«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТӘҘРӘ ТӨБӨНӘ МЕНҺӘ...
+  - 

Хоҡуҡ һаҡлау органдары балалар ғүмеренә бәйле хәүеф-хәтәр тураһында даими иҫкәртә, халыҡты киҫәтә тора. Шулай ҙа көндәр йылыныу менән бындай хәбәр-иҫкәрмәләр бермә-бер артҡан төҫлө. Мәҫәлән, тәҙрәләрҙе асып ҡуйыу ҙа хәүеф тыуҙыра бит.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комиссияһы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, тәҙрәнән ҡолап төшөп, ғүмерҙәре өҙөлгән балалар байтаҡ. Мәҫәлән, 2020 йылда бындай фажиғәле осраҡта 6 бала йән биргән, 43-ө имгәнгән, 2021 йылда 8-е йән биргән һәм 23-ө имгәнгән, 2022 йылда 10 бала йән биргән һәм 61-е имгәнгән, 2023 йылда 5-һе йән биргән һәм 19-ы имгәнгән. Ә быйыл 12 бала асыҡ тәҙрәнән ҡолап төшөп, өсәүһенең ғүмере өҙөлгән. Бындай фажиғәләрҙе кисектереү өсөн ата-әсәләргә асыҡ тәҙрәле бүлмәлә баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, тәҙрәне үлсәп асырға булышлыҡ иткән махсус ҡулайламалар ҡулланырға, себен-серәкәйҙе индермәү өсөн тәғәйенләнгән сеткалар ҡуйғанда ла һаҡ булырға кәңәш итәләр. Әммә тирә-яҡ донъяны тиҙерәк танып-белергә ашҡынған балаларҙы һаҡлап ҡалып өлгөрмәгән аяныслы осраҡтар артыҡ кәмемәй. Эскерһеҙ күңелле сабыйҙарға бәйле ошондай хәлдәр тураһында уҡығанда өләсәйемдән алған бер һабаҡ иҫкә төшә һәм, уны башҡалар ҙа белһә, бәлки, ғәзиздәрен юғалтмаҫтар ине, тип уйланам.
Бәләкәй балаға тәҙрә тупһаһына менергә ярамағанлыҡты тыйып, көйөп кенә аңлатып булмайҙыр. Ни тиһәң дә, әҙәм тәбиғәте менән ҡыҙыҡһыныусан, ярамағанға ынтылыусан. Шуға ла өләсәйем тәҙрә тупһаһына менергә, унда ултырырға, баҫырға ярамағанлыҡты былай тип аңлатыр ине: баҡтиһәң, тәҙрә төбөнә фәрештәләр ҡуна икән! Кешенең ике иңбашына ултырып, яҡшы һәм яман ғәмәлдәрен яҙып арыған фәрештәләр нәҡ тәҙрә тупһаһына ултырып ял итә. Улар тәҙрә төбөндә ултырғанда йортҡа нур һибелә, ҡот ҡуна, йоҡлағанда матур төштәр керә һәм хыялдар тормошҡа аша. Тәҙрә тупһаһына менһәң, күҙгә күренмәһә лә, шунда ял итеп ултырған фәрештәне имгәтеүең бар икәнен ипләп кенә төшөндөрә торғайны өләсәйем. Әкиәт кеүек итеп ҡат-ҡат һөйләнгән был хәбәр иҫтә ҡала, ә инде эскерһеҙ, изгелекле бала күңелендә тәҙрә төбөнә яҡын бармау ниндәйҙер ҡаты тыйыу булып түгел, ә фәрештәне уйлап, уға игелек итеү кеүек уйылып ҡала. Һәр хәлдә, минең күңелемдә өләсәйемдең ошо һабағы нәҡ шундай йылы хәтирә булып һаҡланып ҡалған. Заман балалары башҡа, бөтә нәмәне белеп тыуа һәм төрлө хөрәфәткә ышанып та бармайҙар, тиһәләр ҙә, улар һәр яңы мәғлүмәткә асыҡ, ҡайһы осраҡта сит ил әкиәттәренән килгән йәйғорло һыңармөгөҙ, теш феяһы кеүек заттар барлығына ла ышана бит. Тәҙрә төбөндә ял иткән фәрештәгә лә ышанырҙар, үҙҙәрен хәүефтән араларҙар, моғайын.

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 393

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru