Мәскәүҙә дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙе һәм сит илдәрҙең төрлө кимәлдәге эксперттарын Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик ҡеүәте менән таныштырыу сараһы булып үтте. Унда Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, илдең Ишеү слаломы федерацияһының попечителлек советы рәйесе Сергей Лавров менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты.
- Башҡортостан - үҙ мәҙәниәте, тарихи ҡомартҡылары, шулай уҡ иҡтисади һәм инвестицион мөмкинлектәре булған үҙенсәлекле төбәк, - тип билдәләне Сергей Лавров үҙенең сығышында. - Ул Европа менән Азия киҫелешендә, хәҙерге көндә донъя иҡтисадында һәм инвестиция эшмәкәрлегендә төп урынды биләгән Евразия континентының тап үҙәгендә урынлашҡан. Был да төбәктең тарихында һәм бөгөнгөһөндә сағылмай ҡалмай. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй, уларҙың диндәре, телдәре төрлө. Рәсәй халыҡтарына хас төшөнсәләр - бер-береңдең тарихына, мәҙәниәтенә, йолаларына, йәшәү рәүешенә тәрән ихтирам уларға ла хас. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыллыҡты байрам иткәндә ил Президенты Владимир Путин да республикабыҙҙы Рәсәйҙең иң көслө терәктәренең береһе тип юҡҡа ғына атаманы. Милләттәрҙең һәм улар тотҡан диндәрҙең үҙ-ара татыу йәшәй алыуының матур өлгөһө лә бында - был да бөгөнгө көн өсөн бик мөһим.
Сит ил эштәре министрлығында республиканы ошолай презентациялау аҙаҡҡы тапҡыр 20 йыл элек булған. Ғөмүмән, министр был осрашыуҙа башҡорттарҙың тарихи үткәне - 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы һуғышта, шулай уҡ Икенсе донъя, Бөйөк Ватан һуғыштарындағы еңеүгә индергән өлөштәре тураһында ла телгә алды. Ошо яугирҙарҙың нәҫелдәре бөгөн бөтөн Рәсәй халҡы менән тағы ла илдең суверенитеты һәм бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш юлында. "Башҡортостан халҡының махсус хәрби операцияның изге һәм ғәҙел маҡсаттарына өлгәшеүҙәге өлөшө ҙур", - тине Сергей Лавров.
Министр билдәләүенсә, Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙең алдынғы индустриаль һәм агросәнәғәт республикаларының береһе. Уның төп тармаҡтары донъя иҡтисадының йүнәлештәре менән тура килә - нефть табыу һәм эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, электр энергетикаһы, металлургия, ауыл хужалығы. Республика Рәсәйҙең инвестиция климаты торошо милли рейтингына даими инә. Ул тышҡы бәйләнештәрҙе лә нығыта, бөгөн республиканың 105 дәүләт менән тышҡы сауҙа килешеүҙәре бар. Өфө ҙур халыҡ-ара форумдар һәм фестивалдәрҙе лә йыш ҡабул итә, 2015 йылда унда БРИКС һәм ШОС саммиттары үтте.
Сергей Лавров Башҡортостандың тәбиғи байлыҡтары менән һоҡланыуын да белдерҙе: "Көньяҡ Уралға Мәскәүҙән ике сәғәттә осоп барып етеп була. Кем был мөмкинлек менән файҙаланмаған, йылдың бөтөн миҙгелендә лә күркәм булған был төбәкте барып күрегеҙ. Тауҙарға сәйәхәт, тау саңғыһы курорттары, файҙалы сығанаҡтар, тарихи экскурсиялар хайран итер. МГИМО-ла белем алғанда студент отрядтары менән дүрт тапҡыр Себер, Алыҫ Көнсығышта булырға тура килде, Тыуған илде өйрәнеүем ошонда башланды. Башҡортостан иһә миңә һыу туризмының бөтөн матурлығын асты, бының өсөн уға рәхмәтлемен. Йәйгеһен асыласаҡ донъя кимәлендәге Ишеү слаломы үҙәге лә был йәһәттән яңы инвестиция проекттары үҫешенә килтерер тип ышанам. Быйыл Өфө үҙенең матур юбилейын билдәләй, бөгөнгө презентацияны ошо дата айҡанлы уҙасаҡ сараларҙың башы тип иҫәпләргә кәңәш итәм", - тине министр.
Радий Хәбиров үҙенең сығышында республиканың илдең эске тулайым продуктының ҙур өлөшөн тәшкил итеүсе төп ун төбәк иҫәбенә инеүе тураһында һөйләне. Иҡтисадтың төп йүнәлештәре булып нефть табыу һәм эшкәртеү, машиналар, шул иҫәптән авиация двигателдәре төҙөү, ауыл хужалығы тора. "Иген, йәшелсәләр, үҫемлек майы, һөт, шәкәр, йәғни, стратегик продукттар менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ. Улар менән халыҡ-ара баҙарға сығырға ла әҙербеҙ. Сит ил партнерҙарын беҙҙең мосолман республикаһы булыуыбыҙ һәм хәләл стандарттарына ярашлы продукция етештереүебеҙ ҡыҙыҡһындыра",- тине республика Башлығы. Әлеге мәлдә Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу дәүләте менән эшмәкәрлек итә. 2023 йылдың һөҙөмтәләре буйынса, Азия илдәре менән тауар әйләнеше - 6 процентҡа, импорт 29 процентҡа артҡан. Африка илдәре менән тауар әйләнеше - 3, импорт 14 процентҡа үҫкән. "Былар барыһы ла бер-береңә дуҫтарса, ихтирамлы ҡараш булғанда һәр дәүләт, һәр компания үҙенә партнерҙар таба алыуы тураһында һөйләй", - тип билдәләне Радий Хәбиров һәм Башҡортостандың инсвестицион мөмкинлектәренә айырыуса баҫым яһап, уның территорияһындағы 12 технопарк, 19 сәнәғәт паркы, "Алға" үҙенсәлекле иҡтисади зона менән таныштырҙы.
- Башҡортостан - һөҙөмтәле инвестицион төбәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ партнерҙар менән тәрән мөнәсәбәттәр яҡлы. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһы менән аралаша торғас, бер-беребеҙгә күберәкте бирә алыуыбыҙ асыҡланды. 9 ай эсендә ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе компания төҙөп тә ҡуйҙыҡ. Әле Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн ҙур, ауыр техника сығарасаҡ предприятие төҙөлә. Был башҡа дәүләттәр менән эшмәкәрлек итеүҙә бик яҡшы миҫал, - тине республика Башлығы һәм фән һәм мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Уның билдәләүенсә, әлеге мәлдә республикала 10 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала. Был өлкәләге хеҙмәттәшлек артабан да үҫәсәк әле.
- Ҙур саралар үткәреүҙе ышанып тапшырған өсөн ил етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Былтыр Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы үтте. Быйыл РФ Президенты ҡарары менән Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумы буласаҡ. 2024 йылда беҙҙе ҙур байрам көтә, Өфөнөң 450 йылығын билдәләйәсәкбеҙ. Барығыҙҙы ла ошо байрамда көтәбеҙ!
Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА