Әҙәп - ул иң тәүҙә аралашыу сараһы, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе тәртипкә һалыу ысулы. Әҙәп донъяһы бер-береңде ихтирам итеүгә, әйләнә- тирәләге кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтелгән мәҙәни көнкүрештең айырып алғыһыҙ сифаты ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә күптәрҙең тәрбиә, әҙәп кимәленең түбән булыуы, аралашыуҙың ябай ҡағиҙәләрен белмәүе йә һанға һуҡмауы етди борсолоу тыуҙыра.
Күптән түгел генә Ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматовтың "Быуаттан да оҙайлы көн…" тигән романын ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Бында һүрәтләнгән йөрәктәрҙе өшөткөс маңҡорт образы һаман да күҙ алдынан китмәй.
…Ҡаҙаҡ далаларында йәшәгән жуңжуандар ҡәбиләләре әсирҙәргә ифрат шәфҡәтһеҙ булған, уларҙың ҡанһыҙ ҡулына эләккән меҫкен кешеләрҙе ҡот осҡос яҙмыш көткән. Әсирҙең башын бер бөртөк сәс ҡалдырмай ҡырып алғас, яңы ғына һуйылған ҡарт дөйә тиреһенең иң ҡалын өлөшөн - муйын тиреһен уларҙың башына кейҙереп ҡуйғандар. Аҙаҡ, аяҡ-ҡулдарын бәйләп, үҙәк өҙгөс ҡысҡырыу тауыштарын ишетмәҫлек ергә алып барып ташлағандар. Тире эҫе ҡояшта кибеп, тарайғандан-тарая барып, әсирҙең сәсһеҙ башын тимер ҡоршау кеүек ҡыҫа, тарттыра башлай. Үҫә башлаған сәс йә дөйә тиреһен тишеп керә, йә иһә кирегә бөкләнеп, баш тиреһенә табан үҫә башлап, ауыртыныуҙарҙы арттыра. Ахыр сиктә, ауыртыныуҙан хәлһеҙләнгән әсирҙәр йән бирә, йә ғүмерлеккә иҫен-аҡылын юйып, маңҡортҡа, үҙенең элек нисек йәшәгәнен, кем икәнлеген дә хәтерләмәгән мәхлүккә әүерелә. Маңҡорт үҙенең ҡайһы ырыу кешеһе икәнен, исемен, тыуған ерен белмәй, ата-әсәһен иҫләмәй, ҡыҫҡаһы, ул үҙенең кеше затынан булыуын аңламай. Маңҡорттарҙан да ҡиммәтлерәк баһаланған ҡол булмай. Сөнки хужаһынан башҡа бер кемде лә танымаған хәтерһеҙ, аңһыҙ, исемһеҙ мәхлүк буйһоноусан, тыңлаусан була, бер ҡасан да ҡасыу йәки фетнә күтәреү тигәнде уйына ла индереп сығармай...
Эйе, был бик боронғо легенда. Әммә, ни эшләптер, йүгерек уй, боронғолоҡто хәҙерге заманға ҡушып бәйләп, йәшәйешебеҙҙәге тарихи оҡшашлыҡтарҙы эҙләй. Халҡыбыҙ мәҙәниәтенең һәм рухиәтенең хәҙерге торошона баһа биргәндә, шундай күңелһеҙ һығымта яһала: үкенескә ҡаршы, беҙҙең милләттәштәрҙең дә ҡайһы берҙәре туған телен онотоп, рухи тамырҙарынан айырылып, тарихи һәм милли хәтерен юғалтып, маңҡортҡа әйләнде. Шуныһы асыҡ: үҙенең теленән, милләтенән оялған кешегә ситтәрҙән ниндәй мөнәсәбәт көтөргә кәрәк? "Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр", тип юҡҡа әйтмәгән бит боронғолар. Телһеҙ кеше - илһеҙ кеше, ерһеҙ кеше. Бәхет ҡошоң ҡунып һайрарлыҡ үҙ ереңдә үҫкән ағасы, бер ҡасан да һиңә хыянат итмәҫ тыуған төйәге, башҡалар араһында аҙаштырмаҫ туған теле, үҙ мөхите кәрәк һәр кешегә. Үҙенең киләсәге, балаларының яҙмышы өсөн борсолған һәр кем шуны аңларға тейеш.
Башлаған һүҙем әҙәпһеҙлек күренештәре хаҡында ине. Бала сағымдан халҡымдың тарихы менән ғорурландым. Элек, хәтерләүемсә, халыҡ ихлас, асыҡ, ярҙамсыл, йомшаҡ күңелле ине. Бөгөн милләтебеҙҙең йөҙө, холҡо насар яҡҡа үҙгәрә бара. Әлбиттә, донъя алға барғас, кешеләр ҙә үҙгәрмәй тормаҫ, тиерһегеҙ, әммә ыңғай яҡҡа ыңғайлаһын ине ул…
Шәхестең юғарылығы, киләсәктә уның ниндәй урын яулауы, һис шикһеҙ, әҙәплелеккә лә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта йәмғиәттә был юҫыҡта проблемалар байтаҡ. Тирә-яғыбыҙға ентекләп күҙ һалһаҡ, быны аҙым һайын күрергә була. Ҡалаларҙағы транспорт туҡталыштарында кешеләрҙең ласҡ-лосҡ төкөрөнөүенән, сүп-сар ташлауынан баҫырлыҡ та таҙа урын ҡалмай. Автобусҡа инһәң, ололар, ҡатын-ҡыҙҙар баҫып килә, йәштәр ултырып бара... Ауылдарҙа ла хәҙер йәше-олоһо "бисмиллаһ" һүҙен белмәй, ә һүгенә белә. Урамда иҫерек йөрөүҙән, урлашыуҙан, мәсхәрәләшеүҙән тартынмайҙар. Типһә тимер өҙөрҙәй, баҫһа баҡыр иҙерҙәй ирҙәрҙең, ихтыяр көсөн юғалтып, араҡы ҡоло булып, эшләмәй ятыуына ҡарауы ытырғаныс.
Ошондай әҙәпһеҙлектәрҙе күреүсе лә, тыйыусы ла юҡ. Элегерәк ололар әҙәпһеҙлек, тәртипһеҙлек осрағы күрһә, йәштәргә өгөт-нәсихәт уҡый башлар ине, ә хәҙер бер кем дә өндәшмәй. Әллә ошо йәшәү рәүешенә күнделәр, әллә ҡурҡалар… Беҙ йыш ҡына дөрөҫлөктө күрмәҫ өсөн, күҙҙәребеҙҙе йомабыҙ ҙа, ҡолаҡты томалайбыҙ. Ә шулай ҙа, ҡайҙа булып бөттө беҙҙең тәртип һаҡлаған, барыһына өлгө булған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр? "Ололарҙы ихтирам итергә, хөрмәтләргә кәрәк", "Ирҙәрҙең дәрәжәһе юғары", "Атай һүҙе - ҡанун", "Йәннәт - әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" тигән һүҙҙәр ҙә онотолоп бара. Халҡыбыҙҙа булған изге йолалар, юғары төшөнсәләрҙең юғала барыуы бик үкенесле...
Халыҡтың мәҙәни кимәле бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрһен, тиһәк, ҡайһы бер тәрбиәүи саралар хөкүмәт кимәлендә ҡаралырға тейешле. Мәҫәлән, ҡала урамдарында, автобустарҙа социаль рекламалар элергә кәрәктер: йәштәрҙе әҙәпкә саҡырыр өсөн автобуста "Һүгенеү - әҙәпһеҙлек", "Ололарға урын бир!" тигән һымағыраҡ иҫкәрмәләр яҙып эленһә, һәйбәт булыр ине. Ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың китаптары бик ауыр барып етә халыҡҡа, сөнки элекке кеүек башҡортса китап һатҡан сауҙа нөктәләре юҡҡа сыҡты. Шуға ла ошо китаптар авторҙары үҙҙәре сыҡһын ине халыҡ араһына, төрлө төбәктәргә барып сығыш яһаһын ине. Минеңсә, муллаларға ла мәсеткә килгән кешегә генә вәғәз уҡыу менән сикләнмәй, өйҙән-өйгә йөрөргә кәрәктер. Сөнки иман йорттарына былай ҙа әҙәпле һәм мәғлүмәтле кеше килә. Дин әһелдәренә лә күпме яҙыҡ эштәрҙән (эсеү, тартыу, фәхишәлек һ.б.) тыйған ислам динен ҡурҡмайынса таратырға кәрәк.
Көслө милләт, иманлы милләт булып һаҡланып ҡалырға була икәненә һәр саҡ ышанам мин. Бының өсөн эште ғаилә тәрбиәһенән башларға кәрәк. "Ояһында ни күрһә-осҡанында шул булыр" тип өйрәтә бит халыҡ аҡылы. Мәҫәлән, бала саҡтан уҡ ололарға ҡарата шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек тәрбиәләү - тәрбиәнең башы, тип уйлайым. Ошо тәрбиәнең булмауы һөҙөмтәһе инде бөгөнгө ҡарттар йорттарының шығырым тулы булыуы. Унда йәшәүсе ҡарттарҙың күбеһенең балалары бар бит. Тимәк, улар балаларына йүнле тәрбиә бирмәгән, йә насар тәрбиә өлгөһө күрһәткән. Халҡыбыҙҙа шундай аҡыллы риүәйәт бар. Бер ир ҡартайып, бәлтерәп бөткән әсәһен ярыҡ ялғашҡа ултыртып, упҡынға ташламаҡ булып, юлға сыға. Йөк тартырға ярҙамлашыр тип, үҙенең кескәй улын да эйәртә. Ялғашты төртөп төшөрәм тигәндә генә малай атаһына йәбешә: "Туҡта, туҡта, ялғашты төшөрмәйек, өйгә алып ҡайтайыҡ". Атаһының: "Нимәгә ул һиңә ярыҡ ялғаш?" - тигән һорауына малай бик етди төҫ менән яуап бирә: "Бәй, үҙең ҡартайғас, өләсәйҙеке кеүек тештәрең төшөп бөткәс, мин һине был упҡынға нимәгә ултыртып килтереп ташлармын һуң?"
Был риүәйәттәге хәл һәр кемгә киҫәтеү, иҫкәртеү булып яңғырай.
Эйе, тормошобоҙ, мөнәсәбәттәребеҙ ҡатмарлана, ер йөҙөндә тупаҫлыҡ, йәмһеҙлек күбәйә бара. Әммә оҙаҡ ялҡытҡыс ҡыштан һуң наҙлы яҙ килә, ҡара болоттарҙы йырып, ҡояш сыға, төпһөҙ тойолған ҡараңғылыҡты еңеп, яҡтылык хакимлыҡ итә. Минең уйлауымса, бөгөнгө ауырлыҡтар ҙа мәңгелек түгелдер, тик уларҙың тантанаһы оҙаҡҡа һуҙылмаһын өсөн һәр кемдең аҙ ғына булһа ла көс һалыуы фарыз...
Гөлназ ХӘСӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА