«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИГЕҘӘКТӘР АТА-ӘСӘ УЛАРҘЫҢ ИКЕҺЕ ИКЕ ШӘХЕС ИКӘНЕН ОНОТМАҺЫН
+  - 


Һүҙемде ошо мәҡәләмде яҙырға сәбәпсе булған ваҡиғаларҙың береһенән башлап китәйем. Бөҙрәханаға барған инем. Сират көтөп ултырам. Ҡаршымда бер әсә кеше ике улы менән урын алған. Малайҙары йөҙҙәре һәм кейемдәре менән бер-береһенә шул тиклем оҡшағандар. Уларҙы бер нисек тә айырырлыҡ түгел. Халыҡ теле менән әйткәндә, һуйған да ҡаплағандармы ни. Әсәләре менән һөйләшеп киттем. Малайҙары игеҙәктәр икән. "Ни өсөн уларҙы бер төрлө кейендерәһегеҙ?" тигәнерәк һорау бирҙем. "Бер-береһенән көнләшмәһендәр өсөн, психологтар шулай ҡуша", - тип яуап бирҙе ул.

Әйтергә кәрәк, ошондай яуапты бөтә игеҙәктәрҙең дә тиерлек ата-әсәләренән ишетергә тура килә. Шулай уҡ игеҙәктәрҙең тормошонда икенсе бер күренеш күҙгә бәрелеп тора: мәктәптә бер парта артында ултыралар, йыш ҡына бер үк түңәрәктәргә йөрөйҙәр, бер үк спорт төрө менән шөғөлләнәләр (һ.б.) - ғөмүмән, тыуғандан алып үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡансы бер-береһенән айырылмайҙар. Хатта икеһе лә ир затынан булғандарға армия сафында бергә хеҙмәт итеү хоҡуҡтары бар. Игеҙәктәрҙең шулай йөрөүҙәре ата-әсәләре өсөн уңайлылыр, сөнки һәр ваҡыт бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ булалар; икенсенән, кейендергәндә лә артыҡ һайланмайһың - икеһенә бер төрлө кейем алаһың да бирәһең, йәғни психологтарҙың кәңәшен үтәйһең. Шулай уҡ бергә йөрөүҙәре ситтән ҡараусыларға ла, бигерәк тә туғандарына, матур булып күренәлер.
Ә бына шундай шарттарҙа тәрбиәләнгән игеҙәктәр үҙҙәре нисегерәк булып үҫә һуң? Үҙаллы тормошта уларҙы ниндәйерәк проблемалар көтә икән? Әллә бөтәһе лә яҡшы буласаҡмы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауҙарға яуап бирергә һәм уларҙың тәрбиәһе тураһындағы фекерҙәремде яҙып китергә уйлайым. Алдан уҡ әйтеп үтәм: бындағы яҙылғандар береһе - малай, икенсеһе ҡыҙ затынан булған игеҙҙәргә ҡағылмай. Башта һүҙем холоҡ-фиғелдәре тураһында...

Игеҙәктәр психологияһы үҙенсәлектәре...

Утыҙ йылдан ашыу күҙәткәндән һәм өйрәнгәндән һуң, мин шундай һығымтаға килдем: әгәр игеҙәктәр тыуғандан алып үҙаллы тормош башлағанға тиклем бер-береһенән айырылмайҙар икән, икеһе бергә бер бөтөн кешегә әүерелә. Әлбиттә, физик яҡтан улар ике кеше, ә психологик яҡтан - бер, йәғни бер кешелә була торған психологик сифаттар икеһенә бүленеп һалына. Ни өсөн тигәндә, оҙаҡ йылдар айырылмайынса бергә йәшәгәс, ниндәйҙер эштәрҙе береһе, ниндәйендер икенсеһе башҡарырға йәки хәл итергә ғәҙәтләнеп китәләр. Бына шулай аҡрынлап береһендә - бер төрлө, икенсеһендә икенсе төрлө сифаттар һәм һәләттәр барлыҡҡа килә башлай.
...Ошо урында күренекле Швейцария ғалимы К.Г. Юнгтың "Психологик типтар" исемле хеҙмәтенең ҡайһы бер урындарын иҫкә төшөрөп үтергә кәрәктер. Уның теорияһы буйынса, кемдеңдер аңында экстравертлыҡ өҫтөнлөк итһә, уның аңтөбөндә интровертлыҡ ята. Йәғни ул кеше ғәҙәти тормошта экстраверт булып йөрөй. Ә ниндәйҙер ғәҙәти булмаған мәлдәрҙә кәрәкле ҡарар ҡабул итергә көсө етмәһә, интровертлыҡ сифаттары өҫкә ҡалҡып сыға - аңтөбө ярҙамға килә. Был бер бөтөн булып формалашҡан кешеләрҙең психологияһы шулай. Әйтергә кәрәк, аңдың аңтөбө менән алмашыныу механизмы, йәғни бер психик тороштан икенсе психик торошҡа күсеү кешенең сәләмәт булыуын күрһәтә.
Ә бына бер-береһенән айырылмаған игеҙәктәрҙе психологик күҙлектән бер бөтөн кеше тип ҡараһаҡ, уларҙың беренсеһен - уның аңы, икенсеһен аңтөбө тип ҡарарға була. Шуға уларҙың береһендә экстраверттарға хас сифаттар өҫтөнлөк итһә, икенсеһендә - интроверттарға хас сифаттар. Шулай уҡ береһен дә тулы ҡанлы экстроверт йәки интроверт тип атап булмайҙыр.
Экстравертҡа оҡшағаны, ғәҙәттә, алдан барыусыға әүерелә, рус телендә әйткәндә - "направляющий". Ул әүҙемлеге һәм ҡыйыулығы менән айырылып тора, бигерәк тә аралашырға ярата. Иғтибарҙың үҙәгендә булыу уға оҡшай. Ниндәйҙер проблеманы хәл иткәндә, ул алдан йөрөй, йәғни уның өсөн лидерлыҡ сифаттары хас. Хәбәрҙе йыш ҡына уйламайынса һөйләй. Шуға күп ваҡыт икеһе өсөн дә ҡарарҙы үҙе генә ҡабул итергә, игеҙәгенән һорап та тормаҫҡа мөмкин. Артабан мәҡәләмдә был экстраверт тибындағыһын беренсе ролде башҡарыусы игеҙәк тип атаясаҡмын.
Интроверт ролен үтәүсеһе, икенсе ролде башҡарыусы була инде, киреһенсә, эйәреп йөрөүсегә әүерелә, йәғни баяғы тел менән "замыкающий" тип атайыҡ. Артыҡ һөйләшеп бармай, күберәк уйҙарға бирелергә ярата, шуға аралашҡан кешеләре күп булмай. Хис-тойғоларын күрһәтмәҫкә, уйлап һөйләргә тырыша. Игеҙәгенең ҡабул иткән ҡарарҙарына йыш ҡына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ риза була, хатта уның буйһоноусыһына әйләнеп тә китергә мөмкин. Ниндәйҙер идея менән янып бармай, ә күберәк икенсе яртыһы ҡушҡанды эшләй.
...Әйткәндәй, бөгөнгө көндә игеҙәктәр тураһында байтаҡ ҡына художестволы фильмдар бар. Уларҙы ижад иткән режиссерҙарҙың бөтәһе лә игеҙәктәр образы өҫтөндә эшләгәндә, мин атап үткән айырмалыҡтарҙы сюжеттың төп конфликты итеп алып, киноларын бик ҡыҙыҡлы һәм мажаралы итеп төшөргәндәр. Мәҫәлән, Һиндостанда төшөрөлгән "Зита һәм Гита" фильмында был бигерәк тә асыҡ сағыла...
Шулай итеп, игеҙәктәрҙең береһе - аң, икенсеһе аңтөбө ролен ҡабул итә. Ғәҙәттә, көндәлек проблемаларҙы хәл иткәндә алдан барыусыһының ҡарашы һәм ҡарары өҫтөнлөк итә. Ул хәл итә алмаған осраҡта инде икенсеһенең сифаттары ярҙамға килә. Бына шулай: ниндәйҙер шарттарҙа береһе алдан бара, ниндәйҙер икенсе шарттарҙа икенсеһе өҫкә ҡалҡып сыға. Йәғни береһен береһе тулыландыралар.
Ә бына улар үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫһа, йәғни икеһе ике яҡта йәшәй башлаһа, ҡайһы бер проблемалар башланырға мөмкин. Сөнки физик яҡтан айырым кеше булһалар ҙа, психологик яҡтан һәр береһе ярты кеше булып ҡала. Шуға ниндәйҙер көтөлмәгән ситуацияларға эләкһәләр, игеҙәктәрҙең икеһе лә хәл итеү юлын таба алмай, юғалып ҡалыуҙары ихтимал. Ни өсөн тигәндә, тиҙ генә ярҙамға килергә эргәләрендә уларҙың ярты яғы юҡ. Ә үҙҙәренең тәбиғи аңтөбө ундай кәрәкле сифаттарға эйә түгел, сөнки ул ролде игеҙәге башҡарғанға күрә, ныҡлап формалашып бөтмәй. Ғөмүмән, уларҙа бер психик тороштан икенсе психик торошҡа күсеү механизмы тулы кимәлдә үҫешмәй ҡала. Ә был күренештең ниндәй проблемаларға килтереүен киләһе бүлектә һөйләргә уйлайым...

Игеҙәктәрҙе көткән типик проблемалар...

...Береһенә мәктәпте тамамлау менән орлоҡ һалына. Ғәҙәттә, бөтә ата-әсәләр ҙә тиерлек балаларын бер уҡыу йортона бирергә тырыша. Йәғни икеһенә лә бер төрлө һөнәр һайлайҙар. Әлбиттә, улар балаларының бергә уҡыуҙарын теләй, сөнки 5-6 йыл бер-береһен ҡарап йөрөйәсәктәр бит. Тик артабанғы тормоштары ҡыуандырмаҫҡа мөмкин шул. Ни өсөн тигәндә, уҡып бөтөп, үҙаллы эш башлағас, йыш ҡына игеҙәктәрҙең береһе һайлаған һөнәре буйынса эшләүҙән баш тарта һәм икенсе эш эҙләй башлай. Әлбиттә, бөтәһе лә түгел, әммә күпселеге тип ышаныслы әйтә алам. Эшләп йөрөгәндәренең дә береһе барыбер һөнәренән ҡәнәғәт булмаҫҡа мөмкин. Бындай күренештәрҙең сәбәбе нимәлә һуң?
Мин үрҙәге бүлектә игеҙәктәр физик яҡтан бер-береһенә оҡшаһалар ҙа, психологик күҙлектән ҡарағанда, улар бөтөнләй бер-береһенә оҡшамаған кешеләр, тип әйтеп үткәйнем. Береһендә - бер, икенсеһендә икенсе сифаттар өҫтөнлөк иткәс, уларҙың һәләттәре лә бер төрлө түгел. Береһе - бер эште, икенсеһе икенсе эштәрҙе эшләргә ярата. Шуға икеһе лә бер үк профессияны бер нисек тә һайлай алмай. Икеһенә ике төрлө һөнәр талап ителә. Ә беҙҙең ата-әсәләр, балалары тышҡы яҡтан бер-береһенә оҡшағас, эске тороштары ла шулайҙыр, тип уйлап яңылыша...
Икенсе ҙур проблема күп ваҡыт ғаилә ҡорған ваҡытта башлана. Был бигерәк тә ҡыҙ затынан булған игеҙәктәргә ҡағыла. Йыш ҡына береһенең ғаиләһе тарҡала йәки башҡа төрлө ниндәйҙер күңелһеҙ ваҡиғаларға юлығырға мөмкиндәр. Ни өсөн тигәндә, беҙҙең ир-егеттәр, ғаиләлә ир кеше баш булырға тейеш, тигән мораль менән тәрбиәләнә. Һөҙөмтәлә уларҙың береһе лә, халыҡ телендә әйткәндә, "подкаблучник" булғыһы килмәй. Шуға кәләш алыу менән ул моралде тормошҡа ашыра башлайҙар. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың икенсе ролде башҡарыусыһына ундай егеттәр менән йәшәп китеүе ҡыйын булмаясаҡ. Сөнки ул былай ҙа ғүмер буйы шул ролде үтәне һәм артабан да үтәйәсәк. Ә бына беренсе ролде башҡарыусы игеҙәк ҡыҙға ундай егеттәр менән йәшәп китеүе ҡыйынға тура килә - һәр ваҡыт алдан йөрөп өйрәнгәнгә, уның да ғаиләлә баш булғыһы килә бит. Артабан, "Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай" тигән әйтемгә ярашлы, улар арһында конфликт башланасаҡ. Егет кеше беренселекте бирмәйәсәк - үрҙә әйтеүемсә, ул шулай тәрбиәләнгән. Ә игеҙәк ҡыҙ икенсе ролгә күсә алмай, дөрөҫөрәге, күсә белмәй, сөнки ул ролде ошоға тиклем икенсе игеҙәге үтәне. Бына шуға улар араһында тартҡылаш көсәйгәндән-көсәйә барып, йыш ҡына ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамлана...
Әгәр игеҙәк ҡыҙҙар игеҙәк егеттәргә тормошҡа сыҡһа, йәғни беренсе ролде үтәүсе игеҙәк ҡыҙ - икенсе ролде үтәүсе, ә икенсе ролде үтәүсе ҡыҙ беренсе ролде үтәүсе егеткә кейәүгә сыҡһа, ике ғаилә лә матур йәшәп китергә мөмкиндер. Тик тормошта улай килеп сыҡмай шул...
Ата-әсәләрҙең игеҙәктәрҙе бер төрлө итеп кейендереүҙәре лә киләсәктә етди проблемаларға килтереүе мөмкин. Әлбиттә, уларҙы шулай йөрөтөү еңелерәктер, сөнки быныһына нимә алайым, тегенеһе нимә оҡшатыр икән, тип аптырамайһың. Икенсе сәбәбен беренсе бүлектә әйтеп үткәйнем: бер-береһенән көнләшмәһендәр тип, игеҙәктәрҙе бер төрлө кейендерергә, имеш, психологтар кәңәш бирә. Ысынлап та, көнләшеү игеҙәктәр өсөн хас күренеш. Шуға психологтар уларҙың бөгөнгө көнөн уйлап, шулай тиҙәрҙер. Ә бит киләсәктә бөтәһе лә киреһенсә булырға мөмкин. Сөнки ғаилә ҡороп, айырым йәшәй башлағас, уларҙың тормошо бер төрлө булмаясаҡ. Әйтәйек, кемеһелер ярлыраҡ, кемеһелер байыраҡ булыр; береһе бер бүлмәле фатирҙа, икенсеһе ике йәки өс ҡатлы йортта йәшәр... Бына шул ваҡытта һәр нәмәләре бер төрлөгә өйрәнгән игеҙәктәр араһында ысын мәғәнәһендә көнләшеү тойғоһо тоҡанырға һәм бер-береһенә ҡаршы аҫтыртын көрәш башларға мөмкиндәр. Һәм күп ваҡыт шулай эшләйҙәр ҙә...
Әгәр ата-әсәләр киләсәктә балаларының һәр береһенә бер төрлө тормош иптәше, бер төрлө балалар, бер төрлө йәшәү шарттары (һ.б.) гарантиялай алалар икән, әйҙә, бала саҡта бер төрлө кейендерһендәр, шулай уҡ бер төрлө һөнәргә өйрәтһендәр... Әгәр инде килеп сыҡмаһа, ә улай килеп сыҡмаҫы һәр кемгә билдәле, тәрбиәгә булған ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Ә тәрбиә тураһында һүҙем киләһе бүлектә булыр...

Игеҙәктәргә тәрбиә биреү нигеҙҙәре...

Минең мәҡәләне иғтибар менән уҡып сыҡҡан кеше, игеҙәктәрҙең һәр береһен айырым шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк, тип әйтергә теләгәнемде аңлағандыр. Әлбиттә, бер ғаиләлә тыуып, бер әсәнең күкрәк һөтө менән туҡланып, бергә йәшәй башлаған игеҙәктәрҙе, һәр береһенә айырым тәрбиә бирәм тип, бөтөнләй бер-береһенән айырып булмайҙыр. Улар барыбер бергә уйнап, бергә урамда йөрөп, бергә мәктәпкә барасаҡтар. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанға тиклем шулай буласаҡ. Нисек кенә булмаһын, игеҙәктәргә тәрбиә биргәндә ата-әсәләр, шулай уҡ тәрбиәселәр һәм класс етәкселәре ике әйберҙе иҫтә тоторға тейеш. Беренсеһе. Игеҙәктәр бала саҡта бергә булһалар ҙа, киләсәктә һәр береһе айырым йәшәйәсәк. Күп ваҡыт уларҙың үҙҙәренә генә тормош ауырлыҡтарына ҡаршы торорға, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә тура килер. Шуға тәрбиәнең төп маҡсаты булып уларҙың һәр береһен киләсәктә үҙаллы йәшәй алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү булырға тейеш. Икенсеһе. Тәрбиә барышында шуны күҙ уңынан ысҡындырмаһындар: игеҙәктәр бер-береһенә шул тиклем оҡшаған булһалар ҙа, эске тороштары: фекерләүҙәре, һәләттәре, психологик сифаттары менән бер ваҡытта ла тап килмәйәсәктәр, хатта ҡапма-ҡаршы булырға мөмкиндәр. Шуға тәрбиә һәм белем биргәндә, бигерәк тә уларҙың һәләттәрен асыу өсөн, һәр береһенә индивидуаль алым талап ителә. Әгәр икеһенә лә бер үк шарттар тыуҙырып, бер үк алымдар ҡулланһаң, береһенең тәбиғи һәләттәре асылмай ҡалырға мөмкин. Ә был киләсәктә профессия һайлағанда ауырлыҡтар тыуҙырасаҡ.
Тәрбиә биреү алымдарына килгәндә инде, улар күп яҡлы һәм төрлө булырға мөмкин. Мин дә ҡайһы бер тәҡдимдәремде әйтеп китергә уйлайым. Әлбиттә, бөртөкләп бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмайҙыр, ә игеҙәктәргә тәрбиә биреүҙең төп нигеҙҙәренә генә туҡталам.
Ғаиләлә тәрбиә нисек булырға тейеш һуң? Беренсеһе, игеҙәктәр бәләкәйҙән үк һәр береһе үҙен айырым шәхес икәнен тойоп үҫергә тейеш. Бының өсөн һәр береһенә айырым бүлмә булдырырға кәрәк; шулай уҡ айырым эш өҫтәле, кейем шкафы, йоҡлау өсөн койка һ.б. Икенсеһе, өй эштәрендә ярҙам иткәндә, гел бер үк эштәрҙе башҡармаһындар, ә алмашынып торһондар. Был һәр береһен бер бөтөн кеше итеп формалашырға ярҙам итә. Өсөнсөһө, икеһен дә үҙаллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн, әйтәйек, магазиндан уйынсыҡ йәки кейем алғанда һәр береһенә үҙенә оҡшағанын һайлап алырға ирек бирелһен. Шулай уҡ был алым игеҙәктәрҙәге көнләшеү тойғоһон бөтөрөү өсөн иң яҡшыһылыр. Сөнки үҙҙәре теләгәнен һайлайҙар бит. Әлбиттә, һанап киткәндәргә ирешеү тиҙ генә булмаҫ, һаман да шул йүнәлештәрҙә тәрбиә биреүҙе ашыҡмай ғына дауам итһәң, үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Тәрбиә һәм белем биреү усаҡтарында нисегерәк булырға тейеш? Балалар баҡсаһына йөрөткәндә - икеһен ике төркөмгә, артабан мәктәпкә уҡырға биргәндә, икеһен ике класҡа ултыртыу ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн бик яҡшы алым. Бындай осраҡта тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар улар менән һөҙөмтәлерәк эшләйәсәк. Әгәр инде бер класта уҡыһалар, икеһе ике парта артында ултырһындар. Әлбиттә, был мәктәпкә ҡағылышлылары мәктәп администрацияһы һәм класс етәкселәре менән кәңәшләшеп башҡарылырға тейеш.
Өҫтәлмә белем биреү үҙәктәренә, йәғни түңәрәктәргә йөрөү тураһында. Әгәр игеҙәктәрҙең икеһе лә бер түңәрәктә шөғөлләнә икән, уның береһе өсөн бер ниндәй файҙаһы юҡ, тип ышаныслы әйтә алам. Сөнки үрҙәге бүлектәрҙә, игеҙәктәр эске тороштары менән ҡапма-ҡаршы кешеләр, тип әйтеп үткәйнем инде. Шуға уларҙы һәләттәренә ярашлы түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк. Әгәр ата-әсәләр балаларының һәләттәрен белә алмай икән, психологтар менән кәңәшләшһендәр. Шулай уҡ һәр ата-әсә минең әйткәндәрем һәм башҡа педагогтарҙың кәңәштәре нигеҙендә үҙҙәренең методикаларын һәм алымдарын уйлап сығара ала. Иң мөһиме: игеҙәктәрҙең һәр береһе бер бөтөн шәхес булып формалашып, ышаныслы рәүештә оло тормошҡа аяҡ баҫһын.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 127

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru