Ниһайәт! Ә бит һигеҙ йыл үтеп тә киткән. Намыҫлы хеҙмәте менән осон-осҡа ялғарға тырышып, күпселек осраҡта әҙ генә эш хаҡына ла риза булып эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың аҡсаһын күпһенеп, 2016 йылда уларҙың пенсияларына законлы индексация түләүҙәрен туҡтатыуҙарына, шул тиклем ваҡыт үтеп киткән, тием.
Һигеҙ йыл... Был ваҡыт эсендә, әлбиттә, дәүләт власының бындай тупаҫ рәүештә закон һәм кеше хоҡуҡтарын боҙоу фактына ҡул һелтәп, өмөтөн өҙөп, арабыҙҙан мәңгелеккә киткәндәр ҙә булғандыр, ә инде күрәләтә ғәҙелһеҙлек күренешен күтәрә алмағандары һәм әле эшләрлек көс-дарманы булғандары әхлаҡ йәһәтенән матур булмаған был сараға шундай уҡ "көҙгөләгесә" тәртиптә яуап биреп, бер ниндәй законға ла нигеҙләнмәгән "вето"ны ашатлап үттеләр ҙә, бер айға эштән сығып, пенсияларына индексация алғас, кире үҙ урындарына сығып, эштәрен дауам иттеләр. Ғәмәленә күрә әмәле булды был. Әмәлһеҙҙән, тип әйтәйек, сөнки улар хәләл көсөн, тирен түгеп, ғаилә хәлдәрен аҙға ғына булһа ла яҡшыртырға, айлап-көнләп ҡабара барған хаҡтарға "ямаулыҡ" хаҡына барҙы был аҙымға. Эш биреүселәрҙең дә күбеһе ҡурҡып торманы, пенсионерҙарына ундай мөмкинлекте бирҙе, рәхмәт уларға; нисек кенә ғәжәп булмаһын, хөкүмәт тә өндәшмәне, күрмәмешкә һалышты, һис бер йәшертене юҡ - уныһы өсөн дә рәхмәт инде. Ә кемдәргә ундай мөмкинлек булманы, улар эш хаҡын рәсми рәүештә түгел, ә конвертта алыу тәртибенә күсте. Әйткәндәй, бына шундай сәбәптәр арҡаһында 2016-2023 йылдар эсендә эшләүсе пенсионерҙар һаны 7 млн кешегә кәмене һәм был ил предприятиелары бай тәжрибәгә эйә булған юғары квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ кисергән йылдарҙа булды. Әлбиттә, ил өсөн дә еңел булмаған йылдар ине был, уны ла аңларға була. Мәҫәлән, 7,8 млн пенсионерҙың индексация түләүҙәрен тергеҙеү өсөн, Рәсәй вице-премьеры Т. Голикова белдереүенсә, 100 млрд һум аҡса кәрәк.
Шуға күрә Дәүләт Думаһы депутаты, иҡтисад профессоры Оксана Дмитриеваның хафаланыуҙары аңлашыла. Әлеге 8 йыл эсендә эшләүсе пенсионерҙарға индексация түләүҙәре 71 процент тәшкил итә. Үҫеш партияһы депутатының хәүефләнеүе шуға бәйле: закон проектында индексация бөтөн төшөп ҡалған йылдарҙы иҫәпләмәйенсә, 2025 йылдан ғына ҡаралыуы ихтимал, ти О. Дмитриева. Бындай осраҡта, ти Оксана Дмитриева, пенсия һәм индексация күләменә бәйле, өҫтәмә түләүҙәр 500-ҙән 1000-гә тиклем булыуы ихтимал.
Ләкин мөхтәрәм депутаттың ваҡытынан алда күрәҙә ҡылып, кеше күңеленә шом һалыуы менән килешеп булмай, әлбиттә. Властар тағы бер тапҡыр был өлкәлә законһыҙлыҡҡа юл ҡуймаҫ, тип ышанайыҡ. Рәсәйҙең элекке хеҙмәт министры Сергей Калашников әйтмешләй, эшен дауам итеүсе пенсионерҙың һаулығына ниндәй көсөргәнеш килеүен дә иҫәпкә алыу кәрәктер бит, ниһайәт. Әгәр элек ауыр физик эш башҡарған кеше еңелерәк хеҙмәт төрөнә күскән хәлдә, был уның эш хаҡында сағылыуы ла бар бит әле, шуға күрә лә индексация инфляцияны бер аҙ ҡаплау маҡсатында һәр кемгә лә кәрәк икәнлекте иҫбатлап тормаһаҡ та булалыр.
Рәсәй Фәндәр академияһының Үҙәк иҡтисад һәм математика институты директоры Альберт Бәхтизин, эшләүсе һәм эшләмәгән граждандарҙың пенсиялары араһындағы айырма ҡапланырға тейеш, тип бара. Әгәр шулай булмаһа, эшләүсе пенсионерҙар әлеге билдәле схеманы ҡабатлап, пенсияларына тулы иҫәп алырға тырышасаҡ, ләкин был юлы уның ығы-зығы һәм мәшәҡәттәре артып китеүе лә бар. Бәхтизин әйтеүенсә, пенсияларға ғәҙел индексация мәсьәләһе бөтөн үҫешкән илдәр өсөн дә тип әйтерлек хас. Мәҫәлән, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы дүрт тиҫтә йыл эсендә был ойошмаға ингән күпселек илдәрҙә инфляция бығаса күрелмәгән кимәлгә етте. Иҡтисади үҫеш ойошмаһына ингән илдәрҙең өстән ике өлөшөндә пенсияларҙы индексациялау ҡулланыу хаҡтарына бәйле, ә был дәүләттәрҙә йәшәүсе оло йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара һәм шунлыҡтан уларҙың пенсия системалары бик ныҡ көсөргәнеш менән эшләй һәм йыш ҡына бурыстарын башҡара алмай. Ләкин ресурстарға бай Рәсәй өсөн пенсиялар айырмалыҡтарын ҡаплау проблема тыуҙырмаясаҡ, ти Н. Бәхтизин. Рәсәй Социаль фонды мәғлүмәттәре буйынса, быйыл мартҡа ҡарата эшләүсе граждандарҙың уртаса пенсияһы 17 300 һум тәшкил итһә, эшләмәгән өлкәндәрҙеке 23 400 һумға етте.
Шул уҡ ваҡытта белгес һәм эксперттар 2016 йылдан бирле түләнмәгән индексация аҡсаһын ғәмәлдә нисек түләү һәм шуға етерлек финанс мәсьәләләре буйынса фекер алыша, бәхәс ҡора. Берәүҙәр уны өс йыл эсендә яйлап түләргә мөмкин тип иҫәпләһә, икенселәр бөтөн индексация бурысын бер ыңғай һәм бер тапҡыр түләтеү яғында. Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институтының ғилми хеҙмәткәре Игорь Николаев фекеренсә, эшләүсе пенсионерҙарға индексацияны тергеҙеү һалым өлкәһендә киләһе йылдан ғәмәлгә инәсәк ике төрлө үҙгәреш - прогрессив шкала менән килемгә һалымды арттырыу саралары ярҙамында мөмкин буласаҡ. Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә, әлбиттә, 8 миллионға яҡын эшләп йөрөүсе пенсионерға түләү өсөн аныҡ ҡына иҫәп-хисап һәм күпме аҡса кәрәклеген асыҡлау талап ителә.
Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән үткәргән кәңәшмәлә Президент В. Путиндың күрһәтмәһе буйынса 2025 йылдың 1 февраленән эшләүсе граждандарҙың пенсияларын индексациялауҙың дауам ителәсәге тураһында белдерҙе һәм улар артабан да эшләй алһын һәм йәштәр менән тәжрибәләрен уртаҡлашһын өсөн бөтөн шарттарҙы булдырырға ҡушты. Әлеге ваҡытта граждандарға күпме сумма өҫтәләсәге һәм ул өҫтәмәнең ниндәй күрһәткестәрҙән тупланасағы хаҡында "аңлатыу эштәре" алып барырға кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА