(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Кенәз Г.С. Волконский
(1803-1817 йылдарҙа Ырымбур хәрби губернаторы була).
Зауряд-офицер чиндары булған Ырымбур казактары менән хеҙмәт иткән саҡтарында башҡорттар шундай уҡ чиндар менән бүләкләнде. Бындай чиндарҙы биреү төбәктәге барса ғәскәрҙәрҙең командиры булған хәрби губернаторҙан торҙо. Кенәз Волконский ваҡытында, бындай заттарға мохтажлыҡ булмаһа ла, башҡорттарға зауряд-офицер чиндарын биреү сиктән ашып китә. Уларҙың һәр ҡайһыһы тиерлек көмөш бөлдөргөлө офицер ҡылысын йөрөтөргә теләне. Башҡорттарҙың биштән бер өлөшө зауряд-офицерҙарға, башлыса, есаулдарға әйләндерелде, йөҙ баштары ла булды, әммә хорунжийҙары аҙ булды, улар туранан-тура иң юғары чин алырға ынтылды тип, һис бер арттырмайынса әйтеп була.
Казактарҙа булмаған чиндар ҙа уйлап сығарылды, мәҫәлән, "Поход старшинаһы", уға хеҙмәткә барған саҡтарында башҡорттар менән еткселек итеү - "дистаночный начальник" вазифаһын башҡарыу йөкмәтелә, уның ҡулы аҫтында бер яҡтан йыйылған бер нисә башҡорт командаһы була, әммә был һирәк осрай торған чин ине. Хәрби хеҙмәттә башҡорттар казак офицерҙарына буйһондо.
Зауряд-чиндар менән бүләкләүгә кантон начальниктары тәҡдим итә, улар бының өсөн ҙур ришүәт ала һәм Ырымбурға, ул саҡтағы канцелярия етәксеһе, көслө власҡа эйә булған подполковник Алексей Терентьевич Ермолаевҡа ебәрә, ә ул чин юллап килеүселәргә шундуҡ кенәз Волконский исеменән патент рәүешендә чин биреү хаҡындағы указдарҙы тапшырған.
Ермолаев үҙенең писарҙарына ҙур байрамдар алдынан чин бирерлек башҡорттарҙы һайлап алып, бының өсөн аҡса йыйыуға рөхсәт бирә. Ә кенәз Волконский барыһына ла имза ҡуя һәм кантон начальниктарына ебәргән күрһәтмәлерендә чин биреүҙе ҙур байрамдар хөрмәтенә башҡарылыуы хаҡында аңлатма ла бирә . Башҡорттарҙың чин алыуҙы нисек итеп намыҫ эше тип ҡарауы хаҡында халыҡ араһында оҙаҡ ҡына йөрөгән бер әйтемде килтерәм: ситтән килгән кеше бер башҡорттан ни тураһындалыр һорашҡас, ул бына нисек яуап ҡайтарған: "передний не спроси, задний спроси, моя брат урядник служит".
Башҡорттарға шундай чиновниклыҡты индереү халыҡтың ике төркөмгә бүленеүенә килтерә: был класс үҙҙәрен ябай башҡорттарҙан өҫтөнөрәк итеп күрә һәм ҡайһы саҡта уларҙан үҙҙәренә денщик кеүек хеҙмәт итеүҙе талап итә. Халыҡтың теләктәшлеге ҡаҡшай һәм ул бола күтәреү хаҡында уйлап та бирмәй.
Ермолаев башҡа күп осраҡтарҙа ла казактарҙан да, ҡырғыҙҙарҙан да ришүәт ала, һәм бар нәмәне лә үҙ ҡулында тотоп, бик ҙур капитал туплай, башҡорттарҙан артыҡ ҙур күләмдә булмаған ер һатып ала - балалары булмағас, уны күсемһеҙ милек әллә ни ҡыҙыҡһындырмай.
Ул заманды ҡылыҡһырлау өсөн тағы ла бер миҫал килтерәм: кенәз Волконский казак форштадтына пар ат егелгән коляскала йөрөй. Унда бик көслө ике казак йәшәгән. Береһенең фамилияһы иҫемдә ҡалған - Хлебников, халыҡ уға "күбә-казак" тигән ҡушамат таҡҡан. Бына шул "күбә", шаярып, экипаждың артҡы тәгәрмәстәрен ҡулдары менән эләктереп, уны ебәрмәй тота икән. Кенәз асыуланмай; экипаждан бер аҙ аҡса ташлай ҙа: "Ебәр", - тип әйтә. Казак башын эйә лә әйтә икән: "Түләүһеҙ булмай". Яңынан әжер биреп, кенәз форштадт буйлап йөрөүен дауам иткән.
Бында халыҡтың ул заманға характерлы булған хөрәфәттәргә ышаныуын һүрәтләгән тағы ла бер фактты килтерәм. Кенәз Волконский ваҡытында төндәрен ҡалала "кеше-сусҡа" рәүешендәге әүермән йөрөүе, яңғыҙ кешеләргә ташланып, уларҙы аяҡтан йығыуы хаҡындағы хәбәрҙәр ысынға алынған. Ҡурҡыштан һуштары киткән кешеләр, иҫтәренә килгәс, үҙҙәренең ҡиммәтле әйберҙәре юғалыуын белгән. Ҡаҙнасы Алексей Михайлович Романовский нисектер бер төндә кенәз уҙғарған кисәнән ҡайтып килгәнендә, баҙар янында әлеге "сусҡа"ны осратҡан; һуңғыһы, мырҡылдап тороп, уға ташланған һәм, башҡаларҙы һуғып йыҡҡан кеүек, уны ла аяғынан йығырға ниәт иткән, әммә ул йығылмаған һәм, "сусҡа"ның ҡулдарын күреп ҡалып, уның менән көрәшә башлаған, начальниктар янына барғанында һис бер ҡалдырмаған шпагаһы менән ҡолаҡтарына һуҡҡан; шул саҡта "сусҡа"ның башынан бик оҫта итеп уның мороно һүрәтләнгән баш кейеме ысҡынып килеп төшкән. Романовский бер һалдаттың сусҡа булып кейенеп, төндәрен ҡурҡаҡ кешеләрҙе талап йөрөүен аңлап ҡала. Икенсе көндә ҡолағы яраланған һалдат тотолған һәм хөкөмгә тарттырылған, шул ваҡыттан бирле ҡалала әүермәндәр осрамай башлай.
Күпкә һуңыраҡ, 1843 йә иһә 1844 йылдарҙа, ошо әүермән сусҡа менән бәйле бер комик хәл килеп сыға. Бер төндә төрмә янында үҙ көтөүенән тороп ҡалған ҙур кәүҙәле ата сусҡа пәйҙә була. Төрмә ҡарауылында торған һалдат офицерына әлеге әүермәндең яңынан бында килеп сығыуы тураһында әйтә. Офицер уны эҙәрлекләргә рөхсәт итә һәм үҙе лә ошо эштә ҡатнаша. Эҙәрлекләүгә дусар ителгән, ысынлап та йыртҡысҡа оҡшаған хайуан ҡурҡышынан бысраҡ күләүеккә кереп китеп, шунда йығыла. Офицер уны эләктереп алам тигәндә, тегеһе ысҡынып, ҡасып китә... Офицер ҡуйы батҡаҡҡа батып, бысранып бөтә. Кейемен алыштырырға ваҡыты ҡалмағас, уны, шундай йәмһеҙ, бысраҡ ҡиәфәттә үҙенең начальнигы күреп ҡалып, ҡулға алырға бойора һәм башҡаларға уның нисек итеп рисуай булыуы хаҡында һөйләй. Был офицер Неплюев хәрби училищеһы курсын тамалаған прапорщик Дьяконов була.
Волконский Ырымбурҙан киткәс, Ермолаев отставкаға сыға, ә яңы тәғәйенләнгән губернатор Эссен, уның эштәрендә башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуйылыуын күреп, уны хәрби судҡа бирҙертә, әммә был эҙемтәһеҙ ҡала. Ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) солтанының бәләкәй генә ҡыҙ сағынан уҡ килтерелгән балаһы уның тәрбиәһендә үҫә, һуңынан суҡындырыла һәм Екатерина тип исемләнә, тәрелек атаһы буйынса уны Василий ҡыҙы тип атайҙар Ул беренсе мәртәбә адъютант, майор Ивановҡа кейәүгә бирелә һәм унан ике ҡыҙы тыуа - олоһо Анна Осип ҡыҙы һәм кесеһе Вера Осип ҡыҙы, һуңғыһы 1893 йылдан бирле дворяндарҙың элекке губерна башлығы булған Ипполит Шоттҡа кейәүгә бирелә; минән һуң уның улы Лев Шотт та Ырымбур губернаһы дворяндары етәксеһе итеп һайланды.
Ермолаев ябай сығышлы ине - һалдат улы, пехота полкында барабансы,ә аҙаҡтан писарь вазифаһын башҡара.
Ришүәтселеккә килгәндә, был ул замандың дөйөм боҙоҡлоғо булды. Моғайын, ошо йәһәттән Ермолаев башҡаларҙан гонаһлыраҡ та булғандыр, әммә, дөйөм алғанда, уны белгәндәрҙең баһаһы буйынса, ул дини ҡарашлы, ярлыларға ярҙам ҡулы һуҙып тороусыларҙан булған. Уның васыятына ярашлы, үҙе биләгән ике ауылда - Репьевкала һәм Ҡорғаҙыла - Ермолаевтан ҡалған капитал иҫәбенә сиркәүҙәр һалына. Ермолаев Ырымбур интеллигенттарының ҙур булмаған йәмғиәте өсөн саҡырылған мәжлестәр уҙғара, бында, башлыса, һәр шәмбелә тиерлек күпләп әҙерләнгән билмән менән һыйлайҙар. Был көндә Ермолаев мунсаға йөрөгән, һәм төшкө аш мәжлесендә өҫтәлгә урындағы кешеләр һәр саҡта ла бик яратып ашаған билмән ҡуйылған. Башҡа яҡшы йорттарҙа ла ошо йола башҡарыла торған була.
Кенәз Волконскийҙы ҡылыҡһырлау өсөн үтә әһәмиәтле бер ваҡиғаны миҫалға алырға була. Штабтағы хәрби дежурствола, хаттар менән эш итерлек офицерҙар етешмәгәс, бер граждан чиновнигы адъютант вазифаһын башҡара. Үҙенең бындағы ябай ғына хәле менән риза булмайынса, юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелергә өмөт итеп, ул үҙен майор чинына күсереүгә лайыҡ тип, бүләкләү исемлегенә индерә; ул быны ни рәүешле башҡарған, йәғни Волконский ҡағыҙға имза ҡуйғасмы, әллә шуға тиклемме, тарихта ҡалмаған, әммә кенәз уның мутлығы хаҡында был ҡыйыу әҙәм армия полкына күсерелгәс кенә белеп ҡала, бик ныҡ асыулана, һәм, ошо кешене аҫып ҡуйырға уйлап, былай тип әйтә: "Аҫып ҡуям да ошо менән тамам, ә хакимбыҙ мин ҡартты ғәфү итәр". Әммә был килеп сыҡмай. Ялған майор армияла хеҙмәт итә башлай, ә француздар менән һуғыш ваҡытында генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелә һәм ҡайҙалыр губернатор вазифаһына тәғәйенләнә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА