«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ШИХАНДАРЫ ПАЛЕОНТОЛОГИЯ ХАЗИНАҺЫ УЛАР
+  - 


Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә иң юғары кимәлдә айырым иғтибар бирелә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән "Шүлгәнташ" ғилми-тикшеренеү комплексы асылды. Унда ташҡа соҡоп эшләнгән боронғо һүрәттәр репродукцияларының уникаль йыйылмаһы күрһәтелә, ә мәмерйә эсендә тиҫтәләгән мамонттарҙың палеолитик һүрәттәре Рәсәйҙә генә түгел, хатта бөтөн Көнсығыш Европала берҙән-бер яҡшы һаҡланғандарҙан һанала.
Төбәк властарының әүҙем булышлығында боронғо Хөсәйенбәк һәм Турахан мавзолейҙарынан йыраҡ булмаған урында шундай уҡ амбициоз "Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы" проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Бында ғалимдар ҡатнашлығында башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли кейемдәрен, изге реликвияларын һәм биҙәүестәрен, һөнәри кәсептәрен һәм тарихи мираҫын сағылдырған объекттар төҙөләсәк.
Ишембай районындағы Торатау итәгендә алты күркәм тирмәнән хасил булған этно-ауыл беҙҙең яҡташтарыбыҙҙы һәм республика ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙер. Бында башҡорт еренең быуаттар төпкөлөнән һаҡланып ҡалған традициялары менән танышырға, милли кейем тегеү һәм башҡа әйберҙәрҙе эшләү буйынса ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, урындағы һөнәрмәндәрҙең сувенир коллекцияларын ҡарарға һәм һатып алырға була.
Башҡортостан тәбиғәте иртә Пермь дәүеренә ҡараған күп төрлө диңгеҙ хайуандары табылыуы менән дә үҙенә күрә уникаль булып иҫәпләнә. Рәсәй Фәндәр академияһы Палеонтология институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Алексей Мазаев әйтеүенсә, палеозой эраһының Пермь дәүеренә ҡараған барса урындары араһында Башҡортостан донъя ғалимдарында айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошо ғалим-эксперт инде тиҫтә йыл самаһы палеонтологтарҙың шихандарҙы өйрәнеү буйынса федераль экспедициялары составында республикабыҙға даими килеп йөрөй. Ғалим бында наутилид тип аталған бер диңгеҙ хайуанының ғына ла 40-ҡа яҡын төрө табылыуын билдәләй. "Бындай нәмә донъяла бер ҡайҙа ла юҡ, бер урында ошондай тупланыш булыуы ғәжәпләнерлек. Стәрлетамаҡ районында беҙ иҫ китмәле хәлгә юлыҡтыҡ. Эш шунда, баш аяҡлы моллюскыларҙың үрсеү циклы үтә ҡыҙыҡлы. Улар араһында моноцикликтар тип аталғандары йәшәгән осоронда бер генә тапҡыр үрсей ала: үҙҙәре хасил булған урынға йөҙөп киләләр, парлашалар һәм үләләр. Инә моллюскылар бәләкәйҙәрен һаҡлап тора, хәҙерге һигеҙаяҡтар (осьминогтар) ҙа шулай итә. Ә шихандар, асылда, уларҙы үҫтереп еткереү өсөн үҙенсәлекле "балалар баҡсаһы" булып торған. Был тауҙарҙы хасил иткән эзбизташ биоген сығышлы, былар барыһы ла ниндәйҙер ҡабырсаҡтарҙың ҡалдыҡтары. Бик күп хайуандарҙың һөлдәһе карбонаттан хасил була. Шулай уҡ ылымыҡтарҙа ла уларҙы һаҡлай торған карбонат киҫәксәләре була. Ылымыҡтар хәҙер ҙә коралдар менән төп риф төҙөүселәр булып ҡала. Бына тап Шәкетауҙа (Шахтауҙа) рифтарҙы хасил итеүсе комплекстарҙың бер-береһен нисек итеп эҙмә-эҙлекле алыштыра барыуы бик асыҡ күренә", - тип ғалим күҙәтеүҙәре менән бүлеште.
Алексей Мазаев Башҡорт шихандары планетабыҙҙа ҡасан да булһа хасил булған риф системаларының иң ҙурҙарының бер өлөшө, тигән һығымтаға килә. Быраулау һөҙөмтәләре һәм геофизик мәғлүмәттәр буйынса ошондай риф сылбыры Каспийҙан Яңы Ер тундраһына тиклем һуҙыла. Торатау, Ҡуштау йә иһә Йөрәктау түбәләренән, айырыуса аяҙ көндө, Пермь диңгеҙенең төбөн күреп була.
"Пермь диңгеҙенең төбө 280 млн йыл әүәл яҡынса ошолай күренгән. Йәғни, яҡынса һыу кимәлен дә күҙ алдына килтереп була, ул шихандарҙың түбәһенә тиклем етә яҙған. Улар яҡынса 9 млн йыл үҫә барған. Ул ваҡыттарҙа континенттар һыу аҫтында ята, бөтөн Көнсығыш Европа платформаһы өҫтөн тәрән булмаған диңгеҙ ҡаплаған була, уның максималь тәрәнлеге 150 метрға етә. Көнсығыш Европа платформаһы буйлап тәрән һыулы ҡултыҡ үтә, иртә Пермь дәүерендә ул билдәле бер кимәлдә тарайған була, һәм континенттар бик тиҙ яҡыная бара. Ошондай коллизия арҡаһында платформаның сите әкренләп түбәнәйә бара. Шуға күрә рифтар киңлеккә үҫә алмай һәм ошондай конус формаһын ала. Шулай булғас, шихандарҙың тышҡы күренешен "тәбиғәт уйыны" тип ҡарап булмай. Был уникаль ситуация. Пиннакл (башня, сатыр) формаһындағы ошондай грандиоз масштабтағы Пермь рифтары донъяның башҡа бер тарафында ла юҡ", - тип асыҡлыҡ индерҙе ғалим.
Мазаев ошо үтә бай тәбиғи мираҫты һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Торатауҙа геологик музей төҙөргә тәҡдим итә. Шәкетау шиханында йыйып алынған экспонаттарҙың күбеһе - донъя кимәлендә танылыу тапҡан фән әһелдәре өсөн бик теләп өйрәнә торған объект. Шәкетауҙың ҡоролошон тикшереп, ватан геологтары һәм палеонтологтары иҫ киткес асыштар эшләне һәм Башҡорт шихандарының геологик тарихын асыҡланы.
"Был ябай музей ғына булмаясаҡ, бында объектив факттар нигеҙендә беҙҙең планетабыҙҙың нисек формалашыуы хаҡында мәғлүмәт биреүсе фәнни-мәҙәни үҙәк буласаҡ. Ошо тау тоҡомдарында, ошо таш йылъяҙмала беҙ тормоштоң даими үҙгәрә барыуын күрәбеҙ. СССР-ҙа 1937 йылда тәү тапҡыр уҙғарылған халыҡ-ара геологик конгресс барышында ошо төбәктә шихандар булыуы барыһына ла билдәле була, шунан бирле бөтөн донъя геологтары бында килергә тырыша. Был пиннаклдарҙы нефть коллекторҙары тип әйтеп була. Беренсе башҡорт нефте, бер үк ваҡытта ул беренсе совет нефте лә, Ишембайҙа Торатау кеүек рифтан алына, тик ул бер саҡрымдан артығыраҡ тәрәнлектә ер аҫтында ҡалған риф. Шулай итеп, музей шихандарҙы беҙгә яңыса күрһәтәсәк. Башҡорт шихандары - төбәк йә иһә федераль кимәлдә генә түгел, донъя кимәлендәге әһәмиәткә эйә", - тип, ышаныслы рәүештә белдерҙе тикшеренеүсе.
Палеонтология институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Алексей Мазаев фекеренсә, һүҙ барған проектты республика етәксеһе Радий Хәбиров булышлығында ғына ғәмәлгә ашырып буласаҡ. "Беҙ 2015 йылдан бирле Башҡортостанға даими рәүештә килеп йөрөйбөҙ, һуңғы 4-5 йыл эсендә бында колоссаль прогресс күренә. Төбәк властары ошо тарихҡа битараф түгел. Беҙ тыуған еребеҙ хаҡында ни тиклем күберәк беләбеҙ, шул тиклем уны нығыраҡ яратабыҙ һәм киләсәк быуындар өсөн һаҡларға тырышабыҙ. Һәр бер тауҙың, һәр бер мәмерйәнең, һәр бер таштың асылыуын талап иткән үҙ сере бар. "Торатау" геопаркының бер нигеҙе булараҡ, геологик музей бик тә кәрәк. Геопаркҡа килеүселәр боронғо рифтарҙың бөйөклөгөн генә күреп-тойоп ҡалмаҫ, уларҙың ғәжәп тарихы һәм күптән бөткән диңгеҙҙәрҙе һәм океандарҙы төйәк иткән боронғо хайуандар менән таныша аласаҡ. Көнсығыш Европа платформаһы ҡырыйында, Пангея формалашыуының финал стадияһы урынында йәшәүегеҙҙе аңлап, һеҙ үҙегеҙҙең территорияғыҙға бөтөнләйгә икенсе мәғәнә һаласаҡһығыҙ. Был бөтөнләйе менән икенсе кимәл. Башҡортостан Башлығы колоссаль эш алып бара, геопарк статусын алыуға өлгәшеү үҙе лә еңел түгел, бында бюрократик кәртәләр етерлек, һәм теләһә ҡайһы ил быны башҡара алмай. Бының менән "ауырыу" фарыз, шәхси ҡыҙыҡһыныусанлыҡ бик мөһим. Былар бик кәрәкле, бик дөрөҫ аҙымдар, улар кешеләрҙе берләштереүгә булышлыҡ итә", - тине Алексей Мазаев.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru