«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГЕРОЙҘАР ВАҠЫТЫ - 6
+  - 


* * *

Арттағы бәләкәй Н. ҡалаһына ялға ебәрҙеләр. Урындағы мунсаға барып йыуынып-таҙарынып, бөҙрәханаға инеп сәс алдырып, ҡырынып, яңы кейем һатып алып кейенеп, ҡәҙимге тыныс тормошҡа ҡайтҡандай булып йөрөнө яугирҙар. Яҡында ғына һуғыш бара, снарядтар шартлай тимәҫһең дә: кешеләр шулай уҡ йәшәй, эшкә бара, автобус көтөп туҡталышта тора, ана, егет менән ҡыҙ бер кемдән дә тартынмай, бер-береһенә һырылышып, үбешәләр... Әйтерһең, һуғыш юҡ, әйтерһең, һалдаттар һәләк булмай! Зарифтың йөрәге ниңәлер өҙөп-өҙөп һулҡылдай башланы! Беҙ бит улар шулай тыныс йәшәһен өсөн көрәшәбеҙ! Эшкә барғандай көн дә утҡа инәбеҙ! Ә улар! Бер ни булмағандай көләләр, шаяралар, байрам итәләр, туйҙар яһайҙар! Ә нимә эшләргә тейеш һуң улар? Бикләнеп ултырырғамы? Көлмәҫкәме? Быға башы етмәй егеттең! Әммә улай булырға тейеш түгел! Фронттағылар ҙа, тылдағылар, өйҙәгеләр ҙә бергә уҡмашып, бер йоҙроҡҡа төйнәлеп алмайынса, туҡтатып булмаҫ башкиҫәрҙәрҙе! Нимә тигән әле рус шағиры: "Из одного металла льют медаль за бой, медаль за труд!" Ә миҙал бирерлекме бөгөнгө эшселәргә? Улар Тыуған ил хаҡына эшләйме? Әллә кеҫәләрен тултырыу өсөнмө? Ниңә МХО башланмаҫ элек мең тәңкә торған рюкзактың хаҡы ике көн эсендә 10 мең һумға барып баҫты? 4 меңлек берцы 20 меңгә, 10 меңлек йоҡо тоғо 50 меңгә күтәрелде? Үҙҙәренең, иленең именлеге өсөн көрәшкән яугирҙарға арзаныраҡҡа һатырға, хатта бушлай бирергә тырышып торорға тейеш түгел инеме ошо сауҙа үҙәктәре хужалары? Ә улар уңайлы мәлдән файҙаланып, байып ҡалырға маташа! Ҡайҙа бында дөрөҫлөк? Ғәҙеллек? Элекке фиҙаҡәрлек? Ни өсөн кемдер һәләк булырға, кемдер теттереп йәшәргә тейеш?"
Ошондай уйҙар ҡайнаны Зарифтың башында. Хәйер, бер уныҡында ғына түгел, ялға ҡайтып килгән һәр егет үҙ ҡалаһындағы, үҙ ауылындағы халыҡтың тормошон күреп, йәне эсенеп килде. Бигерәк тә үҙҙәренең йәштәштәре, иптәштәре ҡунаҡ булышып, йә эшләмәй, йә ил һаҡламай өйҙә ятыуына, улай ғына ла түгел, уларҙы, мобилизация менән киткәндәрҙе ғәйепләп маташыуы нәфрәт тыуҙырҙы. "Алйоттар бара инде МХО-ға! Кем көсләп ебәрҙе! Бармаҫҡа ине! Һеҙ нимәне һаҡлайһығыҙ! Рәсәйҙе һаҡларға кәрәкме ни? Әйҙә, хәрбиҙәр һаҡлаһын! Һалдаттар һаҡлаһын! Беҙ үҙ ваҡытында бер йыл (ике йыл) ғүмеребеҙҙе йәлләмәй, армия хеҙмәтен үттек. Шул еткән! Дурактар булғанда, ил һаҡлаусылар ҙа бөтмәҫ! За то аҡсалы ҡайтырһығыҙ! Бай йәшәрһегеҙ! Беҙҙең эш тә юҡ, аҡса ла юҡ!"- тип асыҡтан-асыҡ мыҫҡыллаусылар ҙа осраны... Яуап бирә алманылар! Йоҙроҡтар төйнәлде, ҡул үҙенән-үҙе автомат торған ҡулбашҡа үрелде лә, буш иңбашты тойоп, хәлһеҙ аҫҡа һәленде. Эх, яу яланында осрап әйтһә ине ошо һүҙҙе сволочь! Белер ине ни эшләтергә!
Ялдан егеттәр кәйефһеҙ килә, иңдәре төшкән... Улар был хәлде аңлай алмай. Күптәре кире рюмкаға үрелә. Ҡайһылары - ныҡлы ихтыярлылары, көслөләре аяуһыҙға әйләнә. Улар "укроптар"ҙан да, тегендә ҡалған сволочтарҙан да берҙәй үс алыу тойғоһо менән ажарланып автоматҡа тотона. Ваҡыт үтер, заман бөтәһен дә үҙ урынына ҡуйыр. Кем хаҡлы, кем хаҡлы түгел - ваҡыт хаким. Кем герой, кем тыл ҡомағы - ил таныр! Кеше күҙенә тура ҡарай алырһыңмы, өйҙә ҡалған иптәш? Йоҡоң тыныс булырмы? Намыҫың, выжданың яуап тоторға өндәмәҫме? Кешелеклектән яҙған булһаң, әлбиттә, бер нәмә лә үҙгәрмәҫ...

* * *

Айырым, ярым-ярты йөрөргә ярамағас, һалдаттар ҡала буйлап өсәр-дүртәрләп таралышты. Берәүҙәр аҙыҡ-түлек магазинына китте, кемдер кафе тирәһенә, ике иптәше - "Боксер" һәм "Художник" менән - "Лев" ҡаланы күрергә тип йәйәүләп урам буйлап атланы. Матур, төҙөк ҡала булған икән, бөтөн ерҙә асфальт түшәлгән, иркен генә тротуар ҙа бар. Бына бик матур бина, театр-фәләндер, моғайын. Алдында колонналары, фасады семәрле биҙәкле. Унан ары ике ҡатлы оҙон бина, бик күп оло тәҙрәләр теҙелеп киткән. Мәктәптер, күрәһең, алдында һары төҫтәге автобус тора. Бына уның ҙур ишегенән йүгерешеп балалар сыҡты, шаярышып, эткеләшеп, автобусҡа тығылыша башланы. Был тыныслыҡ күренешенән егеттәрҙең күңеленә лә һиллек килде. Мәктәп, уҡыуҙар бара икән, тимәк, бөтәһе лә яҡшы! Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ! Һалдаттар яй ғына атлап, урамдың икенсе яғынан бара, уҡыусы балаларҙың шат тауыштарына кинәнә.
Ҡапыл егеттәрҙең күҙенә хәрби формалағы кешеләр салынды. Улар ҙа өсәү ине. Автоматтарын арҡаларына көбәктәрен аҫҡа ҡаратып аҫҡандар. Бер мәлгә генә Зариф уларҙың рәсәйҙекеләр түгел икәненә төшөндө. "Укроптар" - тине ул ярым бышылдап. - Автоматығыҙҙы әҙерләгеҙ!" Егеттәр уның әйткәнен аңлағансы, ул бер һикереүҙә янындағы йорттоң асыҡ торған подъезд ишегенә ышыҡланды.
- Руки вверх! - тип ҡысҡырҙы үҙе бар тауышына. - Оружия на землю!
"Боксер" урамдағы колонка артына ышыҡланып ятты, икенсеһе Зариф эргәһенә ынтылды. Бер секундҡа ғына албырғап ҡалған "укроптар" ҙа йәһәт кенә хәрәкәткә килде. Береһе йүгереп, асыҡ автобус ишегенә инде һәм ҡулына граната алды! Теге икәүһе тәүҙә ҡулын күтәрҙе, йәнәһе, беҙ атышырға йыйынмайбыҙ!
- Оружия на землю! Иначе я взорву всех детей! - тине автобустағыһы. Зарифтың аңы томаланғандай булды: "Ни эшләргә? Ни эшләргә? Бер автобус баланы һәләк итә алмай ҙа баһа улар!"
- Оставьте детей! Пусть автобус отъезжает! Я сдамся! Возьмите меня в заложники! - тип ҡысҡырҙы "Лев" ишек артынан сығып. - Мы вас не тронем! Уходите!
- Зариф! Һин нимә! "Укроптар"ға бирелмәксеһеңме? Беләһеңме улар пленныйҙарҙы нимә эшләтә! - тип ҡысҡырҙы эргәһендәге "Художник".
- Ә мин эләкмәйем пленға! Мин улар эргәһенә барыу менән баш ҡағам һәм кинәт кенә ергә ҡолайым. Шул секундта һеҙ уларҙы атып йығырға тейеш! Атырға! Пуля миңә эләккән хәлдә лә атырға! Яраланырмын, әммә пленға эләкмәм! Тик бер секунд эсендә атып өлгөрөгөҙ! - "Лев" автоматын аяҡ аҫтына һалды һәм дошмандары яғына атланы. Граната тотҡан әзмәүерҙәй "укроп" автобустан сыҡты һәм үҙҙәренең иптәштәре яғына йүгерҙе. Автобус шул секундында уҡ ҡуҙғалып та китте. Зариф юрый һәлмәк, яй ғына атлап, нацистар яғына бара. Кем белә, бәлки, был уның ерҙәге һуңғы аҙымылыр? Һуңғы һулышылыр! Юҡ, ул йәшәргә тейеш! Ул ошо башкиҫәрҙәрҙе юҡ итергә тейеш!
Иҫтәренә килгән ике нацист автоматтарын ҡулдарына алып, "Лев"ҡа төбәне. Уртаса буйлы, киң яурынлы Зарифтан бер башҡа оҙон ине дошмандары. Береһе, беҙҙең телдә "негр" тип йөрөтөлгән афро-американецы, шунда уҡ ынтылып, Зарифты ҡармап алды һәм үҙе артынан һөйрәй башланы. Йорттоң артына алып инһәләр - бөттө! Зариф йән көсөнә тартылып, иптәштәре яғына боролоп баш ҡаҡты һәм ергә ҡоларға маташты. Тик ҡыпһыуыр шикелле эләктергән көслө ҡара ҡулдар уны ысҡындырманы, ә, киреһенсә, үҙенә тартып, йән көсөнә "Лев"тың арҡаһына һуҡҡандай булды. Нимәлер арҡа менән күкрәген өтөп алды. Шул мәлдә үк атыу тауыштары яңғыраны. "Укроптар" менән бергә Зариф та ергә ауҙы. "Бөттө! - тигән уй йәшен тиҙлегендә үтте егеттең башынан. - Ошонда булған икән минең һуңғы аҙымым!"

* * *

Зарифҡа ҡапыл шундай рәхәт булып китте! Бер ере лә ауыртмай, һыҙламай! Кәүҙәһе лә еп-еңел, атлап түгел, хатта шыуышып түгел, осоп барғандай! Ул йән рәхәтлеге менән йылмайып ебәрҙе лә күҙҙәрен асты: аҫта ап-аҡ ҡар! Ап-аҡ ҡар өҫтөндә төрлө ҡиәфәттә дүрт кеше ята. Өсәүһе уларҙың дошмандары кейемендә, бөгәрләнеп алға ҡолағаны Рәсәй һалдаты. Арҡаһында кәүҙәһен үтәнән-үтә тишеп сыҡҡан штык-нождың һабы ялтырап күренеп тора. Күкрәк тәңгәлендә генә ниҙер ҡыҙарып күренгәндәй. Зариф һалдатҡа яҡыныраҡ барҙы, битен күреп булмай, йөҙтүбән ауған. Текләберәк ҡараны: кем һуң? Танырға тейеш бит ул иптәшен, ярҙам итергә! Зариф эйелеп, һалдатты күтәреп алырға теләне. Әммә ул, бушлыҡты һәрмәгәндәй, иптәшенә ҡағыла алманы. Ә ҡар өҫтөндәге, түш тәңгәлендәге кескәй генә ҡыҙыл тап ҙурайғандан-ҙурайҙы, йәйелгәндән - йәйелде...
- Позыйной "Лев"! Позывной "Лев"! Зариф! - ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп иптәштәре килеп етте, ерҙәге һалдатты әйләндереп һалды. Зариф эйелеп егеттең күҙҙәренә төбәлде һәм үҙен күрҙе... Үҙе! Үҙе ята ла баһа ҡан эсендә!
Зариф, өнөмдәме был, төшөмдәме, тигәндәй, семетеп ҡарарға теләп, уң ҡулы менән һул ҡулының усына ҡағылды... Әммә ҡағыла алманы... Ҡулдары ғына һауаны йыртып, бер-береһе аша, күләгәне үткәндәй, үтеп китте... "Тимәк... Тимәк, мин үлгәнмен! Үлгәнмен! Әммә ... Юҡҡа түгел бит! Ул бит бер автобус тулы балаларҙы ҡотҡарҙы! Күпме иптәштәрен һаҡлап алып ҡалды! Күпме неофашисты, илебеҙҙе юҡ итергә яҫҡынған илбаҫарҙы юҡ итте! Тимәк, ул бушҡа ғына үлмәгән! Бушҡа ғына йәшәмәгән! Уҡытыусыһы әйткәнсә, батырлыҡҡа бөгөн дә урын бар, тимәк! "Батыр булып тыумайҙар, Хамматов! Батыр булып үләләр!"... Һәм ул батырҙарса китте түгелме был донъянан! Ҡурҡып-боҫоп ятманы! Мобилизациянан ҡасып, сит илгә сығып китмәне! Ил саҡырғас, уны яҡлап һаҡҡа баҫты! Тол әсәһенә, йәш кәләшенә, кескәй улына япһарып, улар ышығына боҫоп ҡалманы! Улы, Замиры... Ярай әле бәләкәй генә улы бар! Уның фамилияһын йөрөтөүсе, уның нәҫелен дауам итеүсе улы бар! Тимәк, йәшәй әле Азаматовтар был ерҙә! Йәшәйәсәк!"
... Зариф Арыҫлан улы Азаматовтың йәне ошо уйҙан йылынып, ҡанатланып, ап-аҡ фәрештәләр менән бергә, күккә күтәрелде...

(Аҙағы. Башы 16-20-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.05.24 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru