«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРТӘГӘБЕҘ УЙЛАНДЫРА…
+  - 

Эшемә бәйле республика буйынса йөрөгәнемдә уҡытыусылар менән даими аралашам. Тәү сиратта уларҙың туған телебеҙгә бәйле фекерҙәре ҡыҙыҡһындыра мине. Күптән түгел Күмертау ҡалаһына юл төштө. Мөхәммәт Исҡужин исемендәге Башҡорт гимназияһында тиҫтә йылдан ашыу башҡорт теле, әҙәбиәтен уҡытҡан Ә.С. Түләгәнова менән осраштым. Халҡына ихлас бирелгән, уның иртәгәһе тураһында борсолоп уйланған шәхес итеп күрҙем Әнисә Сәғит ҡыҙын. Уның менән булған әңгәмә, моғайын, гәзит уҡыусыларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ.

- Һәр дәүерҙең, һәр замандың үҙенә генә хас проблемалары етерлек. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар үҙ мәлендә хәл ителмәһә, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ, тағы ла ҡатмарлыраҡ булып алға баҫыусан. Бөгөн иң етди мәсьәләләрҙең береһе - тыуымдың ҡырҡа кәмеүе. Һәм ул беҙҙең республикаға ғына хас түгел, ә бөтә илгә, шулай уҡ Европа илдәренә килгән афәт. Милләт һаҡланырмы, киләсәгебеҙ бармы, ул ниндәй булыр, ауылдарыбыҙ, ҡалаларыбыҙ бушап ҡалмаҫмы - был проблемалар бит туранан-тура тыуымдың артыу-артмауы менән бәйле.
Күмертау ҡалаһында башҡорт башланғыс мәктәбен асып, 10 йыл инде был мәктәптә етәксе булып эшләйем. Мәктәпте асҡан ваҡытта проблемалар икенсе ине: уҡытыуҙың сифатын күтәреп, уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә уҡыған башҡорт балаларын үҙебеҙҙең мәктәпкә йәлеп итеү һ.б. Аллаға шөкөр, ул ваҡытта билдәләнгән маҡсаттарға ирешә алдыҡ, мәктәптә балалар һаны өс тапҡырға тиерлек артты, уҡытыу-тәрбиәнең дә сифаты бермә-бер яҡшырҙы. Бөгөн Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия ике корпус биләй (мәктәп эргәһендә балалар баҡсаһы бар). Республика кимәлендә үткәрелгән "Исҡужин уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһын ойоштороуға өлгәштек. Бик матур ғаиләләрҙән балалар килә, улар яҡшы уҡып ҡына ҡалмай, төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, мәктәптең данын күтәрә.
Быға тиклем йыл һайын кәм тигәндә беренсе синыфҡа еңел генә ике класс йыя инек. Ә бына быйыл бер класс йыя алабыҙмы, юҡмы? Күмертау ҡалаһында беренсе класҡа килеүселәр һаны 2023 йыл менән сағыштырғанда 300 балаға аҙайған. Тимәк, һәр класта 25 бала тип иҫәпләгәндә, яңы уҡыу йылында кластар һаны 10-12-гә кәмерәк буласаҡ. Күмертау ҡалаһында 12 мәктәп, һәр береһе кәм тигәндә берәр класс та йыйып ала алмаясаҡ, тигән һүҙ.
Нисек хәл итергә был проблеманы? Эйе, тыуым кәмей. Был йүнәлештә дәүләт кимәлендә төрлө саралар күрелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай һөҙөмтәләр булған хәлдә лә тиҙ арала һиҙелмәйәсәк әле.
Бөгөн иһә ниҙәр эшләргә мөмкин һуң? Күп кенә башҡорт булған ата-әсәләр балаһын эргәләге урыҫ телле балалар баҡсаһына йәки мәктәбенә бирә лә ҡуя. Ни өсөн? Сөнки мәшәҡәте әҙ. Юлдың иң еңелен һайлайбыҙ Ә баланың, сит мөхиттә тәрбиәләнеп, ҡандан бирелгән үҙ булмышынан айырылыуы, икенсе кешегә әйләнеүе хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ. Тормошта бер генә нәмә лә еңел генә бирелмәй. Еңел бирелгәндең ҡәҙере булмауы ла яҡшы билдәле. Тимәк, ата-әсәләр менән ныҡышмалы рәүештә аңлатыу эше алып барыу мотлаҡ. Үҙ милли мөхитендә белем алған, халҡыбыҙ традициялары нигеҙендә тәрбиәләнгән балалар тормошта үҙ урынын тиҙерәк таба, уңыштарға ирешә, тормошонан ҡәнәғәтлек кисерә. Баланың киләсәген балалар баҡсаһынан уҡ ҡайғыртыу бик мөһим. Ҡалабыҙҙа башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биргән ике балалар баҡсаһы бар. Балалар баҡсаһы - шишмәнең башы тип аңлар кәрәк. Үҙебеҙҙең ерлектә, туған тел мөхитендә тәрбиәләнгәндәр, артабан да ошо юлдан яҙлыҡмай, милли рухты үҙенең балаларына еткерә алғанда ғына беҙ халыҡ булараҡ һаҡланып ҡаласаҡбыҙ. Һәр үҫмер ата-әсәһенең балаһы ғына түгел, халҡының улы-ҡыҙы булып, үҙен генә түгел, халҡының киләсәген уйлап эш итһен ине. Ишле башҡорт ғаиләләрен өлгө итеп күтәрәйек, күп балалы йорт - девизға әйләнһен. Ҡыҙҙарға өндәшкем килә: ҡатын-ҡыҙҙың төп миссияһы - бала табыу, бала бағыу. Шуның өсөн һаулығығыҙҙы йәштән һаҡлағыҙ. Мода артынан ҡыуып, ярым яланғас йөрөүҙең һөҙөмтәләре бик хәүефле: күптәр бөгөн теләһә лә балаға уҙа алмай. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был - оло трагедия! Төптән уйлаһаң, һаулыҡ һинең байлығың ғына түгел. Ул - ил байлығы. Тәнебеҙ сәләмәт булһа, рухыбыҙ ныҡлы булыр. Ә рухлы милләт замана проблемаларын, һис шикһеҙ, хәл итәсәк.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru