Гәзит һәм журналдарҙың төп маҡсаты, минеңсә, кешенең аңын төрлө ауыр уйҙарҙан әҙ булһа ла арындырыуға ҡайтып ҡала. Ә бының өсөн ул берҙәй ҡыҙыҡлы ла, уҡымлы ла, теле лә ябай, аңлайышлы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта гәзиттәге мәҡәләләрҙең уҡыусының мейеһендә ҡайнаған әллә күпме төрлө ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирерлек, буталсыҡ фекерҙәр төйөнөнән арындырырлыҡ та булыуы мөһим.
Беләһегеҙме, гәзит менән интернеттың айырмаһы нимәлә? Ниндәй генә гәзит булмаһын, уның һуңғы уҡыу нөктәһе - әйтеп бөтөргәнлек һәм мәғлүмәтте тулыһынса асып биреү ул. Йәғни, гәзиттәге һәр бер мәҡәләне уҡып бөтәһең, авторы менән дә танышаһың һәм вәссәләм, күңелдә әйтелмәгәнлек тойғоһо ҡалмай. Бер мәҡәлә бөттө - тамам. Ә интернет киңлегенә бер мәғлүмәт ҡарайым йәки мәҡәлә уҡыйым тип инеп китһәң, башкөллө сумаһың, кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә уҡыйһың, айырыла алмайынса тик ултыраһың. Йән көйөгө, әйтәгүр! Әлбиттә, бөгөнгө көндә һәр бер гәзит йәки журналдың электрон версияһы ла донъя күреп килә, ләкин баҫманың мәртәбәһе, баһаһы, ғөмүмән, баҫма тураһында фекер уның яҙма вариантынан сығып билдәләнә.
Алда яҙыуымса, "әйтелмәгәнлек" тойғоһона килгәндә, "Киске Өфө" уны айырыуса отошло итеп бирә. Авторҙарҙың мәҡәләләрен "Шулай итеп..." тип, фекерҙе бер епкә төйнәп ҡуйыуҙары айырыуса яҡын миңә. Сөнки ҡайһы бер баҫмаларҙа ҙур-ҙур мәҡәләләрҙе уҡый барып, аҙағына еткәнсе тәүге фекерҙе юғалтып та ҡуяһың, ә автор тарафынан яҙғандарының тос ҡына ҡыҫҡа фекере булыуы был мәсьәләне еңел хәл итә. "Киске Өфө"гә был йәһәттән "Афарин!"дан башҡа баһа юҡ.
Гәзит, ғөмүмән, ваҡытлы матбуғат баҫмалары - быға тиклем йәшәгән һәм бынан һуң да оҙаҡ йылдар дауамында йәшәйәсәк классика. Уларҙың һәр ҡайһыһында аҡыл, белем, уҡыусыларының тормошона ыңғай йоғонто яһаған уй-фекерҙәр, авторҙарҙың үҙенсәлекле, үҙенә генә хас яҙыу стиле. Былар бер ҡасан да үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ. Һәм, әлбиттә, быларҙың барыһы ла "Киске Өфө" гәзитенә лә хас.
Хәҙерге ваҡытта мәғлүмәт артыҡ, ифрат күп. Уларҙың дөрөҫтәре булған һымаҡ, тикшерелмәгән, иләнмәгән-һуғылмағандары ла етерлек. Мәҫәлән, халыҡ дауаһы бөгөнгө көндә бик актуаль булып китте. Кем теләй, шул үҙенсә яҙа ла киң йәмәғәтселек иғтибарына сығара. Был төптө дөрөҫ түгел, сөнки дауаланам тип, киреһенсә, зыян килтерергә мөмкин. Ә бына "Киске Өфө"лә баҫылған халыҡ дауаларына ышанам, сөнки баҫманың ысынлап та файҙалы һәм, иң мөһиме, зарарһыҙ ысулдар тураһында яҙыуына шигем юҡ.
"Киске Өфө"нө тағы нимә өсөн яратам? Уны уҡыған һайын ниндәйҙер яңы фекерҙәр тыуа, нимәгәлер ынтылыш уяна, күңелдә позитив тойғолар барлыҡҡа килә.
Гәзиттәрҙә баҫылған мәғлүмәт, бәлки, бер аҙ һуңлап та киләлер, ләкин ул ысынбарлыҡты тулы кимәлдә аңларға мөмкинлек биреүсе сығанаҡ. Интернетта теге йәки был хәбәрҙе уҡыйһың да, артабан китәһең, ҡайһы саҡта 5 минут элек нимә уҡығаныңды ла иҫләмәйһең. Ә гәзиттә ошо уҡ хәбәрҙе уҡыу, уны тәрән анализлап, бөтә яҡлап аңлап, тирә-яҡтағы хәлдәргә ниндәй йоғонто яһауын күреп-белергә булышлыҡ итә.
Йәмәғәт, әйҙәгеҙ, гәзит-журналдарҙы алдырайыҡ, уҡыйыҡ, тәрән мәғлүмәтле булайыҡ!
Рәсимә ШАҺЫБАЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА