1961 йылда халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн Халыҡ-ара театр эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Сибай ҡалаһында ике театр - Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәм "Сулпан" Сибай башҡорт дәүләт балалар театры эшләй. Театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе төрлө һөнәр эйәләре аҙ түгел, әммә улар араһында актер һөнәрен һайлаусылар театр нигеҙен тәшкил итә. Шуларҙың береһе - Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының йәш актрисаһы Юлия МӨХӘМӘТЙӘНОВАнан ошо юлға нисек аяҡ баҫыуы тураһында һораштыҡ:
- Театр юлын һайлармын, тигән уй бөтмәҫ хыялдарымда бөтөнләй булманы. Хатта ул юлдың ниндәй икәнен күҙ алдына ла килтермәй инем. Бәләкәй саҡтан бейергә яратам. Биш йәштән фортепьяноға, алты йәштән бейеү студияһына йөрөй башланым, сәнғәт мәктәбен тамамланым. Киләсәккә һөнәр һайлау мәле еткәс, атайым, театр сәнғәтен һайла, унда бейеүсе һәләтең дә, музыкаль белемең дә кәрәк булыр, оҡшаһа, уҡырһың, оҡшамаһа, үҙең ҡарарһың, тине. Ә минең хыялым бейеүсе булырға! Атайымдың һүҙен йыҡмай, ҡапыл ғына театр юлын һайланым. Сибай сәнғәт колледжында театр бүлеген дүрт йылға бер тапҡыр йыялар, нәҡ шул йылда яңы төркөм туплана ине. Имтихандарҙы еңел генә тапшырып, уҡырға инеп киттем. Шиғыр һөйләттеләр, проза әҫәренән өҙөк уҡыным, бер мәҫәл һөйләргә тура килде. Йәшермәйем, ул мәлдә яттан һөйләү, тасуири уҡыу һәләтем йомшағыраҡ ине. Әле лә иҫемдә, буласаҡ уҡытыусыларым Вәкил Барый улы Йосопов менән Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтовалар ҙур ышаныс белдерҙеләр, өмөт уяттылар, бейетеп тә ҡаранылар, йырлап та күрһәттем.
Диплом алғас, эшкә ҡайҙа барырға тигән уй борсоманы, күңелем күптән Сибай драма театрына тарта ине. Яратҡан театрымда эшләүемә алты йыл да үтеп китте. Башта уҡ ролдәр булманы, әлбиттә, күмәк сәхнәләрҙә уйнаным. Тәүге ролем Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов ҡуйған "Тере тупраҡ" спектаклендә Көнһылыу булды. Шулай яйлап төрлө ролдәр өҫтөндә эшләй-эшләй, булған һәләттәрҙе күрһәтә килә генә хыялдарҙы тормошҡа ашырып була. Нисә роль уйнағанмындыр, һанағаным юҡ. Әлегә уйнаған иң сағыу, ҙур ролем - Анна Батурина пьесаһы буйынса Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған "Фронтовичка" спектаклендә Мария Небылица роле. Ике сәғәт ярым сәхнәнән төшмәй уйнайым был спектаклдә. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙә һуғышта ҡатнашҡан, аҙаҡ бейеү серҙәрен асыусы педагог ҡатынды, төп героиняны һынландырам.
Репетициялар башланғанда төрлө хафалар бар ине, әммә беҙ ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайбыҙ, эшләйбеҙ, һөнәребеҙ шундай - ҡыйыу булыу. Артабан да сәнғәт йүнәлешендә уҡырға уй бар, тик әлегә шәхси бизнесым булғас, ваҡыт яғы тарыраҡ, бәләкәй балалар менән шөғөлләнеү күп ваҡытымды ала. Театрҙағы төп эшемдән тыш, үҙемдең "Созвездие" исемле театр һәм бейеү студиям бар. 60-тан ашыу балаға актер оҫталығы дәрестәре бирәбеҙ, бейеү серҙәрен өйрәтәбеҙ. Беҙҙә шөғөлләнгән балалар, дүрт йыл уҡығас, бейеү һәм актер оҫталығы буйынса танытма алалар. Үҙем дә бейеү сәнғәте буйынса белемемде камиллаштырып, юғары белем алыу ниәте менән йәшәйем, ниңәлер бала саҡ хыялым ташламай артымдан эйәреп йөрөй.
Ғөмүмән, бейеүсе һөнәрем төп эшемдә лә ныҡ ярҙам итә. Мәҫәлән, "Фронтовичка" спектаклендә ул, образға ярашлы, бик тә урынлы булды. Тамашасылар ҙа быны һиҙгәндер, тип уйлайым. Сибай тамашасыһы бик үҙенсәлекле бит ул. Таныш кешеләремде генә әйтмәйем, бөтөнләй белмәгән кешеләрҙең комментарийҙарын уҡыйым, ҡайһылары үҙҙәре килеп әйтә - шулай театр менән тамашасы араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә. Театрға ғашиҡтар әллә ҡайҙан күренеп тора бит ул! Улар күп тә түгелдер, бәлки, әммә улар бар!
Сибай тамашасыларына әйткем килә: театрҙы яратығыҙ, спектаклдәргә йөрөгөҙ, сөнки тамашасыһыҙ театр булмай. Ҡасандыр атайымдың кәңәшенә ҡолаҡ һалыуыма ҡыуанам. Атайым үҙе лә ғорурлана ҡыҙы менән, минең өсөн был да бик мөһим.
Радик ӨМӨТҠУЖИН,
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА