Яҙ байрамдарының иң сағыу биҙәктәре - күҙҙең яуын алып торған, мең биҙәкле аллы-гөллө сәскәләр. Бигерәк тә 9 майҙа - Бөйөк Еңеү байрамында кешеләрҙең ҡулдарында сәскәләр күп була. Был көндө гөлләмәләрҙең аҡтарына һәм ҡыҙылдарына, күберәк ҡәнәферҙәргә өҫтөнлөк бирелә. Бер уйлаһаң, ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә, башҡа иҫтәлекле урындарға тере сәскәләр һалыу тәбиғәттең гуманлылыҡ ҡанундарына һыймай кеүек. Шулай булғас, ниңә өҙәләр һуң сәскәләрҙе, тигән һорау ҙа тыуа. Иҫтәлекле байрам көндө кемгәлер бүләк итерлек, ҡайҙалыр һалырлыҡ башҡа төрлө нәмә тапмағандармы икән? Ғөмүмән, унда нимәлер һалырға кәрәкме һуң? Бәлки, аптырағандың көнөнән сәскәне ҡорбан итәләрҙер. Республикала ҡабатланып торған "Умырзая" операцияһы был йәһәттән бик ваҡытлы һәм урынлы башланған сара кеүек.
XIX һәм унан алдағы быуаттарҙа йәшәгән кешеләрҙең аяҡ кейемдәрен күргәнегеҙ бармы? Ундай кейемдәр хәҙер инде музейҙарҙа ғына тороп ҡалған. Үкенескә ҡаршы, әлбиттә. Ул замандарҙа кешеләр аяҡтарына кейеп йөрөгән итек-ситектәрҙең, сарыҡ-ҡаталарҙың башы саңғының осо кеүек өҫкә бөгөлөп торған. Бының заманына күрә үҙенсәлекле мода, стиль булыуы хаҡында ла фекер йөрөтөп булыр ине. Әммә ул заман аяҡ кейемдәренең бындай һынланышы кешеләрҙең тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш ихтыяжынан, миһырбанлы мөнәсәбәтенән килеп сыҡҡан. Йәғни бының менән үткән быуат кешеләре ер ҡыртышын аяҡ кейеме менән тибеп аҡтарыуҙан, үләндәрҙе һәм сәскәләрҙе имгәтеүҙән һаҡлаған. Башҡорттарҙың һәр тереклектең: ағастың, үләндең, сәскәнең йәне бар, тип инаныуы ла юҡтан килеп сыҡмаған. Конвейер ысулы менән итек тегеүе рәхәт, анһат шул. Ә инде аяҡ кейеменең ос яғын саңғы башы кеүек итеп тегеү айырым оҫталыҡ, ваҡыт һәм түҙемлек талап итә. Хәҙерге аяҡ кейемдәренең осо тип-тигеҙ, улар менән хатта ер һөрөргә, артынан тырматып иген сәсергә мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта кешеләргә хәҙер сәскәләрҙе өҙөү ҙә, кәрәге ҡалмағас, сығарып ташлау ҙа бер ни тормай. Уйлап ҡараһаң, кемдеңдер шатлығын уртаҡлашып, уға сәскә бүләк итеүсе "Һинең шатлығың да ошо сәскә ғүмере кеүек ҡыҫҡа булһын", тигәнде лә әйтә кеүек. Ә ни өсөн кемдеңдер шатлығы йә иҫтәлеге өсөн генә икенсе бер йән эйәһе үҙен ҡорбан итергә тейеш һуң әле? Күптәр сәскәләрҙе теләмәһә лә, башҡаларға эйәреп өҙә, бүләк итә. Үҙенсә йола башҡара.
Һүҙ юҡ, сәскә - ул тәбиғәттең иң матур, хуш еҫен бөркөп торған ҡәҙерле хазинаһы. Минеңсә, сәскә үҙе үҫкән йә сәселгән ерендә ултырып, үҙе үк тәбиғи рәүештә һулырға тейештер. Шулай булғанда, ул тереклеккә оҙағыраҡ хеҙмәт итә, кешеләрҙең күңелен оҙағыраҡ зауыҡландыра.
Ҡәберҙәргә һәм һәйкәлдәргә сәскә һалыуға килгәндә, батырлыҡ өсөн матурлыҡ үҙен ҡорбан итә булып сыға. Сәскәләрҙе ундай урындарға һалған саҡта ғына күркәм күренә. Хәҙер инде шундай урындарҙа һулыған, кипкән гөлләмәләрҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Барыбер аңлашылып бөтмәй был күренеш. Кем уйлап сығарғандыр сәскә бүләк итеү, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һалыу йолаһын...
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Халыҡта "Ҡурпы сапҡан мандымаҫ" тигән бик тапҡыр бер мәҡәл-әйтем бар. Ҡурпының нимә икәнен беләһегеҙ: ул - бесәне йә игене сабып-һуғып алынғандан һуң шул уҡ йәйҙә киренән үҫеп сыҡҡан йәшел ыуыҙ үлән. Был мәҡәлдең нилектән шулай әйтелгәне хаҡында ла төрлөсә фаразларға мөмкиндер. Минеңсә, ул барыбер ҙә ергә, тупраҡҡа, тәбиғәт байлығына ҡарата һаҡсыл ҡараш-мөнәсәбәттән килеп сыҡҡандыр, тием.
Һөйөндөк АҪЫЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА