«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҒРЫ-3
+  - 


Ошолай уйлап, ҡәтғи ҡарарға килгән Мәҙинә Нәҙирҙәргә йышланы. Башта теге, ҡаҡ һөйәккә ҡалып барған әҙәмде, атай, тип атау түгел, хатта күрә алмаған һымаҡ булһа ла, тора-бара нисектер ылығып, уға ҡарата ҡатҡан күңеле йомшара төштө. Нәҙир менән әсәһе өйҙә юҡ сағында оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар, унан ҡалһа, гәп һата-һата сәй эсәләр. Ҡайсаҡ ҡапыл уйсанланып киткән Мәҙинәнең башына: "Ошоноң ише лә һәйбәт кеше, шундай яуызлыҡ ҡыла аламы? Әллә уның һәйбәтлеге элеккесә бары тик ялтырауыҡ алдатҡыс ҡынамы?" - тигән икеле-микеле уйҙар килеп ҡуйғылай.
Нәҙирҙең әсәһе Сәбилә апай ҙа яҡшы кеше булып сыҡты. Өҫтәүенә, һәләк һылыу ҙа, буй-һынға ла буйтым ғына. Ҡыҙыҡ, үҙенең алдаҡсы, яһил ире, ҡаршыһында ултырған сит-ят ҡыҙ, көндәшенең ҡыҙы, ошо йәшәп ятҡан торлағының ниндәй юл менән, ниндәй хаҡҡа ҡулға төшөрөлөүе тураһында ул беләме икән? Белгән хәлдә нисек итеп түҙеп йөрөй? Юҡ, белмәйҙер. Тегеһе "тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтары" хаҡында, моғайын, һөйләп тормағандыр. Ә белә ҡалғанда Мәҙинәне ни эшләтер ине икән? Ни эшләтһен, ҡыуып сығарыр ҙа, башҡаса фатирҙарының тупһаһына ла баҫтырмаҫ ине шәт. Ҡыҙыҡ түгелме һуң, бына Мәҙинә үҙен яралтҡан атайы, икенсе әсәйҙән булһа ла, бер туған һаналған Нәҙир ағаһы тураһында бөтәһен дә тиерлек белә, ә тегеләре уның кем икәнлеген уйлап та бирмәй. Хатта белергә тырышмай ҙа. Әллә артабан ни эшләр икән был, тип, юрый ҡыланған булалармы?
Хәҙерге ҡануниәт нигеҙҙәренә таянып, төптәнерәк фекер йөрөткәндә бит ошо фатир Мәҙинә менән уның өләсәһенеке булырға тейеш. Урлаған бер гонаһлы, урлатҡан мең гонаһлы: улар шулай уҡ мең гонаһ йөкмәп йөрөп ятамы икән ни? Хәйер, ул мәлдә әле Мәҙинә әсә ҡорһағындағы сабый ғына булған. Шунлыҡтан, әлеге гонаһтарҙы уның өҫтөнән алып ташларға була. Ә өләсәһе? Өләсәһе Сәғиҙә әбейҙе гонаһлы һанап, үҙ өҫтөнә гонаһ алмаҡҡа кемдең намыҫы етер икән?
"Теге"гә ҡарата көндән-көн йомшара барғанын тойған Мәҙинәнең үҙенә-үҙе йәне көйҙө: ошо эшкинмәгәнлеге арҡаһында шулай уҡ уйлағанын тормошҡа ашыра алмаҫмы икән ни? Нисәмә йылдар буйына үҙ ирке менән күпме мәхрүмлектәргә барып әҙерлән дә... Хәҙер бит инде ул - спорт мастерлығына кандидат, быны-бына мастерлыҡ нормаһын яҡларға тора. Кәгез кешенең йәнен алыу өсөн бер ябай ғына алымы ла етә. Барыһы ла уны, ихтыяр көсө ныҡ, тип маҡтайҙар, ә ҡайҙа һуң ул көс? Ихтыяры ныҡ булған кеше шулай йомшап төшәме? Шулай ҙа нисек итергә? Яман булһа ла атай кешегә яҫҡынырға уның ҡулы күтәрелерме? Был осраҡта бит бер яҫҡыныу ғына аҙ буласаҡ... Ә ниңә яҫҡынмаҫҡа? Ул үҙ балаһының, шул бала әсәһенең бәхетенә, хатта яҙмышына яҫҡынғанды... Юҡ, ниндәйҙер эште ниәтләп башлағанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалыу ярамаҫ.
Ниһайәт, ошондай ҡәтғи ҡарарға килгән Мәҙинә ентекләп әҙерләнергә тотондо. Өҫтөнә тәнен һылап-ҡыҫып торған ҡара төҫтәге трико, аяҡтарына еңел, әммә ныҡлы аяҡ кейеме, башына бейсболка кейҙе. Ул тулыһынса әҙер. Ҡуҙғалырға ваҡыт. Мәҙинәнең һәр аҙымы, һәр минуты иҫәпләп сығарылған: тап ошо мәлдә "теге " өйҙә яңғыҙы ҡала, ҡыштыр-ҡыштыр килеп, ниндәйҙер ҡағыҙҙар менән булыша. Әлеге ҡағыҙҙарҙы ул бер кемгә лә, хатта ки өйҙәгеләренә лә күрһәтмәй, һәр ваҡыт сейфта бикле тота. Ҡатыны эшкә, Нәҙир университетҡа киткән була. Уның "кабинетынан" өс аҙымда ғына урынлашҡан аш-һыу бүлмәһенең тәҙрә төбөндә торған өҫтәл тартмаһында һәр төрлө бысаҡтар һаҡлана. Мәҙинә уларҙың ҡайһыныһын ҡулына аласағын ап-асыҡ күҙ алдында тота. Бындай эштә һәр секунд ҡәҙерле, яңылышыу һис ярамай. "Эште" урын еренә еткереп атҡарғандан аҙаҡ уға бит практик занятиеларға барып өлгөрөргә кәрәк. Был уның алибиһы буласаҡ. Шулай итеп ҡон ҡайтарыу сәғәте һуҡты...
Мәҙинә, шаҡып тормаҫтан ғына, таныш ишекте тартып ҡарамаҡсы итте. Сәйер, асҡыстар тупһа алдындағы түшәк аҫтында ятыуға ҡарамаҫтан, ошоғаса һәр саҡ биктә торған ишек был юлы асылды ла китте. Аптырай төшкән Мәҙинә уны-быны уйлап өлгөргәнсе, фатирҙан, башын һоро төҫтәге оҙон плащының бейек яғаһы эсенә йәшергән берәү килеп сыҡты. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡанлыҡтан ҡиәфәте ҡурҡыныс, өҫтәүенә ҡара күҙлек кейеп алған әҙәмдең йөҙөн ул яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалды. Бындайын һис көтмәгән ҡыҙҙың йөрәге жыу итте: барлыҡ пландарын юҡҡа сығара яҙҙы лабаһаң, шөкәтһеҙ...
Бесәй аҙымдары менән ишектән ингән ҡыҙ тар коридор буйлап һаҡ ҡына эскә үтте. Бүлмәләрҙә шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Бәлки, "теге" өйҙә түгелдер? Бая сығып шылған әллә фатир ҡарағы булдымы? Ишек тотҡаһына ҡағылды, иҙәндә табан эҙҙәрен ҡалдырҙы, уғрылыҡты тота килеп Мәҙинәгә япһарып ҡуйыуҙары ла бар бит әле. Кире сығырға ла китергәме? Юҡ, ярамай, ҡәбәхәт язаһын алырға тейеш! Ҡон көҫәүсе тәүәккәл аҙымдар менән ары атланы.
Бына Нәҙирҙең бүлмәһе, артабан зал һәм... о, Аллаһ! Был нимә? Ҡот осҡос төш түгелдер бит? Паркетлы иҙәнде тултырып йәйелә барған ҡан күле эсендә салҡан төшөп "теге", әй, юҡ, теге түгел, ә Мәҙинәнең атайы ята. Күкрәгенә нәҡ Мәҙинә алдан инселәп ҡуйған оло бысаҡ ҡаҙалған. Инде йәнһеҙҙер, тип һанаған кәүҙә ҡуҙғала бирҙе.
- Ата-ай! - Йән өҙгөс ауаз һәр төрлө йыһаз менән тулы дүрт бүлмәле фатирҙы яңғыратты. Үҙен-үҙе тотоп тора алмаған ҡыҙ яралы янына йүгереп килде. - Ни эшләттеләр һине, атаҡайым!
Ирҙең көслөк менән асылған күҙҙәре Мәҙинәгә төбәлде.
- Ә-ә, ҡыҙым... һинме ни?.. Ыһ...
- Кем һине былай?
- Ғәфү үтенергә өлгөрмәй ҡалдым... - Мөсһөҙәйә барған ир, ҡыҙҙың һорауын ишетмәгән һымаҡ, үҙенекен һөйләне. - Ғәйебем ҙур, кисер... Шулай ҙа фатирҙы һинең исемгә...
- Һиңә һөйләшергә ярамай, атай. Тик кенә ятып тор. - Мәҙинә ҡанлы бысаҡҡа тотондо.
- Ҡағылаһы булма берүк!.. - Күкрәгенән һалҡын тимер һурып алынған ирҙең тәне һелкенеп ҡуйҙы. - Тотма бысаҡты!..
Ләкин ул һуңланы. Әле генә әҙәм ғүмерен ҡыйған бысаҡ Мәҙинәнең ҡулында ине инде.
- Аһ, харап иттең, ҡыҙым, үҙеңде... - Был ирҙең үҙ ғүмерендәге һуңғы һүҙҙәре булды.
- Юҡ, яңылышаһың, мине һин харап иттең. Һин уғры! Һин беҙҙең бәхетебеҙҙе, киләсәгебеҙҙе урлап ҡастың! Ниңә улай иттең инде, атай?
Йән әрнеүе менән әйтелгән һүҙҙәрҙе ир инде ишетмәне...
Әле генә булып уҙған ҡот осҡос фажиғәнән аңҡы-тиңке хәлдә ҡалған Мәҙинә, уны-быны уйлап тормаҫтан, әүәл "тиҙ ярҙам"ға шылтырата һалды, һуңынан милицияны саҡыртты. Ҡыҫып тотҡан бысаҡты ул, ынтылып, ниндәйҙер яҙмалар тулы өҫтәл өҫтөнә һалды. Шул ыңғайға күҙе бер ситтә ятҡан ҡағыҙ киҫәгенә төштө, үҙе лә һиҙмәҫтән, уны ҡулына алды. "Ҡаныбыҙҙы күп эстең, ҡәбәхәт! Алдаҡсының ахыры бына ошолай тамамланырға тейеш! Һинең ише бүтән оңҡот-ҡомағайҙарға һабаҡ булһын өсөн". Уҡығанынан шаҡ ҡатҡан Мәҙинә: "Бәй, атай, шойҡаның тейгәндәр беҙҙән башҡа ла булған, ахыры, - тип асырғанып ҡуйҙы. - Әммә ләкин бөтәһе лә минең әсәйем, өләсәйем шикелле йыуаш һәм бер ҡатлылар түгел шул. Ана бит, кешеһенә тап булғанһың... "
Күп тә үтмәҫтән килеп ингән табиптар ирҙең үлемен теркәһәләр, ә милиционерҙар инде ҡул-башы ҡанға буялып бөткән ҡыҙға шунда уҡ иғтибар итте. Араларынан береһе, ишек төбөндә торғандарына ишара яһап, аҫтыртын ғына күҙ ҡыҫыу менән ике әзмәүер Мәҙинәне ҡармап алдылар ҙа, күҙ асып йомған арала ҡулдарына бығау һалып та ҡуйҙылар. Улар енәйәтсене енәйәт өҫтөндә тотто. Улар ифрат ҡәнәғәт...
Ни булып ятҡанын тулыһынса аңларға ла өлгөрмәгән ҡыҙҙы, эткесләй-төрткөсләй, ҡайҙалыр алып киттеләр. Сығып барышлай Нәҙир менән Мәҙинәнең ҡараштары осрашты. Күргәндәренән таш һын булып ҡатҡан егет сәсе-башы туҙғыған ҡыҙҙы мәғәнәһен юғалтҡан ҡарашы менән оҙатып ҡалды...

(Аҙағы. Башы 7-8-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 191

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru