«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КУРСК ЮҒАЛТЫУҘАРЫ
+  - 

Үткән аҙна Рәсәйҙең Украина менән сиктәш төбәктәре өсөн ауыр һынау булды. Улар дошман тарафынан көслө һөжүмгә дусар ителде. 6 августа украиндарҙың яҡшы ҡоралланған ҙур ғына диверсион-разведка төркөмө Рәсәй сиген боҙоп, Курск өлкәһенә бәреп инергә маташты.

РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй ғәскәренең Олешня һәм Николаево-Дарьино тораҡ пункттарындағы позицияларына һәм Суджа районына һөжүм итеү маҡсатында украиндар төркөмө 11 танк һәм 20-нән ашыу бронялы хәрби машина ҡулланған. Атыштар һөҙөмтәһендә тыныс халыҡ араһында һәләк булыусылар бар. Өҫтәүенә, 9 августа Рыльсканан 8 км аралағы Октябрьское ауылында 14 "Урал" йөк машинаһы һәм пехота тейәгән КамАЗ колоннаһы Украина көстәре тарафынан "хаймарс" ракетаһы менән юҡ ителде. Әйткәндәй, Украина һалдаттары араһында айырыуса ҡанһыҙлыҡтары менән айырылып торған поляктар, шулай уҡ Канада, Франция һәм Грузиянан килеп ялланған хәрбиҙәрҙең булыуы ла асыҡлана. Курскиҙан тыш, Украина төркөмө Белгород өлкәһен дә көслө утҡа тотто; Липецк, Воронеж һәм Волгоград өлкәләренә пилотһыҙ аппараттар ташланы. Рәсәй Генераль штабынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 августа Рәсәй хәрби көстәренең "Төньяҡ" төркөмө подразделениелары, авиация һәм артиллерия уты менән дошмандың диверсион хәрәкәте туҡтатыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошманды баҫып ингән Рәсәй биләмәләренән тулыһынса таҙартыу буйынса хәрәкәттәр алып барыла. Бынан тыш, бәреп төшөрөлгән Украина ракетаһы һыныҡтары эләгеп, Курскиҙың торлаҡ районындағы ете йорт зарарланған, шул иҫәптән туғыҙ ҡатлы ҙур торлаҡ йорт ярым емерелгән, янғын сыҡҡан. Һөҙөмтәлә 15 кеше зыян күргән. Торлаҡһыҙ, бер ниһеҙ тороп ҡалған кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтелә, документтары тергеҙелә, гуманитар ярҙам иҫәбенән улар палаткалар, йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ, эсәр һыу, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Рамзан Ҡадиров Курскиҙан эвакуацияланған кешеләрҙе Чечняла һыйындырырға вәғәҙә итте. Был хәлдәрҙән һуң Белоруссия Украина менән сик буйҙарын көсәйтергә ҡарар итте һәм унда танктар, бронетехика туплай башланы.
Украина хәрби эксперты Александр Мусиенко фекеренсә, Киев Курскиҙан башҡа йүнәлештәрҙә лә "сюрприз" әҙерләүе ихтимал, сөнки, "Известия" гәзите порталының Asia Times баҫмаһына һылтанмалары буйынса, НАТО Украина Ҡораллы көстәренең РФ территорияһында хәрби операциялар алып барыуы менән ҡыҙыҡһыныу белдерә һәм Киевтың барлыҡ стратегияһы һәм тактикаһы ошо ике "тандем" менән берлектә эшкәртелә, был күп-тән инде бер ниндәй ҙә сер түгел.
"Ә шулай ҙа Зеленский алдан уҡ ҡыйралыуға дусар ителәсәк был дыуамал аҙымы менән ни әйтергә теләне һуң?" тигән һорау ҡуя сәйәси күҙәтеүселәр. Британияның The Times гәзите яҙып сығыуынса, Зеленский үҙенең хәрби начальниктарын был аҙымға барырға оҙаҡ өгөтләй. The Timеs гәзите раҫлауынса, Вашингтон, йәнәһе, уға бындай күрһәтмә бирмәгән. Дөрөҫөн әйткәндә, ошо дыуамаллығы менән Зеленский үҙенең сит ил бағыусылары алдында "бөтөнләй бөлгән" булыуын күрһәтергә теләмәй. Ә бына сәйәсмән, хәрби эксперт һәм милләт-ара конфликттар буйынса белгес Евгений Михайлов былай тип аңлатма бирә: "Украина Ҡораллы көстәренең ниәте был йәһәттән ҡыҫҡа ваҡытҡа Курск, Белгород йәки Брянск өлкәләренең берәй өлөшөн алып, Купянск, Торецк, Харьков йүнәлештәрендә хәрәкәт итеүсе Рәсәй ғәскәрҙәренең иғтибарын ошо төп йүнәлештәрҙән ситкә йәлеп итеү". Киевтың икенсе маҡсатын эксперт Рәсәйҙе Көнбайыш өсөн отошло шарттарҙа һөйләшергә мәжбүр итергә һәм тоҙаҡҡа ҡыуып индерергә маташыу, тип иҫәпләй. Өсөнсө маҡсат - Зеленский үҙенең көнбайыш бағыусылары алдында уларҙан килгән ҡорал һәм аҡса өсөн отчет бирергә теләй.
"Беҙҙең территорияға бәреп ингән Украина подразделениелары менән ай эсендә эште бөтөрөрбөҙ, тип уйлайым, хәҙер унда "Әхмәт" менән "Вагнер" эш итә", - ти хәрби эксперт Е.Михайлов. Ләкин һуңғы яңылыҡтарға ҡарағанда, Курскиҙа хәлдәр һаман да ҡатмарлы: дошман, беҙҙең артиллерия һәм авиация уты аҫтында ҙур юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, киң күләмдә ярҙамсы көстәрен йәлеп итеүҙе дауам итә. Рәсәй тарафынан тәүәккәл һәм ҡәтғи яуап ғәмәле талап ителә. Эйе, Рәсәйҙең был хәлгә ҡарата етди ҡарарға киләсәге бәхәсһеҙ, сөнки Курск янында хәрби көстәр һәм тыныс граждандарҙы ауыр юғалтыуҙар ғәфү итерлек түгел...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru