«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЫҢҒАЙҘАРЫ ИШӘЙӘ, ӘММӘ...
+  - 

Бейек тау башында урынлашҡан, төрлө яҡтан йылғалар менән йыуылған күркәм баш ҡалабыҙ үҙенсәлекле лә, мөһабәт тә, матур һәм заманса ла йәшәү урыны. Оҙаҡламай Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ, һәм беҙ ошо ваҡиғаның шаһиттары булыу менән икеләтә бәхетлебеҙ.

Ошо сара алдынан Өфө ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә: йорттар, социаль һәм спорт объекттары төҙөлә, юлдар төҙөкләндерелә, яңы райондар барлыҡҡа килә. Йәй миҙгелендә был эшмәкәрлек тағы ла әүҙемләшә төшөүен баш ҡалала йәшәүсе һәр кем асыҡ тоя, сөнки унда-бында урамдар ябыла, юлдар ситендә һыу һәм йылытыу торбаларын тикшереү өсөн ҡаҙылған соҡорҙар һаны арта, төҙөлөш транспорты геүләп тора. Ошондай эштәр барышында ямғыр канализацияһы һәм таҙартыу ҡоролмаларына ҙур иғтибар бүленһә икән, тигән теләк менән яҙам. Һуңғы ваҡытта баш ҡалаға ғына түгел, ә тотош республикаға ябырылған ҡойма ямғырҙар Өфө урамдарын оло һыуҙан ҡотҡара алмағаны күҙгә ташланды.
Ҡала маршруттарында йөрөү өсөн хаҡ артты, тип зарланғандар бар. Бөтә өлкәлә лә хаҡтар артыуы барғанда, бензин көндән-көн ҡыйбатланғанда, "Башавтотранс" компанияһына был юлға бармайынса мөмкин дә булмағандыр. Ләкин компания етәкселеге үҙенең файҙаһы тураһында ғына түгел, ә автобуста йөрөүсе халыҡ хаҡында ла уйлаһа ине әҙерәк. Күпселек автобустарҙа кондиционер эшләмәй, пассажирҙар ғына түгел, хатта водителдәр ҙә эҫенән йонсоп бара. Был, минеңсә, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге өсөн бик ҡурҡыныс. Ошо хәлгә иғтибар бүленһә ине.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Өфөлә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн күп эштәр башҡарыла, шул уҡ ваҡытта иғтибар бер йүнәлештә генә түгел, ә төрлө өлкәне үҙ эсенә алһа, тағы ла яҡшы буласаҡ, тип кенә әйтмәксе инем.

Зәбир СӨНӘҒӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 359

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru