«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ОСОРҘА ЛА ҮҘГӘРМӘЙ ТОРҒАН ФОЛЬКЛОР ТИГӘН ҠИММӘТТӘРЕБЕҘ БАР
+  - 


Туған телебеҙ - иң ҙур хазинабыҙ. Диалекттарының төрлөлөгөндә лә сағыла ошо байлыҡ. Халҡыбыҙҙың оло хәтере шулай уҡ фольклорҙа үҙенсәлекле сағылыш таба. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетында матур йола һаҡлана: йыл һайын студенттар төркөмдәргә бүленеп, фольклор һәм диалектология буйынса экспедицияға сығып китә. Бындай сәфәрҙәр уларҙы табыштар-асыштары менән ҡыуандыра. Кемдәрҙер тормошто онлайн күҙәтеп кенә өйрәнһә, был студенттар тормоштоң уртаһында ҡайнай. Улар ниндәйҙер кимәлдә тел һаҡсылары булып кәүҙәләнә, изге башланғыстары ошоға ишара булып тора. Халыҡ ижад ҡомартҡыларына бөгөн ниндәй мөнәсәбәттә, хәтерҙе һаҡлау ниндәй йүнәлештә бара? Педуниверситеттың уҡытыусылары, экспедиция етәкселәре, филология фәндәре кандидаттары Зәки Арыҫлан улы ӘЛИБАЕВ һәм Вадим Зәйнулла улы ТОЛОМБАЕВтан ошо сәфәрҙәр, осрашыуҙар нигеҙендә тыуған фекерҙәре менән бүлешеүҙәрен һораныҡ.

Зәки Арыҫлан улы, фольклор һәм диалектологияға бәйле экспедициялар йыл һайын үткәрелә икән, тимәк, ҡайһы тарафҡа юл алыу, маршрут төҙөү бик үк еңел эш түгелдер? Студенттар уны нисек ҡабул итә, уларға ниндәй тормош һабағы бирелә? Быйыл һеҙ кемдәрҙе экспедицияға алып сыҡтығыҙ?

З. Әлибаев:
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультетында, уҡыу планына ярашлы, йыл һайын фольклор һәм диалектология буйынса ике аҙналыҡ таныштырыу практикаһы үтә. Йәғни, 1-се курста фольклор экспедицияһы, 2-се курста диалектология буйынса экспедиция ойошторола. Был күптән килгән традиция. Ул икенсе төрлө уҡыу-танышыу практикаһы тип атала. Йыл буйы әҙерлек алып барыла. Шуныһы ҡыуандыра: элек бындай сәфәрҙәргә аҡса бүленмәй торғайны, ә хәҙер матди ярҙам да ҡарала.
Быйыл беҙ Ҡырмыҫҡалы районында фольклор экспедицияһында булдыҡ. Башҡорт халҡында киң таралған легендаларҙың береһе - "Биш ул"дың бер нисә варианты Ҡырмыҫҡалыла яҙып алынған. Был яҡтарҙа уны әле лә хәтерләйҙәр. Урта быуаттарҙан күсә килгән сюжеттарҙың береһе ул. Легенданың бер варианты Бөрйән районында ла яҙып алынған. Егет урманға бара һәм унда бер һылыу ҡыҙҙы осрата. Өсөнсө тапҡыр күрешкәндә был ҡыҙ уға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә, тик бер генә шарт ҡуя: бер ҡасан да бергә мунсаға бармаҫҡа. Егет кәләшен алып ҡайтҡас, бөтөн кеше уның һылыулығына хайран ҡала. "Ер ҡыҙы түгел, ҡайҙан таптың?" - ти барыһы ла. Матур итеп йәшәп китәләр. Ҡатыны биш ул табып бирә. Ауыл ирҙәре был егеттең ҡатыны менән бергә мунсаға бармағанын белеп, унан көлә башлайҙар. "Биш ул" легендаһының бер версияһы буйынса егет бер саҡ ҡатыны янына мунсаға барып инә. Ә ул ен ҡыҙы була һәм башын муйынынан алып, таҙартып ултырған була. Ҡатыны шунда уҡ йән бирә. Ваҡыт үтеү менән легенданың яңы варианттары ла барлыҡҡа килә. Уларын да яҙып алғанбыҙ.
Дөйөм алғанда, Башҡортостан райондарына ғына түгел, күрше өлкәләргә лә сығырға тырышабыҙ. Былтыр беренсе курстың башҡорт-инглиз төркөмө менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында булып ҡайттыҡ.
В. Толомбаев: Танышыу практикаһына тиклем студенттар теоретик әҙерлек үтәләр. Әҙәбиәтте, беҙ барырға тейешле яҡтың һөйләшен, ауылдар тарихын өйрәнәләр. Теоретик әҙерлек үткәндән һуң, райондарға сығып китәбеҙ. Ә райондарҙы төрлө шарттар буйынса һайлап алабыҙ. Диалектология буйынса минең төркөм Ейәнсура районында булды, сөнки көньяҡ диалект - беҙҙең башҡорт әҙәби теленең нигеҙе. Беҙҙең факультетта төрлө райондарҙан килгән студенттар уҡый, маҡсатыбыҙ - уларҙы диалекттың һөйләштәре һәм бәләкәй һөйләшсәләре менән таныштырыу, ошо һөйләшсәләрҙе йөрөтөүсе реаль кешеләр менән осраштырыу.

Хәҙер, теләйбеҙме-теләмәйбеҙме, күберәк әҙәби телгә инеп китеп барабыҙ. Үҙ диалектында һөйләшеүселәр ҙә аҙая бара түгелме?

В. Толомбаев:
Ауылдан сыҡмағаныраҡ, элек-электән шунда йәшәп, шунда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан апай-ағайҙар, ысынлап та, үҙ диалект телендә һөйләшә. Бына шундай теле боҙолмағаныраҡ кешеләр менән осраштырырға тырышабыҙ студенттарыбыҙҙы. "Беҙгә шундай-шундай кеше кәрәк", тиһәк, "Уй, унда барығыҙ, унда уҡытыусы йәшәй, матур һөйләй", тиҙәр. Беҙ: "Юҡ, беҙгә матур һөйләгән кеше түгел, ә ерле һөйләштә һөйләшкән кеше кәрәк",- тибеҙ. Сөнки уҡытыусы ул инде әҙәби телгә күсеп бөткән була. Районға сыҡҡас, старосталарҙы, зыялыларҙы күрергә тырышабыҙ. Улар беҙҙе өлкән быуын кешеләре менән осраштыра. "Күршегеҙ менән нисек һөйләшәһегеҙ, балаларығыҙға нисек өндәшәһегеҙ?"- тип һорашабаҙ. "Мал-тыуарҙы нисек яратаһығыҙ, нисек ҡыуалайһығыҙ, нисек әрләйһегеҙ",- тип шаяртып та әйтәбеҙ. Улар бит малды китапса, әҙәби телдә ҡыуаламай, ә элек-электән, бала саҡтан өйрәнгән һүҙҙәрҙе ҡуллана. Шуға ла бындай һүҙҙәр менән танышыу бик ҡыҙыҡ.
Маршрутты үҙебеҙ һайлайбыҙ, тигәндән бигерәк, уның бер нисә шарты бар. Һәр бер практика аныҡ предметҡа бәйле. Ә был практика университетта диалектология фәнен уҡып бөткәндән һуң ойошторола. Әлбиттә, студенттарға: "Информаторҙарҙы һөйләндерер өсөн һеҙ үҙегеҙҙең ырыуығыҙҙың тарихын, һөйләш үҙенсәлегегеҙҙе белергә тейешһегеҙ, шул саҡта ғына улар менән аралаша алаһығыҙ", - тип, алдан уҡ әйтеп ҡуйғанмын. Әлеге практикала Саҡмағош, Белорет, Әбйәлил райондарынан килеп уҡыған студенттар булды. Улар үҙҙәренең һөйләштәре менән сағыштырып ҡарайҙар, һығымталарын яһайҙар.
З. Әлибаев: Диалектология, фән булараҡ, ниндәйҙер фонетик үҙенсәлектәргә генә ҡайтып ҡалмай. Онотолоп ҡалған лексик һүҙҙәр бар. Үткән йылдарҙа диалектологияға бәйле беҙҙең шәп проект булғайны. Балалар баҡсаһында диалект нигеҙендә әҙәби телде өйрәнеү. Өс төбәктә - Борай, Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондарын дәреслек яҙыр өсөн махсус рәүештә һайлап алдылар. Фольклор буйынса ла, диалектология буйынса ла күптән дәреслектәр яҙылған. Теоретик белем экспедицияла тулыһынса күренә, беленә. Практикант ниндәйҙер кимәлдә ошо байлыҡты үҙенә һеңдерә башлай, рухи яҡтан да нығына. Беҙ бит киләсәк өсөн уҡытыусылар әҙерләйбеҙ. Һүҙҙәрҙең онотолған, ҡулланылмаған варианттары бик күп, ә ҡалыплашмаған тел күпкә матурыраҡ та яңғырай. Мәҫәлән, "ишек алдындағы баҡса" тип оҙон итеп әйтәләр. Уның бер генә һүҙе бар - "текмә". Был һүҙҙе яҙыусылар ҙа ҡулланмай, тиерлек.
Фольклорға килгәндә, унда күсмә сюжеттар шул тиклем күп. Әгәр ҙә сюжеттың нигеҙен алып ҡараһаҡ, уның үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың ерлегендә тыуған икәне асыҡлана. Жәлил Кейекбаевтың бал ҡорттарының нисек кешегә эйәләшкәнлеге тураһында әкиәте бар. Бындай әкиәттәр беҙҙә күп кенә, һәм улар халыҡтың менталитетын сағылдыра. Ә топонимик легендаларҙа сюжеттар бөтөнләй ҡабатланмай. Кешеләр араһындағы, социаль ҡатламдар араһындағы, йәки милләт араһындағы мөнәсәбәттәр нисек бар, шулай сағылдырыла.

Топонимикаға төшөп китһәк, һәр ауыл үҙе бер тарих. Ә тарих шәхестәр менән бәйле. Был практика студенттар өсөн күп тормош һабағы бирәлер тип уйлайым. Хатта ике-өс исем менән йөрөтөлгән ауылдар ҙа байтаҡ бит беҙҙә...

З. Әлибаев:
Эйе, күп кенә башҡорт ауылдары ике исемле. Ҡырмыҫҡалыла ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Бишуңғар халыҡ телендә - Бишул. Уңғар һүҙе аша венгрҙар менән бәйләнеште әйтә алабыҙ, йәғни Урта быуаттарҙағы мөнәсәбәттәр сағыла. Был табын ырыуы ерҙәре, тимәк, табындарҙың уңғарҙар менән бәйләнешен һөйләй. Мөхәмәтсәлим Өмөтбевтың музейында булдыҡ. Музейҙа ниндәй генә ҡиммәтле сығанаҡ, документтар һаҡланмай! Мөхәмәтсәлимдең бер туған ағаһы Фәрхетдин Ырымбур губернаһында губернаторҙың советнигы булып эшләгән. Шул осорҙа ер мәсьәләләре ҡырҡыулаша башлағас, әллә күпме йомран-табын ырыуы кешеләрен Ырымбурға күсереп алып киткән. Хәҙерге көндә ул яҡта бер нисә табын ырыуы ауылы бар икән, уларҙы ошо Ибраһимдан күсеп киткәндәрҙең ата-бабалары һалған. Йомран-табын ерҙәре ҙур булған, иң ныҡ төйәк иткән урындары хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан ер - төп ҡышлауҙарҙың береһе булған. Артабан ерҙәр ҡыҫыла барған. Икенсе ҡышлаған урындары - Шипово ауылы. Һаман ҡыҫырыҡланғас, Ибаһим ауылына күсәләр. Ерҙәре күп булғас, тынысыраҡ холоҡло төркиҙәргә - сыуаштарға ла бүлеп бирәләр. Шулай итеп Һәүәләй-Савелий, Ҡолош ауылдары барлыҡҡа килгән. Ваҡыт үтеү менән был сыуаштар татарлаша, ә элек унда тик сыуаштар ғына йәшәгән.
Ун туғыҙынсы быуатта беҙҙең мәғрифәтселәр шул тиклем көс-лө булған, беҙ, ғәҙәттә, шуларҙың өсәүһен генә атап китәбеҙ - Аҡмулла, Риза Фәхретдинов һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Уларҙың фольклорға бәйле хеҙмәттәре лә күп. Нимәне әйтергә итәм: тик ер генә үҙенең тарихын һаҡлай ала. Ибраһим ауылы үҙенең ерҙәрен дә, тарихын да һаҡлап ҡалған. Бына шундай үҙенсәлекле ауыл ул. Ғөмүмән, йомран-табын ырыуында уҡыу элек-электән алда торған. Ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар ҙа әлегә тикем һаҡланған, ауыл халҡы ҡомартҡыларын күҙ ҡараһылай һаҡлай белә. Ошоларҙы күреү генә лә йәш кешелә әллә ниндәй хистәр уята.
Бүтән ауылдарҙа ла - үҙ йәшәйеш үҙенсәлеге. Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһендә йорт һала торған ағастар үҫмәй. Улар хатта һәр бүрәнәнең тарихын бәйән итә ала һәм һөйләп бөтөрөрлөк булмаған кеше тарихтары күҙ алдына килеп баҫа. Иҫке Бәпес ауылынан, мәҫәлән, бер уҡытыусы ҡыҙ Баймаҡ районына кейәүгә сыға, аҙаҡ улы менән тыуған яғына ҡайта. Хәҙер улы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Бына ҡан хәтере өлгөһө: кеше үҙ асылына ҡайта.
Кешенең үҙ асылына ҡайтыуы шәжәрә менән дә башланды. Хәҙер һәр ғаиләнең үҙ шәжәрәһе бар. Райондың Шәрипҡол ауылында Ғирфановтарҙың шундай шәжәрәһе менән таныштыҡ. Теге йәки был ара ниндәй һөнәрҙе үҙ итә, уларға ниндәй эшмәкәрлек хас, нимә нығыраҡ үҫешкән - шуларҙы асыҡларға була. Ата-бабаһы тимерселек менән шөғөлләнде икән, улы иртәгә игенселек менән шөғөлләнә башланы тигән һүҙ түгел. Кәсепселек - нәҫелдән килгән күсәгилешлелек. Экспедицияла йөрөгәндә бына шулар бик асыҡ күренә. 90-сы йылдарҙағы шәжәрә төҙөүгә ҡыҙыҡһыныу уяныу ҙа бик ыңғай йоғонто яһаған, башҡорттоң үҙаңын уятҡан. Мәктәптәрҙә лә эш яҡшы алып барылған. Шәжәрә төҙөү - халыҡтың үҙенән сыҡҡан идея һәм ул ғаиләнең, дәүләттең рухи ҡиблалары нигеҙендә торған әйбер. Ошо үҙгәрмәй торған ҡиммәттәр, ниндәй генә осор тура килһә лә, рухи ҡибла булып ҡала.

Диалектология фәне өсөн бындай практиканың әһәмиәте нимәлә асыҡ сағыла? Халыҡ менән бәйләнеш урынлаштырыуҙа ауырлыҡтар юҡмы?

В. Толомбаев:
Беренсенән, бындай практикаға сығыу мөмкинлеге тик беҙҙең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғына, башҡа вуздарҙың ундай мөмкинлеге юҡ. Йылына хатта ике тапҡыр сығабыҙ беҙ экспедицияға. Был йәһәттән етәкселеккә ҙур рәхмәт. Икенсенән, Башҡортостандың бөтөн райондарын да алырға тырышабыҙ. Диалектология практикаһына быйыл дүрт төркөм сыҡты. Ғафури, Хәйбулла, Ауырғазы, Ейәнсура райондарында булдыҡ. Өсөнсөнән, был практика уҡыу программаһы менән ҡаралған һәм аныҡ фәндәр менән бәйле, ул диалектология фәненең йомғаҡлау этабы тип ҡарала. Райондарҙа беҙҙе ҡаршы алған, ойоштороуҙа ярҙам иткән кешеләргә рәхмәт. Ейәнсура районының Юлдаш ауылында бик шәп Ағинәйҙәр клубы бар, уларға, китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Бер генә өндәшеү етте, улар шундай ихлас ярҙамлаштылар, беҙгә нимә кәрәк икәнен шундуҡ аңланылар. Хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, ниндәй таҡмаҡ әйтешкәндәр, ниндәй йырҙар йырлағандар, бала саҡта уйнаған уйындарын күрһәттеләр. Үҙҙәренә лә ҡыҙыҡтыр инде, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ.
Элекке тормош-көнкүреште, йоланы тергеҙеүсе шәхестәребеҙ бар. Мәҫәлән, Үрге Муйнаҡ ауылында Ирәндек Ғәбделғужин "Уғатар" түңәрәген алып бара. Ул шул яҡтың тарихын һөйләне, уҡтан сәпкә атып ҡаранылар - студенттарға бик оҡшаны. Маҡсатҡа ярашлы, диалекттар күп төрлөлөгөн, хатта ауыл менән ауыл араһындағы тел айырымлыҡтарын ишетеп-белеп ҡайттылар. Мәҫәлән, һауыт-һабаны "аяҡ" тип атағандарын ишетеп аптыранылар. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре "сынаяҡ" тигән һүҙҙе бик ихлас ҡулланалар бит. Йәғни, ҡытай фарфорынан яһалған һауыт беҙҙә шундай атама менән һаҡланған.
Инәйҙәрҙән: "Бәпәйегеҙҙе нисек яратаһығыҙ?" - тип һорайбыҙ. "Айналайым" тигәнде бәләкәйҙән ишетеп үҫкәнмен. Бында "мампаси" тип яратҡанды ишеттек. Һәр барған һайын яңы материал тупларға мөмкинлек була. Экспедицияның әһәмиәте шунда. Тағы ла глобаль әһәмиәте: әҙәби телгә генә йәбешеп ятырға түгел, ана шул диалект һүҙҙәрен дә киң ҡулланырға кәрәк икәнде аңлау. Башҡорт теле бик бай. Был байлыҡ - халыҡ телендә. Бары уларҙы йыйырға ғына кәрәк. Тел үҫергә тейеш, әҙәби тел нормаһы менән беҙ уны ҡыҫырыҡларға, сикләргә тейеш түгелбеҙ. Әллә ҡасан барлыҡҡа килгән тел нормаһы менән беҙ уны ҡыҫырыҡлап тота алмайбыҙ. Тел тере йән эйәһе һымаҡ, ул үҫергә, байырға тейеш. Ә нисек байый? Ошо ерле халыҡ теленән, ерле һөйләштән. Халыҡта ҡулланыла икән, ниңә беҙ уны әҙәби телгә индереп ебәрмәҫкә тейешбеҙ?
Студенттар өсөн бындай практиканың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, артабан да дауам итһен ине, тигән теләктә ҡалам. Студенттар диалектология фәнен уҡығандан һуң, халыҡ менән аралашып, информаторҙар менән осрашып, интервью алырға өйрәнәләр. Нимәгә иғтибар итергә, нимәгә баҫым яһарға тейеш - шуларын беҙ өйрәтәбеҙ. Информаторҙы һөйләндерер өсөн йәш кеше был темаға, мәғлүмәткә үҙе ҡыҙыҡһыныу белдерергә тейеш, микрофонды һуҙып, тота килеп кенә кешенең телен сисеп булмай. Киләсәктә кеше менән эшләргә тейешле белгестәр булараҡ, беҙҙең студенттар өсөн был бик мөһим. Бер олатай бүре һуға торған суҡмар килтереп сығарҙы. "Был нимә, белмәйһегеҙме ни?" - тип һорай. Студенттар эҙмә-эҙлекле фекерләү юлы менән суҡмар икәнлеген билдәләй алдылар.
Шул рәүешле студенттар диалектология, лингвистика өлкәһендәге белемдәрен реаль эксперимент рәүешендә тикшерәләр. Мәҫәлән, Өҫкәлек йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙа Дим һөйләшенә хас "ҫ" өнөн ҡулланалар. Ейәнсура районы тиһәк тә, ул айырым-айырым ауылдарҙа ғына ҡулланыла. "Ҫ" был осраҡта эмоционаллек бурысын үтәй. Хис-тойғо, кисереш сараһы булараҡ, был күренеш шулай уҡ әҙәбиәттә сағылыш алмаған. Фәнни яҡтан да, педагогик яҡтан да, һөнәри квалификацияны үҫтереү яғынан да практиканың бер нисә мөһим моменты бар. Текстарҙы йыйып алып ҡайтҡандан һуң, уларҙы эшкәртәләр. Транскрипция яһағас, уларҙың фонетик, морфологик, синтаксис үҙенсәлектәрен тикшереп, анализлап, беҙгә отчет тапшырырға тейештәр, йәғни уларҙың фәнни-тикшеренеү һәләтенә баҫым яһала. Актуаль тикшеренеүҙәрегеҙ юғалып ҡалмаһын, тип, студенттарҙан артабан уларҙы мәҡәлә итеп баҫтырыуҙарын да талап итәбеҙ.
З. Әлибаев: Аудиторияла беҙ студенттарҙың кем икәнен белмәйбеҙ, ә практикала йөрөгәндә студенттар тулыһынса асыла. Фәнни яҡтан да, ойоштороу яғынан да яуаплылыҡ тойоп эшләйҙәр. Минең төркөмдә дүрт егет булды. Бигерәк тә староста Ансар Сәйғәфәровтың ярҙамы ҙур булды. Беренсе курсты бөткәс, үҙ теләге менән армияға китеп, хеҙмәт итеп ҡайтты. "Мин староста булам", тип килде. Экспедиция мәлендә ойоштороуҙа бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды, тәүге этапта материалдарҙы йыйып алып, үҙе тикшерҙе. Бына шулай студенттар асылып китә. Беҙҙең факультетты тамамлаған бик күптәр ил, республика кимәлендә етәкселәр булып эшләйҙәр. "Һин етәксе булһаң, нимә эшләр инең?" тигән яуаплылыҡ һалабыҙ. Тәрбиәүи йәһәттән ҡарағанда, егеттәребеҙ поезд алдында барған паравоз һымаҡтар. Беҙҙең менән осрашыуҙарҙан һуң, педагогия университетына уҡырға килергә тип, йәштәр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡалалар. Мәҫәлән, "Һандуғас" йырын оҫта башҡарыусы Полина Пурахина: "Мин мотлаҡ башҡорт телен белергә тейешмен!"- тип, былтыр Октябрьский ҡалаһынан беҙгә килде.
Беҙгә уҡырға ингәндәр араһында телде төрлө кимәлдә белгәндәр бар. Телмәрҙәре ныҡ үҫешкән тип әйтеп булмай, ә экспедицияға сыҡҡас, башҡортса нисек дөрөҫ һөйләшергә кәрәклеген дә асыҡлайҙар, сөнки үҙҙәре информаторҙарға һорау бирәләр. Хәҙерге замандың ауырлыҡтары ла, ҡырҡ мәшәҡәте лә бар, бөтәһе лә ал да гөл тип әйтеп булмай: барған урында йәшәү шарттарын булдырыу, транспорт хаҡы, юл сығымдары һәм һәр ерҙә лә һине генә көтөп тә ултырмайҙар. Ә йыйған материалдарҙы беҙ һанлаштырып, архивҡа тапшырабыҙ, улар ҡайҙалыр ҡулланыла. Варианттар яҙып алабыҙ икән, томдарға һылтанма эшләйбеҙ. Мәҫәлән, был вариантын Ф. Нәҙершина яҙып алған һ.б. Йәки, туй йолаһының был элементтары юҡ, йә, киреһенсә, өҫтәп бирелә.
Башҡорттарҙа ҙур бер туй элементы һаҡланып ҡалған - киленде төшөргән ваҡытта аҡ мендәргә баҫтыралар. Беҙҙә аҡ төҫ - изгелек төшөнсәһе. Шул тиклем ҙур мәғәнәгә эйә. 1554-1557 йылда беҙҙең бейҙәр Иван Грозныйға барған саҡта уны аҡ кейеҙгә баҫтырғандар. Ике яҡлы килешеү төҙөлә, унда беҙгә иң кәрәкле талаптар - диндең, ерҙең һаҡланыуы. Бөтөн Рәсәй халыҡтары өсөн батша Иван Грозный булһа, башҡорттар өсөн ул - Аҡ батша. Был төшөнсә туранан-тура беҙҙең боронғо йолаға бәйле, аҡ кейеҙгә баҫтырҙың икән, ул беҙҙеке. Аҡ кейеҙгә баҫҡан батша - беҙҙеке. Ул яуызлыҡ ҡылмай.
Бына шулай бик ҡыҙыҡ йолалар булған, башлыса, бындай элементтар туй йолаларында яҡшы һаҡланған. Киленгә һыу башлау йолаһында ла сағыла. Ауылда шишмәләр күп, тик ни өсөндөр бер генә шишмәгә алып баралар. Ни өсөн мотлаҡ ошо шишмәгә алып барырға? Уны нигеҙләйҙәр, изге урындар тигән төшөнсә бар. Ни өсөн изге? Ул нимә менән бәйле? Халыҡтың тәрән хәтере менән бәйле. Фольклорҙа айырым изге урындар, изгеләр зыяраты тураһында хәтирәләр ныҡ һаҡланған. Ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклемге мәжүси осорҙо хәтер һаҡлап ҡалған икән, тимәк, юҡҡа түгел. Боронғо осорҙоң был элементтары Исламға ҡаршы килмәгән, шуның өсөн ҡапма-ҡаршы ҡуйыу булмаған. Шуға күрә, туй йолаларында, хатта ерләгәндә лә мәжүси элементтар килеп сыға. Тормош-көнкүрешебеҙгә зыян килтермәһәләр, Ислам дине ҡәтғи рәүештә тыймай. Икеһе лә изгелеккә, ошо башланғысҡа хеҙмәт итә. Һабантуй, ҡарға бутҡаһы, кәкүк сәйе - улар мәжүсилектән килә.

Тау эйәһе, һыу эйәһе тигән төшөнсәләр ҙә йәшәп килә...

З. Әлибаев:
Беҙҙең халыҡ бик боронғо бит ул, шундай архаик элементтар һаҡланған, тип, үҙ исеме менән атарға кәрәк. Улар хатта художестволы образға әйләнеп киткәндәр.

Студенттар бындай экспедицияларҙан ҡайтҡас, үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашалыр. Беҙ бында фекер алышыр өсөн етәкселәрен генә саҡырҙыҡ, әлбиттә...

В. Толомбаев:
Студенттар ғүмер буйы иҫкә алырлыҡ хәтирәләр менән ҡайта. Беҙ институтта уҡыған саҡта диалектология практикаһында колхозға картуф йыйырға бара торғайныҡ. Ямғыр аҫтында картуф йыйыу рәхәт булмағандыр, шулай ҙа иң яҡты хәтирә булып иҫтә ҡалған. Хәҙер осрашһаҡ, шул мәлдәргә төшә лә китәбеҙ. Бөгөнгө заманда иһә ауылдарҙа төрлө йәмәғәт ойошмаларының барлыҡҡа килеүе беҙҙең дә эште ныҡ еңеләйтте. Ун өсөнсө йылда тәүге экспедицияға сыҡҡанда ауырға тура килгәйне. Хәҙер хәлдәр бөтөнләй икенсе, информаторҙарҙы урам буйлап эҙләп йөрөмәйһең: "Ағинәйҙәр" клубы, "Уғатарҙар" түңәрәге бар, уларға ла аралашыу кәрәк. Китапханасыларҙың эштәре күренә, улар ҙа ихлас ҡушылалар. Йома намаҙына мәсеткә барһаң да, ихлас һөйләшеп ултырырға була, сөнки аңлы, һөйләшергә әүәҫ халыҡ йыйыла, старосталар ярҙам итә.
З. Әлибаев: Башҡорт ауылдарында бындай экспедицияларҙың мөһимлеген аңлайҙар. Тәрбиәүи йәһәттән дә күп нәмә бирәләр. Бер нисә йыл элек Әбйәлил районында Күсейҙә экспедицияла булғайныҡ. Инәйҙәр: "Һеҙ беҙгә килегеҙ", - тип саҡырып ҡына торалар. "Балаларҙың әсәләре эргәләрендә юҡ, ас йөрөтөп ҡуймағыҙ инде", - иң төп хәстәрҙәре шул булды. Күп мәғлүмәт белгәне өсөн түгел, шул балаларҙы индереп ашатып сығарып, сауап алайым, тип тырышыуҙары. Беҙ, тәбиғи, бөтәһенә лә барып өлгөрмәйбеҙ. Бер инәй: "Саҡырғайным, килмәнегеҙ", - ти. "Беҙ барғайныҡ, ишегегеҙ бикле ине", - тип яуап бирҙек. "Нисек бикле? Мин унда ҡанат ҡына ҡуйып киткәйнем. Һеҙ инеп, сәй ҡайнатып ултыра ала инегеҙ бит!" Бына шулай, ишек асыҡ, кемдер инеп, әйберҙе рөхсәтһеҙ алыр, йә урлашыр тигән ҡурҡыу юҡ. Был, бер яҡтан, бик яҡшы, икенсе яҡтан, кемдәрҙер килеп ҡиммәтле тәңкәләрҙе өҙөп-өҙөп, йә ҡомартҡы миҙалдарҙы алып сығып китә ала бит. Ә ундай ҡәҙерле нәмәләр бар халҡыбыҙҙа. Шәрипҡолда 1812 йылғы миҙал һаҡлана. Улар Башҡортостанда егерме һигеҙ генә дана ҡалған. Әбей сығарып һалып ҡуйҙы ла, үҙ эше менән булып йөрөй, иғтибар ҙа итмәй. Ә бит ихласлыҡ ҡайсаҡ зыян да килтереп ҡуя. Күп кенә әйберҙәр шулай юғалған да.
Ә экспедицияларға сығыу традицияһы бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән, ул электән бар, беҙ шул эштәрҙе дауам ғына итәбеҙ. Мәрхүм Рәшит ағай Шәкүр өсөн экспедицияларға сығыу төп эштәренең береһе булған. Әхмәт Сөләймәнов Дим буйы башҡорттарының фольклорын йыйып, айырым китап итеп сығарҙы. 1961 йылда Мейәс ҡалаһында Аҡмулланың ҡәберен һаҡлап тотҡан кешеләрҙе тапҡан Кирәй Мәргән етәкселегендәге эскпедицияға бурыслыбыҙ. Бер әбей менән бабай Аҡмулла сәсәндең ҡәберен һаҡлап, артабан шул урынды һаҡлауҙы икенсе кешегә тапшырған булғандар икән. Был ике хөрмәтле кешенең үҙҙәрен дә Аҡмулла ҡәберенең ике яғына ерләгәндәр. Халыҡ ҡәҙерле әйберҙе бер ваҡытта ла юғалтмай. Аҡмулла - башҡорттоң ғорурлығы. Ерләнгән урынын быуындан-быуынға тапшырып, бына нисек һаҡлап ҡалғандар.
Республикала иң тәүгеләрҙән булып фольклор үҙәге беҙҙә барлыҡҡа килде. Башҡа бер ерҙә лә ул юҡ. Фольклор үҙәге дәрес үткәреү генә түгел, фольклорҙы популярлаштырыу, уның төрлө йүнәлештәрен үҫтереү менән шөғөлләнә, үҙенең программаһы бар. Ректорыбыҙ Сәғитов Салауат Тәлғәт улына рәхмәт. Айырым үҙәк булдырыу - ҙур эш. Халыҡ ижадының 36 томы сыҡты ла, фольклор бөттө, тигән һүҙ түгел. Булғанын да халыҡҡа ниндәй формала, ниндәй йөкмәткелә алып барып еткереү ҙур эш талап итә. Розалия Солтангәрәева, Шәүрә Шәкүрова, Нәркәс Хөббөтдиноваларҙың эшмәкәреге беҙҙең менән туранан-тура бәйле алып барыла. Беҙҙең студенттар йыйған материалдарынан бер нисә мәҡәлә яҙҙы икән, юғары стипендияға дәғүә итә алалар һәм фәнгә тәүге аҙымдарын яһайҙар. Факультетта һалынған матур традициялар йәшәй, үҫтерелә.

Әңгәмәне
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА алып барҙы.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.08.24 | Ҡаралған: 118

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru