«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РАМАҘАН АЙЫ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
+  - 


Ураҙалар тотоп...

"Рамаҙан айы кешеләргә тоғро юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөрьән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә ошо айға килеп ирешкәндәр ураҙа тотһон", - тиелгән "Әл-Бәҡара" (Һыйыр) сүрәһенең 185-се аятында. Рамаҙан айының башынан алып ахырынаса байрам. Мосолмандар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөп, Ҡөрьән уҡып, зыярат ҡылып, изге ғәмәл эшләп үткәрергә тейеш был айҙы. Рамаҙандың 21-се көнө - Фәтех Мәккә көнө, 21-29-сы көнө - Ҡәҙер кисе булыу ихтималы булған кистәр.
Аллаһ илсеһенең вәғәздәрендә ураҙа айының һәм ауыҙ астырыуҙың әһәмиәте тураһында әйтелгән. "Аллаһы Тәғәлә был айҙа ураҙа тотоуҙы фарыз итте һәм өҫтәмә ғибәҙәттәр ҡылыу айы итеп билдәләне. Берәү өҫтәмә - нәфел ғәмәлде ҡылһа, ул барлыҡ фарыз ғәмәлен ҡылған кеүек булыр. Был сабырлыҡ айылыр, ә уның әжере - йәннәттер. Был айҙа мөьминдәрҙең ризыҡтары киңдер: берәү был айҙа ураҙа тотоусыға ауыҙ астырһа - муйынын тамуҡ сылбырынан азат итер һәм гонаһтары ярлыҡаныр", - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. "Беҙҙең ураҙа тотоусыға ауыҙ астырырлыҡ тәғәмебеҙ булмаһа?" - тигән һорауға Бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: "Хатта бер хөрмә йәиһә бер йотом һыу, йә һөт менән булһа ла ауыҙ астырһа - әлеге кешегә әжер-сауаптар яуыр", - тип яуап биргән.
Был айҙың беренсе өлөшө рәхмәт көндәре, урталағы өлөшө - ғәфү-мәғфирәт һәм ярлыҡау көндәре, аҙаҡҡы өлөшө - уттан ҡотолоу көндәре. Рамаҙан айының һәр кисендә Аллаһы Тәғәлә өс тапҡыр әйтер ти: "Минән берәй нәмә һораусы бармы? Теләгәнен бирермен. Миңә тәүбә итеүсе бармы? Тәүбәһен ҡабул ҡылырмын. Минән гонаһтарының ярлыҡауын үтенеүсе бармы? Гонаһтарын ярлыҡармын!" Ауыҙ асыу ваҡытында Ул тамуҡ ғазабынан, гонаһ эйәләрен ғазаптан азат итер. Был айҙа Аллаһы Тәғәлә йәннәт ишектәрен астырып, тамуҡ ишектәрен сылбыр менән уратып, бикләп ҡуйыр. Ләкин боҙоҡ, ялған һөйләп, яуызлыҡтар ҡылып йөрөүселәрҙең ас тороуҙарында күп хикмәт табылмаҫ. Ураҙа тотоу менән кеше үҙенең зәғифлеген һәм мохтажлығын танырға тейеш. Шуның менән уның ғорурлығы, тәкәбберлеге киҫелә. Ураҙа тотоу мосолмандарҙың ихтыяр көсөн нығыта. Тормоштағы ауыр һынауҙар алдында уға әҙерлек булып тора. Сөнки ураҙа башҡа бөтә хөкөмдәр кеүек нәфсенең тулыһынса пакланыуына алып барыусы алымдарҙың береһе һанала. Раббыһының ҡушҡанына буйһоноп, хәләл нәмәләрҙән баш тартҡан кешенең харам нәмәләрҙән баш тартмауы мөмкин булмаҫ. Үҙенең ихтыяр көсөн ураҙа тоторға буйһондорған кеше башҡа һынауҙар алдында ла бирешмәҫ!
Рамаҙан айы - Ҡөрьән айы, рамаҙан - рухты паклау, шайтандың йөрөй торған юлы тарайып, нәфсе һынала торған ай. Ошо һынауҙарҙы именлектә, сәләмәтлектә үтеп сығырға яҙһын, Аллаһы Тәғәләне ололап, шөкөр итеп ҡылған доғаларығыҙ, тотҡан ураҙаларығыҙ ҡабул булһын!

Фән нисек аңлата?

Ялҡынһыныу сирҙәрен тейешенсә дауаламағанда яман шеш, йөрәк сире, артрит һымаҡ хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Яңыраҡ үткән тикшереүҙәр тап ураҙаның ялҡынһыныу сирҙәренән ҡотолорға, сәләмәтлекте нығытырға ярҙам итеүен күрһәтте.
Табиптар һынау үткәрә: унда ҡатнашыусы балиғ булған кешеләр ай буйы ураҙа тоталар. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың ялҡынһыныу, шешенеүгә бәйле сирҙәре ныҡ кәмей. Тағы ла ошоға оҡшаш бер тәжрибә тураһында әйтергә кәрәк: унда ҡатнашыусылар ҙа ай буйы ураҙала була, быларҙың асығыу ваҡыты көнөнә 12 сәғәткә һуҙыла. Был осраҡта ла күпселек ялҡынһыныу сирҙәренән ҡотола, йәғни, һөҙөмтә бер иш килеп сыға.
Бөгөнгө көндә бөтөн үлем сәбәптәрен тикшергәндә 31,5 проценты йөрәк ауырыуҙары менән үлеүселәр. Йөрәк-ҡан - тамырҙары сирен ураҙа ғына һөҙөмтәле кәметә, ти ғалимдар. Һимереүҙән яфаланған 110 кеше табиптар күҙәтеүендә өс аҙна ураҙа тота. Шул ваҡыт эсендә ҡан баҫымы түбәнәйеүе, ҡанда триглицерид һәм холестерин кимәле төшөүе күҙәтелә. Ураҙа тотоп, дүрт мең кеше тикшеренеү үтә, уларҙа йөрәктең ишемик сире кәмеүе теркәлә. Шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сире барлыҡҡа килеүгә төп сәбәпсе булған шәкәр ауырыуы кәмеүенә лә иғтибар итәләр.
Үҙенсәлекле "ураҙа"ға дусар ителгән хайуандарҙа мейе эшмәкәрлеге әүҙемләшеүен, яңы нервы күҙәнәктәренең етештереү кимәле яҡшырыуын билдәләгәндәр.
Асығыу кешенең үҫеш гармонын - матдәләр алмашыныуы үҫешендә һәм ябығыуҙа, шулай уҡ физик көстөң артыуында иң төп ролде уйнаған аҡһым гормонын нығыта. Туғыҙ ир-ат ошо тәжрибә үткәреүҙә ҡатнаша. Ике көн эсендә улар организмында үҫеш гормоны эшләп сығарыу биш тапҡыр артҡаны асыҡлана.
Ғалимдар йәнә лә, ураҙа ғүмерҙе оҙайта, тиҙәр. Көн һайын үҙенсәлекле асығыу курсы үткән ҡомаҡтар даими ашап йәшәгән ҡомаҡтарҙан 83 процентҡа оҙағыраҡ йәшәгән. Шулай уҡ асығыу ҡомаҡтарҙа яман шеш үҫеүен туҡтатҡан. Асығыу химиотерапия һымаҡ уҡ һөҙөмтә бирә, тик организмға бер яҡтан да зыян яһалмай. Әйтергә кәрәк, бындай тәжрибә әле ҡомаҡтарҙа ғына үткәрелгән.
Ҡайһы бер мосолмандар ураҙа тотоу ауырлығына һылтаналар, ләкин уның аҡыл, йән һәм тән өсөн ниндәй файҙа икәнен аңламайҙар. Ә әҙәмгә нимә хәйерлерәк икәнен тик Аллаһы Тәғәлә генә белә.

Файҙаһы

Ураҙаның хикмәттәре һәм файҙалары тәҡүәлелеккә барып тоташа. Ураҙаның фарыз булыуы тураһында телгә алғандан һуң Аллаһы Тәғәлә юҡҡа ғына: "Бәлки, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ", - тимәгән. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәм тип, Уның язаһынан ҡурҡып, хәләл ризыҡтарҙан тыйылып тора алған кешегә харамдан тыйылыуы тағы ла еңелерәк буласаҡ.
Кешенең ҡарыны буш булһа, аслыҡ тойғоһо башҡа тән ағзаларын да донъяуи теләктәрҙән тыйып тора. Ҡарыны тулһа, теле, күҙҙәре, ҡулдары һәм енес ағзалары ла үҙенекен талап итә башлай. Ҡыҫҡаһы, ураҙа кешене шайтандан ҡурсалай, нәфсе теләктәрен ауыҙлыҡларға ярҙам итә һәм тән ағзаларын гонаһтан һаҡлай.
Ураҙа арҡаһында аслыҡ тойғоһо кисергән кеше фәҡирҙәрҙең хәленә инә, ашарына булмағандарға ҡарата мәрхәмәтлелеге уяныуы ла ихтимал. Йәйәүленең хәлен һыбайлы белмәй, тиҙәр. Гел туҡ йөрөгәндәр ҙә фәҡирҙәрҙең хәлен аслыҡтың ни икәнен татығандан һуң ғына белә ала.
Ураҙа тотҡан кешелә ихтыяр көсө арта, ул нәфсе теләктәрен ауыҙлыҡларға өйрәнә.
Ураҙа айында мосолмандарҙың берҙәмлеге күренә. Рамаҙанда бөтә өммәт бер ваҡытта ураҙа тота һәм бер ваҡытта ифтар ҡыла.
Ураҙа айы - башҡаларҙы дингә, ғибәҙәткә өйрәтеү өсөн дә бик уңайлы ваҡыт. Был айҙа кемдер тәүге тапҡыр мәсеткә килә, кемдер тәүге тапҡыр намаҙға баҫа. Мосолмандар бындай форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслы.

Нисек туҡланырға?

Врач-диетолог Нәркәс Әғзәмова ураҙа ваҡытында нисек туҡланырға кәрәклеге тураһында кәңәш бирә:
- Күптәргә ураҙа тотоу ауыр бирелергә, баш әйләнеүе, эс ауыртыуы, хәл бөтөүе һәм башҡа симптомдар күҙәтелеүе мөмкин. Ураҙаны тулыһынса тотоп бөтөр өсөн сәхәрҙе һәм ифтарҙы дөрөҫ аҙыҡтар ашап үткәреү мөһим, шул ваҡытта беҙгә 12 сәғәттән ашыу ваҡытты эсемлек һәм аҙыҡтарһыҙ үткәреүе еңел буласак, ин шаа Аллаһ.
Дөйөм кәңәштәр:
- Ураҙа мәлендә аҙыҡты ҡурып бешереүҙе бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Парҙа, һыуҙа, духовкала фольгаға төрөп бешерһәгеҙ, аҙыҡ яҡшыраҡ үҙләштереләсәк.
- Һыу күләмен нормала тоторға тырышығыҙ - ололарға кәмендә 1,5 литр һыу эсергә кәңәш ителә. Ифтар менән сәхәрҙе һыу эсеүҙән башлағыҙ, аҙыҡ ашаған мәлдә һәм ашағандан һуң да һыу эсегеҙ, намаҙҙар араһында ла һыу эсергә онотмағыҙ. Үт ҡыуығында таштар булмаһа, 100 мл тирәһе магнийлы һыу эсергә кәңәш ителә. Был үт тотҡарланыуҙан һаҡлаясаҡ.
- Татлы эсемлектәрҙән баш тартығыҙ, тәм-томдарҙы кәметегеҙ. Был көндөҙ һыуһап интекмәҫ өсөн мөһим.
- Тоҙло аҙыҡтар (балыҡ, сырҙар) ашамаҫҡа тырышығыҙ. Балыҡты туң көйөнсә һатып алығыҙ һәм парҙа, духовкала фольгаға төрөп йәки әҙ генә һыуҙа бешерегеҙ.
Сәхәр ниндәй булырға тейеш?
Сәхәрҙе сөннәт буйынса, финик менән һыу эсеүҙән башларға кәрәк.
Аҡһымдар: майлы ит, балыҡтар, һөт аҙыҡтары, йомортҡа. Мәҫәлән, ҡаҙы, тултырма, һыйыр, һарыҡ, ҡаҙ иттәре, балыҡтарҙан - скумбрия, горбуша, форель йәки аҡ балыҡ ашарға ярай.
Углеводтар: һәр төрлө ярманан бутҡалар.
Күҙәнәклек: йәшелсә салаттары йәки йәшелсәләр менән бергә бешерелгән бутҡалар.
Майҙар: һары май, рафинирланмаған үҫемлек майы (бутҡаға һалырға, салатҡа ҡушырға мөмкин).
Ифтар ниндәй булырға тейеш?
Ифтарҙы ла сөннәт буйынса финик менән һыуҙан башлайбыҙ. Магнийлы һыу эсергә мөмкин һәм 15-20 минут үткәс, ашарға тотонорға була.
Аҡһымдар: еңелерәк үҙләштерелгән ит, балыҡтар (тауыҡ, күркә иттәре, балыҡтар, диңгеҙ аҙыҡтары).
Углевод, күҙәнәклек: аштар (йәшелсә йәки ит һурпаһында), былау (уны майһыҙ итеп һыуҙа ғына бешерергә тырышығыҙ), бутҡалар, салаттар.
Ифтарҙан һуң 2 сәғәт үткәс һәм йоҡларға 2 сәғәт ҡалғас, еңелсә ашап алырға мөмкин (бутербродтар, салаттар, ныҡ татлы булмаған аҙыҡтар, йогурт) һәм сәхәр менән ифтар араһында һыу эсергә онотмайбыҙ.
Ураҙаларығыҙ еңел үтһен, доғаларығыҙ ҡабул булһын!


"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.03.24 | Ҡаралған: 258

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru