Ғүмерҙе, фанилыҡты тәбиғәттең йылы миҙгелдәре менән күңелемә һеңдерәм, хәтеремә беркетәм. Ә ул йылылыҡтың сығанағы йыл миҙгеленән, көн торошонан бигерәк, иң ҡәҙерле, ғәзиз кешем - атайым ул. Миҙгелде миҙгел ҡыуа, йылдар ҙа үҙ ағышы менән бара, ә минең бер көнөм дә атайымды иҫкә алмай үтмәй. Нимәгә генә тотонһам да, йөрәгемде йылытып, атайым иҫкә төшә: ашҡа тоҙҙо ла ул өйрәткәнсә һалам. Хатта энә тоторға ла инәйем түгел, атайым өйрәтте бит...
Атайым Мырҙагәрәев Мөнир 1930 йылдың 13 октябрендә хәҙерге Шишмә районы Яңы Ябалаҡлы ауылында указлы мулла Мәмбәтҡол Мырҙәгәрәй улы ғаиләһендә яҡты донъяға килә. Ул ваҡытта илебеҙҙә колхоздар ойошторола башлай. Мәмбәтҡол ҡартатайым да, заман талаптарына буйһоноп, атын, келәтен колхозға тапшыра. Яңы Ябалаҡлы Суҡраҡлы ауылы менән ҡуша "Берлек" колхозына ойоша. Ҡартатайым 1937 йылда ошо күмәк хужалыҡтың рәйесе булып китә. Әммә указлы мулла улы булыуын иҫтә тотоп, ҡартатайымды коммунистар партияһы сафына алмайҙар. Колхоз рәйесе булыуына ҡарамаҫтан, уны партия йыйылыштарында ла ҡатнаштырмайҙар. Бына шундай ваҡиғаларҙың шаһиты була атайым.
1938 йылда атайым беренсе синыфҡа уҡырға төшә. Ауылыбыҙҙа мәктәп булмағас, бөтә ауыл балалары көҙлө-яҙлы ямғыр, бысраҡтарҙа ла, ҡышҡы һыуыҡтар, бурандарҙа ла Суҡраҡлы ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында илгә төшкән ауырлыҡтар атайымды ла урап үтмәй. 1943 йылда ҡартатайымды хеҙмәт армияһына алалар. Тормош тағы ла ауырлаша: үҫмер, уҡыуын ташлап, үгеҙ башмаҡты егергә өйрәнеп, колхоз эшендә йөрөй, утын хәстәрләй, ер һөрә, Шөңгәк-Күл элеваторына иген ташырға ла тура килгеләй.
- Ул ваҡытта үҫмерҙәрҙең барыһы ла ҡатнашты инде колхоздың төрлө эштәрендә, - тип хәтерләй торғайны атайыбыҙ. Еңеү хәбәрен дә ауылға ул беренсе булып алып ҡайта. Ундай ваҡиғаны оноторлоҡмо һуң! - Ул көндө мин Дурас ауылында инем. Телефон аша булһа кәрәк, һуғыш бөтөү тураһында хәбәр алына. Ҡыуаныслы хәбәрҙе ишетеп, ауыл советы эргәһендә мәктәп балалары, уҡытыусылар, ауыл халҡы йыйылды - митинг башланды. Митингтан һуң үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып, шатлыҡлы хәбәрҙе ауылдаштарыма еткерергә ашыҡтым. Әлегеләй иҫтә: иң беренсе осраған кешеләрем Ғәйникамал һәм Ҡәмәр еңгәләр булды. Ғәйникамал еңгә шатлығынан һөйөнсөгә күлдәк вәғәҙә итте; аҙаҡ, вәғәҙәһен үтәп, мине шатландырҙы...
Тормош бер аҙ йүнәлгәс, 1946 йылдың 1 октябрендә атайым Ябалаҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә яңынан уҡый башлай. 1949 йылда ете класты тамамлап, Дәүләкән педучилещеһына уҡырға инә. Училищенан һуң йәш белгес Маҡар районының (хәҙерге Ишембай районы) Маҡар мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Шунда эшләгән ваҡыттарҙы, Маҡар ауылы кешеләрен, коллегаларын бик яратып, һағынып иҫкә ала торғайны. Тик тыуған яҡ, ауылыбыҙ төйәкләгән йәмле Дим буйҙары, яҡындары барыбер уны үҙенә тарта: 1955 йылда үҙебеҙҙең Шишмә районы мәктәптәрендә эшләй башлай. Ошо ауылдан буласаҡ әсәйебеҙ Ләлә Ғүмәр ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡора.
Ваҡыт үткән һайын атайымдың күңеле кендек ҡаны тамған Яңы Ябалаҡлыға тартыла. Беҙҙең, дүрт балаларының да изге йәнтөйәгенә әйләнгән был ауыл бик тә аяныслы хәлдәрҙе кисергәне билдәле. Тамыры әллә нисә йөҙ йыллыҡ төпкөл тәрәнлегенән һут алған Яңы Ябалаҡлы бер мәл башҡорт халҡына ҡарата батша золомдары дәүерендә яндырылған булған. Тура һәм күсмә мәғәнәлә ата-бабалар ҡаны һеңгән көлдән күтәрелә ул. 1959 йылда атайым тыуған ауылы Яңы Ябалаҡлыла ике генә бүлмәнән торған башланғыс мәктәп һалдырыуға ирешә. Инәйебеҙ хәтерләүенсә, атайыбыҙ төп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған, күп нәмәне үҙе атҡарған: төҙөлөш ағасы артынан барған, бүтән кәрәк-ярағын тапҡан, эште ойошторған. Беҙҙең дә, шағир әйтмешләй, тәү башлап үрелеп асҡан мәктәп ишегебеҙ атайым һалған ыҡсым, нурлы бинала булды. Ауылда балалар апаруҡ ине. Дүрт синыфлы башланғыс мәктәптә атайыбыҙ китапхана ла булдырҙы, гәзит-журналдар яҙҙырҙы, башҡорт китаптарын тупланы. Беҙгә диафильмдар күрһәткәне бала саҡтың сағыу күренеше, мөғжизәһе һымаҡ хәтергә уйылған. Мәктәбебеҙ халыҡты берләштергән, тартып торған белем, мәҙәниәт усағына әйләнгәйне, ә атайыбыҙ - уны дөрләткән сығанаҡ, ауылыбыҙҙың алтын бағанаһы. Шуныһы үкенесле: атайыбыҙ һалған мәктәп ун бер генә йыл эшләп өлгөрҙө, сөнки ауыл халҡы ул һәм ҡыҙҙарын күрше Дурас ауылында уҡытыуҙы хуп күрә башланы: йәнәһе, балалары урыҫса яҡшы беләсәк... Мәктәбебеҙҙе һүтеп алып китеүҙәрен атайым ныҡ ауыр кисерҙе; йөрәге нисек һыҙылғанын уйлаһаң, әле лә үҙ йөрәгебеҙ теленгәндәй...
Атайыбыҙ ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыны. 1973 йылда университетты тамамланы, артабанғы уҡытыусылыҡ эше Дурас урта мәктәбе менән бәйле - хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда уҡытты: йәш быуынға башҡорт теленән белем бирҙе, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләне. Әсе нужа һурпаларын татыған һуғыш осоро балаһы, совет ваҡытында белем, хеҙмәт тәрбиәһе алған шул заман педагогтары, уҡытыусыларының сағыу өлгөһө ине ул. Үҙен үҙе тәрбиәләгән, аң-белемен арттырған, мәҙәни, рухи кимәлен байытыуға күп тырышлыҡ һалған һоҡланғыс кеше булды атайыбыҙ. Эске донъяһының матурлығы йөҙөндә лә сағылып, кешеләрҙе тартып торҙо. Һомғол, ҡарағайҙай таҙа кәүҙәле, оҙон буйлы ине, спортты яратты. Пенсия йәшендә лә район, ауыл Советы өсөн саңғы ярыштары унһыҙ үтмәй торғайны. "Иң оло ярышсы" тигән исем үҙенән айырылманы. Был хаҡта һөйләгән гәзит биттәре әле лә ғаиләбеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана. Атайыбыҙҙың саңғыға баҫып, йылмайып торған һын-ҡиәфәте алыҫ йылдар аша һаман йылы бөркә кеүек...
Атайым менән инәйем бик эшсән кешеләр ине: дүрт бала үҫтереп, белем биреп, тормош юлына баҫтырҙылар. Мин, тәүге балалары Мөнирә, нефть техникумын тамамланым, үҙем өс бала әсәһемен. Һеңлем Әлфирә атайыбыҙ юлын һайлап, ғүмерен йәш быуынға белем, тәрбиә биреүгә арнаны, филолог та, төрлө гранттар яулаған тәжрибәле психолог та. Дамир ҡустым, медицина институтында уҡып, хәрби табип булып китте, хеҙмәтендә полковник дәрәжәһенә күтәрелде. Бик тәжрибәле, танылған белгес. Кинйәбеҙ - Гөлфиә һеңлебеҙ - Өфө сәнғәт институтын тамамланы. Атай-инәйебеҙ ул-ҡыҙҙары, ейәндәре тормошонан, уңыш-ҡыуаныстарынан йәм табып, рухланып, кинәнеп ултырҙы. Ғорурлыҡтарын ҡупайтмаһалар ҙа, шатлыҡтарын да йәшермәнеләр.
Беҙ, балалары өсөн генә түгел, бар ауылға үрнәк ине атайыбыҙ. Инәйебеҙ донъяла иң бәхетле ҡатын булғандыр. Хәҙер үҙебеҙ олоғайғас, ир ҡатыны, әсәй, хатта өләсәй булғас, йәшәлгән ғүмер, ғаилә тәжрибәһе шул фекерҙе нығыта ғына. Инәйебеҙгә шул саҡлы ихтирамлы, итәғәтле, әҙәпле мөнәсәбәте үҙе үк оло һөйөүенең сағылышы булған икән. Һәнәк-көрәк, балта-салғы ҡулында уйнап тороуҙан тыш, "был ҡатындар эше" тип, эш тә айырып торманы: ашарға ла бешерер, кейемебеҙҙе лә рәтләштерер, хатта, балалары таралышып бөткәс, ең һыҙғанып аласығыбыҙҙы ла һылар ине. Инәйебеҙҙе шулай һаҡланы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрен еңеләйтте. Атайыбыҙ өлгөһө үҙе үк беҙгә, балаларына, иң яҡшы тәрбиә, ғүмерлек һабаҡ!
Ошо йәшемә етеп, төрлө яҡтарҙа йөрөп, күптәр менән аралашһам да, атайымдай кешене осратманым... Уның кеүек һәр ваҡыт тыныс, сабыр, тоғролоҡло, намыҫлы, ябай һәм шул уҡ ваҡытта көслө рухлы зат юҡтыр тип уйлайым. Бала саҡта ла, олоғайғас та бер ваҡытта ла уның тормошҡа, донъяға зарланғанын, әрләшкәнен, тауыш күтәргәнен ишетмәнек. Һүҙе үтемле, үҙе ихтирамлы ине.
...Атайыбыҙҙың яҡты донъяны ҡалдырып китеүенә лә байтаҡ ғүмер уҙған. Ләкин хәтеребеҙ ғүмер ағышында юғалмай: ауыл зыялыһы, арҙаҡлы уҡытыусы, өлгөлө ғаилә башлығы булған атайыбыҙ хәтеребеҙҙә әллә ниндәй хакимдарҙың да тәхетенән бейегерәк урын биләй. Аталы бала - арҡалы, тиҙәр. Көслө таяныс-терәк булды шул атайыбыҙ барыбыҙға ла. Ҙур, ныҡлы усының, йомшаҡ күңеленең, иркә ҡарашының йылыһы хәтеребеҙҙән һис бер ваҡыт һүрелмәҫ. Тормошсан кәңәштәре һәр саҡ иҫкә төшөп кенә тора, нурлы йөҙө күңелгә тыныслыҡ, ышаныс бөркә.
Мөнирә МЫРҘАГӘРЕВА.
Томск ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА