«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РОБОТ ОПЕРАЦИЯ ЯҺАЙ
+  - 

Өфөлә БДМУ клиникаһының роботлаштырылған хирургияһы үҙәгендә уникаль операция яһалды.

Хирургтар робот ярҙамында тубыҡ быуынына протез ҡуйҙы. Видео буйынса эш барышын юғары уҡыу йорто студенттары күҙәтте. Медицина учреждениеһы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, операцияны алтмыш йәштән өлкән ҡатынға яһағандар. Тубыҡҡа операция бер сәғәт кенә дауам итә. Элек хирургтар һөйәкте титан ярҙамында ҡырҡып алған, ә бөгөн барыһы ла лазер ярҙамында башҡарыла. "Операция бүлмәһендә хирург бер үҙе эшләй, уға ассистенттар бригадаһы кәрәкмәй, барыһын да робот эшләй. Бында туҡыма алып ташлана, ә яра таҙа ҡала. Имплант теүәл урынлаштырыла, өҙлөгөү хәүефе бик аҙ", - тип һөйләне БДМУ-ның травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Булат Минасов. Ординаторҙар роботлаштырылған операция барышын тура эфирҙа ҡараны, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. "Быға тиклем Башҡортостандағы коллегалар менән Мәскәүҙә эшләнек. Хәҙер беҙ бында яңы шарттарҙа техника ҡуйырға ярҙам итәбеҙ. Роботтың өҫтөнлөгө - оперцияны интернет аша ла эшләргә мөмкин", - тип билдәләне Сеченов университетының травматология, ортопедия һәм быуын ауырыуҙары кафедраһы профессоры Андрей Грицюк.
БДМУ клиникаһының роботлаштырылған хирургияһы үҙәге бөгөн Волга буйы федераль округында берҙән-бер иҫәпләнә. Белгестәр әйтеүенсә, ул йылдан-йыл үҫешә. Заманса технологиялар ярҙамында эш тәжрибәһе лә яйға һалына. "Робот ярҙамында операция яһау технологияһы артабан да үҫешәсәк. Донъяның күп илдәрендә бындай роботтар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хирург арырға, ауырырға мөмкин, робот кеше факторын һәм хаталарын тулыһынса юҡҡа сығара. Урология, онкология, ҡан тамырҙары хирургияһындағы кеүек, робот хирургияһы тиҙҙән ортопедияла төп хирургияға әйләнәсәк", - тип аңлатма бирҙе БДМУ ректоры, профессор Валентин Павлов.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 258

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru