Халҡыбыҙҙың ошо тапҡыр һүҙҙәренең әтнәкәһенең төбөндә ниндәй ғиллә ята икән, һеҙ ошо турала уйланғанығыҙ бармы, хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарым? Үҙемә ҡалһа, эсемде бошороп, хатта ҡайсаҡ төн йоҡоларымды алған проблемаларҙы "хәл итә-итә": "Атта бар ҙа ул, ә бына тәртәләсе?"- тигән һорауҙа туҡтап ҡалам йыш ҡына. Ни өсөн тиһегеҙме? Һуңғы осорҙа интернетты асыу менән ҡайсаҡ үҙеңде бысраҡҡа килеп эләккән һымаҡ тояһың: кемдер аҡса юҡ тип зарлана, кемеһелер беҙҙе талайҙар, алдайҙар, телебеҙҙе бөтөрәләр, ти һәм башҡалар. Һәм бер-береңдән бысраҡ эҙләү, күрмәгән-белмәгән кешеләрҙе бысраҡҡа батырыу йышайғандан-йышая. Ошондай саҡта халҡыбыҙҙың юғарылағы ишара-һүҙҙәрен нисек иҫкә төшөрөп уйланмайһың да, нисек итеп әйтер һүҙеңде әйтмәй, тыныс ҡына боҫоп ятаһың инде?..
Халҡыма еткерер һүҙемдең тәүгеһе шул: туған телде һаҡлау темаһының хәл ителешендә үҙем индергән өлөшөм ниндәй һуң? "Телебеҙҙе бөтөрәләр!" тип һөрәнләү менән генә туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалып булырмы? Ошо һорауыма яуап эҙләп, бер нисә танышымдың милли гәзит-журналдарға яҙылыуы менән ҡыҙыҡһындым. Хәйер, был һорауға яуап асыҡтан-асыҡ инде. Уның өсөн һорашып-белешеп йөрөү ҙә кәрәкмәй - почта йәшнигенә күҙ һалыу ҙа етә. Ваҡыты-ваҡыты менән почта йәшниктәренең һәр төрлө реклама ҡағыҙҙары менән, йә булмаһа, коммуналь түләү ҡағыҙҙары менән тулы булыуын иҫәпкә алмағанда, бөгөнгө көндә бындай йәшниктәрҙең кәрәге лә юҡтыр, моғайын. Ил буйлап "Башҡорт телен бөтөрәләр!" тигән хәбәр таратып, халҡыбыҙҙы үҙ яғына ауҙарырға тырышыусы псевдопатриоттарҙың күңелен генә үҫтерәбеҙ түгелме? Һорау: ғәйеп аттамы, әллә тәртәләме?
Юғарылағы фекеремде дауам итеп, тағы ла шуны әйтмәксемен: "Мин - башҡорт!" тип күкрәк һуғып та, ейән- ейәнсәрҙәрең менән үҙең үк урыҫса аралашып, башҡортмон тип күкрәк киреүеңдән ни фәтүә? Балалар майҙансығында бергәләп уйнап йөрөгән бәләкәстәрҙең үҙем кеүек өләсәй-ҡартәсәйҙәре менән аралашыуына иғтибар иткәйнем бер заман. Уйнап йөрөүсе ун өс баланың берәүһе генә урыҫ милләтенән, ҡалғандарыбыҙ - башҡорттар. Шулар араһынан ейәнсәрем менән мин генә үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, ә ҡалғандар - урыҫса. Һорау: телде кем бөтөрә? Ғәйеп аттамы, әллә тәртәләме?
Минең яҙғандарыма ҡаршы сығып, ҡайһы берәүҙәр: "Мәктәптә башҡорт теле дәрестәре һанын ҡыҫҡарттылар", - тип, бөтә ғәйепте мәктәпкә йүнәлтеүселәр ҙә табылыр, бәлки. Республикабыҙҙың урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуға бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙең уртаһында ҡайнаған кеше булараҡ, был йүнәлештәге хаталарҙы ла әйтмәй үтеү, минеңсә, дөрөҫ булмаҫтыр.
Барлыҡ башҡорт балалары ла үҙ телен мәктәптәрҙә өйрәнергә тейеш, тигән Хөкүмәт ҡарарына ярашлы эш башлап ебәргәйнек үткән быуаттың 70-се йылдар аҙағында. Урыҫлашҡан балалар өсөн дәреслектәрҙең әҫәре лә, программалар ҙа юҡ, күргәҙмә әсбаптар тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Бары тик "Уҡыт!" Ошондай шарттарҙа эш башлап, телде һаҡлау өлкәһендә бар хәлебеҙсә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышып йөрөгән заманда урыҫ балаларының ата-әсәләре лә беҙҙең телебеҙҙе өйрәнеү теләген белдермәһенме! Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн яңы һынауҙар башланды: программаны үҙең төҙө, дәреслектәр төҙө, сөнки саф башҡорт мәктәп-тәре өсөн төҙөлгән дәреслектәр урыҫ балаларында ла, урыҫлашып бөткән балаларҙа ла телгә ҡарата тик нәфрәт кенә уятырға мөмкин икәнен белгән уҡытыусылар өсөн был дәреслектәр ярҙамсы түгел ине. Башҡорт теле уҡытыусыларына һүҙ юҡ, кемеһе нисек булдыра алды, шулай эшләне. Тик мәғариф өлкәһендәге етәкселәр "уҡыт"тан башҡа ме-нән ярҙамға ашыҡманы. Өҫтәүенә, тикшереүселәр бер генә урыҫ балаһына ла сиреккә "ике"ле ҡуйылырға тейеш түгеллеген иҫкәртеп кенә торҙо. Ниндәйҙер мәктәпте тамамлаусы бер егеттең: "По- башкирски знаю всего одно слово "азык-тулек", зато в аттестате у меня "5" - тип яҙғанын уҡып ғәрләнгәйнем бер заман. Унан һуң, Сибай ҡалаһы мәктәптәренең береһендә эшләгән осорҙа урыҫ балаларын уҡытҡан дүрт уҡытыусыбыҙҙың өсәүһе башҡорт - татар милләтенән булып, телмәрҙәре лә тик урыҫса булыуын да әйтеп үтмәксемен. Һорау: Кадрҙар мәсьәләһен хәл итмәй тороп, телде һаҡлау проблемаһын уңышлы хәл итеп буламы? Ғәйеп аттамы, әллә тәртәләме?
Күптән түгел республикабыҙ райондарының береһендә йәшәгән бер атайҙың үҙ балаһына башҡорт теле дәресенән бер күнегеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүенең әтнәкәһен дә әйтеп үтәйем. 8-се класс уҡыусыһы өсөн башҡорт телен белеү мотлаҡ ошондай һорауҙарҙы белеүгә бәйле булдымы икән, тигән һорау борсомаҫмы икән гәзит уҡыусыларҙы? "Килалманы, икалған, баралмай" һүҙҙәре кеүек әйтелгән һүҙҙәрҙә ниндәй тел күренеше күҙәтелә? Яуаптар:1. Эпентеза. 2. Протеза. 3. Элизия. 4 Метатеза. Һорау: дәреслектәр башҡорт теленең байлығын, матурлығын күрһәтеп, тел байлығын балаларыбыҙға һеңдереү маҡсатында төҙөләме, әллә филологтар әҙерләү мөһимерәкме? Уҡыусылар ни өсөн баш-ҡорт кластарына барыуҙан ҡурҡалар, йәиһә бөтөнләй теләмәйҙәр? Ғәйеп аттамы, әллә тәртәләме?
Үҙемә төн йоҡолары бирмәй, эсемде бошорған проблемаларҙың сираттағыһы ла бөтәбеҙгә лә таныш: өлкән быуын ағинәйҙәренең "Милли кейемдәребеҙҙе ҡайтарайыҡ!" - тип, матур- матур күлдәктәр тегеп, ҡашмау-селтәрҙәр кейеп сығыштар яһап йөрөүенең дә һөҙөмтәһе, дөрөҫөн әйткәндә, күренмәй әлегә. Был һүҙҙәремде сәхнә түрҙәрен "биҙәгән" ярым-яланғас сығыш яһаусыларға, бигерәк тә йәштәребеҙгә йүнәлтеүем аңлашылалыр, моғайын. Үҙем яһаған һығымталарҙың береһе: үткән быуатта Көнбайыш илдәрендә сәхнә иркенлеге, ул илдәрҙә ошолай кейенәләр, бына ошолай сығыш яһайҙар, тип, уларға оҡшарға тырышыу үҙ "һөҙөмтәһен" бирҙе булыр. Сәхнә түрҙәренән күңелдәргә килеп ингән иҫ киткес матур йырҙар, сығыштар менән бергә, Көнбайыш илдәре әҙәпһеҙлеге үҙен һиҙҙермәй генә "демократия" һүҙе аҫтында таланттарыбыҙ аңын баҫып алды. Һорау: ошондай саралар боҙҙомо микән беҙҙе? Үҙебеҙ булып, әҙәпле башҡорттар булып ҡалырға булдыра ала инекме беҙ? Һорау: ғәйеп аттамы, әллә тәртәләме?
Шунсама водитель руль артына эскән килеш ултырған, бынса водитель хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған, теге ғаиләлә эскелек арҡаһында янғын сыҡҡан, был ғаиләлә ғауға ҡупҡан, кеүек яңылыҡтарҙы көн һайын телевизорҙан ишетергә тура килә. Хөкүмәт, әлбиттә, ошондай күңелһеҙ күренештәрҙе булдырмау маҡсатында төрлө көрәш сараларын ғәмәлгә ашырырға тырыша. Һуңғы йылдарҙа халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү өсөн ниндәй генә саралар үткәрелмәне лә, ниндәй генә аңлатыу эштәре алып барылманы! Тик иҫерек водитель өсөн дә, ир менән ҡатын араһындағы иреш- талашҡа ла, тиҙлек арттырыусы водитель йәки йәше етмәйенсә руль артына ултырған малай-шалай өсөн дә хөкүмәтте ғәйепләгән интернет биттәрендәге бысраҡлыҡҡа тап булына ла, "Халыҡ ҡасан үҙенә лә тәнҡит күҙе менән ҡарар икән?" тигән уй оялай башҡа. Ирекһеҙҙән, ҡайһы берәүҙәрҙең ғорур, таҙа, инсафлы, бөтә бысраҡлыҡтарҙан юғары торор милләтебеҙҙең бер вәкиле була алмағанына әсенеп ҡуяһың... Һорау: "Халҡыбыҙҙың "Күңеле таҙа кеше башҡалар күңеленән кер эҙләмәҫ" һәм "Насар йәшәгәндәр тормошҡа зарланмай, яҡшы нәмәләрҙе күрә белмәүселәр зарлана" тигән тапҡыр һүҙҙәренең мәғәнәһен дә боҙоп аңлатырға телдәре әйләнер микән ошо ҡайһы бер әҙәмдәрҙең?"
Миңә ҡалһа, һуңғы осорҙа халҡыбыҙ эмоциялар менән генә йәшәүҙе, "ура" ҡысҡырып еңеү яулауҙы бер ғәҙәткә әйләндереп, шуның менән билдәлелек яулауҙы модаға керетеү өҫтөндә эшләгәнгә оҡшап киткән кеүек тойола башланы. Тураһын әйткәндә, халыҡ ваҡланды, бигерәк тә ирҙәр халҡы...
Ғаилә тәрбиәһендә халҡыбыҙҙың тапҡыр аҡылынан ситләшеү, артабан мәктәптә ошондай уҡ тәрбиә араһындағы өҙөклөктәр, мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәр - былар барыһы ла йәмғиәтебеҙ үҫешендә ҡара таптар булып тарихта ҡалмаһын ине, тип һүҙемде йомғаҡлайым һәм халҡыбыҙҙан ҡалған ошо аҡылды еткерәм: яҡшылыҡ итергә ҡулыңдан килмәһә, һис юғында, уҫаллыҡ ҡылма: был да бер яҡшылыҡ булыр. Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә була...
Нәзиә БИКБОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА