Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы егете Алмас Сирусин ошо көндәрҙә Ҡаҙан ҡалаһында үткән Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-при яуланы. Форсаттан файҙаланып, Алмас Сирусинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек:
Алмас, иң элек ижад башланғысы - тәү төйәккә һәм сәнғәт юлына һиңә фатиха биргән мәлдәргә күҙ һалайыҡ.
- Мин йыр-моң яратҡан ғаиләлә тыуғанмын. Атайым гармунда бик матур уйнай. Алты-ете йәшемдә йырлай инем инде. Унан башланғыс класта уҡығанда уҡытыусым, композитор Вилүр Мәүлитов миңә иғтибар итте. Ул махсус минең өсөн балалар йырҙары яҙа торғайны. Ҙурая төшкәс, ҡурай түңәрәгенә йөрөй башланым. Эйе, ҡурай миңә ныҡ оҡшай. Шуға, ҡурайсы булырмын, тип уйлай торғайным. Бер ҡурайсылар конкурсында ҡатнашҡандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға килергә лә саҡырҙылар. Шунда юлланғайным, Рәфис ағайым: "Һин йыр бүлегенә бар", - тип өгөтләне. Минең өсөн ағайҙың абруйы ҙур, шуға ла уны тыңлап, йыр бүлегенә уҡырға индем. Былай халыҡ йырҙарын мин бәләкәйҙән йырлайым ул. Тәүге йырлаған йырҙарым "Томан" менән "Сәлимәкәй". Ул ваҡытта балалар өсөн үткәрелгән "Ирәндек моңдары"нда ҡатнаша торғайным. Сәнғәт институтына уҡырға ингәс, халыҡ йырҙары менән ныҡлап шөғөлләнә башланым. Беренсе яратып йырлаған йырым "Сибай" булды.
Бер ғаиләнән ике йырсы. Был шулай уҡ үҙенсәлекле күренеш. Бәләкәйҙән йырланым тинең, был ағайыңдың йоғонтоһо инеме? Уға эйәреп йырлап ҡараныңмы?
- Әлбиттә, күп йырҙарҙы ағайыма ҡарап өйрәнә инем. Мин Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килгәндә ул инде Өфө сәнғәт институтында уҡый ине. Ағайымдың өлгөһөндә, училищены тамамлағас, мин дә институтҡа уҡырға индем. Унда мине Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрзәнә Сәғитова уҡытты. Еңеүҙәрем дә уҡытыусымдың хеҙмәте инде, ул минең менән ныҡ шөғөлләнде. "Башҡорт йыры" конкурсында Гран-при алғандан һуң, мине Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырҙылар. Шулай итеп, беренсе курста уҡығанда уҡ филармонияның солисы инем инде. Уҡыу менән эште бергә алып барыуы бигүк еңелдән түгел, сөнки гастролдәргә сығырға тура килә ине. Уҡытыусым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы мине аңланы, уҡыуҙа ла, эшемде алып барыуҙа ла ярҙам итте, тип әйтә алам.
Ҡаҙан ҡалаһында Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-при яулауың ҙур яңылыҡ булды.
- Был конкурсҡа мин икенсе тапҡыр барҙым. Ғөмүмән әйткәндә, электән үк Ҡаҙан ҡалаһында үткән конкурстарҙы яратам. "Татар моңо"нда, шулай уҡ Әлфиә Абзалова исемендәге конкурста ла беренсе урын алғайным. Ике йыл элек Рәшит Ваһапов исемендәге халыҡ-ара йыр фестиваленә барып, икенсе урынды яуланым. Алдағы йылдарҙа мотлаҡ еңеү яуларға, тип үҙемә һүҙ бирҙем.
Ә был бәйгелә мин башҡарған "Шәүрә"гә килгәндә, ул башҡорт халыҡ йырҙарының иң ауыры тип иҫәпләнә. Диапозоны буйынса бик ҡатмарлы. Шулай уҡ йырҙың эстәлеген белмәйенсә, моң менән генә башҡарыуы ауыр. Минең аңлауымса, Ҡаҙанда шул йүнәлеште ныҡ ҡаранылар. Ғөмүмән, эсенә, эстәлегенә үтеп инмәй, шул ваҡиғаны үҙ ҡолаҡтарың менән ишетмәй һәм кисермәй тороп, башҡорт халыҡ йырын тейешенсә башҡарыу мөмкин түгел, тип уйлайым. Ә былай конкурстарға гел, еңәм, тип кенә барам. Күптәрендә еңеү ҙә яуланым. Шуға күрә Ҡаҙанға ла ышаныс менән барҙым. Бындай ярыштарҙа ҡатнашыу, бүтән таланттарҙы күреү үҙ өҫтөңдә нығыраҡ эшләргә этәргес бирә, артабанғы ижад өсөн илһам һәм дәрт өҫтәй. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Ошондай конкурстар беҙҙе, йәштәрҙе, оло юлға, оло сәхнәгә сығара.
Илһамланып ҡайтҡас, алда торған уй-ниәттәр менән дә уртаҡлашырға булалыр бит?
- Көҙ айында Өфөлә минең үҙемдең концертым була. Әле программамды әҙерләйем. Унда башҡорт халыҡ йырҙары ла, үҙебеҙҙең яратҡан ретро йырҙары ла башҡарыласаҡ, композиторҙар яҙған яңы йырҙарым да яңғыраясаҡ. Уңышлы үтһә, әлбиттә, концертты башҡа ҡала-райондарҙа ла ҡуйырға мөмкинлек тыуа.
Уңыштың сере - маҡсатлы булыу. Йәш кешенең ижадсы тиңдәштәренә, быуындаштарына әйтер һүҙе барҙыр бит?
- Беҙ үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе, башҡорт халыҡ йырҙарын онотмаҫҡа тейешбеҙ. Мәшһүр йырсыларыбыҙҙы күберәк тыңларға, уларҙы өйрәнергә, уларҙан өйрәнергә - тәжрибә шулай туплана. Ниндәйҙер маҡсат ҡуяһығыҙ икән, шуға өлгәшергә тырышығыҙ. Башта еңел булмай, ләкин барыбер аҙаҡ ул үҙенең һөҙөмтәһен, емешен бирмәй ҡалмай.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
һорауҙар бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА