Ишеттегеҙме әле, Пентагон хәрби стратегияға... Рәсәйҙән өйрәнергә булған! Ошо маҡсатта Көнбайыш авторҙары баҫмаларының һәр береһе өсөн 600 доллар хаҡ менән тендер иғлан ителгән. Был хеҙмәттәр АҠШ Хәрби-Һауа көстәренең хәрби осоусыларын уҡытыу өсөн файҙаланыласаҡ, тип яҙа "Новости. Рәсәй агентлығы".
Һатып алынасаҡ китаптар иҫәбендә, мәҫәлән, Лондон короллеге колледжы лекторы Офера Фридмандың "Стратегия: Рәсәй хәрби стратегияһы нигеҙҙәре", Эндрю Моргандың "Лидер державалар ярышында Рәсәйҙең төп статегияһы" һәм инглиз авторы Самуэл Моргандың Рәсәй-Украина конфликты хаҡындағы китаптары бар. Өҫтәүенә, яһалма интеллект һәм йыһан стратегияһы, шулай уҡ Ҡытай хаҡында китаптарға ла ихтыяж бар икән. АҠШ, бына шулай, хәрби оҫталыҡтың ғүмер буйы хөсөтлөк ойоштороп түгел, ә ҙур һуғыштарға ҡаршы көрәшеп, еңеү яулағанда ғына килә икәнен, ниһайәт, аңлаған һымаҡ. Ғәҙәтте һәләт еңә, тип бушҡа әйтмәгәндәр, күрәһең.
Ә шулай ҙа АҠШ президенты Байден шул өйрәнелгән ғәҙәтен ҡыуыуҙан туҡтай алмай, сөнки, әлеге лә баяғы, Пентагондың бар шөғөлө ыҙғыш һәм ғауға ҡуптарыу бит. Көнбайыш ҡоралын Рәсәй территорияһын утҡа тотоу өсөн файҙаланыу хаҡында Украина Ҡораллы көстәренә күрһәтмә биреү факты тап әле әйтелгәнгә асыҡ миҫал булды ла инде. Хәйер, НАТО-ның Украина конфликтын артабан йәйелдерергә маташыуҙарына Рәсәй киң һәм күп төрлө арсенал менән яуап бирергә әҙер. Был хаҡта Стимсон үҙәге ғилми хеҙмәткәре Эмма Эшфорд Foreign Policy журналында яҙып сыҡты. "Конфликтты артабан йәйелдереү Көнбайышҡа ҡиммәткә төшөүе бар, сөнки Рәсәйҙең ядро ҡоралы ҡулланмайынса ла ҡапма-ҡаршы яуап бирерлек варианттары һәм мөмкинлектәре етерлек. Ә Көнбайышҡа был кәрәкме?.."- тип яҙа автор. Рәсәйҙең хәрби журналисы Евгений Поддубный Украина ҡораллы көстәренең Көнбайыш ҡоралы менән илебеҙҙең сик биләмәләрен утҡа тотоуы хаҡында яҙып, Америкала етештерелгән HIMARS реактив залп уты снарядтарының пыран-зыран килтерелгән ҡалдыҡтарын фотоға төшөрөп баҫтырып та сығарҙы. Аңлағанға - ишара, юғиһә, Рәсәй һүҙендә тора белә, һәм был башбаштаҡлыҡҡа ҡаршы яуаптың башы ғына әле.
Үткән аҙна ахырына ҡарата төп яңылыҡтарҙан ҡыҫҡа хәбәрҙәр:
- Иран президенты Ибраһим Рәиси авиафажиғәлә һәләк булыу менән бәйле, уның урынына 28 июнгә сираттан тыш ил башлығын һайлау көнө билдәләнде. Буласаҡ һайлауҙарҙа 2005-2013 йылдарҙа ике мөҙҙәт рәттән ил менән идара иткән билдәле сәйәсмән Мәхмүд Әхмәдинежад та ҡатнашасаҡ. Президент итеп һайланғанға тиклем ул Тегеран губернаторы вазифаһын биләгән.
- Украинаның Дәүләт ил сиге хеҙмәте хәбәр итеүенсә, илдәге мобилизациянан ҡасып, Украина сиген үтергә тырышҡан 45 кеше һәләк булған. Ләкин ысынында иһә илдән ҡасып сығырға теләп, һәләкәткә осрағандар байтаҡҡа күберәк. Май айында ғына ла Тиса йылғаһын йөҙөп сыға алмайынса, 10 кеше һыуға батып үлгән.
- Израиль армияһы Газа секторының көньяғында һөжүм хәрәкәтен көсәйтә бара. Палестина сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, Израиль тарафынан туҡтауһыҙ утҡа тотоуҙар һәм авиация һөжүме арҡаһында Рафах районында палестиндар күпләп һәләк була.
- Халыҡ-ара даирәләрҙә үткер телле сәйәсмәндәр әйтмешләй, "мөҙҙәте сыҡҡан" Зеленский, ысынлап та, бөтөнләй ысынбарлыҡ самаһын юғалтҡан, буғай: Швейцарияла үҙе ойошторорға маташҡан "тыныслыҡ саммитына" аяҡ салырға маташа, тип, Ҡытайға ғәйеп ташларға баҙнат иткән. Йәнәһе лә, ҠХР башҡа илдәрҙе саммитта ҡатнашмаҫҡа өндәй, имеш. Бүрәнә үтә бүре күреү тигәндәре шул булалыр, күрәһең...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА