«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Алтынсы бүлек. Башҡорт - урта быуаттарҙағы Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Кешенең таш скульптураһы һынығы ҡаласыҡтың иртә этабына ҡарай (V-VII бб.).Уның битенең уң яртыһы һынландырылған: йөҙөнөң һыҙаттары, танауы, ауыҙы, мыйығы һәм муйыны оҫта итеп эшләнгән. Скульптураның тышы бик ентекле итеп шымартылған. Скульптураның ҙурлығы 20-30 см тирәһе, ул Урта Азия статуэткаларын хәтерләтә. Моғайын, ул ҡаласыҡтың тәүге кешеләренеке булғандыр. Арҡаһында түңәрәк элмәге булған күләмле ат фигураһы уникаль табылдыҡтар иҫәбенә инә. Фигурала аттың ялы, теҙген ҡайыштары асыҡ төшөрөлгән.
VI-VIII быуаттарҙа Көньяҡ Уралда ҡойоп эшләнгән яҫы ат фигуралары, сулпылар киң таралыу таба. Ҡаласыҡта IX-XII, XIII-XV быуаттарға ҡараған табылдыҡтар күп, ул хаҡта тейешле бүлектәрҙә яҙыласаҡ. Өфө-II ҡаласығының һәм Өфө ҡалаһы биләмәләрендә уның менән бәйле башҡа ҡомартҡыларҙың тарихи урынын Өфө-II ҡаласығының ҡәлғә стеналары артында бик ҙур некрополь - ҡаласыҡ кешеләренең зыяраты булыуын иҫәпкә алмайынса билдәләп булмай. Бында ҡурғандар булыуы хаҡында XVII-XX быуаттарҙа уҡ билдәле булған.Архив сығанаҡтарынан күренеүенсә, ҡурғандар Ағиҙел йылғаһының текә уң яҡ яры буйлап, Яңы мостовой урамы кимәленән Туҡай, Фрунзе (Вәлиди) Пушкин урамдары кварталдарынан мосолман зыяратына тиклем тотош массив булып ятҡан. Сутолока йылғаһынан көньяғынан, йәғни Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан ҡаласыҡтан Өфө йылғаһы тамағына тиклем шундай уҡ ҡурғандар булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Ҡала төньяҡҡа табан һәм көньяҡ йүнәлешендә үҫә барған һайын ҡурғандар ер эштәре барышында емерелеп бөткән, улар өҫтөнән таш түшәлгән урамдар һалынған, уларҙың байтағы XVII-XVIII быуаттарҙа Өфө кешеләре тарафынан ҡырағайҙарса таланған, был хаҡта документаль раҫлауҙар бар.
Некрополь ҙурлығы менән дә, һирәк металдарҙан яһалған әйберҙәргә бай булыуы менән айырылып тора. Ошо күрһәткестәр буйынса барса Көнсығыш Европала, шулай уҡ Көнбайыш Себерҙә һәм Ҡаҙағстандың яҡындағы төбәктәрендә уға тиңе юҡ. Рустарҙың бында күсеп килгән тәүге быуындары, тиҙ генә байырға теләп, ошо ҡурғандарҙы күпләп талай башлауы хаҡында мәғлүмәт бар, был хаҡтағы хәбәр батша Алексей Михайловичҡа билдәле булған, һәм ул 1669 йылда ни сәбәпле Башҡортостанда "...рус кешеләре татар ҡәберҙәренән йәки зыяраттарынан төрлө алтын һәм көмөш әйберҙәрҙе һәм һауыт-һабаларҙы ҡаҙып сығара...", - тип ҡыҙыҡһына, барса табылдыҡтар хаҡында ентекле мәғлүмәт бирергә бойора. Улар тураһында хатта Көнбайыш Европа ғалимдары ла хәбәрҙәр була. Байтаҡ ҡына оппоненттарыбыҙ Өфө-II ҡаласығын йәнәштәге шул уҡ дәүерҙең башҡа ҡомартҡыларҙан айырып ҡарарға тырыша. Әммә уларҙы иҫәпкә алмайынса тикшеренеүсе Өфө-II ҡаласығына һәм уның менән бәйле ҡомартҡылар комплексына объектив баһа бирә алмаясаҡ. Емертелгәндәр араһында алдараҡ иҫкә алынған иң бай ҡомартҡыларҙан Ленин һәм Пушкин урамдары сатында, медицина университетының административ бинаһы аҫтынан табылған ҡәберлекте атап була. Ул 1936 йылда табыла. Алтын әйберҙәрҙең бер өлөшө юғала, әммә һаҡланып ҡалғандары һаны, үлсәмдәре һәм юғары сифатлы булыуҙары менән хайран итә. Улар араһында алтын бөртөктәре менән биҙәлгән һәм таштар ҡуйылған медальон-кулондар иң ҙур төркөмдө хасил итә, ике балдаҡтың ҡырыйҙарында түңәрәк үҫентеләре булған таҡтасыҡтары, алтын сымдан яһалған балдаҡҡа парлап беркетелгән өс үҫентеле ярым овал формаһындағы сулпылар бар. Йөрәккә оҡшатып эшләнгән һәм башҡа формалы, түңәрәк рамкалы ҡайыш баштары, ҡыҙыл ебәк туҡыма ҡалдыҡтары табыла. Был бай предметтар йыйылмаһының VII-VIII быуаттар сигендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙыҡы булғанлығы шик тыуҙырмай. Был датаны б.э. VIII быуатындағы Дунай болгарҙары мәҙәниәтенең яҡын аналогтары - медальондар, ҡайыш баштары раҫлай. 1786 йылда хәҙерге Республика Йорто районында, Туҡай урамында шундай уҡ бай ҡәберлек табыла. Ул саҡтағы төбәкте өйрәнеүселәр хәбәр итеүенсә, бында ер төҙөлөшө эштәре барышында ҙур ҡурған ҡаҙып асыла, унан 2 кг ашыу алтын әйберҙәр алына, уларҙы Өфө кешеләре императрица Екатерина II бүләк итә. Ҡомартҡының датаһы һәм мәҙәни сығышына авторҙарҙың емертелгән 10 ҡәберҙе 1977 йылда ҡатлап тикшереү барышында бер ни тиклем асыҡлыҡ инде. Был ҡәберҙәр 1786 ҡаҙылған ҡурғанға яҡын урынлашҡан, Республика Йортона табан коммуникациялар үткәреү өсөн ҡаҙылған оҙон трашеянан табылды. Ҡәберҙәрҙә түңәрәк таҡтасыҡлы алтын балдаҡ, алтын ялатылған таралғылар, ҡайышҡа беркетелгән биҙәүестәр, шулай уҡ турбаҫлылар өсөн типик булған балсыҡ һауыт-һаба ярсыҡтары табылды. Күрәһең, 1786 йылда ҡаҙып асылған ҡомартҡы ла турбаҫлылар дәүеренә (V-VIII бб.) тура килә.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.24 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru