Танылған музыкант, йырсы һәм актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов Махсус хәрби операция үткәрелгән урындарҙа яҡташ яугирҙар алдында сығыш яһаны. Бындай концерттар тәүге тапҡыр фронт линияһынан алыҫ түгел блиндаждарҙа үтте. Артист Башҡортостан батальондары яугирҙары өсөн ете концерт бирҙе. Ошо хаҡта ентекләберәк ул "Башинформ" агентлығына интервьюһында һөйләне.
Рәсүл Рафиҡ улы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар алдында концерт менән сығыш яһау ниәте нисек тыуҙы?
- Мин быға тиклем дә егеттәр хәрби әҙерлек үткән урындарға йыш йөрөнөм. 2022 йылда яугирҙарҙы оҙатыр алдынан концерттар Һарытауҙа, 2023 йылда Түбәнге Новгород өлкәһендә булды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальонға флаг тапшырҙы. Бындай концерттар ваҡытында бер төркөм музыканттар менән окоптарҙағы, һуғыш барған урындарҙағы егеттәр янына барыу идеяһы ла тыуҙы. Үҙемдең был фекеремде Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадрановҡа еткерҙем, ул хупланы. Ләкин төркөм менән түгел, бер үҙемә килергә тәҡдим итте. Был юлы сәфәргә коллегам Фаил Раил улы Ғафаров менән барҙым. Унда, урында, Азат Шамил улы менән осраштыҡ, сығыштар графигын төҙөнөк, полк һәм батальон командирҙары менән һөйләшеп килештек. Һуңынан бер хәрби офицер оҙатыуында яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән, мобилизацияланғандар урынлашҡан ергә юл тоттоҡ. Беҙ фронтҡа иң ныҡ яҡынлашҡан линияла, ҡайһы саҡта ни бары 3-4 километр алыҫлыҡта булдыҡ.
Хәүеф үҙен аҡланымы? Егеттәр һеҙҙең концерттарҙан рухи аҙыҡ алдымы?
- Әлбиттә! Бында, Өфөлә, ҙур һәм уңайлы һарайҙарҙа концерттар ҡуйыу - бер эш. Унда иһә бөтөнләй башҡа күренеш. Яугирҙар бөтөнләй башҡаса ҡабул итә. Барыһы ла үҙ эше менән мәшғүл, үҙ бурыстарын белә һәм үтәй. Тамашасыларым фронттың тәүге линияһынан ҡайтып ял иткән егеттәр ине, блиндаждарҙа 15-30 кеше йыйылды. Бөтәһе ете концерт булды. Күберәк блиндаждарҙа сығыш яһарға тура килде. Үҙебеҙ менән бәләкәй генә, батарейкаларҙа эшләгән аппаратура алғайныҡ. Беренсе көндә, техниканы көйләгән саҡта, беҙҙең яҡтан арт-атыш ("выход" тип атала) башланды, ер тетрәгәндәй булды... Шул саҡта мин ысынлап та фронт һыҙығында булғанымды тойҙом.
Беҙ күберәк "УАЗ" машинаһында йөрөнөк. Юлдарҙың береһендә машина баҫыу уртаһында бысраҡҡа батты. Ә баҫыуҙы быға тиклем йыш ҡына утҡа тотоп торғандар. Оҙаҡ ҡына, бер 15-20 минут самаһы, машинаны сығара алмай маташтыҡ. Был бик ҡурҡыныс ине. Үлемдең эргәлә генә икәнен тойҙом - теләһә ҡайһы ваҡытта ракеталар, дрондар осоп килеп, шартлата ала ине...
Егеттәр һеҙҙең сығыштарығыҙҙы нисек ҡабул итте?
- Бик шәп ҡабул иттеләр! Яугирҙар алдында, ғөмүмән, икенсе тойғолар кисерелә. Уларҙа тыуған яғын, туғандарын һағыныу тойғоһо көслө, күҙ йәштәрһеҙ һөйләп булмай. Әбйәлил, Ейәнсура, Күгәрсен, Туймазы, Ишембай, Белорет, Хәйбулла, Бәләбәй, Благовар һәм башҡа райондарҙан күп яҡташтарҙы осраттыҡ.
Егеттәр бик татыу. Уларҙың ныҡлы ирҙәр дуҫлығы мине хайран ҡалдырҙы. Нисек кенә булмаһын, улар бер-береһенә ярҙамға килә, бер-береһен бәләлә ҡалдырмаясаҡ. Улар - йәшәү менән үлемдең нимә икәнен белгән хәрби дуҫтар.
Беҙҙе оҙатып йөрөгән "Сегән" позывнойлы офицер һөйләүенсә, пехотала хеҙмәт иткән яугирҙар оҙайлы ваҡыт окоптарҙа йәшәй. Егеттәр - ысын геройҙар, мин улар алдында сал башымды эйәм, улар - киләсәк быуындар өсөн ысын ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө.
Барыһын да үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, тағы нимәләр белдегеҙ?
- Тәү сиратта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Хөкүмәтебеҙгә, район һәм ҡала башлыҡтарына, эшҡыуарҙарға һәм республика халҡына рәхмәт әйткем килә, сөнки Башҡортостаныбыҙ яҡташ яугирҙарына нисек ярҙам иткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем! Был бик ҙур ярҙам! Беҙҙең батальондар һәм полктар туҡланыу, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән, бер нәмәгә лә мохтаж түгелдәр. Улар урынлашҡан урындарҙа мунса-мискәләр ҙә тора, хатта утынды ла Башҡортостандан ебәрәләр. Бәлки, тәүге осорҙа ауырлыҡтар ҙа булғандыр, ләкин хәҙер беҙҙең батальондар тулыһынса тәьмин ителгән. Мин Махсус хәрби операция биләмәһендә булған 10 көн эсендә Башҡортостан райондары етәкселеге өс-дүрт тапҡыр килде.
Концерттарҙа ниндәй йырҙарығыҙҙы башҡарҙығыҙ?
- Мин бер сәғәтлек программа әҙерләнем, репертуарға төрлө йырҙар индерелде. Беҙҙең батальондарҙа төрлө милләт вәкилдәре бар: башҡорттар ҙа, рустар ҙа, татарҙар ҙа, сыуаштар ҙа... Хәрби әҙерлек үткәреү урындарына барғанда уҡ күп егеттәрҙең Виктор Цойҙың "Кәкүк" йырын башҡарыуҙы һорағанын һәм коллегам Александр Карташов менән уны ҡурайҙа, инструменталь вариантта әҙерләгәнде хәтерләйем. Киләһе сәфәрҙә мин "Кәкүк"те мотлаҡ йырлаясаҡмын.
Александра Пахмутованың билдәле "Надежда" әҫәрен дә үҙем менән алдым - был йырҙы бик яҡшы ҡабул иттеләр. Яугирҙарға йырҙың һүҙҙәрен тараттыҡ, һәм беҙ бергәләп йырланыҡ.
Әлбиттә, "Ай-һай, гөлкәйем", "Аҡ ҡалфаҡ", "Ырымбур-ҡала", "Бик һағындым һине, тыуған илем", "Беҙҙең ил" кеүек башҡорт халыҡ һәм автор йырҙарын, башҡорт бейеү попурриҙарын башҡарҙым. Егеттәргә был йырҙар бик оҡшай. Мин ҡурайҙа уйнағанда ҡайһы бер яугирҙарҙың күҙҙәре йәшләнде. Әммә уларға былай ҙа еңел түгел, шуға күрә яҡташтарҙың хәрби рухын һәм кәйефен күтәреү өсөн күңелле, күңелсәк йырҙар, композициялар башҡарҙым.
Егеттәр һеҙҙең аша туғандарына сәләмдәр тапшырҙымы?
- Һәр концерт алдынан яугирҙарға блокнот менән ручка бирҙем һәм туғандарына сәләм һүҙҙәрен яҙырға тәҡдим иттем. Мобиль элемтә бөтә ерҙә лә юҡ. Егеттәр яҡындарын һағынған, ата-әсәләренә, апай-һеңлеләренә, ағай-энеләренә яҙҙы... Мин 30-ҙан ашыу ошондай хат алып ҡайттым, уларҙың һәр береһе тиерлек "Еңеү менән ҡайтырбыҙ!" тигән һүҙҙәр менән тамамлана.
Өфөгә ҡайтҡас, ике көн яугирҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына шылтыраттым. Кемдер шылтыратыуыма яуап бирҙе, кемдер - юҡ, әммә мин ихлас күңелдән улар көтөп алған хәбәрҙе еткерергә теләнем.
Концерттарҙан һуң сәй эсеү ойошторолдо, ихлас күңелдән аралаштыҡ. Мин йырҙар, һөйләшеүҙәр аша егеттәргә Башҡортостандың бер өлөшөн, тыуған йорт йылыһын тапшырырға тырыштым. Был улар өсөн бик ҡәҙерле ине.
Мин унда мотлаҡ рәүештә тағы барасаҡмын. Егеттәр - ысын геройҙар. Яугирҙарыбыҙҙың хәрби рухы, уларҙың ныҡлы ирҙәр дуҫлығы һәм уларҙың еңеү менән ҡайтырына ышанысы айырыуса ныҡ тәьҫир итте.
БАШИНФОРМ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА