Рухи хазиналар, тигән саҡта, әлбиттә, үҙебеҙҙең меңәр йыллыҡ тамырҙарҙы барлайбыҙ. Шул ваҡыттар эсендә халҡыбыҙға төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Һынауҙарға һынмай, киләсәккә атларға динебеҙ көс-ҡеүәт бирҙе. Ислам динен һаҡлап, милләттең иманын нығытып йәшәгән дин әһелдәре, уҡымышлылар тураһында китаптар ҙа донъя күреп тора. Йәмғиәттә әле ниндәй үҙгәрештәр бара? Бөгөнгө йәштәребеҙ ниндәй? Уларҙың матур итеп никах мәжлестәре, айыҡ туйҙар үткәреүе хәҙер кемделер аптыратмай. Дини ғилем алыр өсөн мәсеттәрҙә төрлө курстар эшләп тора. Шул уҡ ваҡытта һәр замандың һәр өлкәлә хәл итәһе үҙ проблемалары бар. Быйылғы Ғаилә йылы уға ниндәй үҙгәрештәр индерер? Ғаилә, тигән саҡта беҙ нимәләргә иғтибар йүнәлтергә тейешбеҙ? Хөрмәтле дин әһелдәребеҙ - Булгаков ауылының 1-се йәмиғ мәсете имам-хатибы
Нурмөхәмәт НУРИЕВ һәм Өфө ҡалаһының "Рамаҙан" мәсете имам-хатибы
Илшат ҒӘТИӘТУЛЛИНдың фекерҙәре заманыбыҙ, замандаштарыбыҙ хаҡында.
Быйыл ураҙа тотоусыларҙың күплегенә, Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан байрамдары сараларына халыҡтың эркелеп килеүенә ҡарап та, йылдың-йылы иманға килеүселәр арта бара, тигән ышаныс нығый. Был, йәмғиәттә диндең дәрәжәһе күтәрелә, тип уйларға нигеҙ бирәлер бит?
Илшат хәҙрәт: Эйе, бөгөнгө көндә диндең дәрәжәһе күтәрелә бара, тип уйлайым. Сөнки элегерәк дингә килеүселәрҙең тәртибе лә, мөнәсәбәттәре лә төрлөсә ине: бер яҡтан, намаҙ ҙа уҡыйҙар, икенсе яҡтан, гонаһ та ҡылып ҡуялар, йәғни инанғанлыҡ күңелдә әллә ни тойолмай ине. Хәҙер әйтә алам: Ислам диненә, әлхәмдүлилләһи, зыялылар - ғалимдар, уҡытыусылар, офицерҙар, инженерҙар, спортсылар, табиптар һәм бизнесмендар күпләп килә. Улар - бик аҡыллы, ғаилә ҡорған, эсмәгән-тартмаған эшһөйәр кешеләр. Уларҙы күреп, халыҡта дингә мөнәсәбәт үҙгәрә. Тренерҙар, уҡытыусылар артынан уҡыусылары Исламға килә. Ҡөрьән-Кәримдә тап-таҙа йөрәкле кешеләр тураһында йыш телгә алына. Бер аятта, кешеләрҙең йөрәге ысынлап та тыныслана Аллаһы Тәғәләне иҫкә алыуҙан, тиелә. Тәнгә көс бирер өсөн көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашайбыҙ, шуның һымаҡ, күңелгә лә ниндәйҙер ризыҡ кәрәк. Мәсеткә килгән кешеләрҙән: "Ҡөрьән уҡығас, доға ҡылғас, күңелегеҙ тынысландымы?" - тип һораһаң, бөтәһе лә: "Эйе, күңелгә шул тиклем рәхәт булып ҡалды", - тиҙәр. "Ә ни өсөн?" - тип һораһаң, "Белмәйбеҙ", йәки "Бында күп кеше килеп доға ҡылғанғалыр", - тиҙәр. Ә беҙҙең күңел доға ҡылырға, зикер уҡырға тартылып тора, шуны эшләгән саҡта күңелебеҙ тыныслана.
Ошо йән тыныслығын тойғандар барыбер уйлана, сөнки был ғүмер бик тиҙ үтә. Беҙ кешеләрҙең йөрәген аса алмайбыҙ, уны Аллаһы Тәғәлә генә аса ала. Ҡайһы ваҡыт кешеләрҙән: "Нимә ул дин?" - тип һорайым. Күп кеше яуап бирә алмай. Шул саҡта инде: "Ә һеҙҙе был донъяға кем яралтты?" - тип һорарға тура килә. "Аллаһ Сөбхәнә вә Тәғәлә", - тиҙәр. Эйе, әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был донъяға яралтҡан икән, Ул беҙгә ошо донъяла нисек дөрөҫ итеп йәшәргә, тигән инструкция ла яҙа ала. Тимәк, һеҙ харам ризыҡтар ашайһығыҙ-эсәһегеҙ икән, мотлаҡ проблемалар тыуасаҡ. Хәләл ризыҡланған кеше сәләмәт тә, көслө лә була. Араҡы эсмәгән дуҫтарығыҙ бар икән, һеҙҙең яҡшы дуҫтарығыҙ бар, тигән һүҙ. Ғаилә тарҡалыуы, бер ҡайҙа ла йүнләп эшләй алмау - шул инструкцияны белмәүҙән килә.
Аллаһы Тәғәлә күршеләр менән нисек йәшәргә икәнен дә өйрәтә. Был турала хәҙис тә бар. "Ябраил ғәләйһиссәләм күрше тураһында шул тиклем күп һөйләне, хатта мин уларҙың минең мираҫыма хоҡуҡтары барҙыр, тип уйлай башланым", ти Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с). Ғаилә, күршеләр менән яҡшы мөнәсәбәт икән, шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирә, үҙегеҙ өсөн ваҡытығыҙ күбәйә, тимәк, ғилем алырға, кешеләргә ғилем таратырға һәм халыҡҡа хеҙмәт ҡылырға мөмкинлек тыуа.
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Илшат хәҙрәттең фекерҙәре менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки бер ҡаҙанда ҡайнайбыҙ. Халҡыбыҙҙың матур, бәхетле киләсәге тураһында һәр саҡ уйланабыҙ. Ниндәй генә закондар уйлап сығарһаҡ та, ниндәй генә тәртиптәр урынлаштырһаҡ та, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ өсөн нимә эшләнек һәм нимә эшләргә кәрәк, дөрөҫ эшләйбеҙме, тигән һорау барыбер алға килеп баҫа. Дингә ирек бирелгәнгә утыҙ йыллап ваҡыт үтеп китте. Ошо ваҡыт эсендә бала инде ир ҡорона етә, ҡыҙ балалар әсә булып, балалар тәрбиәләй, ә беҙ һаман бер урында тапанабыҙ. Ураҙа, ҡорбан байрамдарын, һабантуйҙар, исем туйҙары, никахтарҙы хәләл үткәрергә тырышалар, әммә шунан артыҡ китә алмағанбыҙ кеүек. Беҙҙең диндәге башҡа халыҡтар дин ғилемен өйрәнеүҙә бик алға киткәндәр һымаҡ. Ситтән килгән байрам-йолалар - хеллоуиндармы шунда, йәш быуынға көслөрәк тәьҫир итә. Ә беҙҙең дин аша йоғонтобоҙ зәғиф.
Иң тәүҙә, ғаиләнең абруйы булырға итейеш. Сөнки ғаилә - тәрбиә усағы. Быйыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде, ә ғаилә көсө - балаларҙың тәрбиәһендә. Балалар ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Бөгөн кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар, кәләш алмаған егеттәр ишәйгән ваҡытта ғаилә тураһында һүҙ йөрөтөп тә булмай. Демография хәле бик насар. Ҡайһы ваҡыт ошо турала фекеремде еткерһәм, мине тәнҡитләйҙәр. Тәнҡитләһәләр ҙә, әйтәм егеттәргә: "Хәлеңдән килһә, ал тағы бер кәләш, ике кәләш ал, аҙып-туҙып йөрөмә, балалар тәрбиәләп үҫтер", - тием. Элек-электән беҙҙә шулай булған - минең олатайымдың, мәҫәлән, ике ҡатыны булған, ул Мәсетле районынан. Ун бала үҫтергән, улар барыһы ла татыу, дуҫ булып бергә ҡайнап йәшәйҙәр. Ғаиләгә бына ошондай ҡаты талап булмаған өсөн дә ҡыҙҙар кейәүгә сыҡмай. Ғаиләнең абруйын, мөһимлеген беҙ, имамдар, яҡлап, аңлатып йәшәргә тейешбеҙ.
Балаларға матур исемдәр биреү мөһимлеген онотмайыҡ. Хатта имамдар араһында Альфред, Альберт исемлеләр осрай. Артем, Радмир, Светлана, Арина, Юлия, Ленанан кем тыуа? Әхмәт менән Мөхәммәт, Сафия менән Әҡлимә тыуамы? Өләсәйҙәрҙең балаларына һүҙҙәре үтмәйме ни? Абруйҙары юҡмы әллә? Исмаһам, ун ейәне араһында бер Мөхәммәт, бер Әҡлимә булырға тейештер бит? Әгәр ҙә бала туған телендә һөйләшмәй икән, ул халыҡтың киләсәге бармы? Ғаиләлә атай-әсәй булырға һәм ғаиләлә туған тел йәшәргә тейеш.
Илшат хәҙрәт, Һеҙҙең дин, иман юлын һайлауығыҙға нимә сәбәпсе?
Илшат хәҙрәт: Бәләкәй саҡта уҡ, кеше үлде лә бөттө, тигәнгә ышанмай инем. "Нисек инде, кешеләр йәшәй-йәшәй ҙә үләләр ҙә ҡуялар, ул шулай юҡҡа сығырға мөмкинме ни?" - тип уйлана торғайным. Был һорауҙы атайыма ла бирҙем, ул: "Һин был турала уйлама", - тигәйне. Өйҙә өләсәйем һәр ваҡыт доға ҡылып йөрөй. Әсәйемдең әсәһе лә туҡһанды үтһә лә Ҡөрьән уҡып ултыра торғайны, бер ваҡытта ла ураҙаһын ҡалдырманы. Олатайҙар ҙа иманлы булғандар. Бәлки, уларҙың доғалары менән мине Аллаһы Тәғәлә дингә килтергәндер. Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте инде был, Ул йөрәгемде асҡан. Педколледжды бөткәс, БДУ-ға уҡырға индем. Эшләп тә, уҡып та йөрөп, тәүге эш хаҡына Ҡөрьән һатып алдым. 1996 йылдарҙа Ғуфран мәсетенә йөрөй торғайныҡ. Ғәли хәҙрәт ул саҡта иҫән ине, ул һәр саҡ беҙгә яҡшы киләсәк теләп, дәртләндереү һүҙҙәре әйтә торғайны, кешенең күңелен күтәрә белә ине ул.
Ғаиләлә ололар йоғонтоһо ҙур икәнен беләбеҙ. Башҡорттарҙа ул элек-электән шулай булған. Нурмөхәмәт хәҙрәт, улар ниндәй сифатҡа нығыраҡ иғтибар йүнәлтте һуң?
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Олатай-өләсәйҙәр беҙҙе бәләкәйҙән "Тәүфиҡлы бул", тип үҫтерҙе. Беҙҙең халыҡ өсөн иң мөһиме - күркәм холоҡ. Элек-электән шулай килгән. Тәүфиҡ имандан айырып алғыһыҙ. Дин - ул әҙәп тә, әхлаҡ та. Милләт бер йомғаҡ булып, ошо турала борсолорға тейеш, шул ваҡытта милләтебеҙҙең матур киләсәгенә һәр ҡайһыбыҙ ниндәйҙер өлөш индерә аласаҡ. Ислам дине күҙлегенән ҡарағанда, һәр бер кеше был донъяла хәленән килгәнсә, ең һыҙғанып туғанына ла, күршеһенә лә, хеҙмәттәшенә лә изгелек эшләргә, уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тырышырға тейеш. Беҙгә Аллаһы Тәғәлә шундай матур ватан, шундай матур тәҡдир биргән. Шундай матур шәхестәребеҙ бар, шөкөр. Бөтөн нәмәбеҙ ҙә бар, тик киләсәк тураһында ғафиллыҡҡа, битарафлыҡҡа бирелгәнбеҙ. Йәштәрҙең күҙҙәрендә киләсәккә иманлы өмөт булырға тейеш.
Беҙҙе, быуындар бәйләнеше өҙөлөргә тейеш түгел, тип тәрбиәләнеләр. Ғаиләлә ейәндәр, уларҙың ата-әсәһе, өләсәйҙәре һәм тағы ла ҡарт өләсәйҙәре, ҡарт ҡартатайҙар була икән - шул ғаиләләрҙә именлек. Шәжәрәне бик юғары күтәреүҙәре лә бер ҙә юҡҡа ғына түгел, уны өйрәнгәндәр, уны хөрмәт иткәндәр. Халыҡ юҡҡа ғына, бүленгән - бүрегә тарыған, тип әйтмәгән. Беҙгә быны оноторға ярамай. Йәмғиәт ул мәсеттә генә түгел, ә йортта ла була. Йәш ғаиләләр аятҡа саҡырһа, әйтәм: "Атай командир, әсәй уның ярҙамсыһы, ә һеҙ - шул командала. Әгәр ҙә командала берегеҙ генә аҡһайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ тотош команданы артҡа һөйрәйһегеҙ. Шуның өсөн һеҙҙең берҙәмлек бик мөһим..." Ғаиләлә изге йолалар үтәлеүен халҡымдың матур киләсәге итеп күрәм.
Илшат хәҙрәт, бөгөнгө йәш быуынды нисек ҡылыҡһырларға була?
Илшат хәҙрәт: Балалар, бер яҡтан, бөгөн күп белә. Ниндәйҙер һорау тыуһа, телефонды асыу менән әҙер мәғлүмәт килеп сыға, элекке һымаҡ эҙләнеп, китаптар аҡтарып, соҡоноп ултырмай улар. Ә еңел табылған мәғлүмәттең баһаһы юҡ. Социаль селтәрҙә ата-әсәләргә һораулама эшләгәнем булды: "Балаларға гаджеттар ҡулланыуҙы сикләүҙе хөкүмәт кимәлендә хәл итергә кәрәкме-юҡмы?" Туҡһан процент ата-әсә быға ыңғай ҡарай. Гаджеттарҙан айырыла алмау - улар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә, полиция өсөн дә яңы проблема.
Бер заман бер йома хөтбәһенән һуң бер атай килде: "Минең 28 йәшлек улым көнө буйы компьютерҙа уйын уйнап тик ултыра", - тип зарлана. Тағы ла бер ҡатын: "Утыҙ йәшлек улым танктар уйнап тик ултыра, эшкә йөрөмәй", - тип килде. Киләсәктә ошо интернет уйынына бирелгәндәргә реабилитация үҙәктәре лә асылыуы мөмкин. Улар ысынбарлыҡта йәшәмәй, виртуаль донъянан сыға алмайҙар. Ғилем алыуҙы элек энә менән ҡойо ҡаҙыу, тип ҡарағандар. Бөгөнгө йәштәр олатайҙар һымаҡ ҡул менән ашлыҡ сәсеп үҫтереп, уңыш йыймағандар, шуға ла был донъяның ҡиммәтен аңламайҙар. Етмәһә, интернет аша уларҙы сит илдән кемдәрҙер тәрбиәләп ултыра...
Нурмөхәмәт хәҙрәт, йәш быуын, тигәс, мәктәпте күҙҙән ысҡындырып булмай. Бала саҡтағы кисерештәр, асыштар һәр саҡ иҫтә ҡала. Ғилем башы мәктәптә һалына. Һеҙҙе мәктәптәргә йыш саҡыралармы?
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Юҡ шул. Беҙҙә халыҡ һаман үҙ шәүләһенән ҡурҡып ята һымаҡ, ә заман технологиялары аша дошман үҙенең эшен алып бара. Беҙ һаман балаларыбыҙға дөрөҫлөктө еткерергә форсат тапмайбыҙ. Бына, мәҫәлән, мин үҙемдең тыуған ауылымда бер тапҡыр ҙа мәктәптә булғаным юҡ. Улым уҡыған гимназияла ла бер тапҡыр ҙа булғаным юҡ. Аллаға шөкөр, мәсеттәребеҙ тулы. Ни өсөн, сөнки мәсеткә йөрөгән ғаиләләрҙә балалар күп. Улар тәрбиәле. Ләкин улар бит дөйөм халыҡтың ике-өс проценты ғына. Ҡалғандары өсөн дә борсолорға тейешбеҙ.
Халҡыбыҙ нимәләрҙән алыҫ торорға тейеш? Минең аңлауымса, һеҙҙең шул һорауға үҙ яуабығыҙ бар.
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Халҡыбыҙҙа булмаҫҡа тейешле кире сифаттарҙы теҙеп, барлап сыҡҡанмын, шуларҙы әйтеп үтәйем. Бер кешегә, бер милләт әһеленә лә, бер енескә лә беҙҙә нәфрәт булырға тейеш түгел. Кеше намыҫына тап төшөрмәҫкә, кеше намыҫын да, үҙеңдең намыҫыңды ла һаҡлай белеү кәрәк. Процентҡа алыу ҙа, процентҡа биреү ҙә булмаһын, юҡһа, шул кәсеп менән йәшәгән кешеләр күбәйҙе. Беҙ кешене лә бөлгөнлөккә төшөрмәйбеҙ, үҙебеҙ ҙә бөлгөнлөккө төшмәйбеҙ. Беҙҙең халыҡта тәмәке тартыу, наркомания, аҙғынлыҡ, боҙоҡлоҡ, енси тәртипһеҙлек, ғәйбәт һөйләү, һүҙ йөрөтөү булырға тейеш түгел. Енәйәт эштәрендә ҡатнашыу, коррупция, мутлыҡ беҙҙә булырға тейеш түгел. Башҡорт кеше иҫәбенә йәшәргә тейеш түгел. Ул ғаиләһенән бер ваҡытта ла баш тартмай. Ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырмай. Бер кемгә лә яла яҡмай, икенсе дин кешеләре менән бер ваҡытта ла ыҙғышмай, үсләшеп, дошманлашып йәшәмәй. Үҙен тәкәббер ҡуймай. Дуҫтар, туғандар менән араны өҙмәй, улар менән татыу йәшәй. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла сихыр менән булышмай. Сихырҙың мосолман башҡорт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.
Әле ниндәй сифаттар булмаҫҡа тейешлеген һананым. Ә хәҙер - ниндәй сифттар булырға тейеш? Ул булмышы менән ябай. Ғаиләһе өсөн йәнен бирергә әҙер. Ватанын яратыусы. Һәр ваҡыт айыҡ. Бер ҡасан да алдашмай, хәләл мал таба белә. Ололарҙы хөрмәт итә, миһырбанлы. Балаларына ул дуҫ һәм уларҙы сифатлы итеп тәрбиәләй. Спорт һөйөүсе, дөрөҫ туҡланыусы. Әйткәндәй, йәмғиәтебеҙҙә ҙур мәсьәләләрҙең береһе - дөрөҫ туҡланыу. Беҙҙең халыҡ тәбиғәтте һаҡлай белеүсе, юғары белемле. Ул күркәм холоҡ эйәһе, хеҙмәт һөйөүсән, эштән ҡурҡмай. Төҫ-ҡиәфәтенә, өҫ-башына иғтибарлы, талапсан. Туған телендә һәйләшеүсе, туған телендә аралаша белгән кеше. Тағы ла ояла белеү сифаты хас уға. Минең халҡым тыйнаҡ, тик Аллаһы Тәғәләнән башҡа бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмай. "Башҡорт ҡурҡаҡ түгел. Башҡорт ул мәрхәмәтле" тип әйтерлек булһын. Һәм инде башҡорт ҡунаҡты ҡабул итә белә. Ул ҡунаҡсыл, ихлас.
Мин, дин күҙлегенән сығып, бына шундай фекерҙәр төйнәнем, әле генә яҙылған нәмәләр түгел. Анализ, һығымталар күптән яһалды. Халҡымдың киләсәге булырға һәм ул бик матур булырға тейеш. Беҙ шул йүнәлештә эшләргә тейеш. Һәр бер кеше үҙенең ғаиләһендә, үҙенең коллективында, үҙенең дуҫтары араһында эште алып барһа, бының өсөн мулла булырға кәрәкмәй. Әле Илшат хәҙрәт әйтте, мин дә өҫтәйем. Дингә ни өсөн киләләр? Аллаға шөкөр, беҙҙә дингә аҡыл менән киләләр. Мода өсөн түгел. Йылдар тәжрибәһе менән киләләр. Ковид та, МХО-ла һынау булды. Үҙемдең һабаҡташтарымды, бер табаҡтан ашаған иптәштәремде ерләгән ваҡытта мин дә уйландым, бөтөн тормошом күҙ алдынан үтте. Ауырлыҡ килмәйенсә, кеше тормоштоң ҡәҙерен белмәй. Кеше нимә генә булһа ла, ауырыһа ла, йығылһа ла, илаһа ла, юғалтһа ла, яҡшырырға, төҙәлергә, тәүбә итергә, йомшарырға тейеш. Халҡыбыҙ шул тиклем ауырлыҡтарҙы үтеп, ҡабат-ҡабат бер үк тырмаға баҫмаҫ, аҡыл менән эш итергә кәрәк. Ниндәйҙер лозунгылар ҡысҡырған әҙәмдәрҙең артынан йөрөү заманы үтте. Хәҙер аҡыл көрәше бара. Иң беренсе, ғаиләң эсендә эшлә. Ә беҙ, имамдар, мәсеткә йөрөгән кешеләр менән эшләһәк, һәм улар яҡшы яҡҡа үҙгәрһә, ин шәәә Аллаһ, беҙҙең арабыҙҙа икейөҙлөлөккә урын ҡалмай.
Ауылда һәр кешенең ҡушаматы булған һымаҡ, һәр милләттең дә ҡушаматы була. Сауҙагәрме, сихырсымы унда. Шуға ла: "Ниндәй сифаттар беҙҙә булмаҫҡа тейеш?" - тигәнде атап-һанап үттем. Мөхәммәт бәйғәмбәр - үҙе күркәм әхлаҡ әһеле. Хатта дошмандары уны "Бер ваҡытта ла алдамай", тип белдергән. Әгәр ҙә беҙ тешебеҙ-тырнағыбыҙ ме-нән әхлаҡҡа йәбешһәк, халҡыбыҙ бөтөн йәһәттән дә иң байы буласаҡ. Ошо байлыҡты дөрөҫ итеп ҡуллана белгәндә, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешәбеҙ. Күңелдә тыныс булған ваҡытта бәхетле буласаҡбыҙ. Бәхет тигән төшөнсә - ул беҙҙең нигеҙебеҙҙә бар. Яңы нәмә - ул онотолған иҫке нәмә, тиҙәр бит. Беҙ шуны кире ҡайтара, йәштәргә күрһәтә белһәк, тормошобоҙ мәғәнәле булыр.
Илшат хәҙрәт, белеүебеҙсә, һеҙҙе студенттар янына осрашыуҙарға йыш саҡырып торалар. Һәм һеҙ улар менән ихлас аралашаһығыҙ. Колледеждарҙа йәштәр ниндәй һорауҙарҙы күберәк бирә?
Илшат хәҙрәт: Мин үҙем уларға күберәк һорау бирәмдер, бәлки. "Аллаһы Тәғәләгә ышанаһығыҙмы?" - тип һорайым. "Ышанабыҙ", - тиҙәр. "Ә ышанмағандар бармы?" "Бар",- тиҙәр. "Һин үҙеңдең тәнеңә хужамы?" "Эйе". "Улайһа, әйт әле, башыңда нисә бөртөк сәсең бар?" Белмәйҙәр. Бына шулай төрлө ҡыҙыҡ һорауҙар биреп, йәштәр менән эш алып барырға тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө балаларҙа ғаилә моделе юҡ. Ҡыҙҙарҙан: "Ниндәй хыялығыҙ бар, 30-40 йәшегеҙгә үҙегеҙҙе нисек итеп күрәһегеҙ?" - тиһәң, "Бизнес, фатир һәм машина", - тиҙәр. "Ә ғаилә?"- тип һораһаң, шундуҡ ҡына яуап бирә алмайҙар. "Балалармы, әллә көсөк алып аҫрарғамы?" - тигәндәр ҙә бар. Йәштәр бөгөн үҙҙәренә яуаплылыҡ ала белмәйҙәр, ти кешеләр. Улар шул тиклем рәхәт йәшәйҙәр, телефонда ғына ултыралар, унда ла матур тормошто ғына күрәләр. Үҙҙәре өсөн яуаплылыҡ ала белмәгәс, ғаилә, бала тураһында уйлаймы ни улар? Был ҙур проблема, уға ғалимдар ҙа, уҡытыусылар ҙа иғтибар йүнәлтергә тейеш. Иң шәп, иң абруйлы кеше кем, тиһәң, айфоны, машинаһы булған кеше иң хөрмәтле абруй, тиҙәр. Әгәр ҙә йыйыштырыусыға берәйһе иҙән йыуырға ярҙам итһә, ниндәйҙер байрамға әсәйем ебәрмәй, бармайым, тиһә, был тиңдәше улар өсөн эшкинмәгән кеше иҫәпләнә. Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисе бар. Әгәр ҙә һеҙ кешеләргә яҡшылыҡты аңлатмаһағыҙ, насарлыҡтан тотоп тормаһағыҙ, Аллаһы Тәғәләнең ғазабын көтөгөҙ. Аллаһы Тәғәләнең ғазабы килгәс, һеҙ доға ҡыла башларһығыҙ, ләкин доғаларығыҙ ҡабул булмаҫ, ти.
Диндең төп талабы - был яҡшы эш, ә был насар, тип, кешеләргә аңлатып тороу. Сөнки бөгөн кешеләр аҙашып, яҡшы эште - насар, ә насарҙы яҡшы эш, тип күрә башланылар. Аллаһтың ғазабы ғаиләләр тарҡалыуында, ташланған балалар миҫалында күренә лә инде.
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Ғаилә йылының төп маҡсаты нимә? Көслө шәхестәр тәрбиәләү. Ил етәкселеге лә был турала әйтеп тора. Ең һыҙғанып эшләгән йәш депутаттарҙы күрәбеҙ, йәш имамдарыбыҙ бар. Донъя улар ҡулына ҡала. Әхлаҡлы, тәрбиәле, иманлы, сабыр, күркәм холоҡло белгестәребеҙ булырға тейеш. Былар бит үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй. Хатта мәсеткә алып килә торған көстөң береһе бит ул ғаилә. Үҙе уҡый белмәгән хәлдә лә, ата-әсә, балаларын етәкләп, мәсеткә килтереп, вәғәз тыңлап ултырһа, ниндәй файҙа! Унда атай - әсәйҙе, әсәй атайҙы хөрмәт итергә тейешлеге тураһында һөйләйҙәр, мөхәббәт тураһында ла һөйләйҙәр. Берәү миңә: "Мулла беҙгә мөхәббәт тураһында лекция уҡырға саҡырҙы", - тип һөйләй. Эйе, ысын, саф мөхәббәт тураһында мәсеттә һөйләйҙәр. Йософ менән Зөләйха тарихын, Бәйғәмбәребеҙҙең ҡатындарына саф мөхәббәте тураһында һөйләйҙәр. Беҙгә үрнәк булған изге кешеләрҙең тормошо тураһында ла унда һөйләйҙәр. Беҙ үрнәк алырлыҡ күп-күп ғаиләләрҙең олатай-өләсәйҙәре әүлиәләр, имамдар булған. Мәсеткә доға уҡытырға килһәләр "Минең олатайым мәсет һалған", "Минең олатай репрессияланған мулла булған", тип һөйләйҙәр. Шуға ла был аманатты күтәреп алырға ваҡыт етте. Иртәгә һуң буласаҡ, Аллаһы Тәғәләнән яза килеүе итимал.
Ғаилә, тибеҙ икән, тәрбиә төшөнсәһе унан айырып ҡаралмай. Илһөйәр, ерһөйәр, телһөйәр иманлы балаларҙы тәрбиәләү ғаиләгә генә лә ҡайтып ҡалмай. Уның күңелен үҫтереү, күңелен аңлау, сафландырыу, рухландырыу йәһәтенән дин ғилеме ныҡ ярҙам итә. Шуға ла дини остаздарыбыҙ ҙа күберәк булырға тейештер тип уйлайым...
Нурмөхәмәт хәҙрәт: Мәктәптәрҙә балаларға тәрбиәүи яҡтан күберәк иғтибар бүленеүе үтә лә мөһим. Хәҙер дин дәрестәре индерелде, "Разговор о важном" класс сәғәте бар, шунда әхлаҡ, әҙәп төшөнсәләрен аңлатыр өсөн балалар менән аралашҡанда бик тә файҙалы булыр ине. Уҡытыусылар ҙа дини тематика буйынса кем нисек аңлай, шулай һөйләй. Әгәр ҙә миңә медицина китабы биреп, шуны уҡып, лекция һөйләргә ҡушһалар, унан файҙа булыр инеме?
Мин үҙемдең балалар менән дә һөйләшәм, ҡыҙыҡһынам. Уҡытыусылар араһында әле лә балаларға үҙҙәренең атеистик идеяларын һеңдерергә тырышҡандар бар. Уҡытыусы атеист икән, шул инаныуҙа ҡалһын, беҙ уға үҙебеҙҙең ҡарашты һеңдерәбеҙ, тип сат йәбешмәйбеҙ бит. Кемдер насрани, кемдер яулыҡта, кемдер йәшелгә буялған сәс менән йөрөй - беҙ береһенә лә бәйләнмәйбеҙ. Кеше хәҡиҡәткә аҡылы менән инанырға тейеш. Һәр бер эштең маҡсаты булырға тейеш, был фәндәрҙе уҡытыу исем өсөн генә булырға тейеш түгел. Ул бит Аллаһы Тәғәләнән бирелгән фән. "Мин шулай уйлайым, ә теге шулайыраҡ уйлай" һымаҡ яуап булырға тейеш түгел. Ашарға әҙерләгән ваҡытта ла кәстрүлгә нимә тура килә, шуны ташламайбыҙ. Нимәнелер алдан һалып ҡайнатаһың, нимәнелер нисбәтен иҫәпләп, һуңғараҡ төшөрәһең - һәр нәмәнең үҙ тәртибе.
Мәрйәм апай Бураҡаеваның күңел һалып еткерә торған "Тормош һабаҡтары" дәреслеге бар. Унан бик күп файҙалы ғилем алырға була. Һәр кем көсөнән килгәнсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә үҙенең өлөшөн индерергә тырышһын ине. Бөгөн, Аллаға шөкөр, йәш быуын өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Үҙебеҙҙең йолаларға, дин буйынса тәрбиәгә иғтибар бирмәһәк, Көнбайыш идеологияһы уларҙы тапап-иҙеп үтеп китәсәк. Мәҫәлән, 1917 йылда кемдер Аллаға табынған, кемдер - тәрегә, кемдер иген сәскән, кемдер заводта эшләгән. Йәшәп ятҡандар. Шулай һәүетемсә көн итеп ятҡанда, кемдер берәү килеп, улар күңеленә революция һәм атеизм идеяһын һала, кешеләр ҡотороноп, шул идеяларҙы байраҡ итеп күтәреп, бер-береһенә ҡаршы сыға. Бер атанан тыуған биш бала, биш яҡҡа ҡарап, бер-береһе өҫтөнән доностар яҙып, яла яғып, ҡырылышып бөтә. Мәсетте лә ҡутарыр өсөн кеше ситтән килмәгән, шунда йәшәгән бер мәғәнәһеҙе табылған. Ә башҡалары ауыҙҙарын асып, иҫтәре китеп ҡарап торған. Аллаһы Тәғәлә язаһын беҙгә үҙебеҙҙең ҡул менән бирә. Бөгөн дә йәштәргә тәртип һеңдермәһәк, уларға аҡыл өйрәтеүсе бар. Бер-бер хәл булһа, һин үҫтергән биш балаң бер-береһенә дошман булмаҫ, кеше малына йә ғүмеренә ҡул һуҙмаҫ, йә ейәнең ҡайҙалыр барып, кемделер алдамаҫ, тип, ышаныс меннән әйтә алаһыңмы? Шуның өсөн дә ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, уңышҡа өлгәшә алмаясҡбыҙ. Бөгөн еңде һыҙғанып, халҡыбыҙҙа булған күркәм тәрбиә хазинаһын - дин, ғөрөф-ғәҙәтен ҡулланып, матур киләсәгебеҙ өсөн тырышырға тейешбеҙ.
Һеҙ телгә алған "Тормош һабаҡтары" яңынан уҡыу-уҡытыу програмаһына индерелгән. Тимәк, халыҡ тормошо, йәшәйеше, дине, йолалары тураһында йәш быуын өҫтәп ғилем аласаҡ. Уның рухи тормошона был үҙгәреш тә индерәсәк, тип ышанайыҡ...
Нурмөхәмәт хәҙрәт: "Тормош һабаҡтары"н ҡабул итә торған саф йөрәк һәм уны еткерерлек ихлас кеше кәрәк. Тәрбиә - ул иң ауыр эш. Әйткән һүҙеңә үҙең дә тап килергә тейешһең, шулай бит? Мин ғалим түгел, мәжлескә киләм, Ҡөрьән уҡыйым да, кешеләргә әҙерәк вәғәз һөйләйем. Килгәндә үк Аллаһы Тәғәләгә әйтеп киләм: "Эй, Аллаҡайым, шунда берәй кешегә файҙалы мәғлүмәт еткерһәм, бер кеше иманға килһә, намаҙға баҫһа ине". Мин ябай нәмәләр тураһында һөйләйем, ул кеше күңеленә инә. Элек уҡытыусының абруйы шуға ҙур ине, ул аҡса өсөн түгел, ә балаларҙы кеше итәм, тип йәшәне. Беҙ ҙә эште "Бының өсөн беҙгә алмашҡа нимә бирәләр?" тигән матди күҙлектән сығып түгел, ә ихласлыҡ менән эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең һәр беребеҙ - ҙур дәүләттең-бинаның бер кирбесе. Һәр кем үҙ урынында булһа, һәр береһе үҙ вазифаһын дөрөҫ итеп башҡарһа, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ. Был донъяла һәйбәт булһа, тегендә лә насар булмаҫ, ин шәә Аллаһ. Беҙҙең халҡыбыҙ Бәйғәмбәрҙең сәхәбәләре заманынан диндә булған. Беҙгә әллә ҡайҙан килгәндәрҙең дин өйрәтеп йөрөүенең кәрәге лә юҡ. Беҙгә булғандың ҡәҙерен белеп, тәртипкә килтереп, ҡулланырға ғына кәрәк.
Шулай итеп...
Диндә ихласлыҡ кәрәк. Бәлки, ошонда һөйләгәндәрҙе бер кеше генә булһа ла уҡып, тормоштоң мәғәнәһе нимәлә икән, тип уйланыр. Ул саҡта беҙҙең дә был һөйләшеү файҙаһыҙ үтмәгән булыр.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА