«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙҘАР ҘА ИЛАЙ – 4
+  - 


* * *

Көндөҙгө өстә Джон Хайцман аҡһаңҡырап, ҡул таяғына таянып, йәшеллеккә күмелгән коттеджға табан яйлап ҡына атлай ине. Саллиҙы ул тәүҙә артынан күрҙе. Оло йәштәге ҡатын тәҙрә йыуа ине. Джон Хайцман сал бөҙрә сәсле ҡатынға ҡарап ҡатты. Сит кешенең ҡарашын тойоп, ҡатын уға боролоп ҡараны. Башта ул уға тексәйеп ҡарап торған бабайҙы иғтибар менән күҙәтте һәм ҡапыл уға ҡаршы йүгерҙе. Аҙымдары еңел генә, был ҡатын бөтөнләй оло кешегә оҡшамағайны. Джон Хайцманға бер метрҙай ара ҡалғас, ул тыныс тауыш менән тулҡынланып өндәште:
- Һаумы, Джонни, - шундуҡ ҡарашын түбән төшөрҙө, ике ҡулы менән алһыуланған битен ҡапланы.
- Һаумы, Салли, - тине Джон Хайцман һәм шымып ҡалды. Дөрөҫөрәге, ул эстән генә шыбырлай ине: "Салли, һин шул тиклем матурһың, күҙҙәрең нурланып тора, һин элеккеләй сибәр һәм изгеһең". Ә үҙе:
- Мин бында үтеп барышлай ғына. Һинең ошонда йәшәгәнеңде белдем дә, күреп китәйем, тинем. Бәлки, төнгөлөккә лә ҡалырмын, әгәр һин ҡаршы булмаһаң, - тине.
- Һине күреүемә бик шатмын, Джонни. Әлбиттә, ҡал. Мин бөгөнгә яңғыҙым, иртәгә ейән-ейәнсәрҙәремде бер аҙнаға ҡунаҡҡа алып киләләр. Ейәнсәремә туғыҙ йәш, ейәнемдең ун икеһе тулды. Әйҙә, Джонни, өйгә үтәйек, мин һиңә төнәтмә эсерәм.
Һиңә ниндәйе файҙалы икәнен мин бик яҡшы беләм.
- Һин кейәүгә сыҡҡайныңмы ни, Салли? Балаларың бар икән.
- Джонни, мин әле лә кейәүҙә. Беҙҙең улыбыҙ бар. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ икәү, - тип шатланып яуап бирҙе Салли. - Ошонда ултырып тор, мин һиңә төнәтмә алып сығам.
Джон Хайцман верандалағы креслоға ултырҙы, Салли ниндәйҙер төнәтмә ҡойолған ҙур бокал алып сыҡҡас, һорай һалды:
- Миңә ниндәй төнәтмә файҙалы икәнен ҡайҙан беләһең?
- Һуң, минең атайым һинең атайың өсөн төрлө шифалы үләндәр йыйып, төнәтмә эшләй торғайны бит. Мин дә файҙалы үләндәрҙе йыйырға өйрәндем. Атайым Джонниға ла атаһының ауырыуы нәҫел буйынса күскән, ти торғайны. - Минең килеремде ҡайҙан белдең?
- Мин белмәнем, Джонни. Ул был була ҡалһа, тип кенә йыйғайным. Һинең хәлдәрең нисек? Ни менән шөғөлләнәһең?
- Тормошом төрлөсә барҙы. Күп нәмә менән шөғөлләндем, тик әле ул турала һөйләшкем килмәй. Бында бик күңелле икән, Салли, матур, сәскәләргә күмелгән баҡса күҙ яуын алып тора.
- Эйе, бында күңелле, үҙемә лә оҡшай. Тик анау яҡта төҙөлөш эштәрен башланылар, сүп-сар эшкәртеү заводы буласаҡ. Һул яҡта ла ниндәйҙер завод төҙөргә йыйыналар. Беҙгә был урындан күсенергә тәҡдим итәләр. Һин алыҫ юлдан арығанһыңдыр, Джонни. Мин һиңә асыҡ тәҙрә эргәһендә урын йәйәм, ятып ял ит. Тик төнәтмәңде эсеп бөтөр.
Джон Хайцман көс-хәл менән сисенә башланы. Ул, ысынлап та, ныҡ арығанлыҡтан, ярты йыл хәрәкәтһеҙ ятҡан аяҡтарында саҡ баҫып тора ине. Ҡалын плед ябынып, ул шундуҡ йоҡоға талды. Йоҡо дарыуы эсмәйенсә йоҡлай алмаған кеше әүен баҙарына киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды...
Таңды күрә алманы, сөнки төшкә ҡарай ғына уянды. Душта ҡойоноп алғас, верандаға сыҡты. Салли тыштағы кухняла төшкө аш бешерә, уға бер малай менән ҡыҙ булыша.
- Хәйерле көн, Джонни. Һин бик һәйбәт йоҡланың шикелле. Йәшәреп киткәнһең хатта. Бына, балалар менән таныш, был - Эмми, ә был егеттең исеме Джордж.
- Ә мин Джон Хайцман булам, хәйерле иртә! - тип, ул ҡулын малайға һуҙҙы.
- Бына таныштыҡ та; беҙ Эмми менән тамаҡ бешергәнсе, һеҙ, ирҙәр, баҡса буйлап йөрөп килегеҙ, аппетитығыҙ асылыр, - тине Салли.
- Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә баҡсаны күрһәтәм, - тине Джордж Хайцманға.
Бабай менән малай баҡса буйлап атлай. Малай бер туҡтауһыҙ һәр бер үҫемлектең исеме, сифаттары тураһында бытылдай. Хайцман уйға батҡан. Баҡса ситенә барып еткәс, малай ҙур ғорурлыҡ менән:
- Ә был акация артында минең үҙ донъям бар, уны өләсәй төҙөгән, - тине.
Хайцман ағас ботағын ҡайырҙы ла, ҡатып ҡалды… Ағас артындағы бәләкәй генә аҡланда уның бала саҡта төҙөгән өйө тора ине. Пластмасса йәшниктәрҙән эшләнгән өй. Тик ҡыйығы ғына бер аҙ үҙгәргән. Тәҙрә ҡорғандары ла икенсе төрлө. Хайцман ишек шаршауҙарын асып, төпкә үтте. Өй эсе шул уҡ, тик өҫтәлдәге фотографияла Саллиҙың ейәне йылмая. "Шулай булырға тейеш - хәҙер өйҙөң хужаһы башҡа, фотография ла үҙгәрергә тейеш". Хайцман малайҙың фотоһын ҡулына алды, һүҙһеҙ ҡалмаҫ өсөн:
- Джорджик, һин бик матур төшкәнһең, - тип ҡуйҙы.
- Джон бабай, был минең фотом түгел. Миңә оҡшаған был малай менән өләсәйем бала сағында дуҫ булғандар.

* * *

Джон Хайцман баҡсалағы һуҡмаҡтан аҡһай-аҡһай, йүгерә-атлай килә, абына-һөрөнә, ҡулындағы таяғына нығыраҡ таяна. Салли эргәһенә килеп еткәс, көскә тын алып, бутала-бутала һораны:
- Әле ул ҡайҙа? Һинең ирең ҡайҙа, Салли? Ҡайҙа ул?
- Джон, зинһар, тыныслан, һиңә артыҡ тулҡынланырға ярамай. Ултыр әле ошонда,- тине Салли тыныс ҡына. - Шулай килеп сыҡты, Джон, мин бала сағымда бер һәйбәт кенә малайға уның ҡатыны булырға вәғәҙә бирҙем…
- Ул бит уйын ғына ине, - тип ҡысҡырып ебәрҙе Джон Хайцман, креслонан һикереп торҙо, - бала саҡ уйыны ине.
- Ярай, шулай булһын, ти. Тимәк, мин ул уйынды уйнауҙы һаман да дауам итәм, тип уйлайыҡ. Юрый ғына һине ирем тип һанайым, - тине Салли, тыныс ҡына өҫтәп ҡуйҙы: - Ирем һәм һөйгәнем.
- Джордж минең бала сағыма ныҡ оҡшаған. Тимәк, теге төндән һуң һин бала таптыңмы, Салли? Ысынмы?
- Эйе, мин беҙҙең улыбыҙҙы таптым, Джон, ул миңә оҡшаған. Әммә унда һинең гендарың көслө, шуға ла ейәнебеҙ - тәс һин.
Джон Хайцман бер Саллиға ҡараны, бер балаларға, уйҙары буталды, өнһөҙ ҡалды. Иҫенә килгәс, ҡәтғи тауыш менән әйтте:
- Миңә бынан китергә кәрәк. Һау бул, Салли.
Бер-ике аҙым атлағас, кире боролоп, ул шым ғына торған Салли янына кире килде. Джон Хайцман, көс-хәл менән Салли алдына тубыҡланды, уның ҡулынан үпте:
- Салли, минең кисектергеһеҙ мөһим эштәрем бар. Хәҙер үк ҡуҙғалырға кәрәк.
Салли уның башынан һыйпаны, сәстәрен туҙҙырҙы:
- Әлбиттә, барыр кәрәк, мөһим эштәрең, проблемаларың булғас. Әгәр һиңә ауыр булһа, Джон, бында кил. Беҙҙең улыбыҙ "Лотос" исемле бәләкәй генә ландшафт дизайны фирмаһын етәкләй. Уның махсус белеме юҡ, әммә мин уны күп нәмәгә өйрәттем, һәм ул бик матур проекттар эшләй, заказға сират торалар хатта. Ул миңә аҡсалата ярҙам итә, ай һайын хәл белергә килә. Бәлки, һинең аҡсаға ҡағылышлы проблемаларың барҙыр? Һаулығың да бер аҙ ҡаҡшаған. Һин кил, Джон. Мин һине нисек дауаларға икәнде беләм, аҡсаһы ла табылыр.
- Рәхмәт, Салли… Рәхмәт… Миңә өлгөрөргә кәрәк!
Ул яңы пландарын уйлап, һуҡмаҡ буйлап атланы. Салли алыҫлаша барған таныш кешегә ҡарап, шыбырлай ине: "Тиҙерәк әйләнеп ҡайт, һөйөклөм!". Был һөйләмде ул ҡат-ҡат һамаҡлағанын да һиҙмәне. Өйҙәре тапҡырында бер нисә тапҡыр өйөрөлгән вертолетҡа ла иғтибар итмәне хатта.

* * *

Джон Хайцмандың вертолеты офис башына төшкән ваҡытта ундағы хеҙмәткәрҙәр күптән инде кәңәшмәләр залына йыйылып, шефтары алдында доклад яһар өсөн, донъяларын онотоп, иҫәп-хисап эштәрен тикшерәләр ине. Улар бындай кәңәшмәнең һуңғы тапҡыр ҡасан булғанын да онотҡандар, шуға шефтарын ҡурҡып көтәләр.
Джон Хайцман ингәс, бөтәһе лә аяғүрә баҫты. Ул өҫтәл башындағы креслоһына барып етмәҫтән һөйләй башланы:
- Ултырығыҙ. Бер ниндәй отчет кәрәкмәй. Иғтибар менән тыңлағыҙ, ҡабатлап тормайым. Ваҡыт тар. Шулай итеп. Техас штатында бер вилла бар, бына уның адресы. Ошо вилланы уратҡан йөҙ миль арауыҡтағы бөтә ерҙәрҙе һатып алырға бойорам. Ундағы сәнәғәт предприятиеларын да ҡуша һатып алығыҙ, хатта өс тапҡыр артыҡ хаҡ һораһалар ҙа. Күсемһеҙ милектәрҙе һатып алыу буйынса кем шөғөлләнә, хәҙер үк ошо эшкә тотонһон. Кәрәк булһа, бөтөн агенттарығыҙҙы ла йәлеп итегеҙ. Бер аҙна ваҡыт бирәм.
Хеҙмәткәрҙәренең береһе шундуҡ һикереп тороп залдан сығып китте.
Джон Хайцман дауам итте:
- Шундағы бөтә завод-фабрикалар бер ай эсендә һүтелергә тейеш, кәрәк булһа, йөҙәрләгән төҙөлөш фирмаларын эшкә егегеҙ. Бер айҙан ул майҙанға тулыһынса үлән сәсегеҙ.
Джон Хайцман залда ултырып ҡалған һуңғы хеҙмәткәргә өндәште:
- Техас штатында "Лотос" исемле бәләкәй генә фирма бар. Шуның менән биш йылға контракт төҙөгөҙ. Техастағы вилла тирәһендәге ерҙәрҙәге биләмәләрҙең проекттарын эшләһендәр. Фирма һораған хаҡты ике тапҡырға арттырығыҙ. Үтәгеҙ. Ике аҙнанан Джон Хайцман мең ярымлыҡ аудитория алдында сығыш яһаны. Залға ландшафт дизайны буйынса эшкә урынлаштырыусы агентстволар, ботаниктар, агрономдар йыйылғайны. Бөтәһе лә эшкә урынлашырға теләй ине. Етмәһә, рекламала контракттың елле генә суммаһы күһәтелгәйне.
Джон Хайцман сәхнәгә сығып, үҙенә хас булған ҡәтғи тауыш менән бер аҙ уҫалыраҡ итеп һөйләй башланы:
- Тәҡдим ителгән контракттарға ярашлы, һеҙҙең һәр берегеҙгә бушлай ғүмерлеккә ике гектар ер участкаһы биреләсәк. Һайлап алыр өсөн йыйылмалы коттедждарҙың бер нисә проекты тәҡдим ителә һәм улар компания иҫәбенә төҙөләсәк. Биш йыл дауамында ғаилә башлығына контрактта билдәләнгән сумма түләнәсәк. Һеҙҙең төп бурысығыҙ ана шул майҙандарҙы төҙөкләндереү. Баҡса ултыртырға, сәскәләр үҫтерергә, ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә матур булһын. Үҫентеләр, орлоҡтар хаҡын компания үҙе ҡаплаясаҡ. Мин һөйләп бөттөм, һорауҙар булмаһа, теләгәндәр контрактҡа ҡул ҡуя ала...
Мең ярым кешенән торған тулы залда тынлыҡ урынлашты. Бер кем дә урынынан тороп, әҙер контракттар ятҡан өҫтәлдәр янына ашыҡманы. Оло йәштәге бер кеше, тынлыҡты боҙоп, һорау бирҙе:
- Сэр, зинһар, әйтегеҙ, һеҙ тәҡдим иткән ерҙәр шул хәтлем зарарлымы әллә?
- Юҡ, - тине Хайцмандың хеҙмәткәрҙәренең береһе. - Был урын, киреһенсә, экологик яҡтан бик таҙа, унда уңдырышлы ер.
- Улайһа, хәйләһеҙ генә яуап бирегеҙ, кешеләр менән ниндәй эксперимент үткәрергә уйлайһығыҙ? - тип, урынынан бер йәш ҡатын һикереп торҙо. - Күптәребеҙҙең балалары бар, мәҫәлән, мин үҙ баламды ниндәйҙер ят экспериментҡа дусар иткем килмәй.
Залдағылар шаулай башланы, "авантюристар", "кешелекһеҙҙәр" "йыртҡыстар", тигән һүҙҙәр ишетелде, кешеләр урындарынан тороп, залдан сыға башланылар. Хайцмандың ярҙамсылары нимәлер аңлатып маташты, төрлө һорауҙарға яуап бирергә тырышты, әммә файҙаһы булманы. Хайцман залдан сығып барыусыларға иҫе китеп ҡараны. Уның уй-хыялдары, өмөтө юҡҡа сыға ине...

Радик ӨМӨТҠУЖИН тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 10-12-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 217

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru