Үткән аҙна уртаһында, 1 августа, аралашсы һәм координатор булараҡ булышлыҡ итеүсе ил - Төркиәнең баш ҡалаһы Анкаралағы тарихи ваҡиға шаһиты булдыҡ: Рәсәй һәм Белоруссия менән - бер яҡтан; икенсе яҡтан, көнбайыш илдәрҙән Германия, Норвегия, Польша, Словения һәм АҠШ араһында төрмәлә ултырыусы әсирҙәр менән алмашыуҙар булып үтте.
Оҙаҡҡа һуҙылған һәм көсөргәнешле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Рәсәй үҙенең 8 гражданын: Вадим Красиковты (Германия төрмәһенән элек РФ Президенты һағында хеҙмәт иткән Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәре, террорист Зелимхан Хангошвилиҙы үлтергән өсөн мәңгелеккә иркенән мәхрүм ителгән), Анна менән Артем Дульцевтарҙы (шпионаж өсөн Словенияла ете айға хөкөм ителгәндәр), Михаил Микушинды (шул уҡ сәбәп менән Норвегиянан), Павел Рубцовты (сығышы буйынса рәсәйле испан журналисы, Польша төрмәһенән), Роман Селезневты (хакер, АҠШ банк системаһын боҙоп, млрд доллар сығарғаны өсөн 27 йылға хөкөм ителгән), Владислав Клюшинды (бизнесмен, АҠШ-та 2016 йыл президент һайлауҙарына ҡыҫылышы өсөн 9 йылға хөкөм ителгән), Вадим Конощенокты (контрабанда өсөн Эстония төрмәһендә ултырған) тыуған илгә ҡайтарыуға өлгәште. Рәсәй яғы иһә үҙ төрмәләренән 16 кешене (был төркөмгә АҠШ граждандары Эван Гершкович, Пол Уилан һәм башҡа ике гражданлыҡтағы кешеләр, рәсәйлеләр, шул иҫәптән Навальныйҙың Өфөләге, Томскиҙағы, Барнаулдағы хәҙер экстремистик тип танылған һәм таратылған элекке штабтары етәкселәре Лилиә Чанышева, Ксения Фадеева, Вадим Останинды) сығарҙы һәм АҠШ тарафына тапшырҙы. Алмаш иҫәбенә азат ителгән һәм Рәсәйгә ҡайтарылған ватандаштарҙы Мәскәүҙең Внуково аэропортында РФ Президенты Владимир Путин йылы ҡаршыланы һәм ил мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән һәм анттарына тоғро ҡалған хәрбиҙәргә рәхмәт белдерҙе. Тиҙҙән уларға дәүләт наградалары тапшырыласағы хаҡында ла белдерҙе Президент.
Был ваҡиға халыҡ-ара даирәләрҙә яңғырауыҡлы шаңдау алды. Сәйәси күҙәтеүселәр әйтеүенсә, әлегесә коллектив халыҡ-ара алмашыуҙың һалҡын һуғыш заманынан алып булғаны юҡ ине әле. Ҡайһы бер күҙәтеүселәр өмөтләнгәнсә, бындай сара Рәсәй менән уның геосәйәси дошмандары араһындағы мөнәсәбәттәрҙең йылыныуына килтереүе мөмкин булған һирәк ваҡиға, ләкин, үкенескә күрә, әсирҙәр менән алмашыуҙың ике аралағы конфликтҡа ҡағылышы юҡ, ул бары айырым кешеләрҙең яҙмышын еңеләйтеүсе ябай бер кешелеклелек акты.
Донъя күләмендәге башҡа яңылыҡтарға килгәндә, һаман да шул тыныслыҡ боҙоусы АҠШ Хәрби көстәренең Яҡын Көнсығыш тирәләй хәрби-һауа көстәрен туплауы билдәле даирәләрҙә хәүеф тыуҙырыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Ни өсөн тигәндә, АҠШ хәрбиҙәре Иран тарафынан ҡурсыланыусы ХАМАС ислам хәрәкәте башлығы Исмәғил Хәниәнең үлтерелеүе өсөн үс алыуҙан ҡурҡҡан Израилде үҙ ҡанаты аҫтына алмаҡсы. Ул ғына ла түгел, Израилде яҡлау өсөн Яҡын Көнсығышта хәрби көстәр туплау менән Пентагон башлығы Ллойд Остин туранан-тура үҙе етәкселек итәсәк. Палестина хәрәкәте башлығы Исмәғил Хәниәнең һәләкәте АҠШ ярҙамында Израиль тарафынан ойошторолоуы раҫланған факт, шуға күрә енәйәтсе язаһын аласаҡ, тип белдерелә Ислам революцияһы һағы корпусының тикшеренеү документында.
Республикандар партияһынан АҠШ президентлығына кандидат Дональд Трамп белдереүенсә, Демократик партиянан президентлыҡҡа берҙән-бер кандидат Камала Харрис 4 сентябргә тәғәйенләнгән дебаттарҙа ҡатнашырға теләмәй икән. Быны Трамп Камаланың "түбән IQ"һы менән аңлата һәм "...миңә ҡаршы сығыш яһау өсөн Харрис менталь һәләтлеккә эйә түгел" тип һығымта яһай. "Ҡасан да булһа, һеҙ уның интервью биргәнен күргәнегеҙ бармы? Ул бит хатта телесуфлерһыҙ йүнләп һөйләй ҙә алмай", тип яҙа Трамп үҙенең социаль селтәрендә...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА