«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ГАЗ БИРЕҮҘЕ ТУҠТАТАБЫҘ!"
+  - 


"Кисекмәҫтән плитәгеҙҙе алмаштырығыҙ, юғиһә, фатирығыҙға газ биреүҙе туҡтатабыҙ!" Ҡулланылған газ яғыулығы өсөн түләү ҡағыҙына ат башындай эре хәрефтәр менән ике-өс ай инде ошондай киҫәтеү ала башланым. Йоҡо ла, ҡот та осто, ашау аш түгел: иртән тороп сәйнүк ҡайнатырға ҡуйған һайын, "Туҡтатманылармы әле?" тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына сәғәт кеүек эшләп торған, туҙан ҡундырмай таҙартып-һөртөп кенә файҙаланған плитәмде ҡабыҙам. Ярай, бөгөнгә бар, ә иртәгә ни булыр, тигән һорау күңел төбөнә юшҡын булып ултырҙы.

Уйынмы ни пенсионерға: кәмендә 30-40 мең һумлыҡ плитә һатып алыу өсөн ҡайҙан аҡса табырға? Пенсия аҡсаһын торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың булыр-булмаҫ хеҙмәттәренә түләү йотоп ҡына тора, ҡалғанын киләһе пенсияға тиклем икмәк-һөткә тартып-һуҙырға тура килә, өҫтәүенә, дарыу хаҡтары ла биш тапҡырға тиклем артты. Ә бит Германия-Польша фирмаһы эшләп сығарған плитәнең, былтыр тикшереү үткәреп киткән техник хеҙмәтләндереүсе мастер әйтеүенсә, әле тағы ун биш йыллап хеҙмәт итерлек "ғүмере" бар икән. Ишетеүемсә, күршемдең ай-вайына ҡуймай, 20 йылдан артыҡ тотонған плитәһен алыштырырға мәжбүр иткәндәр һәм газ участкаһының үҙендә һатыуға ҡуйылған 17 меңлек сағыштырмаса арзан плитә килтереп ҡуйғандар. Арзан булыуы яҡшы ла ул, тик бына, абонент участкаһында әйтеүҙәренсә, уларҙың файҙаланыу ваҡыты ла кәмерәк икән шул...
Мин дә "Кисекмәҫтән плитәгеҙҙе алмаштырығыҙ, юғиһә, фатирығыҙға газ биреүҙе туҡтатабыҙ!" тигән хәбәрҙе ала торғас, арып, "Газпром төбәк-ара Өфө газ" яуаплылығы сикләнгән ойошмаға шылтыратып, плитәгә техник диагностика үткәреүсе метролог-инженер саҡыртырға булдым. Әлеге әйтеүемсә, "сәғәт шикелле" эшләп торған плитәне тикшереп, метролог унан бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманы һәм биш йылға плитәнең эш срогын оҙайтырға рөхсәт яҙҙы. Аҙаҡтан асыҡлауымса, бөтөн ил буйынса ығы-зығы тыуҙырған мәсьәлә булып сыҡты был. Әлбиттә, газға ҡағылышлы мәсьәләнең үтә етди проблема булыуы бер кемдә лә шик тыуҙырмай, газ приборҙары шартлауы арҡаһында күпме янғын сыҡты, йорттар емерелде, Хоҙай һаҡлаһын! ГОСТ һәм етештереүсе күрһәтмәһе буйынса плитәләрҙең яраҡлылыҡ ваҡыты 10 -20 йыл, ләкин плитә яҡшы һәм хәүефһеҙ эшләгән осраҡта уға диагностика үткәрелә һәм артабан файҙаланыу-файҙаланмау мәсьәләһе хәл ителә. Был йәһәттән бер ниндәй дәғүәләр, ҡаршылашыуҙарҙың булыуы мөмкин түгел, ләкин бына ошондай ығы-зығынан оҫта ғына файҙаланыусылар ҙа бар икән.
Мәҫәлән, былтыр ҡала йорттары буйлап "Газпром төбәк-ара Өфөгаз" системаһына ҡарамаған төрҙәш ойошманан килеп, кәрәкмәгән хәлдә лә, газ иҫәп-хисап приборы менән шлангыларҙы алмаштырырға мәжбүр итеп, халыҡтан аҡса һыпырып йөрөүсе "эшем эйәләре" асыҡланды. Әлеге көндә почта йәшниктәре "Горгаз-Сети" ойошмаһынан газ ҡорамалдарын диагностикалау өсөн мисәтһеҙ-ниһеҙ фатир номерҙары һуғылып, ташҡа баҫылған ялған иҫәп ҡағыҙҙары менән тулды. "Түләргә йәмғеһе - 780 һум" тип башҡарылмаған эшкә түләү һалынған, ә бит беҙ был ойошма менән килешеү төҙөмәгән, беҙҙе махсус килешеү нигеҙендә "Газпром төбәк-ара Өфөгаз" ойошмаһы хеҙмәтләндерә.
Бер яҡтан, газ ойошмалары араһында барған бындай көнәркәшлек, халыҡтан нисек тә булһа күберәк аҡса һурыу ниәте аңлашыла: уларға ла бит ашарға кәрәк. Үткән йылғы отчеты буйынса, Рәсәй "Газпром" концерны етди проблемалар арҡаһында зыянға эшләргә мәжбүр булды. Бындай хәлдә ябай граждандарға газға түләүҙә тарифтарҙың артыуын көтөргә генә ҡала. Европаға экспорттың кәмеүен, әлбиттә, зәңгәр яғыулыҡты Ҡытайға һата башлау бер ни тиклем ҡаплай-ҡаплауын, ләкин бынан ғына илдең физик ҡулланыусыларына әллә ни еңеллек һиҙелмәй, киреһенсә, быйыл 1 июлдән граждандар өсөн зәңгәр яғыулыҡҡа хаҡ - 20 процентҡа, ә Башҡортостан буйынса 11,2 процентҡа артасаҡ. Шулай итеп, плитә, шланг, газ иҫәпләү приборҙарына түләүҙәр менән баш ҡатырыу етмәгән, беҙ хәҙер ҡеүәтле "Газпром" бюджетын "ямауҙа" ла туранан-тура ҡатнашасаҡбыҙ икән.
Ҡыҙыҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, концерн менеджерҙары илдә иң юғары - миллионлаған һум эш хаҡы алыусылар булып ҡала, уларҙың эш хаҡына газ көрсөгө эҙемтәләре янамай. Ярай, газ мәсьәләһе - бер хәл, ул әлегә әллә ни ҡиммәт тә түгел, тик коммуналь хеҙмәттәргә түләү бының менән генә сикләнмәй. Илдең торлаҡ-коммуналь хужалығы көрсөккә батты, ул үҙ бурыстарын атҡара алмай башланы, аҡса юҡ, кадрҙар юҡ. Быйылғы ҡарлы ҡыш тап торлаҡ идаралыҡтарының булдыҡһыҙлығын, бөлгөнлөгөн асыҡ күрһәтте лә инде. Ләкин эш ҡар таҙартыу менән генә бөтмәй бит. Ташландыҡ хәлдә тороп ҡалған йорттар бар: канализация системаһы эштән сыҡҡан, көн аша авария булып тора; подъездарҙа бысраҡ, йыйыштырылмай, яҙлы-көҙлө түбәнән һыу аға, лифт йыш боҙола һәм башҡалар. Мәҫәлән, ошондай сәбәптәр арҡаһында беҙҙең йорттар торлаҡ идаралыҡтарынан баш тарта һәм коммерция нигеҙендә эшләүсе идарасы компанияға күсергә ҡарар итә башланы, тик бының нимә күрһәтерен берәү ҙә белмәй, сөнки ҡайһы бер идарасы компанияларҙың эше нигеҙҙә йорт хужаларынан аҡса ҡайырыуға ғына ҡайтып ҡала, ә уның өҫтөнән контроллек итеүсе юҡ.
Кадрҙар ҡытлығы тигәндән, уның төп сәбәбе, әлбиттә торлаҡсыларға эш хаҡының әҙ түләнеүе. Ә бит, уйлап ҡараһаң, слесарь-сантехник йәки шул уҡ урам һепереүсенең эше бик еңелдән түгел, бөгөн был һөнәр эйәләрен фәҡәт лайыҡлы эш хаҡы менән генә эшкә йәлеп итергә мөмкин. Хәбәр ителеүенсә, яҡындағы өс йылға торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡаҙна сығымдары кәметелә бара (быйылғы 881 млрд һумдан 2025 йылға - 506 һәм 2026 йылға ни бары 381 млрд ҡаралған). Дәүләт Думаһы ошоноң менән бәйле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшсәндәренә эш хаҡын арттырыуҙың "ҡыҙыҡ" ысулын тәҡдим итә, тик был мәсьәләне әлеге лә баяғы халыҡ елкәһенә һалмаҡсылар: ТКХ тарифтарын төҙөгәндә (йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, газ, электр энергияһы, сүп-сар сығарыу) торлаҡ хужалығы эшсәндәре хеҙмәтенә түләү сығымдарын да иҫәпкә алырға тәҡдим ителә. РФ Төҙөлөш министрлығына ошо йүнәлештә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылған да инде. AMarkets аналитика департаменты етәксеһе Артем Деев фекеренсә, был, һис шикһеҙ, кадрҙарҙы тулыландырырға булышлыҡ итер ине, ләкин шулай ҙа мәсьәләне граждандар иңенә һалыуҙы дөрөҫ тип әйтеп булмай, ти ул. Сөнки йорттарҙа йәшәүселәр былай ҙа сифатлы хеҙмәттәр менән файҙалана алмай. Башҡа төрлө юл һайлау хәйерлерәк булыр ине, тигән фекер белдерә эксперт. Ләкин дөйөм хорҙа берҙән-бер айыҡ аҡллы был тауышты ишетеүсе булыр микән?..
Әйткәндәй, 2024-2026 йылдарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бюджет сығымдары ҡыҫҡартылһа ла, Башкортостан буйынса был өлкәгә быйыл былтырғыға ҡарағанда сығымдар 27 процентҡа күберәк, йәғни 26 млрд һум ҡаралған, тик бынан берәй һынылыш булырмы, юҡмы - киләсәк күрһәтер.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 142

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru