«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДАРҘЫ, ТЫУҒАН ТӨЙӘКТЕ ҺАҠЛАРҒА ИР-ЕГЕТТӘР ҘӘ ИХЛАС ҠУШЫЛДЫ
+  - 


Уҡыусыларыбыҙға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән уҙғарған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Хөрмәтле Зариф Закир улы! Һеҙ етәкләгән "Ир-егеттәр ҡоро" йәмәғәт ойошмаһы нисек барлыҡҡа килде?

- Быға тиклем республикабыҙҙа ир-егеттәргә генә хас проблемалар менән шөғөлләнгән, уларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп иткән, берләштерә алған айырым ойошма булманы. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙ мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында байтаҡ йылдар инде үҙҙәренең айырым йәмәғәт ойошмаларын булдырғайны, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар советы, Башҡортостан Республикаһының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы бик уңышлы эшләп килә. Шуға күрә ир-егеттәрҙең дә ошондай йәмәғәт ойошмаһын булдырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә ине. Мин тәүҙә Рәсәй субъекттарында айырым ирҙәр ойошмаһы бармы-юҡмы икәнен белештем. Ҡыҙғанысҡа күрә, Рәсәйҙә ирҙәрҙең ошондай хәрәкәте ойошторолмаған булып сыҡты.
Әлбиттә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә "Атайҙар союзы" тигән ойошмалар бар. Әммә беҙ ойошторасаҡ ир-егеттәр ойошмаһына атайҙарҙы ғына түгел, ә барса йәштәрҙәге ир-атты - олоһон да, кесеһен дә йәлеп итеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, тип уйланыҡ. Берҙән, йәш үҫмер малайҙарҙы, йәш егеттәрҙе ошондай ойошма аша йәмғиәткә файҙалы эштәр менән ҡыҙыҡһындырып, билдәле бер йүнәлештә тәрбиәләп була. Икенсенән, тормош тәжрибәһе туплаған аҡһаҡалдар ойошманың әхлаҡи, рухи нигеҙен тәшкил итә. Шулай уйланыҡ та, шулай хәл иттек. Бына ойошмабыҙ дүрт йыл эшләп килә, ошо арала күҙгә күренерлек башланғыстарыбыҙ булды, байтаҡ файҙалы ғәмәли эштәр башҡара алдыҡ.

Баштан уҡ асыҡлап китәйек әле, ни өсөн тап ошондай ойошма кәрәк булды, райондарҙа, ҡалаларҙа башҡа ойошмалар ҙа бар бит: ветерандар, йәштәр, балалар, яҡташтар ойошмалары һ.б.?

- Башҡортостанда халҡыбыҙҙың байтаҡ өлөшө район үҙәктәрендә, бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа көн итә. Ә уларҙа тиҙ арала хәл итергә кәрәк булған проблемалар етерлек. Аҙ бюджетлы төбәктәр булған аҡсаны мөһимерәк, ҙурырыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулланырға тырыша, башҡаса мөмкинлек юҡ. Тик шуныһы, ауыл советтары, район хакимиәттәре һәр бер ауылдың вағыраҡ проблемаларына ҡасан тотонор, тип көтөп ятһаҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Мәҫәлән, һәр ауылдың зыяраты бар. Күп кенә ауылдарыбыҙҙа улар ҡарауһыҙ булды, емерелеп ятты. Ә типһә тимер өҙөрҙәй егеттәребеҙ, башҡа бер эше булмаһа, көндәр, аҙналар буйына бер файҙалы эш башҡармай, йыйылышып, эске ойоштороп йөрөнө. Бер заман законһыҙ рәүештә алкоголле эсемлектәрҙе өйҙәренән һатып ятыусылар күбәйеп китте. Быға бер ауыл советы, йә иһә участка полицейскийы ғына ҡаршы сығып, әллә ни ҡыра алмай. Бына бер ҙур ғына башҡорт ауылында араҡы һатыу менән бәйле хәлде миҫалға килтерәм. Унда дүрт урында законһыҙ һатыу итеүселәрҙе барыһы ла белә. Ошо ауылдың ир-егеттәре менән осрашҡанда һорайым: "Ни эшләп шул кешеләргә сара күрмәйһегеҙ?" Улар ауыл советына, участковыйға һылтана. Шунан быларға әйтәм: "Ауылығыҙҙы яратаһығыҙмы? Уның киләсәген ҡайғыртаһығыҙмы?" Ыңғай яуап бирәләр. Тимәк, ауыл йәштәренең эскелеккә бирелеп китмәүе өсөн дә көрәшергә кәрәк, тим.
Мин ошо тәртипле, эшсән егеттәргә ошондай кәңәш бирҙем: "Бер көндә бергәләп йыйылышаһығыҙ, участковыйҙы, ауыл хакимиәте башлығын, мулланы саҡырып һөйләшеп, теге араҡы һатыусыларҙы ҡәтғи киҫәтәһегеҙ: әгәр ҙә ошо законһыҙ эштәрегеҙҙе туҡтатмаһағыҙ, халыҡты ағыулауҙы дауам итһәгеҙ, һеҙгә ҡарата закон талап иткән барса саралар ҡулланыласаҡ. Туҡтай алмайһығыҙ икән, был ауылда йәшәргә тейеш түгелһегеҙ!" Һеҙгә кәңәшемде үтәргә бер ай ваҡыт, мин яңынан килеп,был эштең нисек тамамланғаны тураһында белешермен, тимен.
Бер айҙан ана шул Урал аръяғы тип йөрөтөлгән, йәғни республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш зонаһында урынлашҡан ауылға яңынан килдем. Егеттәрҙе йыйып алып, ниндәйерәк һөҙөмтәләр булғаны хаҡында һораштым. Дүрт араҡы һатыусы менән дә әңгәмә уҙғарылған, уларҙы ҡаты киҫәткәндәр, өсәүһе алама кәсептәрен ташлаған, береһе дауам итә икән. Ауылға полиция начальнигын саҡырттыҡ, әлеге кешенең өйөнә барып, акт төҙөнөк, уға ярайһы уҡ ҙур ғына штраф һалынды. Әйтергә кәрәк, элек ошондай административ хоҡуҡ боҙған өсөн 2 мең һум ғына штраф һалына ине, ә бит бындай бәләкәй штрафты араҡы һатыусы бар тип тә белмәй.
Халыҡ һорауы буйынса мин тейешле законға үҙгәрештәр индереү инициативаһы менән сыҡтым, Дәүләт Думаһында закон ҡабул ителде, штраф кимәлен 30 мең һум иттек. Әгәр ошонан һуң да законһыҙ ғәмәлдәрен дауам итә икән, был кешегә енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ, һәм ул кешенең суд ҡарары менән иркенән мәхрүм ителеүе лә мөмкин. Ҡабатлап әйтәм: элек-электән хәмер эсеү генә түгел, араҡы һатыу халҡыбыҙға хас ғәмәл булмаған. Халҡыбыҙҙы хәмерҙән ҡотҡарыу юлдарын табырға һәм ҡулланырға кәрәк, был беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн үтә мөһим. Шуға күрә "Ир-егеттәр ҡоро" был маҡсатты ирҙәрсә хәл итә алырға бурыслы. Әйтергә кәрәк, һәр бер ауылда әүҙем ир-егеттәр бар, тап улар "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһының ғәмәли эштәрен бойомға ашыра ала.
Ойошмабыҙҙың тағы ла бер эш йүнәлеше - балаларыбыҙға тейешле тәрбиә биреүҙә ҡатнашыу. Улдарыбыҙҙы ир-егет итеп тәрбиәләп үҫтереү фарыз. Ә быны тап ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда яҡшыраҡ булдыра. Мәҫәлән, ауылда үҫкән малайҙар ир-егеттәргә генә хас булған һөнәрҙәрҙе үҙләштерә алһын өсөн дә ир-аттың даими өйрәтеүе кәрәк. Ә йыш ҡына атайҙар улдарын тәрбиәләүҙән ситтә ҡала бирә. Халҡыбыҙ әйткән бит, атанан күргән - уҡ юнған, тип. Шуға күрә мин малайҙарҙы аталары менән бер команда рәүешендә күҙ алдына килтерәм, шул уҡ уйындарға, спорт ярыштарына атайҙарҙы мотлаҡ йәлеп итеүҙе хуплайым. Атайҙар үҙҙәре лә ошондай сараларҙа ҡатнашыуҙан ҡәнәғәт ҡала, улдарының дөйөм эштә ҡатнашып йөрөгәндәрендә яңы сифаттарын аса.
Ике аҙна элек Белорет районында бер сара уҙғарҙыҡ: улдары аталары менән солоҡ яһарға өйрәнделәр. Был бик боронғо башҡорт кәсебе, уны тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә беҙҙең ойошмабыҙ ҙур роль уйнай ала. Әлбиттә, атайҙары менән бергә эшләгәс, балалар бик тырыша инде. Көн буйына аралашыу бара, һәр кем кәңәш-төңәш ҡора, башҡаларҙың эшен күҙәтә. Арып киткәс, күмәкләп мәжлес ҡорҙоҡ, һарыҡ һуйғайныҡ, төшкө аш бик күңелле уҙҙы. Бына тағы ла бер мөһим нәмә: һәр эштең башланғысы була, бында шәхси өлгө бик мөһим. Тыуған ауылымда өй һалғас, мин үҙем дә ихатала солоҡтар ҡуйҙым, урманда ҡарағай олонон соҡоп та солоҡтар яһаныҡ. Кемдер берәй яҡшы нәмә эшләһә, уға башҡалар ҙа ҡушылып китә икәнен үҙ тәжрибәмдә тағы бер тапҡыр раҫланым..

Ауылдарҙа эш юҡ, мал тотоп ҡына йәшәп булмай, тип зарланыусылар бар. Һөҙөмтәлә бик күп ир-ат вахтаға йөрөй башланы. "Ир-егеттәр ҡоро" ошо проблема менән шөғөлләнәме?

- Әлбиттә. Тырышҡан, үҙ йүнен үҙе күрергә теләгән кеше ауылда ла бик һәйбәт йәшәй ала. Бына Сибайҙа 5 мартта ир-егеттәр менән уҙғарылған бер сарала 300-ләп кеше ҡатнашты. Ауылдарҙа йәшәгән эшҡыуарҙар, фермерҙар, элегерәк вахтала эшләп, ауылына ҡайтып, үҙ кәсептәрен асҡан ир-егеттәр ҙә килгәйне был сараға. Шунда бер ауыл эшҡыуары бик фәһемле итеп сығыш яһаны. "Вахтала эшләгәндә айҙар буйына балаларым менән аралаша алмау үҙәкте өҙә ине. Уйланым да, үҙ эшемде башларға булдым. Халыҡтан ит һатып алып, билмән эшләү цехын асып ебәрҙем. Башланғысым уң булды: хәҙер ошо кәсептән алған килемем вахталағынан бер нисә тапҡырға күберәк. Иң мөһиме - ғаиләм менән бергәмен, - тип шатлығы менән уртаҡлашты. - Баштан уҡ шулай эшләргә кәрәк булған, күпме ғүмерем сит-ят ерҙәрҙә уҙҙы", - тине ул. Башҡаларға уның хатаһын ҡабатламаҫҡа, үҙ өлгөһөндә эш асырға саҡырҙы. Был сарала урындарҙағы хакимиәт, министрлыҡ вәкилдәре лә ҡатнашты, үҙ эштәрен асҡан кешеләрҙең хөкүмәттән ниндәй ярҙам алыу мөмкинлектәре булыуы хаҡында халыҡҡа тейешле мәғлүмәт бирелде. Ошондай осрашыуҙарҙы ойоштороуҙы һораған йәштәр бар, август аҙағындамы, сентябрҙәме, тағы ла шундай уҡ сара уҙғарырбыҙ, тим. Райондарҙа ойошмабыҙҙың филиалдары бар, әүҙем егеттәребеҙ менән бергәләп эшләйбеҙ.



Күңелде ҡырған бер күренеш бар: байтаҡ ҡына ауылдарыбыҙҙа әлегә тиклем ташландыҡ өйҙәр күп, улар ауылдың йәмен ебәреп, ҡотон алып ултыра. Ошо проблеманы нисек хәл итеп була?

- Бының менән дә шөғөлләнәбеҙ, бынан дүрт йыл элек ошо проблема буйынса махсус инструкция төҙөлдө. Бер осраҡта ташландыҡ өйҙөң ситтә йәшәгән хужаһы бар, икенсеһендә - был мөлкәт бер кемгә лә теркәлмәгән. Ауыл хакимиәте суд аша ошо ташландыҡ йортто үҙ мөлкәте иҫәбенә күсертә ала. Шулай иткәндә, ошо өйҙө законлы рәүештә ҡутарып алырға була. Ә ташландыҡ өйҙөң хужаһы бар икән, егеттәргә уның менән һәйбәтләп һөйләшергә ҡушабыҙ, улар хужанан ярым емерек йортон йә ипкә килтереүҙе, йә иһә ҡутарып алыуҙы талап итергә хоҡуҡлы. Әлбиттә, был эшкә иң элек ауыл хакимиәтен дә йәлеп итеү фарыз. Әгәр хужаһы емерек өйөнән баш тартһа, уның ризалығы менән ул өйҙө ҡутарып алырға була.
Тыуған ауылым Ҡалмаҡта бер емерек өй ултыра ине. Баҡтиһәң, бик күп йылдар элек унда ҡартатайымдың атаһы ла йәшәгән булған икән. Ошо йорттоң хәҙерге хужаһын таптым, һөйләштем. Ул өйҙө һатып алып, егеттәр менән ҡутарып, ауылдаштарға утынға бирҙем. Ә ошо урында яңы өй һалып ҡуйҙым. Хәҙер ул урамды йәмләп тора. Ауылыбыҙ бик бәләкәй, ситтә йәшәгәндәр ҙә байтаҡ. Вафат булған ата-әсәләренең өйҙәре буш тора, йәмһеҙләнә, емерелә. Шуларҙың телефондарын алып, һөйләштем. Ата-әсәләренең егәрле булыуы, үҙ көстәре менән йорт-ҡура ҡороуы хаҡында иҫтәренә төшөрҙөм. Үҙҙәре тәпәй баҫҡан урындың ошондай ҡыҙғаныс хәлдә ҡалыуын әйтеп, оялта ла алдым, буғай. Тыңланылар, тыуған йорттарын ипкә килтерҙеләр.
Шулай, ауылға ҡайтҡанымда бер иҫке йорттоң ҡоймаһын һүткән егеттәргә тап булдым. "Ни эшләп ҡойманы алаһығыҙ?" - тимен. Улар әйтә: "Һеҙ үҙегеҙ ҡуштығыҙ бит, яңы ҡойма ҡуябыҙ", - тиҙәр. Ипләп һөйләшһәң, халыҡ ыңғай яҡҡа боролорға ғына тора. Һәр бер ауылда алдынғы ҡарашлы кешеләр бар, улар ошондай төҙөкләндереү эштәрен башлап ебәрә ала. Аллаһҡа шөкөр, күп кенә райондарыбыҙҙа ир-ат араһынан сыҡҡан лидерҙар, ирекмәндәр башҡаларҙы ойоштора, файҙалы эштәргә йәлеп итә башланы. Һуңғы ваҡытта "Ир-егеттәр ҡоро"ноң төбәк ойошмалары булмаған көнбайыш райондарҙан да ошондай эшкә ҡушылырға теләүселәр йыш ҡына мөрәжәғәт итә беҙгә. Беҙҙең ойошмабыҙ республика етәкселеге менән берлектә 2021 йылдың апрель айында Башҡортостан ир-егеттәренең I форумын уҙғарғайны. Был йыйында республикабыҙҙа ир-егеттәр хәрәкәтенең эшен әүҙемләштереү, уны бөтөн республика буйынса йәйелдереү хаҡында фекер алышыу булды, яңы маҡсаттар ҡуйылды. Киләсәктә ошо хәрәкәтте мөмкин булғанса киңәйтеү, "Ир-егеттәр ҡоро"ноң эшмәкәрлеген киң матбуғат сараларында яҡтыртыу бурыстары тора.

"Ир-егеттәр ҡоро"ноң тағы ла ниндәйерәк яңы эш йүнәлештәрен күҙаллайһығыҙ?

- Мин шәхсән һыбай йөрөргә яратам. Ишембай районында 50 атай һәм уларҙың улдары ҡатнашлығында аттарҙа һыбайлы походҡа сығып, ике көн йөрөп ҡайттыҡ. Барыһы ла бик ҡәнәғәт булды. Берҙән, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә һоҡланып туйманыҡ, аралаштыҡ, балалар менән уйындар ойошторҙоҡ, бергәләшеп ашарға бешерҙек, кисен усаҡ янында ҡурай моңдарын тыңлап, боронғо башҡорт йырҙарын бергәләп йырлап, күңел асып ултырҙыҡ. Бына шул рәүешле үҫеп килгән быуындарҙа ысын ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләп була. Шундай аралашыу барышында тыуған еребеҙ, тәбиғәтебеҙ, уның байлыҡтары, халҡыбыҙ тарихы, туған телебеҙ хаҡындағы хәҡиҡәтте балалар яҡшыраҡ төшөнә. Әле бына ни турала уйлап торам: Ирәндек тауы битенән боронғо Ҡәнифә юлы уҙа, ул Хәйбулла далаларына барып сыға. Бына шул юлды тикшереп, маршрутын билдәләр, квадрациклдарҙа йә иһә һыбай туристик поход ойошторорға була бит! Өр-яңы, бик фәһемле туристик объект булыр ине был, әгәр ғәмәлгә ашырып булһа.

Боронғолар ҡотҡа ышанған. Кешенең генә түгел, йәшәгән өйҙөң дә, тотош ауылдың да ҡото була. Ҡото киткән ауылдарға яңынан ҡот ҡайтарыуҙы бик сауаплы эш итеп ҡарарға кәрәктер.

- Дөрөҫ, ҡалаларҙа йәшәгән ауылдаштарға ошондай эштәргә ҡушылыу фарыз, бит уларҙың ата-әсәләренән тороп ҡалған йорттарҙы яңыртып, матурлап була, теләк кенә кәрәк. Егеттәребеҙ тыуған йорт нигеҙен онотмаһындар, ташламаһындар ине, шул осраҡта ысынлап та ауылдарыбыҙға ҡот керәсәк. Бына ауылыбыҙҙан йыраҡ түгел "Иҫке йорт" тип аталған урын бар. Унда элек ауыл булған, XVIII быуатта яндырылған. Шунда бер шишмә бар ине, урыны һаҙлыҡҡа әйләнеп бөткән. Шуны ипкә килтерергә булдыҡ. Мәләүездән төҙөлөш материалдары килтерҙек, шишмә урынын ҡаҙып таҙарттыҡ, бетон ҡулсалар һалдыҡ, шишмә өҫтөнә беседка эшләнек, кәртәләп тә ҡуйҙыҡ, ҡырсын таш килтереп, юл һалдыҡ. Шундай матур шишмәгә әүерелде ул, туй-фәлән булһа, йәштәр ошонда килеп, фотоға төшә хәҙер.

Минең дә тыуған ауылымда шишмәләр байтаҡ, әүҙем ир-егеттәребеҙ һеҙҙәге һымаҡ уларҙы төҙөкләндереп ҡуйҙы. Әүәл 112-се Башҡорт дивизияһында һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан Таһир Хужин бабайыбыҙ ҡыуаҡ араһынан ағып сыҡҡан бер шишмәне ҡаҙып, торба һалып ҡуйғайны, ул әлегә тиклем сылтырап ағып тора. Ошо шишмәне "Таһир шишмәһе", тип атаны халыҡ. Һеҙҙең башланғыс менән ҡоролған шишмәне мин "Зариф шишмәһе" тип атар инем...
- Эш исемдә түгел. Һәр беребеҙ тыуып үҫкән еренә ниндәй ҙә булһа файҙа килтерә, матурлай ала. Беҙҙең ойошмабыҙ тыуған еребеҙҙең экологияһы хаҡында ла ҡайғырта, райондарҙа, ауылдарҙа сүпләнгән, ҡый-һай баҫҡан урындар күп әлегә. Шуға күрә егеттәребеҙ менән йыш ҡына экологик өмәләр ойошторабыҙ. Был "Ирҙәр ҡоро" ойошмаһының бик мөһим эш йүнәлештәренең береһе.



Республикабыҙҙа Талҡаҫ күлен белмәгән кеше һирәктер. Бик матур күл ул, уның һыуы ла шифалы. Әммә уның ярҙары ҡыйланған, сүп-сар күп. Беҙ йыл һайын Талҡаҫ күлендә экологик өмәләр уҙғарабыҙ. Быйыл ошондай өмә 10 августа дүртенсе тапҡыр уҙғарыласаҡ. 2021 йылда беренсе өмәлә 35 кеше ҡатнашһа, 2022 йылда - 60, 2023 йылда 150-гә яҡын кеше үҙ ирке менән ошо сауаплы сарала ҡатнашты. Быйыл яҙ, 22 апрелдә, күлдең был яҡ яр буйын таҙартып, 200 ҡарағай ултырттыҡ. 10 августа уҙғарыласаҡ өмәлә 300-ләп кеше ҡатнашыр тип өмөт итәбеҙ. Былтыр яр буйын таҙартып, 150 тоҡ ҡый сығарҙыҡ. Ҡыҙғаныс, күлгә килеп ял итеүселәрҙә тәбиғәткә мәҙәниәтле ҡараш тәрбиәләнмәгән, улар яр буйын ныҡ сүпләй. Балыҡсыларҙы ла маҡтап булмай, яр буйындағы һыуҙа нимә генә юҡ! Шуға водолаздар саҡырабыҙ, улар ҙа экологик өмәлә ҡатнашып, күл төбөнә ташланған нәмәләрҙе ярға сығара. Ошо мәсьәлә буйынса Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарының, Сибай ҡалаһының урындарҙағы "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк ойошмаларының етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙыҡ. Ошондай өмәләрҙе республика кимәленә сығарырға ниәт итәбеҙ хәҙер.

Шулай итеп...
Зариф Закир улы менән бик ентекле һәм үтә ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙоҡ. Бер әңгәмә барышында телгә алынған барса проблемаларҙы, уларҙы хәл итеү юлдарын тулыһынса сағылдырып булмай. Әммә шуға иманыбыҙ камил, Башҡортостандың "Ир-егеттәр ҡоро" ойошмаһы матур саралар уҙғара, киләсәккә матур пландар ҡороп, изге ниәттәр менән йәшәй. Уңыштар теләйек аҫыл ир-егеттәребеҙгә. Редакциябыҙ исеменән ир-аттарҙы ошо хәрәкәткә ҡушылырға саҡырабыҙ, ә 10 августа иң әүҙем ирекмәндәрҙе Талҡаҫ күле буйында уҙғарыласаҡ экологик өмәгә саҡырабыҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.08.24 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru