай тимә, ҡыҙым. Аҡылы камил кеше кеше етешһеҙлегенән көлә икән - яҙыҡ ғәмәл ҡылған һаналыр. Ундайҙарҙың Алла башына һуға. - Ете йәшлек ейәнсәренең ололарса фекер йөрөтөп, һүҙ һөйләүенә ғәжәпһенә төшкән өләсәй аҡыл өйрәтә һалды. - Эй-й, хәҙерге балаларҙы...
- Ә ниңә, ул минән көлгәнде... Яҙыҡ әллә уға ҡағылмаймы?
- Ҡағыла. Көлә икән, тейешле язаһын тәңре бирер. Һин уның ыңғайына кешегә аслан ҡушамат тағаһы булма. Йәнә, юҡҡа үпкәләп, асыу тотоп та йөрөмә. Кемгәлер ҡарата кенә һаҡлау - яман ғәҙәттәрҙең иң яманы.
- Әһә һиңә! Етем башмаҡ - юҡ һүҙ буламы? Белгең килһә, ул минең иң яратмаған һүҙем.
- Йә, йә, яратмаған һүҙҙәр ҙә бара-тора онотола ул...
- Өләсәй, минең атайым да, әсәйем дә юҡтар. Ҡайҙа һуң улар? - Бөтөнләй тынысланырға өлгөргән Мәҙинә еүеш күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырҙы. - Мин гелән шулай етем башмаҡ булып йөрөрмөнмө?
- И-и, иҫәркәй! Улай тип әйтеү менән һәр кем етем башмаҡ булып бармай инде. - Һүҙҙе ҡырҡа икенсе юҫыҡҡа борған ейәнсәренең көтөлмәгән һорауынан күңеле тулышып киткән Сәғиҙә уның арҡаһынан тупылдатып һөйгән булды. - Һин дә һис улай түгелһең.
- Йә, һөйлә инде: ҡайҙалар минең әсәйем менән атайым? Ҡабырғаһы менән ҡуйылған әлеге һорау Сәғиҙәне аптырауға һалды.
Аптырау ғынамы, өләсәй кеше, ҡапылғара ни уйларға ла белмәй, юғалып ҡалды: инде нисәмә йылдар әллә йәшерә килгән, әллә һөйләп бирергә баҙнаты етмәгән хәҡиҡәтте асып һалыр мөҙҙәт тә килдеме икән шулай уҡ? Бына әкәмәт, ҡайһы арала уҙып өлгөрә был ваҡыт тигәнең. Кисә генә йүргәктә ятҡан сабый бөгөн инде үткәндәре менән ҡыҙыҡһына. Эй-й, ғүмер!
- Ярай, тик илама. Һөрт күҙ-башыңды. - Ейәнсәре һүҙен йыға алмаған өләсәй кеше хәтирәләргә бирелде...
Өләсәйе һөйләгәндәрҙән хайран ҡалып ултырған ҡыҙҙың башында кескәйҙәргә хас булмаған уйҙар ҡайнаша. Уны, Мәҙинәне, әле тыумаҫ элек үк етемлеккә дусар итеп, бар яманлыҡтарҙың сәбәпсеһе булған ул яһил әҙәм аҡтығы тейешле язаһын алырға тейеш тә баһаң! Башҡаса булыуы мөмкин түгел! Тик нисек итеп? Быныһы инде икенсе һорау. Был тәңгәлдә ныҡлап уйларға кәрәк. Ә былай эшләгәндә...
Шул арала киләсәккә ҙур-ҙур маҡсаттар ҡуйырға өлгөргән ҡыҙ йораты иртәгәһенә үк мәктәптә эшләп килгән ҡул һуғышы секцияһына яҙылып ҡайтты. Ете йәштән ун йәштәгеләр төркөмөнә. Уны унда берәү ҙә әүрәтеп-өгөтләп тә, көсләкләп тә алып килмәне. Тотто ла үҙе барҙы.
- Ә мин ҡул һуғышы түңәрәгенә яҙылдым! - Һәләк күңеле булған Мәҙинә ҡайтып инеү менән үҙенең ҡыйыу аҙымы хаҡында өләсәйенә һөйөнсөләй һалды. Тегеһе, әүәл хайран китеп бот сапты, унан урындыҡҡа лыпым ултыра төштө.
- Әстәғәфирулла! Ҡыҙ-ҡырҡын эшеме ни һуғышып йөрөү! Юҡ менән булмаһаң, башҡа кәсеп бөткәнме?
- Уҡытыусы ағайыбыҙ әйтә, һәр кемдең тормошта ниндәйҙер маҡсаты булырға тейеш, ти. Маҡсатһыҙ кеше - юҡ кеше, ти. Хәҙер минеке лә бар.
- Һуғышмайынса ғына ул маҡсатҡа ирешеп булмаймы һуң? Шөғөлөң уҡыуыңа ҡамасау яһамаҫмы?
- Өләсәй, кисә миңә, атайың әле бар, икенсегә өйләнгән, тигән инең... - Мәҙинә һүҙҙе йәнә икенсегә бора һалды.
- Әйт... Әйткәйнем шул... - Ейәнсәренең тел төбөн тулыһынса аңлап етмәгән өләсәй аптырап китте. - Уның бында ни ҡыҫылышы?
- Ҡайҙа йәшәй икән, әйтә алмайһыңмы?
- Юҡ. Нимәгә ул һиңә кәкүк-атай? - Мәҙинәнең һүҙ йүнәлеше ҡайҙа алып барғанлығын төшөнә башлаған Сәғиҙә терт итеп ҡалды. Шулай ҙа битараф ҡиәфәттә ҡул һелтәгән булды: - Ҡуй, башымды ҡатырма. Лутсы, ана, өйгә эштәрең менән бул.
- Былай ғына, өләсәй. Белгем килә... - Тегеһе үҙенекен ныҡышты.
- Сибайҙа, имеш, тип ишетә биреп ҡалғайным. Әллә тағы...
- Ә дөп-дөрөҫөн кемдән белергә була?
- Әй, һәпрә ҡыҙыҡай, нимәһенә шул тиклем төпсөнәһең әле? - Һөйөклө сабыйының татлы теле бәғеренә һары май булып яғылған өләсәйҙең күңеле йомшара бирҙе. - Бына ошонда әсәйең менән икәүһе төшкән кәртишкәләре ята ине...
Пар күгәрсендәрҙәй ике йәш кешенең бер-береһенә һыйынышып төшкән фотоһүрәтенә Мәҙинә оҙаҡ текләп торҙо. Гүйә, кемеһендер ныҡлап хәтерендә ҡалдырырға тырыша ине.
- Уның менән ни өсөн ҡыҙыҡһынғанды аҙаҡ белерһең. - Ул ҡырт боролдо ла, урамға сығып китте. Ейәнсәренең ҡыланышында бер ни аңламаған Сәғиҙә аптырауҙан ни әйтергә лә белмәй ултырҙы ла ҡалды.
* * *
...Ҡул һуғышы түңәрәгенең иң әүҙем, иң ихлас, шул уҡ ваҡытта иң отҡор ағзаһы Мәҙинә һәр төрлө алымдарҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерҙе. Ике йыл үтеүгә ул мәктәп чемпионы булһа, һуңынан район буйынса ла алдынғы спортсылар рәтенә сыҡты. Ун биш йәше тулыуға инде тренерына ҡаршы сығып маташҡан ныҡыш ҡыҙ ҙур-ҙур бәйгеләрҙә еңеү артынан еңеү яулап, барыһын аптырауға һалды.
Туғыҙынсы синыфты урта ҡулдар араһында тамамлап, уҡыуын артабан колледжда дауам итергә теләк белдергән Мәҙинәгә тренеры:
- Мәктәпте бөткәнсе ошонда йөрөп торһаң ни була, - тип үтенес белдергән һымаҡ әйтеп ҡараған ине лә, тегеһе:
- Үҙегеҙ, ҡала ерендә мөмкинлектәр күберәк, тинегеҙ бит, - тип йәпле генә һылтауын табып, уйынлы-ысынлы итеп баш тартты. - Барып ҡарайым әле. Килеп сыҡмаһа, кире ҡайтыуы ауыр булмаҫ.
Алсаҡ тәбиғәтле, тиҙ аралашып барыусан эскерһеҙ Мәҙинә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә физик культура колледжында ла, уҡытыусыларҙың да, төркөмдәштәренең дә күңелен яулап өлгөрҙө. Бәғзе ауыл балалары кеүек, ул сит кешеләргә, ят мөхиткә өйрәнеп китә алмай оҙаҡ аҙапланманы. Бәлки, уға ете йәшенән ынтыла килгән маҡсаты булышлыҡ иткәндер, кем белә?..
Көндәрҙең береһендә колледждың дүртенсе курсында уҡып йөрөгән Мәҙинә, уйламаған ерҙән теге мәл, әле мәктәпкә бармаған да сағында, үҙен етем башмаҡҡа тиңләп күңелен ныҡ ҡайтарған Нәҙирҙе осратты. Осратты ла шунда уҡ танып алды. Быға ҡәҙәре нисек итеп бер тапҡыр ҙа тап булышманыҡ икән, тип аптыраған йәштәр күптән дуҫлашып йөрөгән әшнәләр шикелле йылы күрештеләр. Шулай, бала саҡ дуҫы, яманмы ул, яҡшымы, һәр саҡ, һәр ерҙә, һәр кемгә ҡәҙерле.
Һөйләшеп киттеләр. Баҡһаң, Өфө университеты филиалында белем алған Нәҙир атай-әсәйе менән ошонда йәшәй икән. Мәҙинәләрҙең ауылына ул ҡунаҡҡа барып йөрөгән булған. Өләсәйе вафатынан аҙаҡ унда һуҡмағы һыуынған да ҡуйған. Әйтәгүр, шул мәлдән бирле күренгәне булманы.
Маяковский паркында йөрөнөләр, автобусҡа ултырып, Төйәләҫ быуаһына барып уранылар, кискә матур ғына кино ҡаранылар. Йәштәр инде бер-береһенә оҡшай ҙа башланылар, буғай: киләһе ялда ла осрашырға һүҙ ҡуйышып айырылышты улар. Дөрөҫөрәге, егет ҡыҙҙы дөйөм ятағына еткәнсе оҙата барҙы. Ошонан аҙаҡ күрешеүҙәр даимиға әйләнде.
Дуҫлашып китеүҙәренә ай ярым тигәндә Нәҙир, яйын килтереп, Мәҙинәне өйҙәренә саҡырҙы.
- Әллә ҡалай бит әле, - тип уныһы итәғәтле генә баш тартмаҡсы итте. - Уңайһыҙ һымаҡ.
- Нимәһе уның уңайһыҙ? Үҙем саҡырып торғанды...
- Күрмәгән-белмәгән урынға...
- Ана шунда күрерһең дә, белерһең дә.
Уларҙы урта йәштәрҙәге ҡаҡса ир ҡаршы алды. Алға кәкерәйә биргән кәүҙәле, кәгез ирҙең йөҙөн Мәҙинә тәү ҡарауҙа уҡ сырамытҡандай итте. Шулай ҙа, керпек сәнсеп йәшертен һынап тороуға ҡарамаҫтан, уны танып, кем икәнлеген өҙөп кенә әйтә алманы. Ҡайһы саҡ шулай була бит ул: йөҙ шул тиклем таныш та, хатта яҡын да кеүек, ә ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа күргәнеңде иҫләп тә, әйтеп тә булмай ҙа ҡуя. "Ә, бөткәнме ни бер-беренә оҡшаш сырайлы кешеләр. Кемгәлер оҡшатамдыр шунда, - тип үҙен-үҙе тынысландырырға тырышҡан Мәҙинә шулай ҙа әлеге аҫтыртын йылмайыу менән ҡараған шом тулы күҙҙәрҙе хәтеренән юйып ташлай алманы. Күңеленә инеп ояланы ла ул ҡараш, сығып китмәй ыҙалатты.
- Атайыңмы? - Сираттағы бер килеүендә фотоальбом ҡараштырып ултырған Мәҙинә әлеге кешенең һүрәтенә төртөп күрһәтте.
- Эйе, шул. - Сәй ҡуйып маташҡан егет рыя ғына яуап бирҙе.
- Элек атайың юҡ тип белә инем...
- Әй, әллә ҡайҙа йөрөй торғас, ҡайтып килде шунда.
- Ә әсәйең?
- Ул әле эштә.
Мәҙинә ҡалын альбомды ашыҡмай ғына битләүен дауам итте. Бер мәлде... Ҡыҙҙың өҫтөнә әллә боҙло, әллә яңы ғына ҡайнап сыҡҡан һыу һиптеләрме ни! Ваҡыт шойҡаны ҡағылыуҙан иҫкереп, һарғая башлаған фотонан уға мәрхүмә әсәйе, өләсәйе һәм... Нәҙирҙең атаһы ҡарап торалар ине. Фотоның бындайы бит уларҙың үҙҙәрендә лә бар ҙа баһаң! Бына ҡайҙа күргән ул теге ытырғандырғыс ҡарашты. Аһ! Әллә ысынлап та улмы? Шул ҡәҙәре оҙаҡ эҙләгәнен ул ошо рәүешле уйламағанда-көтмәгәндә килеп табып алдымы? Булыуы мөмкин түгел! Ә ниңә түгел? Һәммәһе буталып-симәлеп бөткән был тормошта барыһы ла булыуы мөмкин! Тимәк Нәҙир... мин... Нәҙирҙең атаһы... Ҡапыл зиһене томаланып киткән Мәҙинәнең мейеһендә тиҙ генә осона сығып булмаҫлыҡ ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бер ҡарауҙа уҡ аңлашылып торған яп-ябай ҙа уйҙар ҡайнашты...
* * *
-Бик тә ныҡышаһың икән, ҡыҙым, тыңла. - Әллә ҡайҙарҙа йөрөп ятҡан атайы хаҡында төпсөнөп маҙаһын ҡоротҡан ейәнсәренән ҡотолорға буламы, бәлки, ысынлап та хәҡиҡәтте белеп ҡалһын типтер, Сәғиҙә әбей теге көндө Мәҙинәнең үтенесен кире ҡаҡманы. Бер нәмәһен дә арттырмай ҙа, йәшермәй ҙә, бар тик белгәндәрен генә һөйләп бирергә ҡарар итте. - Мин ғүмерем буйына бил яҙмай эшләү дәүеремдә аҙмы-күпме мөлкәт туплай алдым. Бер бөртөк балам өсөн тип йыйған ул мөлкәттең ниндәй хаҡҡа төшкәнлеген үҙем генә беләм: һаулығым ҡаҡшау өҫтөнә, үҙ иркем менән донъя ҡыуаныс-шатлығынан ваз кистем. Олатайың һуғышта ятып ҡалғас, яңғыҙ баламды- әсәйең мәрхүмәне әйтәм инде, әҙәм рәүешле тәрбиәләп, аяғына баҫтырыу өсөн мин бер нәмә лә йәлләмәнем, хатта үҙ яҙмышымды ла. Теге аҡсаны ла бары уның киләсәген уйлап, уның өсөн йыйған булдым. Иркәрәк булып үҫһә лә әсәйең бик егәрле, бөтмөр ине, ошоларына өҫтәп, бәләкәйҙән бер ҡатлыраҡ та булды. Ана шул ябай бер ҡатлылығы башына етте лә инде.
- Нисек итеп? - Әлегәсә тыныс һымаҡ күренгән Мәҙинә ҡалҡына бирҙе.
- Нисек итепме? Күңеле шар асыҡ, хәйләһеҙ кешеләрҙе боҙоҡ эсле, ямандары һәр ваҡыт һағалап ҡына тора бит ул. Ошо хаҡта киҫәтеп тороуыма ҡарамаҫтан, әсәйең бахыр менән дә шулай килеп сыҡты. Нимәгәлер район үҙәгенә барғанында ул бер егет менән осрашып танышҡан. Эсендәгеһенең тамсыһын да һаҡлай белмәгән әсәйең шунда уҡ ярылып, бөтәһен дә һөйләп бирә һалған. Йәнәһе, ғашиҡ булған берәү. Тегеһе, әлбиттә, битараф ҡала алмаған.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА