«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘКИӘТ ҺӨЙЛӘЙЕК, КҮРҺӘТӘЙЕК!
+  - 

Элек оҙон-оҙон әкиәттәр һөйләй белеүселәр була торғайны. Уларҙы кисен әкиәт һөйләтер өсөн саҡыра инек. Беҙ интернатта йәшәгәндә юғарыраҡ класта уҡыған Зөлфиә апайҙы бүлмәләр буйлап саҡырып әкиәт һөйләттек. Ул "Ел-ел, арбам", "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу", "Заятүләк менән Һыуһылыу" кеүек эпостарҙы һөйләй ине. Тыңлаусыларҙың ишетеп аңлау һәләтен, телмәр байлығын, зиһенен үҫтереүҙә был әһәмиәтле тәрбиәүи алым булғандыр, тип уйланыла хәҙер.

Ә бөгөн иһә кескәй балаларға әкиәт һөйләүселәр бик һирәк. Телевизорҙан йәнһүрәт ҡуйып бирәләр, йә смартфон тотторалар. Интернет киңлектәрендә рус телендә йәнһүрәттәр һанап бөткөһөҙ шул, балалар теләгәнен һайлап ҡарай ала. Ҙур студиялар менән бер рәттән, һәүәҫкәрҙәр йәнһүрәттәре лә, сит ил йәнһүрәттәре тәржемәләре лә Ютубҡа системалы рәүештә һалына. Башҡортостанда ла йәнһүрәттәр төшөрөлә башланы башлауға. "Акбуҙат" редколлегияһының "Урал батыр", "Нурбостан", "Муха" студияһының "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәттәре бик матур, ләкин улар өлкәнерәк балалар өсөн тәғәйенләнгән. Ә бит хәҙер балалар 1-2 йәштән, хатта ҡайһылары 5-6 айҙан уҡ йәнһүрәт ҡарай башлай һәм ҡушылып йырларға, бейергә өйрәнәләр. Һайлап ҡына ҡараған йәнһүрәттәре араһында руссаһы күберәк булғас, телдәре лә русса асыла. Шулай итеп бала тыуғандан алып туған тел мөхитенән ситләшә, туған тел үҙ ролен юғалта.
Был хәлде нисек тә булһа яҡшыртыу өсөн балаларыбыҙға тәьҫир итеүсе көслө сара - йәнһүрәттәрҙе башҡортса күпләп төшөрөү мотлаҡ. Һәр бер йәнлек, һәр бер бөжәк, үҫемлек, уйынсыҡ, ғаилә ағзалары, әҙәп-әхлаҡ, йыуыныу-гигиена, юл, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, транспортта, өйҙә, мәктәптә, һыу буйында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре буйынса, һәр бер матур йыр-шиғырға арнап төшөрөргә була йәнһүрәтте. Был эштәрҙе тик бер дәүләт киностудияһы ғына башҡарып сыға алмауы аңлашыла. Барлыҡ энтузиастарҙы йәлеп итергә кәрәктер. Төрлө бәйгеләр өсөн балалар баҡсалары педагогтары пластилин йәнһүрәттәре, йәки сәхнәләштереүҙәр төшөрә бит. Тик уларҙың сифаты яңы компьютер программалары менән төшөрөлгән заманса рус йәнһүрәттәренән күпкә ҡалыша һәм балаларҙы ылыҡтырмай. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында педагогтарҙы, программалаусыларҙы, сәнғәт өлкәһендәге белгестәрҙе әҙерләгән уҡыу йорттарында, педагогтарҙың өҫтәмә белем биреү үҙәктәрендә рәсем төшөрөү, тауыш яҙҙырыу, музыка ижад итеү, йәнһүрәт эшләү программаларына өйрәткән дәрестәр ойошторорға, шулай уҡ һәр теләгән кешегә бындай программаларҙы өйрәтеүсе үҙәктәр булдырырға кәрәк. Мин дә ошо йүнәлештә үҙаллы өйрәнеп, эшләп ҡарағаным бар. Әммә уҡытыусым булһа, эш тағы ла алға китер ине, һис шикһеҙ.
Ҡулдарынан гаджеттары төшмәгән йәш-елкенсәктең дәртен дә файҙаға йүнәлтеү маҡсатыбыҙға ярашлы булыр ине. Рәсем, йыр, хеҙмәт дәрестәрендә компьютер технологияларына өйрәтеү һәм төрлө тамғалар, алтаҡталар, фото һәм видео эшләү серҙәренә һ.б. төшөндөрөү кәрәк. Хеҙмәт дәресендә 3D-проекциялар, йыр дәресендә Final, Sibelius кеүек программалар, ноталарҙың электрон варианттарын үҙләштерһендәр. Хәҙер бит берәй музыкаль аранжировка эшләтәйем тиһәң, был бурысты атҡарғандар юҡ тиерлек. Шул уҡ ваҡытта балаларыбыҙ интернеттан кемдер эшләгән әҙер нәмәне генә ҡарай, ә компьютерҙы тик баҫыу машинкаһы урынына ғына ҡуллана. Ә үҙҙәре шундай уҡ "текә" уйындар, йәнһүрәттәр, һүрәттәр эшләй белһәсе! Бер ни тиклем килем дә алырҙар, туған телебеҙҙе популярлаштырыуға үҙ өлөштәрен дә индерерҙәр ине лә баһа.
Компьютер программаларына уҡытыу үҙәктәре асып, туған телебеҙҙә кескәйҙәргә башҡортса цифралы мөхит тыуҙырыуға һәр кемебеҙ өлөш индерәйек, милләттәштәр. Бөтә нәмә аҡса менән генә үлсәнмәй, был эшмәкәрлекте лә ирекмәндәр эше булараҡ йәйелдерәйек.

Вәғиҙә ҠУЖАГИЛДИНА.
Хәйбулла районы.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru