Башҡортостанда туризм йылдан-йыл әүҙем үҫешә. Бәләкәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем иҫәпләнгән туристик маршруттар буйлап төбәк халҡы ла, республика ҡунаҡтары ла бик теләп сәйәхәт итә. Ысынлап та, үҙенсәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла эшҡыуарлыҡ йүнәлеше - туризм. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ - туризм өлкәһендә үҙ урынын тапҡан, туристарға киң билдәле "Динарҙар менән турҙар һәм ағып төшөүҙәр" туристик фирмаһы етәкселәре Динар Байегетов һәм Динара КАШАПОВАлар менән.
"Динарҙар" ҡасан барлыҡҡа килде? Эшмәкәрлегегеҙ туристик өлкәнең ниндәй йүнәлештәрен үҙ эсенә ала?
Динара: Был беҙҙең ғаилә эшҡыуарлығы. Эшмәкәрлегебеҙҙе автомобиль турҙарынан башланыҡ. 2020 йылдың июнендә Динар Мәскәү ҡунаҡтары өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһенә махсус автомобиль туры ойошторҙо. Унан һуң Көнъяҡ Урал һәм "Башҡортостан" ҡурсаулыҡтарына, "Асҡын боҙ мәмерйәһенә" туристарҙы алып йөрөнөк. 2021 йылдан Ағиҙел буйлап катамаранда ағып төшөү йүнәлешендә эш башланыҡ. Шулай уҡ беҙ туристарҙы Бөрйән районы буйлап йәйәү маршруттарға алып сығабыҙ, экологик турҙар ойошторабыҙ. Йәйге осорҙа Шүлгәнташ мәмерйәһе янында урынлашҡан "Аҡ тирмә" кафеһында туристарҙы тәмле аш-һыу менән һыйлайбыҙ.
Күп төрлө туристик йүнәлеште алып барған эшмәкәрлекте башлағанға тиклем ҡайҙа эшләнегеҙ? Нисек танышып китеп ғаилә ҡорҙоғоҙ?
Динар: Беҙҙе "Шүлгән-таш" ҡурсаулығы таныштырҙы. Мин ҡурсаулыҡтың фәнни бүлегендә эшләй инем, Динара студент практикаһы сиктәрендә экскурсовод булып килде, унан һуң ҡурсаулыҡтың экологик бүлегендә эшләне. Мин һөнәрем буйынса географ, Динара - туризм буйынса һәм шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит телдәрҙе үҙләштергән киң профелле белгес. Ғаилә ҡороп, Өфөлә бер аҙ йәшәгәс, Бөрйәнгә кире ҡайттыҡ. Туризм өлкәһе, тәбиғәт, Башҡортостаныбыҙ матурлығын ҡунаҡтарға күрһәтергә теләү баш ҡаланы ҡалдырырға мәжбүр итте.
Туризм өлкәһендә эшләүселәр һаны бермә-бер арта бара. Ошондай ҙур конкуренцияла юғалып ҡалмаҫҡа нимә ярҙам итә?
Динара: Быйыл беҙ дүртенсе туристик миҙгелебеҙҙе асабыҙ. Яйлап үҫәбеҙ, йылдан-йыл камиллашырға, беҙгә мөрәжәғәт иткән туристар өсөн матур, хәтерҙәрендә яҡты хистәр ҡалдырырлыҡ турҙар ойошторорға тырышабыҙ. Үҙеңә эшләү, тимәк, башкөллө эшмәкәрлеккә сумыу, тигәнде аңлата. Әгәр бөтә булмышыңды биреп, ваҡытыңды бүлеп эшләмәһәң, уңышҡа өлгәшеүе мөмкин түгел. Шулай уҡ үҙ эшеңде үҫтереү, әүҙемләштереү өсөн финанс сығымдар ҙа күп талап ителгәнен билдәләп үткем килә.
Динар: Конкуренция һәр өлкәлә бар һәм, әйтергә кәрәк, яҡшы, мәҙәни көнәркәшлектең булыуы яҡшы. Был эшмәкәрлек үҙеңде сәмләндерергә булышлыҡ итә, эште алға алып барыу өсөн төрлө юлдар эҙләргә этәрә.
Беҙҙең өлкәлә конкуренция күп, ләкин был беҙҙе ҡурҡытмай. Һәр сәйәхәтсе үҙенең рухына, булмышына, ҡараштарына, донъяуи талаптарына тура килгән ойоштороусыны эҙләй. Беҙгә, мәҫәлән, сәләмәт тормош алып барған, тәбиғәттән илһам һәм көс алып ҡайтырға теләгән, әүҙем сәйәхәтте яратҡан һәм һәр көндән ниндәй ҙә булһа белем эстәргә теләгәндәр мөрәжәғәт итә.
Беҙҙең сәйәхәт ваҡытында һәр кем Башҡортостандың тарихына, мәҙәниәтенә, тормошона тулы кимәлдә "сума". Динара тәжрибәле экскурсовод булараҡ, һәр сәйәхәтте ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеүгә өлгәшә. Беҙҙең тағы ла бер "фишка", тип әйтәйем - йылғанан ағып барғанда ла, тауға күтәрелгәндә лә, ғөмүмән, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә мотлаҡ башҡорт халыҡ легендаларына, риүәйәттәренә, эпостарына ҙур урын бүләбеҙ.
Динара: Ысынлап та, Динар дөрөҫ әйтә. Йылдан-йыл артып барған ҙур һәм бәләкәй туристик ойошмалар беҙгә даими рәүештә үҙ хеҙмәтебеҙҙе яҡшыртырға, сәйәхәтселәр өсөн ысын мәғәнәһендә тән һәм рух ялы ойоштороу өсөн көслө стимул булып тора.
Беҙҙең эшмәкәрлектең бер йүнәлешен - катамарандарҙа йылғанан ағып төшөүҙе алып ҡарағанда, туристарға беҙгә тиклем килеп етергә генә кәрәк. Ә ҡалғанын - аш-һыу әҙерләү, йоҡларға урын хәстәрләү, туҡталҡалар яһау һәм башҡаларҙы барыһын да беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Төнгөлөккә ҡайҙа туҡтарға теләйҙәр - йылға буйындағы матур яланда урынлашҡан палаткалар ҡаласығындамы, әллә ҡунаҡ йорттарындамы - барыһын да ҡунаҡтарыбыҙҙың теләгенән сығып ойошторабыҙ. Беҙҙә ял, урыҫса әйткәндә, "под ключ".
Эшебеҙҙәге иң мөһим һәм иң көнүҙәк мәсьәлә - сәйәхәтселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Был беҙҙең төп бурыс. Бының өсөн мотлаҡ рәүештә барыһын да ҡотҡарыу жилеттары менән тәьмин итәбеҙ, ағыр алдынан инструкция үткәрәбеҙ, йылғала ла, туҡтағанда ла һәр туристы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.
Әйтеп үтеүебеҙсә, туризм менән шөғөлләнгән фирмалар күп. Тимәк, сәйәхәтселәр алдында һайлау мәсьәләһе лә тора. Ниндәй үҙенсәлектәргә ҡарап ял ойоштороу фирмаларын һайларға кәңәш итәһегеҙ?
Динара: Иң беренсе ял ойоштороусы фирмалар тураһында халыҡтың нимә һөйләгәнен, интернетта ниндәй фекерҙәр булыуына иғтибар итергә кәрәк. Иң шәп реклама - ул "сарафан радиоһы" икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Беҙгә, мәҫәлән, үҙҙәренең таныштары, дуҫтары һәм туғандарының кәңәше менән килә күпселек туристар. Сәйәхәтсе ял итеү барышында оҡшаған һәм күңеленә ятмаған һәр күренеш тураһында мотлаҡ эргә-тирәһендәгеләргә һөйләй. Оҡшай икән - оҡшай, оҡшамай икән - оҡшамай. Быны бер нисек тә үҙгәртеп булмай.
Шулай уҡ бер нисә йыл рәттән эшләп килгән компанияны һайлау урынлы. Тағы ла яҡшы күрһәткес - ял ойоштороусының социаль селтәренең матур, йөкмәткеле итеп алып барылыуы, фотоһүрәттәр менән тулыландырылған булыуы, шунда уҡ туристарҙың фекерҙәре яҙылыуы. Телефон аша һөйләшкәндә тулы яуап бирәләрме, аралашҡандан һуң яҡшы тойғо ҡалдыралармы - быларҙың барыһы ла мөһим күрһәткес. Буласаҡ турҙың яҡшы үтеүе шулай уҡ уның төплө программаһының булыуына ла бәйле. Мәҫәлән, беҙҙең турҙар көнөнә һәм хатта сәғәтенә тиклем алдан билдәләнгән һәм беҙ ошо ҡағиҙәне теүәл үтәргә тырышабыҙ. Йылғала ағып барыу тағы ла ниндәйҙер өҫтәмә сәйәхәттәр менән - мәмерйәгә инеү, тау башындағы ҡарау урынына күтәрелеү һәм башҡалар - тулыландырылған булыуы ла теге йәки был фирмаға өҫтөнлөк биреүгә ишара.
Динар: Хәҙерге ваҡытта туризм тик урындағы йәки Рәсәй халҡы өсөн генә булыуҙан үтеп, сит ил граждандарын да йәлеп итә. Тимәк, Башҡортостанда туризм өлкәһендә эшләүсе фирмаларҙа төрлө телдә һөйләшә белгән экскурсоводтарҙың күберәк булыуы мотлаҡ. Мәҫәлән, Динара, инглиз, француз, немец телдәрендә иркен аралаша, төбәктә беренсе аттестацияланған гид-тәржемәсе. Шуға күрә, сит илдән килеүсе туристарҙың ялын ойоштороуҙы үҙ иңебеҙгә алыу беҙгә бер ауырлыҡ та тыуҙырмай. Һәм ошондай экскурсоводтар, тәржемәселәр ни тиклем күберәк булһа, беҙҙәге туризм тағы ла әүҙемерәк үҫешер ине. Яйлап быға килербеҙ, тип ышанам. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән конкурент булырлыҡ, сит ил туристарын йәлеп итерлек өлкә булдырыу мөһим беҙгә.
Дәүләт программалары менән ҡулланаһығыҙмы?
Динар: Ысынлап та, республика етәкселеге лә, Рәсәй хөкүмәте лә туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Был бигерәк тә үҙебеҙҙең төбәктә асыҡ сағыла. Шул уҡ төрлө программалар булдырыу, субсидия, гранттар биреү - барыһы ла был өлкәнең алға китешенә булышлыҡ итә. Нисек кенә булмаһын, туризм ҙур финанс сығымдар талап иткән өлкә. Шул уҡ катамарандарҙы яңыртып торорға кәрәк, туристарҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, палатка һәм башҡа туристик кәрәк-ярағын алыу, транспортҡа яғыулыҡ, шул уҡ әленән-әле һауыт-һабаны яңыртып тороу һәм башҡа бик күп сығымдар бар.
Эшебеҙҙе башлағанда субсидия алыу ҙур ярҙам булды, былтыр ҙур, яңы башҡорт тирмәһен шулай уҡ субсидия аҡсаһына алдыҡ. Беҙ туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ буйынса ойошторолған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ, сөнки "Ятҡан таш аҫтына һыу инмәй". Уңыштарыбыҙ һөйөндөрә һәм ҡанатландыра. "Йыл маршруты" Бөтә Рәсәй туристик премияһының Гран-приһын, "Башҡортостан Республикаһы туризм индустрияһы лидерҙары" милли премияһында Ағиҙел буйлап ойошторған маршрутыбыҙ менән "Иң яҡшы һыу маршруты" номинацияһында Гран-при яуланыҡ. Бар күңелебеҙҙе, көсөбөҙҙө һалып эшләүебеҙҙе ҙурлауҙары һәм баһалауҙары күңелде күтәрә, әлбиттә.
Ә ниндәй һорауҙар, мәсьәләләр борсой һеҙҙе?
Динара: Финанс мәсьәләнән ситләшкәндә, иң борсоған һорау - эшләргә кеше табыуы ауыр. Күп нәмәне үҙ ҡулыбыҙ менән эшләйбеҙ. Иң ҡыҙыу осорҙа урындағы халыҡты йәлеп итәбеҙ. Уларға рәхмәтлебеҙ, әлбиттә, беҙҙең һымаҡ тәбиғәт яратыусы, матур ял ойошторорға ярҙам итеүсе энтузиастар булыуы беҙгә ныҡ ярҙам. Әлбиттә, йыл һайын инде өйрәнгән, эштең бар айышын төшөнгән-белгән кешеләр менән эшләүе еңелерәк булыр ине. Оҙаҡламай нәҡ ошондай - берҙәм, туризмды яратҡан команда тупларбыҙ, тип өмөт итәм.
Туристарҙың күп булыуы яҡшы, әлбиттә. Ләкин меңәрләгән кешенән һуң күпме сүп-сар ҡала, төбәктең экологияһына ла ниндәйҙер зыян килмәй ҡалмайҙыр. Ошо яҡтан һеҙ ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
Динар: Тәбиғәткә ҡарата булған һаҡсыллыҡ, уны таҙалыҡта тотоу тураһында беҙ һәр ваҡыт яҙабыҙ, һөйләйбеҙ, аңлатабыҙ һәм эшләйбеҙ. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, Ағиҙел буйлап экологик ағып төшөү ойошторабыҙ. Уның барышында туристар артынан ҡалған сүп-сарҙы йыйып алабыҙ. Әйткәндәй, үҙебеҙ ойошторған туристик ялдан һуң йылға буйында бер ниндәй ҙә сүп-сар ҡалмай, барыһын да йыйып, усаҡтарҙы матур итеп һүндереп китәбеҙ.
Был өлкәлә дәүләт менән туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең берҙәмлеге кәрәк. Санитар таҙалыҡты тәьмин итеү өсөн йылға буйлап бәҙрәфтәр эшләү һәм уларҙы һәр ваҡыт таҙалыҡта тотоу, сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу һәм шулай уҡ даими рәүештә уны бушатыу, субботниктар ойоштороу - быларҙың барыһы ла беҙҙең алда торған мөһим бурыстар. Ләкин туристик фирма быны бер үҙе генә атҡарып сыға алмай, шулай уҡ бөтә вазифаны тик дәүләт елкәһенә генә һалыу ҙа дөрөҫ түгел.
Динара: Халыҡтың экологик белемен арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Һәр кем таҙалыҡ булдырыу тик уның йорто сиктәрендә генә түгел, ә тотош ауыл, ҡала, республика, ил, бөтә донъя кимәлендә икәнлеген аңлауы мөһим. Үҙең булдырған сүп-сарҙы йыйып алып, яҡындағы контейнерға ташлап китеү көсһөҙлөк түгел, ә кешенең аң кимәлен күрһәтеүсе күренеш булыуын бала саҡтан һеңдереп үҫтереү кәрәк. Тәбиғәт беҙгә тик матурлыҡ, байлыҡ, муллыҡ бирә, беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, уға ошондай ҡарашта булырға тейешбеҙ.
Шулай итеп...
Туризм үҫә Башҡортостанда, һүҙ юҡ. Матур ял тәҡдим итеүсе ойошмалар ҙа артҡандан-арта бара. Иң мөһиме, улар араһында республиканы, уның тәбиғәтен яратҡан, тарихын ихтирам иткән, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмағандар күберәк булһын, тип теләге килә. Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ Динар һәм Динара, һис шикһеҙ, илһөйәр, республикабыҙ өсөн янып-көйгән эшҡыуарҙар. Уларға рәхмәтле туристар һәм уңышлы эшмәкәрлек теләйбеҙ.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА