«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҠСА ЕЛӘГЕ НИ ХӘЛДӘ?
+  - 

Баҡса еләге артыҡ ҡатмарлы тәрбиә талап итмәгән культураларҙың береһе. Әммә тәүге йылдарҙа ул мул уңыш бирһә лә, дүрт-биш йылдан һуң уңыштың ҡапыл ғына түбәнәйеүе йәки еләк ҡыуаҡтарының ҡороуы ихтимал. Шуға ла еләктең үҫкән урынын йыш алыштырып торорға кәрәк. Мин үҙем еләкте бер урында ике йыл үҫтерәм, сөнки, күҙәтеүҙәр буйынса, өсөнсө йылына ул насар емеш бирә, сирҙәргә, зарарлы ҡоротҡостарға бирешеп бара, өлөшләтә ҡорой башлай. Шуға ла түбәндәге тәжрибәм менән уртаҡлашам.

Еләкте күсереп ултыртыу өсөн иң ҡулайлы ваҡыт булып июль иҫәпләнә. Әгәр ҙә һуңғараҡ ҡалһағыҙ, икенсе йылына еләк әллә ни уңмаясаҡ. Шуға ла уны күсереп ултырта торған йылда еләккә тәғәйенләнгән түтәлгә редис, йәшел борсаҡ, һарымһаҡ, иртә өлгөрә торған кәбеҫтә, ләлә сәскәләре кеүек июнь айында ҡаҙып алына торған үҫентеләр сәсәм. Минең баҡсамдағы йәшелсә түтәлдәренең "әйләнеше" түбәндәгесә:
1 - һарымһаҡ, ләлә сәскәһе; 2-3 - баҡса еләге; 4 - татлы борос һәм баклажан; 5 - гладиолус һәм кәбеҫтә; 6 - помидор. Һуңғы өс түтәлдәге үҫентеләрҙе үҙегеҙ теләгәнсе алыштыра алаһығыҙ.
Еләк ултыртыу. Шулай итеп, июлдең тәүге декадаһына иртә өлгөрә торған йәшелсәләр йыйып алынырға тейеш. Бынан һуң түтәлде тәрән итеп ҡаҙып сығырға кәрәк. Янған тиреҫ, компост һәм минераль ашламаны һалып ҡалдырырға. 5-7 көндән һуң ер тығыҙланғас, баҡса еләген ултырта башларға мөмкин. Мин рәттәр араһында 60 см, ә ҡыуаҡлыҡтар араһында 30 см ара ҡалдырам. Түтәлгә еләк ҡыуаҡтарын бер юлы йәки бер нисә өлөшкә бүлеп ултыртырға була. Тик уларҙың барыһын да тиҙерәк сәсеп бөтөү яҡшыраҡ. Еләктәрҙең тамыры даими урынға иртәрәк ултыртылған һайын, улар ҡеүәтлерәк була, тимәк, яҡшыраҡ ҡышлай һәм киләһе йылда уңышты күберәк аласаҡһығыҙ. Был йылда яңы ултыртылған еләктәргә бары тик көндәр ҡоро торған саҡта һыу ғына ҡойоп торорға кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, һыу ҡойғандан йәки ямғырҙан һуң уларҙың араһын йомшартығыҙ һәм барлыҡҡа килгән мыйыҡтарынан таҙартып тороғоҙ. Ҡыш уларҙың өшөп ҡуйыуынан ҡурҡһағыҙ, еләктәрҙең өҫтөнә ботаҡтар һалып ҡалдырығыҙ.
Яҙ еткәс. Ер йылынғас та, еләк түтәлдәрен ботаҡтарҙан, иҫке япраҡтарҙан таҙартырға. Рәттәр араһын йомшартырға. Әгәр ҙә яҙ ҡоро икән, мөмкинлегегеҙгә ҡарап, еләк сәскә атҡан ваҡытта һыу һибегеҙ, тупраҡты йыш ҡына йомшартып тороғоҙ. Еләккә төймәләнгәндән алып уңыш йыйып алғанға тиклем башҡа бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй.
Уңыш йыйып алынғас. Ер еләге япрағы 60-70 көн йәшәй, һуңынан һулый. Тимәк, уңыш йыйып алынғандан һуң еләк ҡыуаҡлығындағы япраҡтар һыуыҡтар төшөүгә үләсәк. Йәғни, улар ҡыуаҡты һыуыҡтан да һаҡлай алмай, етмәһә, йәш япраҡтарҙың үҫеүенә ҡамасаулай. Бынан тыш, ҡартайған япраҡтарҙа ҡоротҡостар һәм бәшмәкле сирҙәрҙең споралары күп була. Бына шуның өсөн дә уңыш йыйылғандан һуң япраҡтарҙы ҡырҡып алырға һәм ергә күмергә кәрәк. Был эш түбәндәгесә башҡарыла: һул ҡул менән ҡыуаҡлыҡты тотошлай тотабыҙ. Еләктең мыйыҡтары ла бергә алына. Һәр ҡыуаҡлыҡтан ике иң көслө мыйыҡты айырып алып, ергә һалабыҙ. Һул ҡулдағы башҡа япраҡтарҙы һәм мыйыҡтарҙы ҡырҡып ташлайбыҙ. Ҡыуаҡлыҡтар араһындағы ерҙе йомшартып, мыйыҡтарҙың тамырын еңелсә тупраҡҡа батырабыҙ. Был эште башҡарыу алдынан түтәлгә һыу һибелгән йәки ямғыр яуып үткән булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Кәрәкмәгән япраҡ һәм мыйыҡтарҙан арынғас, еләк ҡыуаҡтарын бәшмәкле сирҙәрҙән һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн эшкәртергә була. 10 литр һыуға 2-шәр ҡалаҡ кельтан һәм баҡыр хлорокисы һалып, бәләкәй генә ҡул насосы менән һәр ҡыуаҡлыҡҡа һибеп сығырға. Кельтан булмаһа, уны колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ҡулланылған саралар менән алыштырырға була. Күпме күләмдә алырға икәнлеге уның рецебында яҙылырға тейеш. Был эштәрҙең барыһы ла уңыш йыйып алынғас, сама менән 10-15 июль башҡарыла. Ошо уҡ ваҡыттан иртә өлгөрөүсе йәшелсәләр үҫкән түтәлде әҙерләй башларға. Япраҡтарҙан таҙартылғандан һуң ҡалған мыйыҡтар 10-12 көндән нығына, тимәк, уларҙы яңы түтәлгә күсереп ултыртырға кәрәк. Әгәр ҙә уларҙы ере менән бергә күсереп ултыртһаң һәм һыу һипһәң, үҫентеләрҙең барыһы ла үҫеп китәсәк. Яңы түтәл тулғас, тәүге түтәлебеҙҙәге барлыҡ мыйыҡтарҙы алып ташлайбыҙ, яңылары барлыҡҡа килгән һайын уларҙы өҙөп торабыҙ.

Ләйсән ДАЯНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru