Планетаның тыныс граждандары нисек кенә теләмәһен, Ер йөҙөндә һуғыш һәм ыҙғыштар һис туҡтарға уйламай. Әле бында, әле тегендә ҡанатлы тактик ракеталар, снарядтар, дрондар шартлай.
26 майға ҡарай төндә Рәсәй хәрби-космос көстәре Украина объекттарын көслө утҡа тотто һәм ул Киев, Житомир, Кировоград, Винница, Хмельницкий, Ивано-Франковск, Днепропетровск, Полтава һәм Львов биләмәләрендәге хәрби объекттарға төбәлде. Рәсәй армияһы был осраҡта ҡанатлы ракеталар, "Кинжал" аэробаллистик ракеталар комплексы, осоусы аппараттар ҡулланды. Украина сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, был һөжүм һөҙөмтәһендә Староконстантинов ҡалаһының ҡанатлы ракеталар йөрөтөүсе СУ24М бомбардировщиктары урынлашҡан аэродром тулыһынса электр энергияһыҙ ҡалған һәм ҡыйратылған. Был аэродромды ҡеүәтле утҡа тотоуҙың тағы бер сәбәбе шул: унда Украинаның Вашингтондан теләнселәп алған F16 истребителдәре лә йәшереп тотолоуы ихтимал ине, тип фаразлана. Украина сәйәсмәндәре уйынса, Рәсәй Ҡораллы Көстәре фронтты көҙгә тиклем һуҙып, АҠШ президентлығына һайлауҙарҙан һуң ысынтылап һөжүмгә күсәсәк, имеш. Ә бөгөн, әгәр Рәсәй Харьков йүнәлешендә хәрәкәтте дауам итһә, Балтик буйы илдәре менән Польша Украинаға ғәскәрҙәрен индерәсәк, тип яҙа Der Spiegel. Бындай аҙымдан һуң НАТО Украина яғында һәм Рәсәй менән асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡҡа киләсәк.
Етмәһә, Владимир Зеленский һаман да булһа француз коллегаһы Эммануэль Макрондың Украинаға ғәскәр ебәреүен зарығып көтә. Шул уҡ ваҡытта Зеленский АҠШ президенты Джо Байден менән Ҡытай лидеры Си Цзиньпинды июнь урталарында Швейцарияла үтәсәк тыныслыҡ саммитына саҡырып мөрәжәғәт итте, һәм унда АҠШ делегацияһы ҡатнашырға ризалыҡ бирҙе, ә Си Рәсәйҙән башҡа ҡатнашырға теләмәүен белдерҙе. Ул сараға шулай уҡ Бразилия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Италия ла килмәйәсәк. Италия вице-премьеры Сальвини Көнбайыш ҡоралын Рәсәйгә ҡаршы файҙаланған өсөн НАТО-ның генеральный секретары Столтенбергҡа Рәсәй алдында ғәфү үтенергә йә булмаһа отставкаға китергә саҡырҙы. Германия канцлеры Олаф Шольц та был ваҡытта Украина тарафынан Көнбайыш һәм АҠШ ҡоралын Рәсәйгә ҡаршы ҡулланыуға ҡырҡа ризаһыҙлыҡ белдереп сығыш яһаны. АҠШ-тың вәкилдәр палатаһы комитеты башлығы Майкл Маккол да Америка ҡоралын Рәсәйгә ҡаршы файҙаланыуға тыйыу һалыу кәрәклеген белдерҙе. Ә Америка быны ишетә, ләкин киреһен эшләй. Әлеге Столтенберг альянс илдәрен Көнбайыш ҡоралы менән Рәсәй территорияһын утҡа тотоусы Украинаға сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарырға ҡушты.
Әйткәндәй, АҠШ Тайвань йөҙөндә "икенсе Украина"ны үҙ тәрбиәһенә алырға йыйына һәм Ҡытайға булған үсен әлеге бик уңайлы объект - Ҡытайҙан айырылып, үҙаллылыҡҡа ынтылған Тайвань "ҡулы менән" атҡармаҡсы. Ошо маҡсаттарҙа, күрәһең, был көндәрҙә АҠШ делегацияһы Тайвань утрауына килде. Былай ҙа ябайҙан булмаған үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштырып, Ҡытай менән Тайвань араһына 2022 йылда уҡ әле АҠШ-тың вәкилдәр палатаһы спикеры Нэнси Пелоси "таяҡ тығып" киткәйне инде. Ә хәҙер был төбәктә лә ут сығарып ебәреү АҠШ-ҡа бер ни тормасаҡ. Американың Wall Street Journal гәзите яҙып сығыуынса, АҠШ Ҡытай менән конфликт ихтималлығына әүҙем әҙерлек алып бара, ә Пекин, үҙ сиратында, ситтән ҡыҫылыуҙарға ҡарамаҫтан, Тайвань менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн көрәшәсәге тураһында белдерә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА