450 йыллыҡ тарихы булған Өфөбөҙ, башҡа миллионлы ҡалалар кеүек үк, төрлө яҡлап үҙгәреүен дауам итә. Оҙайлы ялдарҙан файҙаланып, тормош иптәшем менән баш ҡала урамдарын гиҙеп йөрөп килдек. Ауылдан уҡырға килгән ике йәш кешене ҡауыштырып, оло тормош юлына оҙатҡан ҡалала хәҙер инде 50 йылдан ашыу торабыҙ - хәтерләйһе хәтирәләр, иҫләйһе ваҡиғалар бик күп.
Баш ҡаланың күпселек юғары уҡыу йорттары урынлашҡан тарихи үҙәктә һәр урам, һәр ағас, парк һәм йорт йәшлеккә алып ҡайтты. Ҡайнап торған студенттарҙы күреп, үҙебеҙҙең ғәмһеҙ йәшлеккә сәйәхәт ҡылдыҡ. Тарихи үҙәк йылдан-йыл үҙгәрә. Һәм шуныһы: үҙгәрештәр күп булһа ла, күҙ алдына барыбыр элекке Өфө баҫа, сөнки ҡала һәм республика хакимиәте боронғо менән замансаны ҡулай ғына итеп берләштереү әмәлен таба.
Элек халыҡ кинотеатрға эркелеп йөрөнө. Яңы сыҡҡан һәм күптән яратылып өлгөрөлгән фильмдарҙы бары тик кинотеатрҙарҙа ҡараныҡ, шуға күрә "Родина", "Победа" һәм башҡа кинотеатрҙар күңелгә бик яҡын. Әле Черниковка биҫтәһендә йәшәйбеҙ һәм ҡаршыбыҙҙа ғына "Победа" кинотеатры урынлашҡан. Гөрләп эшләп торған урындың күпмелер ваҡыт "йәнһеҙ" булыуы күңелде ҡыра ине, әле бына ҡала башлығының уны реконструкциялауҙары тураһындағы иғланы бик шатландырҙы. Мәҙәни мираҫ объекты булған бинала ремонт эштәренән һуң балалар һәм йәштәр тауышы гөрләп торасаҡ, тип белдерҙе ул. Бик мәслихәт. Булғанын юҡ итмәйенсә, уны төҙәтеү һәм яңынан сафҡа индереү ҙә күп көс талап итә, эштәре уң булһын, тип теләргә генә ҡала.
Өфөлә биш ҡатлы йорттар әлегә бихисап һәм уларға яңы төҫ бирергә тырышыуҙарына ҡыуанам. Мәҫәлән, беҙҙең Черниковала, Невский урамының 3-сө һанлы йортонда ҡулына Өфөнөң гербында урын алған һыуһар тотҡан башҡорт ҡыҙының һүрәтен эшләнеләр. Ошо һәм башҡа һындар Өфөбөҙҙө йәмләй. Уларҙың ерле халыҡтың йола-эпостарын, мәҙәниәтен һәм тарихын сағылдырғандары күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалам.
Баш ҡаланың Үҙәк баҙары элек-электән ҡаланың йәнле, кеше күп йөрөгән, машиналар геүләп торған урыны булды һәм булып ҡала. Һуңғы йылдарҙа был урын ҡала-ара таксиҙарҙың туҡталҡаһына әүерелеп китеп, күңелде ҡыра ине, сөнки был бер ҙә ҡаланы йәмләмәне. Ә бөгөн килеп был урында матур сквер үҫеп сыҡты - ағастар һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртылған, эскәмйәләр ҡуйылған, тау таштары һалынған. Ғөмүмән, матур урынға әүерелгән.
Инорс биҫтәһе үҙәктән алыҫ булыуы менән айырылып тора. Унда барған үҙгәрештәр ҙә күпселек ҡала халҡына билдәһеҙ булып ҡала кеүек. Мәҫәлән, унда "Теплое" тип аталған күл бар. Быға тиклем ул бик насар, хатта ташландыҡ хәлдә булды. Ә оҙаҡламай был урын балалар һәм ололар өсөн дә ҡулайлаштырылған матур ял итеү урынына әүереләсәк. Ағымдағы йылдың 30 сентябренә тиклем төҙөкләндереү эштәре тамамланасаҡ, тип көтөлә. Шулай уҡ Инорс биҫтәһе халҡының теләген ишетеп, Николай Гастелло исемендәге стадионды ла төҙөкләндерерҙәр, тип ышанабыҙ.
Ҡаланы иҫке ағастарҙан ҡотолдороу әүҙем бара Өфөлә. Был, ҡайһы берәүҙәрҙең ҡаршы булыуҙарына ҡарамаҫтан, кәрәкле эш. Ел ваҡытында күпме ҡартайған ағастар ҡолай, тирәктәрҙең мамығынан бихисап кеше аллергиянан йонсой. Улар урынына баш ҡаланың бренды булған йүкә ағастарын ултыртыу отошло, тип уйлайым. Ни тиһәң дә, яңы нәмә яңы инде.
Гөлйөҙөм ИШТУҒАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА