Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡортостандан Украинаға ярҙам йөҙөнән бер нисә кешенең йәйәүләп ҙур ғына һыйыр малы көтөүе ҡыуып алып барғаны тураһында, бындай ярҙамсыллыҡ һәм фиҙаҡәрлек әҙәм ышанырлыҡ хәл булмаһа ла , документаль сығанаҡтарҙан уҡып, ишетеп белә инем инде. Әле яңыраҡ ҡына БСТ каналынан ошо тарихи ваҡиғаға арнап, кинофильм төшөрәсәктәре хаҡында әйттеләр. Минеңсә, был бик тә әһәмиәтле һәм бөгөнгө көн өсөн фәһемле, урынлы картина буласаҡ.
Уйландым... Был ваҡиғаны аңлау ғына түгел, бәлки, шул ҡәһәрле йылдар ауырлығын бәләкәй булһам да үҙем дә баштан кисергән кеше булараҡ уйландым. Ошо хаҡта ҡыҫҡаса ғына булһа ла фекеремде белдермәксемен. Әйтеп, һөйләп аңлатҡыһыҙ хәтәр осор булды ул һуғыш йылдары һәм унан һуңғы ваҡыттар. Бөгөнгө быуын уҡып, ата-бабаларының ошо ауырлыҡтарҙы йырып сыҡҡан рух ныҡлығынан фәһем, өлгө алһын һәм үҙ тормоштарында бер ҡасан да юғалып, баҙап ҡалмаһындар өсөн төрлө тарихи сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр тупланым. Бөгөн ул тулы 3 том булырлыҡ материал. Билдәле яҙыусы һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның да Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларының иҫтәлектәр йыйынтығы бар миндә. Беҙҙе, һуғыш осоро балаларын, рәсми таныһындар өсөн Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселегенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәйнек. Республикабыҙ етәкселегенә рәхмәт - беҙгә танытма тапшырылды. Һуң булһа ла... Мин үҙем 20 йылдан ашыу ауыл биләмәһенең ветерандар ойошмаһын етәкләйем. Исемлектәр төҙөнөм, шул иҫәптән һуғыш йылдары балаларының да иҫәбе алынды. Хатта ауылдан ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа онотолманы. Бөгөн иҫән ҡалғандарҙан барыһы 17 кешебеҙ. Ә бер заман 159 инек бит!..
Бая телгә алған кинокартина билдәле журналист һәм яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдинов әҫәре буйынса төшөрөләсәк. Был тарихи ваҡиға хаҡында "Киске Өфө" гәзитенең дә тотош өс һанында (2021 йылдың 18-20-се һандары) "Әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәт" тигән баш менән ҙур мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Фильм төшөрөүселәргә тәҡдимем бар ине: мал ҡыуыусылар ролен башҡарыусылар өҫтөндә шул осор кейеме булһын ине. Мал ҡыуыусыларҙың береһе Фәрзәнә исемле ҡыҙ: "Сабаталарыбыҙ туҙып, теткеләнеп бөтә ине", - тип әйтә бит. Һуғыштан һуң да әле мәктәптә өлкән класта уҡып йөрөгәнемдә өҫтөмдә киндер күлдәк-ыштан ине. Шөкөр, әсәйем мәрхүмә оҫта һәм уңған булды, яланғас итмәне.
Әле телевидениеның ҡайһылыр каналы боронғо төрөк тормошон сағылдырған фильм күрһәтә, ә актерҙар заманса кейенеп алған. Был бит һис кенә лә боронғолоҡ осорон күҙ алдына килтерергә ярҙам итмәй. Дөрөҫөрәге, күңел ундай фильмды ҡабул итмәй. Беҙҙең бала саҡ осорондағы кейемдәр өлгөһөн тарихи фотоларҙан да күрергә була. Мәҫәлән, "Киске Өфө"нөң бая күрһәтелгән һандарында, шулай уҡ "Йәшлек"тең 2021 йылдағы 48-се һанында, "Башҡортостан"гәзитенең 2021 йылдағы 37-се һанында баҫылды ундай фотолар. Ул кейемдәр беҙҙең музейҙарҙа ла һаҡлана бит инде ул. Кемдеңдер ғаиләһендә лә һаҡланыуы мөмкин. Кино өсөн биреп торорҙар, тип уйлайым.
Әйтергә теләгән тағы бер тәҡдимем: кино шул ваҡиғаларҙы ҡоро һөйләп йә күрһәтеүгә генә ҡоролмаһын, ә башҡорт халҡының булмышын, киң күңелле һәм ярҙамсыл булыуын да сағылдырһын ине.
Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|