Илленсе йылдарҙың башы ине. Һуғыштан һуң яңы аяҡҡа баҫып, мандып килгән колхозда нимә алһалар ҙа шатланалар. Ярлылыҡ биҙҙергәйне кешене. Бер килке Исхаҡов йөк машинаһы һатып алырға уйлай икән, тигән хәбәр сыҡты. Колхозсылар әле иләмәгән-һуҡмаған тигәндәй машинаны дәртләнеп көтә. Исхаҡов машина артынан байтаҡ йөрөнө, буғай, ләкин алып барып сығара алманы, бирмәнеләр. Шунан ҡайҙалыр егерме меңгә йәш айғыр һөйләшеп ҡайтҡан, тинеләр. Колхозсылар быға ла ҡаршы килмәне. Кем колхозы - уларҙыҡы, кем председателе китеп бара - уларҙыҡы. Районға кәңәшмәгә йыйылһалар, колхозына, хатта председателенә түгел, иң элек егеп йөрөгән айғырына, кырандас-сбруйҙарына ҡарайҙар.
Исхаҡов айғырҙы үҙе күреп, хаҡы-ние тураһында килешкән. Таҙа ҡанлы, өс йәшлек нәҫел айғыры икән. Шулай ҙа үҙ күҙенә генә ышанмайынса, Мәһәҙи ағай менән Ҡотлоюл ҡартты ебәрҙе. Председатель тейешлеһенән тыш юллыҡ һәм мәгәрислек тә бирҙе:
- Кеше араһында кәм-хур булып йөрөмәгеҙ. Эш һеҙҙә, мал оҡшаһа, документтарын яһап ала ла ҡайтаһығыҙ, - тине ул.
Тегеләр ике көндән аждаһа тотҡан әкиәт батырылай ҡара йылтыр айғырҙы уйнаҡлатып алып та ҡайттылар. Маңлайында аҡ ҡашҡаһы ла бар. Дөлдөл, торғаны дөлдөл! Тәртәгә тағылған айғыр матурлығына маһайған ҡылансыҡ йәш ҡыҙ шикелле, муйынын дуғаландырып, бик эре генә атлап килә. Артынан кешеләр эйәргән. Малайҙар ғына түгел, хатта ололар ҙа бар. Нисәмә йыл бит инде колхоздың бындай затлы мал алғаны юҡ.
Идара ихатаһына халыҡ йыйылып китте. Мәһәҙи ағай менән Ҡотлоюл ҡарт, ете диңгеҙ кисеп ҡайтҡан ил батырҙары шикелле, ауылдаштарына юл хәбәрҙәре һөйләй, ә малай-шалай, танауҙарын тартырға ла онотоп, әкрен генә айғырға яҡынлай. Шунан тегенең күҙҙәрен аҡайтып ҡарап, сүлмәктәй тояҡтары менән ерҙе сапсып алыуы була - ыштандарын да тотоп тормайынса, ысҡыналар.
Бәхәс башлана:
- Хәс Салауат Юлайҙың аты һымаҡ, ибит!
- Уның аты күк булған, белә-белһәң!
- Һы, әллә уның аты берәү генә булған, тиһеңме?
- Белә-белһәң, элек башҡорттар һуғышҡа бейә менән йөрөгәндәр!
- Кит, иҫәр! Хи-хи-хи!
Колхоздың ашатлап ҡына менеп китерлек ваҡ, арыҡ аттарына күнеккән кешеләргә айғыр ысынлап та ғифриттәй күренә. Менеү түгел, ҡарауы ҡурҡыныс та! Түше ҡайһылай бит, саҡ ҡына ҡуҙғалдымы, тарамыштары уйнап китә.
Шул ваҡыт, мискәһен дыңғырлатып, ишек алдына пожар аты менән Әшрәф ҡарт килеп инде. Уның күренеүе булды, халыҡ көлөп ебәрҙе. Ҡартың, әйтерһең, бына сағыштырығыҙ инде, тигән һымаҡ юрамал алып килгән. Ошоғаса арыуҙар иҫәбендә йөрөгән пожар аты Йондоҙҡашҡа янында сүкте лә ҡалды. Ҡара айғыр тегегә, был хайуан да беҙҙең заттанмы икән, тигән һымағыраҡ ҡарап алды.
Ике-өс көн ихата алдынан кеше өҙөлмәне. Ошо тирәгә йыйылалар ҙа һөйләшеп торған булалар. Ә ғәҙәти лапаҫ дейеүҙе ябып ҡуйған әкиәт һарайына әйләнде лә ҡуйҙы. Эргәһенән малайҙар тегеләй ҙә үтеп китәләр, былай ҙа үтеп китәләр, ҡыуып ебәрһәләр, ситән ярығынан булһа ла ҡарап торалар.
Ә Йондоҙҡашҡа, урмандан яңы тотоп алып ҡайтҡан кейек һымаҡ, һаман эйәләшеп етмәй быларға.
Ҡайһы саҡта Мәһәҙи ағай уны, оҙон арҡанға тағып, бер иркенерәк урынға алып сыға ла, түңәрәк буйлап юрттыра, уйната. Көсөнә, ғәйрәтенә, һылыулығына һоҡланып ҡарап торғанды ат та белә, тиерһең - уның һайын үҙен матурыраҡ тоторға тырышҡан һымаҡ. Муйынды бөгә биреп, түбән ҡарап ҡына юрта, тояғынан ерҙәр һелкенеп ҡала - өҫтөнә мен дә сабып сыҡ та кит!
Ҡар төшкәс, йәш айғырҙы еккегә өйрәтәләр. Әллә ни хәтлем ир-ат, егет-елкенсәк, малай-шалай эйәрҙе тегенең артынан. Бындай эште ауыл араһында эшләргә ярамай, айғырҙы иркенгә, ферма артындағы типһәнгә алып сыҡтылар.
Биш-алты ир көс-хәл менән айғырҙы тәртә араһына керетеп, егеп бөтөүҙәре булды, ҡуҙға баҫҡандай торған Йондоҙҡашҡа дондортоп сығып та китте. Ах, алдан уйламағандар, тәртәһе ҡыҫҡа булған. Хәйер, уға ярарлыҡ тәртә лә булмағандыр инде колхозда. Сапҡанда айғырҙың аяғы санаға бәрелә, шуға асыуынандыр инде теге тағы ла шәберәк олаға.
Ҡыҙыҡ саба, әйтерһең егеүле ат түгел, ә бәйгелә килә. Сана дауылда йөҙгән кәмәме ни! Санаға тейәлгән малайҙар берәм-берәм ҡайһыһы ҡайһы яҡҡа йығылышып ҡалды. Тик Мәһәҙи ағай ғына, ике ҡулы менән дилбегәһен бар көсөнә тартып, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән түҙеп бара һаман.
Бер аҙҙан сана әллә кәҫкә, әллә ҡырмыҫҡа иләүе-фәләнгә барып менде - Мәһәҙи ағай үҙе лә ялп итеп ҡалды.
Йондоҙҡашҡа, ҡарап тороусыларҙы ирештергән һымаҡ, был тирәнән алыҫ та китмәй, үҙе тоттормай ҙа, тояҡтарын санаға бәрә-бәрә сабыулап йөрөй бирә. Бара торғас, бер тәртәнең төбө ҡайырылып сыҡты. Шунан айғыр сананы нисектер телефон бағанаһына килтереп бәрҙе. Сана ла, баяғы Мәһәҙи ағай һымаҡ, айғыр артынан әйләнеп-тулғанып барып ятты.
Тәртәләр артыҡ ҡамасауламай атҡа. Хәҙер Йондоҙҡашҡа, "өйрәттегеҙ бына еккегә" тигән һымаҡ, эре генә һыу буйына төшөп китте. Әле туңып өлгөрмәгән йылғаны ике генә һикереүҙә аша сыҡты ла ҡайтыу яғына боролдо.
Был ауылда ундай ғына атты күрмәгәндәр, өйрәттеләр быны ла!
Айғырҙы менеп ҡарарға баҙнат итеүсе булдымы икән, мәгәр кырандасына ултырып, урамды бер генә урарға хыялланмаған кеше юҡ ине ауылда. Председатель Исхаҡов уны берәүгә лә тоттормай. Нисә йыл эсендә бөтәһе өс кешегә генә рөхсәт итте. Береһе - сыбатай менән райондан депутат алып ҡайтҡанда, икенсеһе - Мәһәҙи ағайҙың кинйә улының туйына барған ваҡытта. Унда ла, бәлки, бирмәҫ ине, берҙән, конюх кеше, икенсенән, ҡоҙалары - райондың бик абруйлы кешеһе - Советтар Союзы Геройы ине. Әйҙә, күрһен "Ҡыҙыл Урал" колхозының ҡайһылай икәнен.
Тракторист Бүләкбайҙың ҡатынын ҡапыл балаға тулғаҡ тота башлағас, тиҙ генә күрше ауылға больницаға алып барырға кәрәк булды. (Дөрөҫ, барыбер бала көтмәгән, юлда донъяға килгән, шуға күрә исеме лә Юлдыбай булып ҡалды.) Өсөнсө тапҡыр сит кешегә ана шулай егелде айғыр.
Исхаҡов айғырҙы үҙе лә көн дә екмәй. Ауыл араһында йөрөгәндә, бесәнселәр йә утаусылар янына барғанда Моряк исемле бейә лә ярап тора. Ә ситтән кеше килһә, йә берәй районға кәңәшмәгә барһа инде - Йондоҙҡашҡа. Һай, ҡара айғырҙы егеп йөрөүҙәре үҙе бер ғүмер шул! Урамдан үтә был әҙәмде йоторҙай булып - тәҙрә быялалары зыңлап тороп ҡала. Исхаҡовың килә эре генә, ник бер боролоп ҡараһын тирә-яҡҡа! Шырмыйлыҡ бар инде үҙендә. Килә торғас, дилбегәһен бушатып алған була, шуны ғына көткән айғыр "жыйт" итеп кенә ҡала.
Районға сығырға булғанда Исхаҡов байрамға әҙерләнгән һымаҡ әҙерләнә. Айғырҙы ектермәй, бер-ике көн һолола ғына тоторға ҡуша, һәйбәтләп ҡырғыслап таҙарттыра, үҙе лә яһанып ала. Район юлының сбруйы ла икенсе. Сығып китә был, сәғәт үтһә үтә, үтмәһә юҡ, утыҙ саҡрым ергә барып та керә. Исхаҡов үтеп киткәнен һәр ауылда белеп ҡалалар хәҙер.
Мәһәҙи ағай айғырҙы егеп бирә лә артынан:
- Һай, йәш шул! Ғәйрәт ҡайһылай, - тип һөйләнеп ҡала. Шунан:
- Егет кенә саҡта, һай, елеп ҡал,
Арҡаларҙа йөрөгән боландай, -
тип ауыҙ эсенән генә һыңғырлап һарайына инеп китә.
Бер юлда ятҡан колхоздарҙың председателдәре кәңәшмәләрҙән бергәрәк ҡайтырға яраталар. Күңелле бит, ҡайһы саҡта айғырҙарын да уҙыштырып алалар.
Бер шулай, район сессияһынан һуң күмәкләшеп ҡайтырға булдылар. Тик Исхаҡов ҡына көттөрҙө. Әле банкка, әле райзоға керә. Тегеләр ашханаға инеп, бер аҙ көттөләр ҙә, ҡул һелтәп, ҡайтырға сыҡтылар. Исхаҡовҡа шул ғына кәрәк, ун биш-егерме минут торҙо ла ебәрҙе Йондоҙҡашҡаһын күңеле теләгәнсә - сана ергә тейгән ерҙә тейеп ҡала, теймәгәндә осоп үтә, биткә ҡар ғына сәсрәй.
Алда бер ҡара нәмә күренде: үҙенең Ҡарлуғасында Абдрахманов ҡайтып барған була. Исхаҡов саҡ ҡына дилбегәһен ҡағып ҡуйҙы. Йондоҡашҡаға шул етә ҡалды - оса инде! "Ҡыҙыл таң"дың председателе эште һиҙеп алды, үҙенең эре һөйәкле ҡара бейәһен ҡыуалай башланы. Ҡайҙа инде ҡарғаға ыласын менән ярышыу: Йондоҙҡашҡа тәрән көрттә тегеләр эргәһенән ажғырып уҙып китте. Һай, йәш мал, ярһыу шул!
- Ә-ә, бойҙай икмәге менән арыш икмәге бына шулай ярыша! - Исхаҡов Абдрахмановҡа шулай ҡысҡырып үткән булды.
Был көндө ул дүрт председателдең өсәүһен уҙҙы. "Ағиҙел" колхозыныҡы - бәхете, район үҙәгенә яҡын тора - ауылына ҡайтып өлгөргәйне. Ошо хәл тураһында Исхаҡов кәңәшмәгә килгән һайын көлөп һөйләй торғайны.
Йәй район һабантуйында Йондоҙҡашҡаны ла сабыштырырға уйлағас, "Ҡыҙыл Урал"дың ҡайһы бер кешеләре шөбһәләнеп тә йөрөгәйне. Нәҫел айғырының сабышыуҙа рәте булмай, тиҙ бирешә лә ҡуя торған, еңелерәк һөйәкле мал эше ул уҙышыу, тинеләр. Ҡулыңдан килмәҫтәй булһа, майҙанға сыҡмауың хәйерле. Тик Мәһәҙи ағай ғына мал таный торған кеше: "Ҡурҡмағыҙ", - тип ҡуйҙы.
Аттарҙы сабыш башына алып киткәс, Исхаҡовтың өндәшкеһе килмәй генә йөрөнө. Уйындар, көрәш-фәләндә лә ҡайғыһы юҡ, шым ғына сәғәтенә ҡарай ҙа ҡарай.
Ҡайҙан күреп, танып алғандыр инде, бер ваҡыт ул, малайҙар шикелле, майҙан яңғыратып:
- Йондо-оҙ! - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙе әле әллә ҡайҙағы, уба һыртынан былай сабып килеүсе һыбайлылар өсөн "Юл бирегеҙ, юл!" тип һөрәнләп, кешеләрҙе ҡыуа башланы. Был юлы уны һис кенә лә кырандасында ҡупайып китеп барған тәкәббер председатель тимәҫһең, торғаны бер ауыл малайы ине.
"Ҡыҙыл Урал"дыҡылар йыйылып китте. Исхаҡов инде, шунда йөрөй, әйтерһең, айғыр түгел, үҙе сабып килә.
Башҡа аттар әллә ни ғүмер үткәс кенә күренгән булды. Ат башындағы малай ҙа:
- Һи-и, беҙҙең айғыр ни тегеләрҙе уйнап ҡына үтте лә китте! - тип ебәрҙе.
- Китсе әле! Мә, энем! - Исхаҡов кеҫәһенән тегеңә сылбырлы көмөш сәғәтен йолҡоп бирҙе, һаман да үҙ аҡылына килә алмай йонсой, бахырың.
Даны китте Йондоҙҡашҡаның. "Ҡыҙыл Урал"дарҙың айғыры машинаны ла уҙа икән, тип үк һөйләп сығарҙылар. Ярыштырып ҡараһаң, үтер ҙә ине, бәлки. Район етәкселәре лә килгән-киткәндә: "Айғыр нисек әле, Исхаҡов?", - тип һорашалар. Ә күршеләр нәҫелен алып ҡалырға тырыша.
Тәрбиә лә шәп шул. Исхаҡов көн дә ни ашаттығыҙ, ни эсерҙегеҙ, йыуҙығыҙмы, таҙарттығыҙмы, тип һорашып ҡына тора. Мәһәҙи ағай, әлбиттә, атты нисек ҡарарға икәнеп Исхаҡовтан шәберәк беләлер, шулай ҙа, хужа кеше ҡыҙыҡһынып торғас, күңеллерәк.
* * *
Ошо йәйҙе колхоз күптән хыял иткән ГАЗ-51-ҙе һатып алды. Ат - ат, машина - машина инде. Айғырҙы маҡта ла машинала йөрө.
Ихатаға тағы халыҡ йыйылды. Бала-саға машинаның кузовында, бәхетлерәктәре - кабинала. Буяу, резина еҫе аңҡып торған йәшел машина бөтә ауылға ҡот биреп ултыра.
Шоферы ла тиҙ табылды. Исмәғилде армияла шоферлыҡҡа өйрәтеп ҡайтарғандар икән, ултырып сыҡты ла китте был.
"Ҡыҙыл Урал" ана шулай хәлләнде. Ҡыш пилорама алып ҡайтып ҡорҙолар, ә сәсеү бөткәс, Исмәғил, грузовигын икенсе кешегә тапшырып, Ульяновск ҡалаһына китте. Бер нисә көндән һигеҙ урынлы еңел машинаға ултырып та ҡайтты.
Исхаҡов хәҙер машинала ғына йөрөй. Районға-фәләнгә барырға булһа, "Ҡыҙыл таң"дың председателенә шылтыратып ҡуя:
- Әҙерләнә башла, ун ете минуттан инеп алырмын, - ти.
Йондоҙҡашҡа һарайҙа тора. Мәһәҙи ағай ғына ҡайһы саҡта, нуҡта теҙгенен ҡыҫҡа тотоп, һуғарырға алып сыҡҡан була тегене, һирәкләп ҡурпы сабып алып ҡайталар. Айғырға төшкән бар эш шул. Юҡһа, уны көндәр, аҙналар буйы ҡараңғы һарайҙа бәйле тоталар.
Ә тәртип һаман да элеккесә ҡалды. Исхаҡов айғырҙы үҙенән башҡа берәүгә лә егергә рөхсәт итмәй. Машинаһы ватылһа, йә былай ҡупайып алыу өсөн генә айғырына әллә ниҙә бер ултырып сыға:
- Машина ялҡытып китте әле, - тигән була ул.
Көслө айғырға бик аҫтында тороуы ауыр булһа кәрәк. Ул кәртәгә берәй кеше килеп инһә, хатта ҡапҡа ярығынан ғына ҡараһалар ҙа ярһый, асыулана башлай. Баҡырас башындай күҙҙәрен аҡайтып борола ла әлеге сүлмәктәй тояҡтары менән сапсырға тотона, һарай дер һелкенә. Әллә нимәһенә яратмай башланы ул кешене.
Тирә-яҡ тын ҡалғас, Йондоҙҡашҡа баҫыла. Алда һоло ла, яңы сабып килтерелгән ҡарағура ла бар. Тик нимәгә Йондоҙҡашҡаға аҙыҡ, ирек кәрәк уға. Сығарып ҡына ебәрһендәр, өс көн, өс төн ашамаһа ла риза. Үҙе генә сығып олағыр ине лә, зиндандан ҡотолоу юлын белмәй.
Ҡайһы саҡта ишек алдына берәй бейә килеп инә. Йондоҙ уны шунда уҡ һиҙеп ала.
- Һы-һы, һы... - Ҡалын ирендәрен ҡалтыратып, үҙенсә йомшаҡ, иркә генә итеп өндәшә, шунан яман итеп, йән тетрәткес ҡиәфәттә кешнәп ебәрә. Танау таржайған, ике күҙе ишектә. Бер тегеләй, бер былай ынтыла. Юҡ, ишек асылмай, ҡайыш муйынды ҡыҫа. Кешеләр үҙҙәре еңел генә бәйләп, еңел генә сисәләр ҙә бит, унан булмай.
Элек көн дә килеп ҡарай, иркәләй, усына һалып ҡына һоло бирә, шунан икәүләп әллә ҡайҙарға елдерә торған кеше бөтөнләй күренмәй, шул дүрт тәгәрмәсле арбаһына ултырып тик йөрөй. Йондоҙҡашҡа менән сыҡҡанда ла оҙаҡҡа түгел. Уның бит һаман да элекке һымаҡ күҙ күреме етмәҫ яҡтарға ҡарап сапҡыһы, башҡа айғырҙарҙы геүләтеп уҙып киткеһе килә лә, юҡ, бер аҙҙан әлеге шул һарайға килтерәләр ҙә ябалар. Хәҙер теге әкрен генә баҫып йөрөй торған ҡарт һыуҙы ла һәр саҡ күнәк менәп генә бирә. Эй, яратмай ҙа шул нәмәнән һыу эсергә.
Ә быға Йондоҙҡашҡа үҙе ғәйепле. Эш боҙоп ташланы шул.
...Мәһәҙи ағай айғырҙы ҡырғыслап, тәнен таҙартып алырға булғайны. Эшкә тотоноп та өлгөрмәне, бөтә күк ярылып киткән һымаҡ, ҡапыл шатор-шотор йәшен атып ебәрҙе лә, шаулатып эре борсаҡ яуа башланы. Болото ла бәләкәй генә һымаҡ ине, уйламағандан ғына ғәрәсәт ҡупты ла китте. Мәһәҙи ағай саҡ лапаҫ аҫтына ҡасып ҡотолдо, айғыр ишек алдында бағанала бәйле көйө ҡалды.
Хәтәр! Бөтә донъя шу-у-у итеп тора. Ерҙә ап-аҡ эре боҙ борсаҡтары һикерешкәне генә күренә, һә тигәнсе ишек алды сып-сыбар булды.
Айғыр тынысһыҙлана башланы. Мәһәҙи ағай йәһәт кенә барып сисә һалырға уйлағайны ла - әмәле юҡ. Ахырыһы, утлыҡсалағы кожанын эҙләргә тотондо.
Тағы донъя тетрәп китте. Йондоҙҡашҡа бар ғәйрәтенә тартылды, ҡайыш теҙгендең, энә ебе кеүек, өҙөлгәне лә тойолманы. Арғымаҡ, ҡармаҡҡа эләккәндән һуң, кире һыуға төшкән суртанмы ни, ялт итеп кенә ҡапҡаны һикереп сыҡты ла юҡ булды.
Артабан аяҡ тауыштары ғыпа дөпөлдәне.
Мәһәҙи ағайҙа ямғыр ҡайғыһы китте, йүгереп урамға сыҡты: айғыр йән көсөнә саба. Ул тыҡрыҡҡа хәтлем барҙы ла шунан ҡапыл һыртҡа сыҡты һәм яңынан кирегә - ауыл осона ҡарай боролдо.
Ҡара айғыр, йәшен йәшнәгәндә уйнаған ҡарлуғас һымаҡ, ҡыялатып яуған аҡһыл борсаҡ ямғыры аша ялт-йолт итеп кенә ҡала. Конюх йәнен усына тотоп тора: йә Хоҙай, бәрә бит йәшен үҙен!
Күктә тағы дәһшәтле ут ялтырап ҡалды. Мәһәҙи ағайҙың түҙеме бөттө, айғыр киткән яҡҡа йүгерә башланы. Ҡара шәүлә аҫҡа, аттар һарайына боролдо. Мәһәҙи ағай ҙа шул яҡҡа...
Бына бер ваҡыт күк күкрәүенән дә яманырак тауыш ишетелде: ике айғыр талаша.
...Йондоҙҡашҡа кәртәгә йомолоп барып та инде, йәш айғырҙы талай ҙа башланы. Башта тегеһе, ҡыҙҙар алдында егетлеген күрһәтергә теләгән йәш үҫмер шикелле, бирешмәҫкә, быға ҡаршы торорға уйлағайны, әммә был килгән ыңғайына уҡ бар ғәйрәте менән бәреп йыҡты. Йәш айғыр шунда уҡ арҡаһында әйләнеп аяғына баҫты. Мәгәр барыбер Йондоҙҡашҡанан ҡотола алманы. Ауыл өҫтөндә ике ғифриттең күкрәгенән сыҡҡан йән өҙгөс яман тауышы ғына яңғырай. Береһе, әйтерһең, ярҙам һорай, икенсеһе, нимә өсөндөр үс ала.
Йүгереп Мәһәҙи ағай килеп еткән булды. Конюхтар ҙа ни эшләргә белмәй йөрөй. Яҡын барырлыҡ түгел. Бөтөрә бит был хәҙер! Йондоҙҡашҡа тегенең бер нисә урынын умырып тешләп тә алды. Тик бер аҙҙан ғына йәш айғыр еңелгәнен белдерҙе, буғай, бынан ысҡынды ла һарайға инеп юғалды. Артынан ишекте яба һалдылар. Дошманын ҡыуып ебәреп, донъяға үҙе хужа булып алғас, әле генә ҡот осҡос ҡиәфәттә күренгән Йондоҙҡашҡа тағы ыҫпайланып, матурланып китте. Ул аттар өйөрөн әле тегеләй, әле былай ярып сыға, үҙенсә йомшаҡ ҡына итеп бейәләрҙе иркәләй. Зиндандан ҡотолғaн был арыҫланды күреү һоҡланғыс та, йәл дә ине.
Шулай ҙа уны бында ҡалдырырға ярамай. Нисек кенә тырышмаһындар, ошо кәртә эсендәге Йондоҙҡашҡаны тота алманылар. Яҡын ебәрмәй ҙә ҡуя. Кемдең үҙ теләге менән иркенән мәхрүм булғыһы килһен инде!
Башҡаса юл ҡалмағас, береһе лапаҫ башына менде лә, уңайын тура килтереп, айғырҙың муйынына арҡан ташланы. Боғалаҡты һиҙеп ҡалыуы булды, Йондоҙҡаҡшҡа, ҡармаҡҡа эләккән суртан шикелле, дулай башланы. Арҡан тотҡан кеше нимәгәлер эләгеп йығылды, айғыр кәртә аша урамға һикерҙе.
Арттан биш-алты һыбайлы ҡыуа сыҡты. Тотоп ҡара һыуҙағы балыҡты! Йондоҙ, ямғырҙан һуң тып-тын ҡалған һауаны ярып кешнәй-кешнәй, башта ауыл буйлай сабып үтте. Урамдағы халыҡ, артынан арҡан һөйрәтеп, ен һымаҡ килгән айғырҙан саҡ ҡасып ҡотола. Бына ул бер аҙ барҙы ла тыҡрыҡҡа боролдо һәм арттағы уба башына менде. Туҡтап, бер аҙ конюшня яғына ҡарап торҙо. Сыңғырап торған тауышы менән һарайҙа ҡалған туғандарына һөрәнләне. Тағы бер аҙ торҙо ла, йәш тай һымаҡ, уйнаҡлап сабып сығып китте. Ерҙә өҙөлгән арҡан ярпыһы ғына ятып ҡалды.
Йондоҙҡашҡаның шулай ҙа бер үҙе генә сығып киткеһе килмәй ине шикелле. Әллә ҡайҙарҙан урап, тағы конюшня тирәһенә килде. Әммә бында артыҡ яҡынлашмай ҙа, ҡыуыусыларҙы ла яҡын ебәрмәй. Ул, юрамал ирештергәндәй, ауыл тирәләй сабып йөрөнө лә, тегеләрҙең аттары ап-аҡ күбеккә батҡас, уйнаҡлай-уйнаҡлай далаға сығып китте.
Дүрт һыбайлы Йондоҙҡашҡаны ике көндән генә табып алып ҡайтты. Ҡорһағынан алай бысранған, ялтыр тиреһенә аҡ күбектәр ҡатҡан арғымаҡ, ялдарын елберләтеп, талғын ғына юртып килә. Муйынында ҡайышланып бөткән арҡан киҫәге бәүелә. Ул үҙен тотошорға ярҙам иткән ырыуҙаштарына боролоп та ҡарамай, әйтерһең: "Һеҙ - хыянатсылар!" - ти.
Һыбайлылар Йондоҙҡашҡаны артыҡ ирекһеҙләмәй, ыңғайлатып ҡына киләләр. Айғыр оло юлдан ҡайтырға теләмәне, ҡапыл боролдо ла ауылға терәлеп торған тау башына менде. Ғәскәре алдына сыҡҡан баһадир шикелле, бер аҙ ҡарап торҙо ла оҙон, һағышлы итеп кешнәп ебәрҙе. Аръяҡтағы конюшнянан шундай уҡ тауыш менән яуап бирҙеләр. Бының танау япраҡтары таржайып китте, арыған күҙҙәрендә осҡон уйнаны.
Айғыр, һалмаҡ ҡына юртып, түбән төштө һәм бер аҙҙан конюшня яғына ыңғайланы. Ләкин ике һыбайлы шунда уҡ быға ҡаршы сыҡты. Арыған айғыр бер ни ҙә сыҡмаясағын, был кешеләрҙән ҡотолоп булмаясағып аңлаған, ахырыһы, ҡарышмайынса идара яғына боролдо ла яй ғына, аттарҙа ғына була торған һоҡланғыс, мөһабәт аҙымдар менән һарайға инеп китте. Ҡойроҡтары, әйтерһең, бейеп йөрөгән ҡыҙҙар толомо - атлаған ыңғайына матур ғына тирбәлеп ҡалды.
* * *
Йондоҙҡашҡаны һарайға бикләп ҡуйҙылар. Хәҙер ҡурпыға ла икенсе ат менән йөрөйҙәр, һыуҙы ла алып килеп кенә эсерәләр. Тора ул ошонда ҡойроғо менән себен ҡыуғылап.
Айғыр һыулыҡ буйынан нисектер үҙенә ҙур ғына тишек яһаған. Йыш ҡына шунан башын тышҡа сығара ла тирә-яҡҡа ҡаранып тора. Уның был ғәҙәтен малайҙар ҙа белеп бөткән, һарай ҡыйығына менеп ултыралар ҙа оҙон тал сыбыҡ менән быға төрткөләйҙәр.
Йондоҙҡашҡа башын кире ала ла сапсырға, үрһәләнергә тотона. Һарай дер килә.
- Әй, Йондоҙ ҡоторған, ти бит! Теге ваҡытта уны ҡоторған бүре тешләгән, ти!
- Әйҙә! - Малайҙар даҫор-доҫор килеп һикерешеп төшәләр ҙә һыҙалар.
Мәһәҙи ағай үҙе лә күптән шөбһәгә төшөп йөрөй: ниңәлер, бойоҡ бит айғыр. Ашау ҙа, дәрт тә, ҡиәфәт тә элеккесә түгел. Ул Исхаҡовҡа ла әйтеп ҡараны. Тегеһе:
- Айғыр өсөн ветеринар бар. Ана, Ямаевҡа күрһәт, - тип машинаһына ултырып сыҡты ла китте.
Ветфельдшер Ямаев айғыр эргәһендә өйрөлдө-өйрөлдө лә бер ни ҙә таба алманы. Хәйер, тегеңә яҡын килергә лә ҡурҡты шикелле.
- Кеше һымаҡ аттың да төрлө ваҡыты була инде, - тип әйтеү менән эште бөтөрҙө.
Мәһәҙи ағай үҙ ғүмерендә атты аҙ күрмәне лә бит, быға ни булыуын аңлай алмай. Ә меҫкен мал бойоҡҡандан-бойоға. Ул тағы Исхаҡовҡа әйтте: "Затлы мал бит", - тине. Шунан, ахырыһы, председатель күрше колхоздың ветврачын саҡыртты. Аптырарһың, ҙур белемле врачы ла артыҡ әллә ни әйтә алманы.
- Ауырыуы юҡ кеүек. Бынауыны эсереп ҡарағыҙ, инде лә килешмәһә, тағы хәбәр итегеҙ, һеҙ уны бикләп тотмағыҙ, көтөүгә ебәрегеҙ, - тине.
Йөрөтөп ҡара һин уны иректә, хәҙер талаша башлай. Үткәнендә лә әллә ҡайҙа күрше колхоздың көтөүенә барып сығып айғырҙарын имгәтеп киткән. Шуның өсөн дә һүҙләшеп бөттөләр. Исхаҡов уны бүтәнсә бер ҡайҙа ла сығармаҫҡа, бәйҙә тоторға ҡушты. Ә Мәһәҙи ағай ҡурҡа, көс юҡ, шуға күрә, хужа ла ҡушҡас, бикләп тотоуың хәйерлерәк, тип тик йөрөй.
Тора-бара Йондоҙҡашҡа ашамай ҙа, эсмәй ҙә башланы. Мал докторҙарының дарыуҙары ла, Мәһәҙи ағайҙың ырымдары ла ярҙам итмәне. Аптыранылар. Ауырыған ағзаһы юҡ һымаҡ, ә үҙе сабылып ташланған үләндәй, күҙгә күренеп шиңә бара.
...Бер көндө Мәһәҙи ағай айғырға яңы ғына сабып алып ҡайтҡан ҡарағура һалып йөрөй ине. Элеккеһе лә шул көйө, алдында һолоһо ла бар, аптырағандан маташа инде. Әллә нәмәһенә күңел дә тыныс түгел, ул сығып китте лә кире керҙе. Йөрәге ҡағып тик тора ла.
Бына ҡапыл арғымаҡтың күҙҙәре уйнаҡлап киткәндәй булды. Мәһәҙи ағай тертләп ҡуйҙы: был ни хәл. Ул бесәнен ырғытты ла йүгерә һалып тегенең эргәһенә килде.
Йондоҙ уға күҙен тултырып ҡараны ла аҡрын ғына стена яғына ауыша башлағандай итте. Аһ, был ни эш!.. Мөһабәт аяҡтар, әйтерһең, ҡамырға әйләнгән: ауыр кәүҙәне тота алмай бөгөлә килә, бөгөлә килә... Бына ҡапыл ер һелкенеп ҡуйҙы - Йондоҙ гөрҫ итеп йығылды ла тәрән итеп тын алды. Шунан тынды. Тик башы ғына, аҫылынып үлгәндәге һымаҡ, юғары күтәрелеп тора - бағанаға бәйләнгән яҫы, ҡалын ҡайыш ебәрмәй...
1970 йыл.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА