(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).
Кенәз Волконский урынына Ырымбур губернаторы итеп генерал-лейтенант, тиҙҙән тулы генералға үрләтелгән Петр Кириллович Эссен тәғәйенләнә. Уның генераллыҡ карьераһы осраҡлы тигәндәй килеп сыға.
Ул Гатчинала Павлов лейб-гвардии полкында хеҙмәт итә, ундағы барса офицерҙар ҙа Павел I батшаға шәхсән билдәле була, һәм батша, уларҙың тоғролоғона ышанып, офицерҙарын бик тиҙ, йыш ҡына оригиналь рәүештә күтәрмәләй. Гатчинаға йәйәүләпме, әллә һыбай китеп барған Эссенды осратып, батша ғали йәнәптәре уны үҙенең каретаһына ултыртып ала, әңгәмә барышында офицерының аҡыллы яуаптары өсөн уға капитан чинын бирә, ә бер сәғәттән һуң, батша каретаһынан сыҡҡан мәлендә Эссенды полковник итә. Тиҙҙән ул генерал-майор булып китә.
Ошо хаҡта Эссен ваҡытында хеҙмәт иткәндәр һөйләй, һәм бының булыуы бик мөмкин, сөнки был Павел Беренсенең холҡона тура килә. Ул өс йә иһә дүрт йыл эсендә ябай лейтенант Кушелевты граф титулына ҡуша адмирал дәрәжәһенә тиклем күтәрә, крәҫтиәндәр менән бүләкләй һәм канцлер Безбородконың һеңлекәшенә өйләндерә, һәм уларҙан Кушелев-Безбородколар нәҫеле башланып китә.
Мин был турала эске урҙа ханы Сыңғыҙ кенәз тарафынан 1855 йылда Ырымбурҙа, Урал аръяғы сауҡалығында йәш кавалергард офицеры, граф Кушелев-Безбородко өсөн уҙғарылған кисәлә ишеттем. Мин уның күп булмаған ҡунаҡтары иҫәбендә инем.
Эссен юғары ҡатламдан түгел ине. Уның нәҫеленән ике туғаны, ваҡ чиновник булған Иван Егорович Эссен Ырымбурға килгәс, генерал ағаһы уны Ырымбурҙың сик комиссияһына хеҙмәткә тәғәйенләй, ә быныһы, ошо комиссияла хеҙмәт итмәүенә ҡарамаҫтан, эш хаҡы ала, шул уҡ ваҡытта Һырттағы казак биләмә-ләрендә утарҙар һалдыра, малсылыҡ менән шөғөлләнә, берме-икеме крәҫтиән ғаиләһе тота; ул иҫ китмәле һаран кеше була. Ҡиммәтселек ваҡытында, йомортҡа, май һәм һөт ҡиммәт саҡта утарҙарҙан ошо аҙыҡ-түлекте Ырымбурға һатырға килтереүҙе талап итә һәм һатып була торғандарҙан үҙе өсөн бер нәмәне лә тотонмай. Үҙенең йылҡы өйөрөнән аттарҙы бында тауар килтереүсе ямщиктарға бурысҡа һата, уларҙан мөмкин булғанса ҡиммәт хаҡ һорай, әммә ул бының өсөн аҡсаны һирәк алған шикелле: ат һатып алған ямщиктар Ырымбурға башҡаса килеп йөрөмәйҙәр. Үҙенең ир туғанынан кухняла тороп ҡалған икмәк киҫәктәрен һәм ҡатҡан икмәкте йыйып һаҡлап, үҙенә ебәреп тороуҙы талап итә; ул ошо аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын быҙауҙарына һәм һыйырҙарына ашата. Крәҫтиәндәргә Ырымбурға атта йөрөүҙе тыя, үҙе лә 40 саҡрымға йәйәү йөрөй. Әлбиттә, крәҫтиәндәр уны тыңламай, ҡалаға атта килә, ат һәм арбаларын Кеш тауы (Соболевая гора) янында ҡалдырып, ҡалаға тиклем йәйәүләп барып, һуңынан кире килеп, артабан арбаларына ултырып ҡайталар. Был Эссен вафат булғас, ағаһы уны үҙ иҫәбенә ерләй, сөнки ул яңғыҙ йәшәгән була һәм, ул үлгәс, фатир хужалары уның аҡсаһын үҙләштерә.
Генерал Эссендың 10 йылдан ашыу идара иткән ваҡыт арауығында, төрлө проекттар тәҡдим ителһә лә, бер ниндәй ҙә реформалар булмай, улар юғары начальство тарафынан хупланмай. Уның ваҡытында 1825 йылда 80 кешегә иҫәпләнгән Неплюев хәрби училищеһы (хәҙерге Неплюев кадет корпусы) асыла, әммә ошондай уҡыу йортон булдырыу хаҡында фекер күпкә алдараҡ белдерелгән булып, был эш аҡса етмәү сәбәпле генә тотҡарланып килә.
Тағы ла бер тарихи ваҡиға булараҡ, Ырымбурға император Александр I ғали йәнәптәренең килеүен атарға кәрәк, ул бында Өфө ҡалаһынан килә һәм үҙенең килеүе хөрмәтенә ҡаланы хәрбиҙәрҙе фатирҙарҙа тотоу бурысынан азат итә. Ошо ваҡиға айҡанлы ҡала исеменән ҡала думаһы янына һәйкәл ҡуйыла, бында хәҙер һыу ебәреү будкаһы тора. Генерал Обручев уны Николаев урамы башына, Урал йылғаһы ярына, хәҙер һәйбәт күренеп торған урынға күсертә. Төбәк менән икенсегә идара итергә килгән Перовскийға был оҡшамай, һәм ул һәйкәлде элекке урынына ҡуйырға ниәт итһә лә, уны күсереп ҡуйыу батша ғали йәнәптәре рөхсәте менән башҡарылғанды белгәс, үҙенең ниәтенән баш тарта.
Батша ғали йәнәптәре баструкты ҡарарға барғанда, бында килтерелеп, айырым бойороҡ булғанға тиклем тотҡондар иҫәбендә Ырымбур төрмәһендә тотолорға тейешле исемһеҙ бер кешене күрә; уның исеме һәм званиеһы теркәлмәгән, уны № аҫтында иҫәпкә алып, бер үҙен айырым тоторға ҡушылған була; уны бик бәләкәй һәм тығыҙ бүлмәлә тоталар: тотҡон бында үҙ буйы бейеклегендә баҫып тора алмай һәм ул аяҡтарын бөкләп кенә йоҡлай алған; ул инде бер нисә йыл ултырған була һәм батша ғали йәнәптәре бойороғо менән иреккә сығарыла. 80-се йылдар уртаһында ошо хаҡта "Оренбургский Листок" гәзитендә мәҡәлә баҫыла.
Генерал Эссен башҡорттарҙан ике типтәр полкы өлгөһөндә бер нисә атлы полк төҙөргә ниәт ҡора, әммә был сара сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр арҡаһында ғәмәлгә ашырылмай. Генерал-губернатор канцелярияһы эштәренән күренеүенсә, ошо хаҡта белеп ҡалған башҡорттар император ғали йәнәптәренә, уның подданныйҙары булараҡ, ғаризнамә яҙып, үҙҙәренең регуляр полктарҙа хеҙмәт итергә теләмәүҙәре хаҡында туранан-тура белдерә, шул уҡ ваҡытта күп йылдар дауамында урынлаштырылған тәртиптә, йәғни һәр кемдең дөйөм сират буйынса һәм милли кейемдә хеҙмәт итергә хоҡуҡлы булыуы хаҡында яҙа.
Иҡтисади сәбәптәр - ҡаҙнала аҡса булмауы, сәйәси яҡтан - халыҡҡа махсус һалым һалынған осраҡта бунт ҡубыуы мөмкин, ә башҡорттар бындай һалымдан нисек тә булһа азат булырға теләй, сөнки Мөхәммәт дине буйынса был һәр ирекле кешенең үҙенең башын һатыуына һәм ҡол халәтенә индерелеүгә тиңләнә.
Губернаның эске тормошо барса сословиеларҙа ла чиновниктарҙың ришүәтселеге менән бәйле бара ине, ул ваҡытта ошондай дөйөм хоҡуҡ боҙоу мөхитендә быны булдырмау өсөн мөмкинлек булманы.
Төрлө берәҙәктәрҙән торған юлбаҫар шайкаларын, бигерәк тә индерелгән тәртип саралары менән риза булмаған башҡорттарҙан хасил булғандарын, иҫәптән сығарып булмай. Бындай йыртҡыстарҙың килеп сығыуына ул саҡта башҡорттарҙың бик ҙур урмандары, кеше йәшәмәгән киң арауыҡтар һәм Стәрлетамаҡ, Ырымбур һәм өлөшләтә Троицк менән Өфө өйәҙҙәрендә тотош башҡа милләтле (инородецтар) мосолман халҡы йәшәүе булышлыҡ итте. Юлбаҫарҙарҙы урындағы халыҡ ҡабул итә һәм һәр саҡта ла йәшерә ине.
Троицк өйәҙендә кантон начальнигы Үтәүев тракт буйлап йәрминкәләргә юлланыусы Себер сауҙагәрҙәрен талар өсөн барлыҡҡа килгән бер шайкала үҙе ҡатнаша һәм уларҙы ҡанат аҫтына ала; бының өсөн уны хөкөмгә тарттыралар һәм ул Себергә ебәрелә, йә иһә суд бөтмәйенсә үлеп ҡала шикелле. Үтәүевте хөкөм итер өсөн Ырымбурға килтерәләр, ул инде үҙенең башҡаса өйөнә ҡайта алмаясағын һиҙенеп, үҙендә йыйылған бер нисә мең ассигнацияларҙы мамыҡ менән һырылған бишмәте эсенә йәшереп, тегеп ҡуя. Ауырып киткәс, уны госпиталгә һалалар, унда үҙенең кейемдәрен алып ҡалып, ҡаҙнаныҡын кейҙерәләр. Госпиталдән сыҡҡас, Үтәүев бишмәтенең һүтелеп, яңынан тегелеүен, аҡсалары алынғанын күрә. Быға госпиталдә аммуниция менән шөғөлләнгән хеҙмәткәр ғәйепле була, унда ҡырыйҙары ситтәренән энә менән тишелгән бер нисә ассигнация табыла; бының өсөн ул яза ала, тентеү ваҡытында уның ҡатынының алыштырылып өлгөргән бер нисә мең ассигнацияһын табалар, әммә граждандар суды уны ғәйепле тип тапмай, һәм Үтәүев ахырҙа үҙенең аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА