"Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ", тигән хаҡ һүҙҙәрҙең асылын аңлаған һәм шуға инанған, ата-бабаларының был аманатына тоғролоҡто күңелдәрендә йөрөткән балалар ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа йыйылды. Аңлағанһығыҙҙыр, улар - "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр, егерме алтынсы тапҡыр ойошторолған төбәк-ара конкурста ҡатнашыусылар.
Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында республикабыҙҙан эпосты яңғыҙ башҡарыусыларҙан 53 бала, 17 фольклор коллектив ҡатнашты. Конкурстың төп бүләген - Гран-прины был юлы "Урал батыр" эпосын тулыһынса ятлаған шәп ике ҡыҙ бүлеште: Ишембай районының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 8 класс уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина менән Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Регина Ғәлиева (һүрәттә). Улар бүләккә "тимер Аҡбуҙат" - велосипедтар алып һөйөндө. Еңеүсе ҡыҙҙар ярыш барған ике көндөң дә күңелле үтеүен, ойоштороусылар уҙғарған квиз уйыны, БР Милли музейына экскурсия күңелдәренә ятыуын һөйләне. Яҙгөл Хәйруллина әйтеүенсә (уның тураһында гәзитебеҙҙең 24-се һанында баҫылған "Балалар ҡоро"нда ла уҡып белә алаһығыҙ), был еңеүе уның өсөн ҡыуаныслы ла, көтөлмәгән дә булған. "Төрлө ярыштарҙа ҡатнашам, әммә "Урал батыр" эпосын башҡарыусылар конкурсында мөхит икенсе төрлө, бында рух күтәрелә, тел байлығы арта. Быйыл да бик матур сығыштар булды. Бөтәһен дә ҡарап өлгөрмәнем, шулай ҙа коллектив менән сәхнәләштереүселәр араһында бөрйәндәрҙең сығышы, яңғыҙ башҡарыусыларҙан үҙебеҙҙең Ишембайҙан килгән Искәндәр Лотфуллин, Наҙгөл Сәйфетдинова, минең менән Гран-прины бүлешкән Регина Ғәлиеваның сығыштарын һоҡланып күҙәттем. Был конкурста ҡатнашырға теләгән тиҫтерҙәремә башҡорт телендә һөйләшергә, эпосты тәрәндән белергә һәм фәлсәфәһенә төшөнөргә тырышырға, тулыһынса ятларға кәңәш итәм. Мин бында икенсе тапҡыр ҡатнаштым, эпосты былтыр уҡ тулыһынса ятлағайным", - тине Яҙгөл һәм етәксеһе, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фаягөл Әмирхановаға, ойоштороусыларға рәхмәтен дә еткерҙе.
Ә бына быйыл мәктәпте тамамлаған Регина Ғәлиева был конкурсты 4-се кластан алып ҡалдырғаны юҡ икән. "Нисәнсе тапҡыр ҡатнашһам да, һис кенә лә ялҡытмай был ярыш. Сөнки бында дуҫлыҡ хөкөм һөрә, йылдан-йыл дуҫтарым күбәйә, ошондай сараларҙа осрашып торабыҙ. Миңә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы үҙ юлымды табырға ярҙам итте. Оҙаҡ йылдар килгән еңеүгә бик шатмын", - тип тәьҫораттары менән бүлеште ҡыҙ. Уның етәксеһе, Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Ҡаһарманова балаларға эпосты ятлатыу серҙәре менән бүлешеп, был эште беренсе кластан уҡ башлауы, бөтә класс менән дәрестең тәүге 3-5 минутында "Урал батыр" юлдарын ҡабатлауҙарын һөйләне. Башланғыс класты тамамлауға балалар әҫәрҙең 500-700 юлын яттан белә, улар араһынан иң һәләтлеләрен артабан ярыштарға әҙерләй икән педагог.
Әйткәндәй, эпосты яңғыҙ һөйләүселәр араһында I урынды Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Йәсминә Лоҡманова, Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатынан Искәндәр Лотфуллин, Баймаҡ районы Сәйғәфәр урта мәктәбенән Зөһрә Солтанова, Баҡалы районы Мостафа урта мәктәбенән Миләүшә Дусиева яуланы.
Ә бына II урынды Өфө ҡалаһының 18-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Йәсминә Рамаҙанова, Ишембайҙың Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатынан Наҙгөл Сәйфетдинова, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт урта мәктәбенән Айзилә Саттарова, Туймазы ҡалаһының 7-се урта мәктәбенән Алина Шәйбәкова үҙ-ара бүлеште. III урынға Йылайыр районы Юлдыбай ауылының "Ләйсән" балалар баҡсаһынан Ғәзинур Хамматов, Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Ильяна Ҡарағолова, Әбйәлил районы Красная Башкирия урта мәктәбенән Айсар Әхмәтшин, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназиянан Линар Ҡасимов яуланы.
-"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында жюри ағзаһы булараҡ йыш ҡатнашманым, әммә былтырғыһы менән сағыштырып әйтә алам: быйыл балалар тағы ла нығыраҡ әҙерләнеп килгән, эпосты тулыһынса ятлағандар ҙа күберәк булды. "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының генетик, географик паспорты ла. Беҙҙең быуынға уны мәктәптә үк өйрәнеү эләкмәне, хәҙерге балалар был йәһәттән күпкә бәхетле. "Урал батыр" эпосы менән бергә генетик кодты - ҡотобоҙҙо һаҡлауыбыҙ тураһында онотмаҫҡа һәм Яҡутстандан өлгө алып, олонхо өйрәнеүселәрҙе наградлаған кеүек, башҡорт ҡобайырҙарын яттан белгәндәрҙе лә күтәрмәләү кәрәк, - тине конкурстың жюри ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина.
"Урал батыр" эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү" номинацияһы ла конкурстың төп һынауҙарының береһе. Башҡорт халыҡ эпостары геройҙарын кәүҙәләндергән балалар йыл да бер матур образ тыуҙырып, актерлыҡ һәләттәре менән хайран итеп, тамаша залындағыларҙың күңелдәрен арбай килә. Быйыл мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класта уҡыусы балалар араһында I урынды - Әбйәлил районы Асҡар ауылы "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы, II урынды - Йылайыр районы Юлдыбай ауылы "Ләйсән" балалар баҡсаһы, III урынды Дыуан районы Әбдрәшит ауылы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы фольклор коллективтары яуланы. Ә бына өлкәнерәк класс уҡыусылары араһында I урынға Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе, II урынға "СМАРТ" 2-се республика полилингваль күп профилле гимназия, Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, III урынға Өфө районы Шамонино урта мәктәбе, Борай районы Борай ауылының 1-се урта мәктәбенең ижади коллективтары лайыҡ булды.
Был балалар араһында "Ир-егет ролен яҡшы башҡарыусы" номинацияһында Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге гимназияһынан Ильяс Шаһиязданов, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы "Ләйсән" балалар баҡсаһынан Азат Мостафин бүләкләнде. Ә бына "Ҡатын-ҡыҙ образын яҡшы башҡарыусы" тип Стәрлетамаҡ ҡалаһы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназиянан Айлина Дәүләткилдина, Иглин районы Иглин ауылы 5-се урта мәктәбенән Мәҙинә Байғусҡарова табылды. "Иң яҡшы костюмлаштырылған образ" номинацияһында Әбйәлил районы Асҡар ауылының "Тирмәкәй" балалар баҡсаһынан Ралина Сәйетғәлина, Октябрьский ҡалаһының 3-сө гимназияһынан Әминә Бәширова еңеү яуланы.
- Беҙ Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең "Тарпандар" фольклор төркөмө ағзалары һәм был конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашып, беренсе урын яулайбыҙ. Былтыр Урал батырҙың Ҡатил батша илендәге батырлыҡтарын күрһәтһәк, быйыл эпостың аҙаҡҡы юлдарында бәйән ителгән ваҡиғаларға туҡталып, Урал, Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар батырҙарҙың образын кәүҙәләндерҙек. Урал батырҙың тыуған төбәге Бөрйәндән, Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашҡан ерҙән булараҡ, эпос беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй һәм уны сәхнәгә сығарыу беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Етәксебеҙ Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова менән әҙерләндек. Барыбыҙ ҙа унынсы класты тамамланыҡ, әлегә киләсәгебеҙ үҙебеҙ өсөн дә билдәһеҙ булһа ла, ҡайһы өлкәлә эшләһәк тә туған телебеҙҙе онотмаҫҡа, илебеҙгә файҙалы кешеләр булып үҫергә ниәт иткәнбеҙ. Был конкурс халҡыбыҙҙың мираҫын өйрәнеү, илһөйәр итеп тәрбиәләү йәһәтенән баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле, - тине Илтимер Мырҙағолов һорауҙарға яуап биреп. Уның менән бергә Алик Хәкимов, Ғәзинур Манапов, Арыҫлан Күлбаев атлы егеттәр сығыш яһаны һәм барлыҡ тамашасыны хайран иттеләр.
- "Урал батыр" эпосын ятлаған балаларҙың ниндәй образдарға ингәнен беләбеҙ. Әҫәрҙәге 40-ҡа яҡын образды улар шул тиклем оҫта кәүҙәләндерә ала, сөнки һәр береһенең халәтен аңлайҙар. Шуға был балаларға шиғри юлдарҙы хәтерҙә ҡалдырыуы ла, сәхнәлә уйнауы ла еңелләшә. Тимәк, улар халыҡ театры сәнғәтенең, дала театры сәнғәтенең тәүге төп элементтарын беләләр, төшөнәләр. Егерме алтынсы йыл үткәрелгән конкурста баштан уҡ эпосты сәхнәләштереү мөмкинлеге юҡҡа булдырылманы: бөгөн беҙ Урал батыр, Ҡатил батша, Шүлгән, Зәрҡүм, Һомай, Айһылыу образдарын тәрән итеп төшөнөргә тырышҡан бик күп малай-ҡыҙҙарҙы күрәбеҙ. Уларға ҡарап, Урал батыр эпосының балалар театрын булдырырға ваҡыт еткәнлеген дә төшөнәбеҙ. Был театрҙа эпосты тулыһынса ятлаған балалар һәм йәштәр, ә уларҙың һаны бөгөн 480-гә еткән, ҡатнашыр ине. Ул даими уйнап торған, төрлө төбәктәр буйлап сәйәхәт иткән күсмә театр булыр ине, ә артистар һәр төбәктә табыласаҡ. Ошо театрҙың "Урал батыр" эпосының фәлсәфәһен халыҡ тағы ла нығыраҡ аңларлыҡ, был эпосты ятлаған балаларҙы бар ғәмгә күрһәтерлек итеп эшләүен теләйем. Артынан эйәреп йөрөп ҡарар инек, билләһи. Ул яҙылған әҫәрҙәрҙе уйнаған театр түгел, ә ысын халыҡ театры булыр ине. Әле үк балалар әҙерләп килгән инсценировкаларҙың тәбиғилеген күрәбеҙ, халыҡ аңында ғәмәлдәре, характерҙары менән шул тиклем тотороҡло, мәңгелеккә тоташҡан эпик образдар үҙгәрмәйенсә күҙ алдына баҫа. Беҙҙең Урал батыр, Тарауыл ҡарт, Самрау батша, Ҡатил батша һ.б. боронғо гректарҙың Гераклы, Зевсы, Прометейы кеүек таныулы образдар. Әле балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе булған "кескәй Урал батыр"ҙар ҙа хәтергә уйылып ҡала, үҙ булмыштары, фекерҙәре менән Урал батыр образына барып тоташҡан балалар бар. Нәҡ шуларҙы бер урынға туплар ине Урал батыр театры, - ти конкурстың жюри ағзаһы, журналист һәм драматург Сәрүәр Сурина. Ул шулай уҡ конкурс ойошторолған өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт эсендә республикабыҙҙа "Урал батыр" эпосы мәктәптәре барлыҡҡа килеүен, был өлкәлә шәхес-уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм халыҡ эпосын уҡыусыларына өйрәткән педагогтарҙың һәр береһе Салауат Юлаев ордены менән наградланырға лайыҡ, тип билдәләне.
"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы сиктәрендә Өфөнөң 450 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған шиғыр һөйләүселәр һәм видеояҙма төшөрөүселәр конкурсы ла ойошторолған. Был ярышта Башҡортостан уҡыусыларынан тыш, Запорожье өлкәһенең Васильевский районы Днепрорудный ҡалаһы, Каменско-Днепровск районы Новоднепровка ауылынан килгән биш уҡыусы ла ҡатнашты. Карина Юртина, Анастасия Вырозуб, Елизавета Пощикайло, Арина Томиль, Полина Ляльченко исемле ҡыҙҙар "Урал батыр" эпосының Айҙар Хөсәйенов прозаға һалған вариантын рус һәм украин телдәрендә башҡарған. Уларҙың сығыштарын жюри ағзалары бик юғары баһалаған һәм ҡыҙҙар призлы урындар яулаған.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау тантанаһы унда ҡатнашҡан балаларҙың дөйөм сығышы менән башланғайны. Халҡыбыҙҙың үткәнен һәм бөгөнгөһөн, киләсәген берҙәй сағылдырған тамашалар араһында ошо күренештән дә бөйөгөрәге, күңелгә ятышлыһы булмауына төшөндөк. Күңелдәренә халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән аң-белемен, тел байлығын, фәлсәфәһен һеңдереп үҫкән һәм сәхнәләрҙән яңғыратҡан быуын кешеләре үҙҙәре лә рухи юғарылыҡҡа өлгәшер һәм вариҫтарын да унан мәхрүм итмәҫ, тигән инаныстабыҙ.
Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА