«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ ШАЯРЫУҘЫҢ АҘАҒЫ ХӘЙЕРЛЕ БУЛЫРМЫ?
+  - 


Балалар баҡсаһында үтәсәк байрамда балаға кәнфит булып кейенергә кәрәк булды ла, кәнфиттәр һатылған магазин эҙләргә тура килгәйне. Тәүге осрағанының ишеге төбөндә 12-13 йәшлек ике ҡыҙ балаға иғтибар итә ҡуйҙым. Ныҡ борсолоп, сиккә етеп ыуаланыуҙарына аптыраным хатта: береһе баҫҡан ерендә ҡатҡан да, һөйләшерлек тә, ҡуҙғалырлыҡ та хәле юҡ. Икенсеһе, буйға бәләкәсерәге, үҙен-үҙе дәртләндереп, ҡыйыуланып китеп магазиндың баҫҡысына баҫа ла, кире әхирәте эргәһенә китә. Мин эшемде теүәлләп сыҡҡанда ла улар ошо торошта ине.

Ошо ваҡиға тураһында аҙаҡ та уйланып йөрөнөм. Бер ҡарағанда, ситтән көлкө тойолһа ла, уларҙың ниндәйҙер күңелһеҙ хәлгә тарыуы аңлашылып тора ине. Ни эшләп эргәләренә барманым, һораманым икән, тигәндә яуап үҙенән-үҙе килде: магазинда кәнфит кенә түгел, ә бөгөн йәштәр, үҫмерҙәр араһында бик популяр булған электрон тәмәкеләр һатылған бүлек тә бар ине бит. Был ҡыҙҙар, бәлки, үҙҙәре өсөн дә түгел, башҡа берәйһе, әйтәйек, кластағы барлыҡ балаларҙы ҡурҡытып, үҙ ихтыярында бейетеп тотҡан берәйһе өсөн тап шуны һатып алырға маташҡандыр?
Йәшерерлек бер нәмә лә юҡ, тәмәке тартыусы малайҙар беҙ мәктәптә уҡығанда ла булды. Уҡытыусылар уларҙы айырым да, башҡалар алдында ла әрләй ине, тик ундайҙар, беренсенән, күп түгел ине, икенсенән, уларҙың был ҡылыҡтары нисектер балалыҡ шаярыуы булараҡ ҡына ҡабул ителде. Бөгөн, баҡтиһәң, уҡыусыларҙың күпселеге ошолай, әммә замансараҡ ысул менән "шаяра" - электрон тәмәке тарта. Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла. Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә тотош башҡорт милләтенән генә тиерлек торған район уҡытыусыһының яҙмаһы күренеп ҡалды. "Дәрестә шаярып ултырғас, электрон тәмәкеһен тартып алып, атайың йә әсәйең килеп алһын тип әйткәйнем, әсәһе телефондан шылтыратып: "Улыма тәмәкеһен кире бирегеҙ, үҙем һатып алып бирҙем, ҡыйбат ҡына тора - мең ярым", - тип әрләне" - уның ҡыҫҡаса эстәлеге ошолай ине. Үткән аҙнала Башҡортостанда йәшәүсе һәр алтынсы тәмәкесе электрон сигаретҡа өҫтөнлөк бирә, тип яҙғайны яңылыҡ сығанаҡтары, тимәк, ошо һәр алтынсы тәмәкесе - мәктәп уҡыусыһы һәм студент. Сөнки беҙ күреп өйрәнгән тәмәкеселәр һаны ла кәмемәгән, олалар - элеккесә, ә балалар йәштәрсә тәмәке көйрәтә хәҙер. Республика буйынса был күрһәткестәр дөйөм Рәсәй кимәленә тап килә. 2023 йылда вейп һәм тәмәкене йылытыу системаһын ҡулланыусылар 14,3 проценттан 17,8 процентҡа тиклем артҡан. Быны Росстат алған яуаптарға таянып FinExpertiza аудитор-консалтинг селтәре иҫәпләп сығарған. Проценттарҙы һандарға әйләндереп ҡарағанда, Рәсәйҙә дөйөм алғанда 2023 йылда электрон ҡоролмалар менән ҡулланыусылар 4,5 миллионға етеп, һуңғы биш йыл эсендә 46 тапҡырға күбәйгән.
Баш ҡалала белем алған һәр икенсе студенттың ҡулында - ошо уҡ заманса ҡорамалдар. Элек беҙҙе яңы уҡыу йылына юҡ аҡсаһын бар итеп тулыһынса кейендереп ебәрә ине әсәйҙәр, хәҙер уға ҡушып ҡулдарына вейп йәки тәмәке йылытыу системаһы ла тотторалар, ахыры - ниңә, башҡаларҙан хур булып йөрөмәһен, кемдеке - шуныҡы.
Нимә һуң ул тәмәкене йылытыу системаһы тип уҡығандар ҙа барҙыр арағыҙҙа. Туҡталыштарҙа төрлө емеш-еләк еҫе сығарып төтәтеп торғандарҙы күрһәгеҙ, шул инде электрон сигарет. Никотинлы шыйыҡсаны йылытып, быуын һулайҙар. Әммә уның классик тәмәкенән өҫтөнлөгө юҡ. Интернетта уны хәүефһеҙ, тип яҙалар ҙа ул, әммә был - ялған. Психиатр-наркологтар билдәләүенсә, ундағы глицерин, пропиленгликоль, никотин үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренә килтерә, онкология барлыҡҡа килеү хәүефе лә арта. Ябай тәмәкене кеше бер нисә сәғәткә бер тарта, ә был ҡорамал ауыҙҙан төшмәй, тимәк, үҫмер йәки йәш кеше уны күпме ҡулланғанын да контролдә тота алмай. Электрон тәмәке тартып инфаркт кисергән балалар һаны ике тапҡырға артҡан. Рәсәй ҡалаларында ошо сәбәпле ҡапыл ғына үлгән уҡыусылар ҙа булғыланы. Әммә кеше миҫалында һабаҡ алыу беҙҙеңсә түгел инде ул. Эйе, тышлыҡтары береһенән-береһе стиллерәк, тимәк, ул "текә" булып күренеү сығанағы, ҡулда һәм кейемдә тәмәке еҫе ҡалмауы иһә атай менән әсәйҙән йәшенеп тартыу мөмкинлеге бирә. Теге ике ҡыҙ баланы иҫкә төшөрһәк, закон тарафынан балиғ булмағандарға хатта никотинһыҙ вейп һатыу тыйылыуға ҡарамаҫтан, уларға эйә булыу артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, бары тик ҡыйыулыҡ ҡына кәрәк. Йәки әсәйеңде электрон тәмәке зыянлы түгел тигәнгә күндерергә ҡала, шунда инде ул һиңә уны үҙе һатып аласаҡ.
РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла, депутаттар ҙа был бәлә тураһында яҡшы хәбәрҙар. Министрлыҡ 2024 йылдың 1 мартынан электрон тәмәке шыйыҡлыҡтарына өҫтәргә ярамай торған матдәләр исемлеген булдырҙы. Хәҙер, мәҫәлән, емеш-еләк тәме сығып торған тәмәке булмаясаҡ. Шулай уҡ илдә вейптарҙы һатыуҙы тулыһынса тыйыу хаҡында ла имеш-мимештәр ҡуйыра. Әлегә балиғ булмағандарға уларҙы һатҡан өсөн штраф күләме ярайһы ҙурайҙы.
Дәүләт был мәсьәләне хоҡуҡи яҡтан нығыта ла, тик бында барыбер иң мөһим эште ғаилә башҡарырға тейеш. Балалар тәмәке продукцияһын ҡулланыуҙы ғәҙәт итмәһен, ул уларға тиҫтерҙәре араһында текә булып күренергә мөмкинлек биреүсе берҙән-бер сара булмаһын ине. Бының өсөн бихисап ысулдар бар - спорт менән шөғөллән, ижади һәләттәреңде үҫтер, ошо рәүешле үҙеңдә ышаныс тәрбиәлә, башҡалар алдында ихтирам һәм абруй яула. Бында уның төп терәге атай менән әсәй булырға тейеш. Психотроп, наркотик матдә, йәки ҡорал тип табылмағанға күрә, мәктәп уҡытыусылары вейптарҙы, электрон тәмәкеләрҙе уҡыусынан тартып ала алмай, әммә үҙ балаларыбыҙҙы бынан тыйыу өсөн барлыҡ нигеҙҙәребеҙ ҙә, хоҡуғыбыҙ ҙа бар. Электрон тәмәке генә ул, барыһы ла тарта бит тимәгеҙ, был шаярыуҙың аҙағы хәйерле булырына өмөт юҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 139

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru